Яңыраҡ билдәле шағир Рауил Шаммастың ике томлыҡ “Һайланма әҫәрҙәр”енең беренсе китабы донъя күрҙе. Авторҙың үҙенә быйыл 85 йәш тула. Рауил Шаммас әҙәбиәткә килгән заманда – үткән быуаттың 50 – 60-сы йылдарында – аҙ һанлы әҙиптәрҙең һәр ҡайһыһы – олоһо ла, яңы ҡәләм тирбәтә башлағаны ла уҡыусыға таныш ине, ижади үҫештәре һәр саҡ күҙ алдында булды. Мәктәп йылдарында мин Рауил Шаммасов тигән йәш шағирҙы шул дәүерҙә йыл һайын сыҡҡан “Йәш көстәр” альманахынан күреп белдем. Беҙ студент саҡта ул инде китап нәшриәтендә эшләне, әлеге “Йәш көстәр”гә алып килгән сейле-бешле яҙмаларыбыҙҙы ентекләп уҡып, барырҙайын һайлап алып, баҫтырып сығара ине. Ваҡыт үтә торғас, яҡынданыраҡ аралаштыҡ, бер үк йортта күрше йәшәп, көн һайын осрашып торған мәлдәр булды. Ҡасан ғына күрешһәк тә, Рауил Сәхиулла улының кешелеклелеге, яҡты күңеллелеге, эшсәнлеге иғтибарға салынды.
Заманында Рауил Бикбаев әҙәбиәткә Рауил Шаммас менән бергә килгән быуын йәштәре шиғриәтенә баһа биреп: “Байтаҡ әҫәрҙәрҙә ваҡыттың мәңгелеге, ғүмерҙең фанилығы тураһында, ваҡыт алдында яуаплылыҡ хаҡында уйланыуҙар үҙәктә тора”, – тип яҙғайны һәм миҫалға шағирҙың: “Байрам түгелдер бит иртәгә…” тип киҫәткән юлдарын да килтергәйне. Ваҡыттың ҡәҙерен белеү, уны хеҙмәт өсөн файҙаланып ҡалыу, күрәһең, шағирҙың үҙенә ҡуйған төп талаптарының береһе булғандыр.
Инде байтаҡ һуңыраҡ донъя күргән шиғырҙары араһынан да шул талапҡа тоғро юлдарҙы табырға мөмкин:
Әммә ғүмер кисеү байрам түгел,
Һин йөк аты – гел йөк тартаһың.
Был ике юллыҡ Рауил Шаммастың яңы донъя күргән китабынан алынды. Ошо томға ингән бер шиғырҙа әйтелгәндәргә ышанһаҡ, шағир көн һайын ҡулына ҡәләм алмай ҡалмай, ниндәйҙер сәбәп менән яҙа алмаһа: “Көн дә иртән шиғыр яҙам, /Бөгөн яҙа алманым…” – тип интегә. Ошо интегеүе лә барыбер шул уҡ көндә шиғыр юлдары булып тыуа, автор был хаҡта шатлығын яңы көн менән ихлас уртаҡлашырға ашыға: “Бына яңы шиғыр яҙҙым, /Һин шиғырһыҙ ҡалманың”.
Шағирҙың “Һайланма әҫәрҙәр”енең беренсе томы өр-яңы шиғырҙар менән башлана. Әҫәрҙәр тематик төркөмдәргә бүленмәгән, яҙылған даталары ла күрһәтелмәгән. Гүйә, шағир көн һайын яҙған шиғырҙарын бер урынға шул тәртиптә өҫтәп һала барған да уҡыусыға лирик геройының дүрт йыллыҡ күңел торошон тәҡдим иткән.
