Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ул әле лә сәфәрҙә
Ул әле лә сәфәрҙә Танылған йырсы Нәзифә Ҡадированы беренсе тапҡыр Үҙәк телевидение аша күрҙем. “Йыр менән тормош буйлап!” (“С песней по жизни!”) тип аталған Бөтә Союз конкурсы еңеүселәре концерты бара ине. Алып барыусылар: “Рим Хәсәнов музыкаһы, Дим Дәминев һәм Мостай Кәрим һүҙҙәре. “Мандолина”, Нәзифә Ҡадирова йырлай, Өфө ҡалаһы”, – тип иғлан итте. Бик сибәр йәш йырсы, сәхнәләге баҫҡыстар буйлап бейей-бейей, урыҫ һәм башҡорт телендә матур сығыш яһаны. Йыр тамамланғас, зал алҡыштарға күмелде.

Нәзифә конкурста дипломант исеменә лайыҡ булды. Уның был еңеүенән һуң үҙебеҙҙең ижадсы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. “Мандолина” йыры уның визит карточкаһына әйләнде.
Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған сағымда “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы уҡыусылар менән осрашыуҙарға саҡыра ине. Нәзифә Ҡадирова менән шунда яҡындан таныштым. Йырлауыма ҡарата: “Һинең халыҡҡа оҡшай торған тауыш”, — тип баһа биргәйне. Уҡыуҙы тамамлап, Башҡорт дәүләт филармонияһына килгәс, үҙенең төркөмөнә эшкә алды.
Биш йыл ижад иттем был данлыҡлы, татыу коллективта. Билдәле спортсы, администратор Ғабдрахман Фәйзрахман улы Ҡадиров һәр ваҡыт Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә гастролгә алып сыҡты. Был бөйөк, шул уҡ ваҡытта ябай кеше менән осрашыуҙан күңелемдә тик яҡты хәтирәләр ҡалған. Ә сәхнә оҫтаһы Нәзифә Ҡадированан күп нәмәгә өйрән­дем. Йыш ҡына мин сәхнәлә йырлағанда, шаршау янында сығышымды ҡарап, дәртләндереп торор ине. Үҙенең фиҙа­кәрлеге, тамашасыны ихлас яратыуы менән ул — йәш артистарға өлгө.
Бөгөн исемдәре илгә билдәле йырсылар Рөстәм Маликов, Фән Вәлиәхмәтов, Венер Абдуллин уның төркөмөндә ҡанат нығытты. Төрлө конкурс-фестивалдәрҙән һуң Нәзифә Ҡадирова бөтөн ил буйынса популярлыҡ яуланы.
“Тамашасы эркелеп йөрөнө концерттарыма. Өфөнөң мәҙәниәт һарайҙарында бер көндә икешәр, өсәр концерт бирә инем. Йыл һайын Мәскәүҙә унар көн эшләнем. Бик күп тапҡыр Урта Азия республикаларында, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә шығырым тулы залда йырланым”, — тип хәтерләй ул. Ҡайҙа ғына булмаһын, Нәзифәне һәр ерҙә көтөп алалар, алҡышлайҙар, сәскәгә күмәләр. Шулай уҡ сит илдәрҙә лә йыш була йырсы. Элек администратор булып эшләгән Нәфҡәт Шәрипов: “Нәзифә бер гастроленән генә лә барлыҡ филармония хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы бирерлек килем алып ҡайта ине”, — ти.
Ниндәй генә дан-шөһрәт ҡаҙанмаһын, Нәзифә Жәүәт ҡыҙы, ҡайһы берәүҙәр уйлағанса, һауалы түгел, ә ябай, ярҙамсыл һәм ихлас кеше булып ҡалды. Төп хеҙмәтенән тыш, йәмәғәт эштәрен дә алып барҙы. Филармонияның профсоюз комитеты рәйесе лә, ҡала Советы депутаты ла булды. Әлеге ваҡытта – филармонияның ветерандар советы рәйесе: кемдеңдер торлаҡ мәсьәләһен хәл итеште, мохтаждарға матди ярҙам бүлде. Артистарыбыҙ, шул иҫәптән мин дә, уның ярҙамын күрҙек.
