Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҫәрҙәрҙә – һуғыш ялҡыны
Әҫәрҙәрҙә –  һуғыш ялҡыны Башҡортостан “Китап” нәшриәте Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата байтаҡ китаптар, буклеттар баҫтырҙы: мәҫәлән, “Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында”, “Уларҙың ҡаһарманлығы – үлемһеҙ” (төҙөүсеһе — Рәфҡәт Вәлишин), Талха Ғиниәтуллин, Суфиян Поварисов һәм Шакир Янбаевтың “Һайланма әҫәрҙәре”, “Кеше яҙмышы” (төҙөүсеһе — Сабир Шәрипов), Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Һуғыш яралаған бала саҡ”, Рәшиҙә Бикмәтованың “Берлинға тиклем!”, Екатерина Савельеваның “Еңеү ҡоралы” китаптары һ.б. Был баҫмаларҙа тетрәндергес тарих та, сая ҡаһарманлыҡ та, бөтмәҫ ҡайғы-хәсрәт тә, моңһоу шатлыҡ та, сикһеҙ ғорурлыҡ та бар.
“Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында”, “Уларҙың ҡаһарманлығы — үлемһеҙ” тип аталған китаптарҙа Бөйөк Ватан һуғышының төп ваҡиғалары сағылған. Унда шулай уҡ Советтар Союзы Геройҙары, Дан ордены кавалерҙары, республиканан сыҡҡан генералдар һәм адмиралдар тураһында белешмә бар.
Сабир Шәрипов төҙөгән “Кеше яҙмышы” исемле китапҡа киң билдәле яҙыусыларҙың башҡортсаға тәржемәлә Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған әҫәрҙәре тупланған. Яугир-яҙыусы Шакир Янбаевтың “Һайланма әҫәрҙәр”енә “Биләүҙәр-биләместәр” повесы һәм төрлө йылдарҙа яҙыл­ған хикәйәләре урын алған. Талха Ғиниәтуллиндың урыҫ телендә сыҡҡан “Һайланма әҫәрҙәр”енең беренсе томына хикәйәләре ингән. Әҫәрҙәре автобиографик йөкмәт­келе, уларҙа үткер проблемалар күтәрелгән. Башҡорт­­остандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Повари­совтың “Һайланма әҫәрҙәр”енең өсөнсө томын “Яҙмыш ҡорбандары”, “Ут эсендәге мөхәббәт” роман-хәтирәләре хасил иткән. Автор Башҡортостандың Иглин районында формалашҡан 469-сы миномет полкының Курск дуғаһындағы героик көрәшен сағылдыра. “Фашизмды ҡорал менән генә түгел, Ватанға булған ҡайнар мөхәббәт, рухи ныҡлыҡ менән дә еңдек”, – ти яугир.
Башҡорт, урыҫ, татар телдәрендәге “Йәшәү хаҡына” тип аталған йыйынтыҡҡа яу йылдарында илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн ғәзиз башын һалған әҙиптәрҙең, фронтовик яҙыусыларҙың, шулай уҡ атайҙарының аманатына тоғ­ролоҡ һаҡлаған ҡәләм оҫталарының әҫәрҙәре тупланған.
Танылған шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогил­динаның 2010 йылда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына 65 тыл ветеранының иҫтәлектәренән торған “Һуғыш балалары – тарих яралары” тигән китабы сыҡҡайны. Уны уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте һәм авторҙан был изге, мөһим эшен дауам итеүен һорап хаттар яҙҙы. Һөҙөмтәлә икенсе китап әҙерләнде. Ул “Һуғыш яралаған бала саҡ” тип аталған. Башта ниәтләнгәнсә, унда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына 70 тыл ветеранының иҫтәлектәре индерелергә тейеш булһа ла, ғәмәлдә хәтирәләр күберәк булып сыҡҡан. Еңеү өсөн ҡаһармандарса үҙ-үҙен аямай эшләгән, аслыҡтан, яланғаслыҡтан интекһә лә, барыһы ла фронт өсөн тип тырышҡан оло быуын кешеләренең хәтирәләре китапта урын алған. Бында Башҡортостандың 30-ҙан ашыу район һәм ҡалаһында, Ҡаҙағстанда, Татарстанда һәм Һамар өлкәһендә йәшәгән тыл ветерандарының иҫтәлектәре тупланған.
Балалар яҙыусыһы Рәшиҙә Бикмәтованың “Берлинға тиклем!” китабына поэма һәм шиғырҙары ингән. Поэмала һуғыш афәтте үҙ күҙҙәре менән күргән үҫмер исеменән һүрәтләнә. Әҫәрҙәре патриотизм һәм Тыуған илгә һөйөү, батырҙарыбыҙ менән ғорурлыҡ хисе уята. Екатерина Савельеваның башҡорт һәм урыҫ телендә “Еңеү ҡоралы” тип аталған китабында Бөйөк Ватан һуғышында ҙур Еңеү яулау мөмкинлеге биргән совет хәрби техникаһы менән танышырһығыҙ. Был хәрби техника Өфө ҡалаһының Еңеү паркында Республика Хәрби Дан музейына ҡуйылған.
Шулай уҡ Фәрит Вахитовтың “Республикабыҙ батыр­ҙары” (“Герои республики моей”) китабы уҡыусыларҙы бығаса ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында исемдәре билдәһеҙ булып ҡалған, онотолған батырҙар хаҡында һөйләһә, яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы, әлеге көндә Мәскәүҙә ғүмер иткән Ҡотдос Латиповтың “Сапсан, фиҙакәр бул, ыласыным!” (“Будь резвый, беззаветный, сокол ясный!”) китабы илебеҙҙең һуғыш йылдарында тормошон, хәрби кадрҙарҙың, яу ҡоралдары нисек әҙерләнеүен ысынбарлыҡ аша һүрәтләй. Автор төрлө милләт кешеләренең дуҫлығы һәм бер-береһенә ярҙамсыл булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Нәшриәттең сайтында урынлашҡан интернет-магазинда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата электрон баҫмалар һатыуға сығарылған. Әмир Моратовтың “Төбәгемдең батырҙары”нда үҙенең ауылдаштары, райондаштары, төбәгенең батырҙары тураһында яҙған очерк һәм хикәйәләре тупланған. Флүрә Низамованың “Әбйәлил батыры” китабында Советтар Союзы Геройы Ғәбдерәүеф Әбделғәни улы Дәүләтов һәм уның туғандары тураһында һүҙ бара. Шамил Иҫәнғоловтың “Һалдаттың яу ҡаһарманлығы” баҫмаһы һатыуҙа бар.
Оҙаҡламай уларҙың һаны Ғабдулла Әхмәтшиндың “Тальян гармун”, Галина Осташевскаяның “Шла на фронт девчонка” китаптары менән тулыланасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780