Кемгә нисектер, минең күҙ алдыма һуңғы йылдар башҡорт шиғриәтендә һирәк осраған үҙенсәлекле һыҙаттарға бай лирик герой образы килеп баҫты. Беренсе сиратта, ул ифрат ябай. Эске, тышҡы ябайлығы менән уҡыусыны тиҙ әсир итә. Ундай кеше менән аралашҡы килә, сөнки телмәре лә ябай, уртаҡ тел табаһың. Барлыҡ кисерештәрен, бөтә күргәнен шиғыр юлдарына һала белә. Автор үҙе лә шиғри телмәр менән генә уйлай һымаҡ күҙ алдына баҫа. Ошо сифаты менән ул бер аҙ Назар Нәжми шиғриәтен хәтерләтеп ҡуя. “Был нисәнсе шиғыр юлым икән? /Ғүмерем бит ошо юлдарҙа…” – тип яҙғайны ҡасандыр Назар ағай. Күҙенә салынған һәр нәмәнән шиғриәт таба белә торғайны ул, әҫәрҙәре матур яңғырашлы булһын өсөн бөҙрә һүҙҙәр артынан ҡыуманы, шиғыр юлдары былай ҙа ҡолаҡҡа ятышлы ине. Рауил Шаммас телмәре лә яп-ябай, еңел уҡымлы, әммә һис кенә лә бер ҡатлы түгел. Ҡатлы-ҡатлы һүрәтләү сараларына төрөнмәһә лә, күңелгә хуш килеп тора: “Яҡтылыҡтар бар сағында /Ҡәҙерен белгәнмендер. /Күңелдәрҙе сафлармын тип, /Шиғырҙар үргәнмендер…”
Икенсенән, ҡулға алған китабыбыҙҙың лирик геройы тәжрибәле, донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған. Ошо йәһәттән, уның бер кәлимә һүҙен тыңлау (йәғни авторҙың бер шиғырын уҡыу) – үҙе бер фәһем. Фәлсәфәһе яҡты, тормошҡа зарланыуҙан алыҫ. Лирик геройҙың дүрт йыллыҡ күңел торошо, тын алышы менән танышабыҙ. Был ваҡыт эсендә нығыраҡ борсоғандарына ул йышыраҡ мөрәжәғәт итә: ғүмер, йәшәү мәғәнәһе, быуындар алмашыныуы, намыҫ, бурыс, кешегә заман үҙгәрештәре йоғонтоһо, йәштәргә кәңәш…
Лирик геройҙың ғүмер тураһында фәлсәфәләргә йыш бирелеүе тәбиғи – автор туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуа. Уҡыусыға ҡабат-ҡабат “олатайың”, “бабай”, “ҡарт”, “аҡһаҡал” тигән һүҙҙәр менән өндәшә. Ниндәй өлкәгә ҡағылһа ла, үҙенең тормош тәжрибәһенең муллығынан файҙаланып, әйтер һүҙен фәһем дәрәжәһенә күтәреп ҡалырға тырыша. Был һүҙ мыжыу түгел, аҡыл эйәһе кәңәше булып яңғырай: “Туғыҙ тиҫтәне ҡыуаһың, /Ҡыланаһың йәш булып. /Ултырырға ваҡыт та һуң /Йөрәгеңә баш булып… /Шашып китмә, бабай, тиеп /Йылдарың киҫәтәләр…”
Шағирҙың үрҙә аталған төп тематик йүнәлештәре үҙ-ара тығыҙ бәйле. Уныңса, кеше ғүмере йәшәү мәғәнәһенән айырылғыһыҙ, ә уныһы быуындар алмашыныуына килеп ялғана. Был донъяла тереклек итеүҙең төп асылдарының береһе – киләсәк өсөн лайыҡлы алмаш ҡалдырыу: “Быуындарҙан шулай күсә килә /Кешеләрҙең йәшәү мәғәнәһе”. Тимәк, киләсәккә тапшырыр аманатың – һинең тәрбиәң емеше, ә тәрбиәгә ҡағылышлы төшөнсәләр, бер яҡтан, хәҙер үк, нәҡ ошо мәл өсөн генә кәрәк булырҙай көнүҙәк, икенсе яҡтан, һис ҡасан иҫкермәҫ мәңгелек. Улар – намыҫ, бурыс, ғәҙеллек, сафлыҡ. Тимәк, кешелектең һис ҡасан иҫкермәҫ иң күркәм сифаттары. Көнүҙәк һәм мәңгелек темалар булған өсөн һүҙ сәнғәтебеҙҙең боронғо тамырҙарында – дөйөм төрки классик яҙма әҙәбиәтендә, урта быуаттарҙа сәскә атҡан авторлы ауыҙ-тел шиғриәтендә – йырауҙар һәм сәсәндәр сығармаларында, бөгөнгө шиғриәтебеҙҙә үҙен берҙәй иркен тоя.
Боронғо һәм урта быуаттар шиғриәте ҡуҙғата килгән төп көнүҙәк һәм мәңгелек проблемалар менән яҡынлыҡ Рауил Шаммастың лирик геройын уларға ауаздаш уй-фекерҙәргә, мотивтарға, поэтик сараларға юлыҡтыра. Сәсәндәрҙең фәлсәфәүи-дидактик йөкмәткеле ҡобайырҙары кеүек үк, олпат йәштәге авторҙың шиғыр юлдары ла, бүтәндәргә аҡыл өйрәтеүҙән бигерәк, иң тәүҙә лирик геройҙың үҙенә ҡағылған күңелгә ятышлы тәрән мәғәнәле уйланыу һымаҡ ҡабул ителә:
Ҡанат кәрәк, күңел ҡанатлы бит,
Уйҙа еңеү, килер киләсәк.
Йырлап үргә менгән һәр кешенең
Күңелендә – алһыу гөлсәсәк.