Тормош юлында күп юғалтыуҙар кисерҙе Нәзифә ханым. Ире — бөйөк мо­тоуҙышсы, концерттарҙы ойоштороусы Ғабдрахман Ҡадиров йәшләй генә донъянан китеп барҙы. Ата-әсәһе лә баҡый­лыҡҡа күсте. Байтаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән бейеме Ғәсимә инәй ҙә вафат булды. Ә йөрәген иң әрнеткәне — берҙән-бер ҡыҙы Гүзәлдең, ике бәләкәй балаһын ҡалдырып, ҡаты сирҙән вафат булыуы. Хәҙер инде Нәзифә өләсәйҙәре ҡара­мағындағы Елизавета менән Данил да үҫеп килә. Ейәне баш ҡалабыҙҙың 35-се мәктәбендә уҡый, ҡаяға үрмәләү спорты менән шөғөлләнә. Олатаһы кеүек дан­лыҡлы спортсы булмаҡсы. Ейәнсәре иһә — музыкант: фортепьяно буйынса махсус колледжда белем ала. Балаларҙың барлыҡ хәстәре – өләсәйҙәре иңендә. Ниндәй генә тормош ауырлыҡтары булмаһын, йырсы һаман да ижад итергә көс таба, яңы йырҙар өҫтөндә эшләй, гастролдәргә сыға.
Заманында, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгә­нендә, комиссия ағзаһы Радик Гәрәев: “Нәзифә Ҡадирова башҡорт эстрада­һында революция яһаны”, — тигәйне. Дөрөҫ, тап ул башҡорт эстрада йырын ил кимәленә сығарҙы. Сәхнәлә заманса ҡыйыу алымдар, хәрәкәттәр менән сы­ғыш яһай башланы. Йырҙан ул бәләкәй спектакль яһаны. Яңылыҡты һәммәһе лә ҡабул итеп бармай, әлбиттә. Әммә йырсы һаман да эҙләнеүен дауам итә. Рим Хәсәнов, Роберт Ғәзизов, Нур Дауытов, Роза Сәхәүетдинова, Салауат Низаметдинов, Ғәзиз Дәүләтбирҙин, Илшат Хәлилов һәм башҡа композиторҙарҙың йырҙарын беренсе булып ул башҡарҙы. “Мандолина”, “Уяныр сәскәләр”, “Сейә­летау”, “Һағындым шулай”, “Ниңә һин йырым түгел?” кеүек йырҙар популяр булып китте, халыҡ араһында таралды. Уның репертуарында халыҡ йырҙары ла ныҡлы урын алды. Башҡа төр жанрҙарға ла ҡыйыу тотондо. Салауат Низаметдинов уның өсөн рок-опера яҙҙы. “Звезда любви” (“Мөхәббәт йондоҙо”) музыкаль әҫәрендә Әсә образын уңышлы баш­ҡарҙы Нәзифә. Шул уҡ авторҙың “Половинки” моно-спектакле лә тамашасы өсөн яңылыҡ булды.
Ун ете генә йәшендә профессиональ сәхнәгә аяҡ баҫҡан йырсы һаман да дәртләнеп ижад итә. Танылған музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев менән яңынан-яңы программалар өҫтөндә эшләй. Төрлө тематик концерттар менән мәктәп уҡыусылары алдында ла сығыш яһай. Өфөнөң бер мәктәбендә концерт алдынан балалар яныма килеп: “Ысынлап та, Нәзифә Ҡадирова үҙе киләсәкме?” — тип һорағайны. Йырсыны бәләкәстәрҙең дә белеүенә аптыраным. Бөйөк Еңеүгә бағышланған әҫәрҙәрҙән торған концертты уҡыусылар бик яратып ҡабул итте, автографтар алды, йырсының тағы килеүен һораны.
Учалы районының Ахун ауылы ҡыҙы Нәзифә Жәүәт ҡыҙы Ҡадирова ҡырҡ биш йылға яҡын ижад юлында ҡайҙа ғына булманы ла ҡайҙа ғына сығыш яһаманы икән! “Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған”, “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдәре лә, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы ла, Халыҡтар дуҫлығы ордены ла — уның күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа! Легендар йырсыға артабан да ижади ҡаҙаныштар, йырлы юлдар теләйем!

Харис ШӘРИПОВ,
йырсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың
Журналистар союзы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780