Ошо көндәрҙә республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыуҙы билдәләй. Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы “Башҡортостан” гәзите республикабыҙҙың Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә әҙәбиәтебеҙ классигының ижадына арналған викторина әҙерләгәйне.
Редакциябыҙға байтаҡ яуап килде. Иң ҡыуандырғаны шул: тәүге халыҡ шағирының яҡты рухы кешеләр йөрәгендә йәшәүен дауам итә. Әҙәбиәт һөйөүселәр шағирҙың ижады тураһында ғына түгел, тормош юлы, эшмәкәрлеге, ғаиләһенә ҡағылышлы һорауҙарға ла аныҡ яуап биргән. Тимәк, Мәжит Ғафури – бөгөн дә беҙҙең арабыҙҙа, тигән һүҙ был. Әлбиттә, ғүмерен ярлы халыҡтың мәнфәғәтен яҡлауға арнап:
Бер аҙым алға баҫам да,
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һалам мин халҡыма, –
тип яҙған данлы улын илебеҙ онотмай. Уның исемен тотош район, Башҡорт дәүләт академия драма театры йөрөтә, һәйкәлдәр ҡуйылған, музейҙар эшләй... Шулай ҙа төп һәйкәл – халыҡ һөйөүе. Гәзитебеҙ үткәргән “Кем яҡшыраҡ белә Шағирҙы?” тигән викторина нәҡ ошо хаҡта һөйләй ҙә инде.
Бәйгелә ҡатнашҡандарҙың барыһы ла тиерлек дөрөҫ яуап биргән. Мәҫәлән, Белорет районынан Нурулла Миһранов, Бәләбәйҙән Зөлфиә Ғилманова, Өфөнән Миләүшә Моратшина, Илештән Сулпан Исламғәлиева, Илназ Азаматов, Ғәлимә Ғәлиева һәм башҡаларҙың эше һөйөндөрҙө. Уларҙы ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! Билдәле шағирә, яҙыусы Гөлнур Яҡупованың да викторинала ҡатнашыуына ҡыуандыҡ. Рәхмәт һеҙгә, Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы!
Шулай итеп, бәйгелә еңеүселәрҙе билдәләр мәл етте. Бына улар: беренсе урында – Илеш ҡыҙы, БДПУ студенты Илүзә Саҙретдинова, икенсе баҫҡысҡа Йылайырҙан даими авторыбыҙ Фәрит Рәмов күтәрелде, өсөнсөлә – Өфө ҡалаһынан Гөлнара Әмирова.
Сентябрь аҙағында М. Ғафуриҙың йорт-музейында үткәреләсәк юбилей тантанаһында еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырыласаҡ.
Хөрмәтле дуҫтар, викторинала ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Дөрөҫ яуаптар
lМ. Ғафуриҙың тыуған ауылы? – Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылы;
lӘҙиптең тәүге шиғыры нисек атала? – “Ишан шәкерттәренә”;
lМ. Ғафури 1919—1928 йылдарҙа ниндәй гәзиттәрҙең редакцияһында эшләгән? – “Эшсе”, “Ҡыҙыл юл”, “Коммуна”, “Шәреҡ ярлылары”, “Урал”, “Башҡортостан хәбәрҙәре”, “Яңы ауыл”;
l“Нур” тигән шиғырын кемгә бағышлап яҙған? – Мулланур Вахитов иҫтәлегенә;
lМ. Ғафуриҙың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеүсе ниндәй ғалимдарҙы беләһегеҙ? – Булат Ишемғол, Ғилемдар Рамазанов, Сәйфи Ҡудаш, Ғәли Хәлит, Ғайса Хөсәйенов, Рауил Бикбаев, Павло Тычина һ.б.;
lӘҙиптең “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса эшләнгән балеттың авторҙары кем? – Халиҡ Заимов һәм Александр Чугаев;
lМ. Ғафуриҙың ниндәй псевдонимдарын беләһегеҙ? – Ғафури, Ильяс, Ыласын, Айыҡбаш;
lМ. Ғафуриға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем ҡасан бирелә? – Ижади эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыу айҡанлы 1923 йылда;
lЯҙыусының автобиографик повесы нисек атала? – “Шағирҙың алтын приискыһында”;
lМ. Ғафури Өфөлә Ғ. Туҡай менән ҡасан осраша? Уға арналған шиғыры нисек атала? “Ғ. Туҡай – Өфөлә” тигән иҫтәлеге тәү тапҡыр ҡайҙа баҫыла? – 1912 йылдын апрелендә, “Шағир Ғ.Туҡай вафатынан һуң” тигән шиғыры 1913 йылда сыға, “Ялт-йолт” журналында баҫыла;
lШағир һүҙҙәренә ижад ителгән ниндәй опера бар? Уның авторҙары кем? Был опера ҡасан сәхнәгә ҡуйылған? – “Эшсе” операһы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм Солтан Ғәбәши, Василий Виноградов, 1930 йыл;
lМ. Ғафуриҙың беренсе шиғырҙар йыйынтығы нисек атала, ул ҡасан һәм ҡайҙа баҫылған? – “Себер тимер юлы йәки милләттең хәлдәре”, 1904 йылда Ырымбурҙа нәшер ителгән;
lМ. Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса эшләнгән спектакль сценарийының авторҙары кем? Был әҫәр ҡасан сәхнәгә ҡуйылған? – Ғәйнан Әмири һәм Вәлиәхмәт Ғәлимов, 1938 йыл;
l“Шәриғәт ҡорбандары” картинаһының авторы кем? – Рәшит Нурмөхәмәтов;
lМ. Ғафуриҙың “Ҡыҙыл йондоҙ” драмаһы беренсе тапҡыр ҡасан һәм ҡайҙа сәхнәгә ҡуйылған? – 1925 йылдың 24 октябрендә Башҡорт дәүләт академия драма театрында;
lБашҡорт дәүләт академия драма театры ҡасан, ниндәй уңай менән Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән һәм уға ҡайһы йылда М. Ғафури исеме бирелгән? – 1970 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, ә 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙә, 1971 йылда, БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ҡарары менән театрға Мәжит Ғафури исеме бирелә;
lМ. Ғафуриҙың йорт-музейы һәм уға һәйкәлдәр ҡайҙа бар? – Өфө ҡалаһында Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейы, тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда музейы, Башҡорт академия драма театры алдында М. Ғафури һәйкәле, Ишембай ҡалаһында Ғафури бюсы.
lӘҙиптең ҡәбере ҡайҙа? – Өфөләге Ленин исемендәге паркта;
lШағир ҡатынының исеме кем? – Зөһрә Камалетдин ҡыҙы Ғафури;
l“М. Ғафури – ХХI быуат” Мәҙәниәт фондының етәксеһе кем? – Люциә Камаева.