Мең ярым йыллыҡ яҙма әҙәбиәтебеҙҙең хәҙерге көндәргә килеп еткән аҫыл ҡомартҡылары кешелектең мәңге иҫкермәҫ проблемаларын ҡуҙғата белеүе менән оҙон ғүмерле. ХIV быуат әҙибе Сәиф Сараиҙың “Гөлстан бит-төрки” дастанының һигеҙ бүлегенә урынлаштырылған темаларҙы ғына иҫкә төшөрөү ҙә етә: аҡыллы һәм ғәҙел хаким, намыҫлы һәм эшсән ябай кеше, ғүмер һәм ҡартлыҡ, йәш кеше һәм мөхәббәт, сабырлыҡ, тәрбиә, әхлаҡ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, үрҙә әйтелгәнсә, былар Рауил Шаммасты нығыраҡ борсоған, шиғриәтендә мулыраҡ урын алған мәсьәләләргә бик яҡын. Ошоларға өҫтәп, дөйөм төрки әҙәбиәте үҙенең боронғо дәүеренән алып урта быуаттарға, яңы дәүерҙәргә тиклем тағы бер нәмәне онотмай, әленән-әле төп әхлаҡи ҡағиҙәләр иҫәбендә иҫкә төшөрә килә. Ул да булһа – һүҙ ҡәҙере, кәрәк саҡта өндәшмәй ҡалыуҙың файҙаһы, сер һаҡлауҙың хәл иткес әһәмиәте. Кәм тигәндә, Йософ Баласағунлының “Ҡот биреүсе белем”енән алып (ХI быуат: “Аҡыл күрке – тел, был тел күрке – һүҙ…”) Утыҙ Имәнигә (ХVIII быуат: “Һүҙҙең ҡәҙерен белгән һүҙгә әһел зат /Алыр был һүҙҙәремдән тәғәм вә ләззәт…”), Шәмсетдин Зәкигә тиклем (ХIХ быуат: “Һүҙҙе һаҡлыҡ менән һөйлә, ҡылма ялтырауыҡлыҡ…”) һуҙыла.
Сәиф Сараи иһә әлеге “Гөлстан”да был темаға тотош бер бүлек арнай, уға ингән ун дүрт хикәйәт аша уҡыусыны яман менән бәхәсләшмәҫкә, кешене күп һүҙ менән ялҡытмаҫҡа, бер әйткәнде ҡырҡ тапҡыр ҡабатламаҫҡа, кеше һөйләгәндә бүлдермәҫкә, сер һаҡларға өйрәнә. Тел ҡәҙерен белгән әҙиптәр, күрәһең, уҡыусыны был хаҡта иҫкәртмәй түҙә алмағандарҙыр. Быларҙы мин Рауил Шаммастың “Иләктән – иләккә” тигән шиғыры менән танышҡас, (“Гөлъямал сер-хәбәрен / Әхирәткә еткерә. / Әхирәттең әхирәте /Түгел инде бер генә: /…Яңы серҙәр унынсынан /Йөҙөнсөгә лә саба. /Икәү генә белгән серҙәр /Меңенсегә лә ҡаба”) хәтергә төшөрҙөм. Шағир, бәлки, ХVIII – ХIХ быуаттарҙа халыҡ араһында ҡулдан-ҡулға йөрөгән “Әйтмә серең дуҫыңа: /Дуҫың әйтер дуҫына. /Ул дуҫтың да бер дуҫы бар, /Һалам тығыр посыңа…” тигән яҙманы үҙ ғүмерендә тотоп та ҡарамағандыр, ә ижадында һүҙмә-һүҙ тигәндәй ҡабатлаған. Ғәжәп түгел, үткәндең поэтик традициялары киләсәккә шулай һүҙмә-һүҙ тап килер хәҡиҡәт рәүешендә энә һымаҡ тишеп үтеп инә.
Боронғо традициялар менән тығыҙ бәйле шиғриәттең форма менән иркен эш итеүе лә тәбиғи. Рауил Шаммастың һәр ҡайһыһы үҙенсә бер көйгә һалынған төҙөк ритмикалы шиғырҙарында башҡорт халыҡ ижады, ҡулъяҙма шиғриәт строфикаларын да, поэтик жанрҙарға ифрат бай Көнсығыш шиғыр үлсәмдәрен дә, ХIХ быуат аҙағында – ХХ быуат башында Аҡмулла, Бабичтар тәүләп индереп, ХХI быуат баштарынаса тыуа килгән яңы табыш өлгөләрен дә осратабыҙ.
Быларға миҫалдар күрергә теләһәң, томдың үҙен тотош уҡып сығырға ғына ҡала. Һис кенә лә үкенесле булмаҫ: бер юлы шағирҙың серле ғүмер көлтәһе менән дә танышырһың…
Мирас ИҘЕЛБАЕВ,
Башҡорт дәүләт
университеты профессоры.