Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәғрур ҡаялай уның ижады
Мәғрур ҡаялай уның ижады “Талха ағай ҡайтҡан”, – тигән хәбәрҙе ишеткәс тә Ураҙ ауылына юлландыҡ. Өйө эргәһенә туҡтауыбыҙға күп тә үтмәй, әҙип ишекте асып:
– Һин кем булаң? – тип ҡаршы алды. Шулай тип һорар ҙа шул. Мин Талха ағай менән барлығы ике тапҡыр ғына осраштым. Уның менән оҙаҡ итеп аралашырға ла насип булманы. Үҙем менән таныштырғас:
– Беләм, һинең турала күп һөйләнеләр, – тигәс, күңелгә йылы инде.


Ағай менән аралашҡанда уны өр-яңынан астым. Антон Чеховтың әҫәрҙәрен яратып уҡыуын, боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡурай моңон тыңларға яратыуын белдем. Үҙебеҙҙең Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Эдгар Вилдановтың ижадын маҡтап телгә алды.
– Мин электрон китаптарға кире ҡараш­тамын. Д. Медведев та, электрон вариантта әҙәбиәт уҡыйым, тип халыҡты шуға әйҙәй. Компьютерға ҡарап, әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуҙың йәме бармы?! Күҙ ҙә тала бит. Берәй ҙур һәләкәт булһа, электрон китаптың да, Интернеттың да юҡҡа сығырын яҡшы беләбеҙ. Ә ябай китап кәштәләрҙә быуаттар буйы һаҡланасаҡ, ул – мәҙәниәттең нигеҙе. Китаптан башҡа әҙәм балаһы – кәмселекле кеше, үҙен үҙе юғалтасаҡ, – ти ул.
Әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, күҙ генә теймәһен, 90 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, теремек, аң-зиһене үткер, хәтере яҡшы.
Йыл һайын иртә яҙ Ураҙҙағы бәләкәй йортона ҡатыны Әсмә апай менән күсеп ҡайталар ине, ҡыш булһа – Мәскәүгә ҡай­талар. Тик быйыл, Әсмә апай баҡыйлыҡҡа күсеү сәбәпле (ауыр тупрағы еңел булһын), үҙе генә килгән. Һәр һүҙе һайын күҙҙәренә йәш алып, хәләл ефетен хәтерләне. “Ҡанат­тарым һынды минең, ул булмағас”, – тине.
Эш өҫтәлендәге ҡалын дәфтәрҙәргә күҙем төштө.
– Ҡыйынлыҡ менән булһа ла, яҙам әле, күҙҙәрем бөтөнләй күрмәй хәҙер. Кем белә, бәлки, уҡырҙар, – ти ул моңһоу ғына.
Уны тыңлау – үҙе бер мөғжизә, ләззәт. Һаҙый Таҡташтың һәм башҡорт шағир­ҙары­ның шиғырҙарын ятҡа һөйләп ишеттерҙе.
Әҙипкә үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙа­рымды яуҙырҙым һәм район хаки­миә­те ҡарары нигеҙендә мәҙәниәт бүлеге, үҙәк китапхана менән берлектә уның 90 йәшенә арнап ижад кисәһе үткәрергә әҙерләнеүебеҙ тураһында әйттем.
– Һеҙ юбилейыма арнап кисә үткәрергә әҙерләнәһегеҙ ҙә ул, мин хәҙер ныҡ ҡартайҙым, күҙҙәрем дә күрмәй, ҡолағым да ишетмәй, килешеп етмәҫ, – тип ҡырҡа кире ҡаҡты...
Шулай ҙа уның менән уртаҡ тел табып килештек. Һәм бына район үҙәк китап­хана­һында, бесән, емеш-еләк ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, йәйҙең оҙон көндәрендә кешеләрҙең ҡырҡмаһа ҡырҡ эше тулып ятһа ла, ҙур ҡор йыйылды.
Сараға Белорет, Магнитогорск ҡала­лары­нан, Әбйәлил, Учалы райондарынан, Инйәр ҡасабаһынан, Үрге Уралдан бер төркөм ҡәләмдәштәр килгәйне. Районы­быҙҙың китапханасыларын, клуб хеҙмәт­кәрҙәрен, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм әҙәбиәт һөйөүселәрҙе күреү үҙе үк Талха Йомабай улының ижадына ҙур баһа ине.
Кисәгә килеүселәрҙе тәүҙә Гөлшат Вәлиева Талха Йомабай улының бай ижадына арналған күргәҙмә менән таныш­тырҙы. Сараны район үҙәк китапханаһы хеҙмәт­кәрҙәре Әлфиә Нәҙершина менән Рәсимә Әхмәтшина асып, әҙиптең тормош юлы хаҡында бәйән итте. Шулай уҡ төрлө тараф­тарҙа йәшәгән әҙиптәрҙең әңгәмәләре оҙатыуында видеофильмдар күрһәтелде.
Кеше яҙмыштарын селпәрәмә килтергән Бөйөк Ватан һуғышы шаңдауы Талха Йомабай улын ғүмере буйы эҙәрлекләй, тынғылыҡ бирмәй. Яҙыусының “Атака”, “Каска”, “Миҙал”, “Беҙ аҙ ҡалдыҡ” кеүек әҫәрҙәре һуғыштың ысын йөҙөн, әсе хәҡиҡәтте асып һала, дөрөҫлөктө танырға мәжбүр итә.
Ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Тәүҙә ул Ленинград янында алыша, һуғышты 2-се Белоруссия фронты составында Эльба ярҙары буйында тамамлай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн яугир Дан, Ватан һуғышы ордендары һәм бик күп миҙалдар менән наградлана.
1950 йылдан бирле Талха Ғиниәтуллин илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә йәшәй. Уның уҡыуға ынтылыуы көслө була, киске мәктәпкә йөрөп, урта белем ала. 1966 йылда М. Горький исемендәге әҙәбиәт инс­титутын тамамлай.
Талха Йомабай улы тәүҙә шиғырҙар яҙа, уларҙың бер нисәүһе “Совет яугире” тигән әрме гәзитендә баҫылып сыға. Күңеле гел китапҡа ынтылыуы белемен камиллаш­тырырға һәм арттырырға булышлыҡ итә. Оло яҙыусыларҙың кәңәше менән ул тыуған яҡ темаһына тотона. Нәшер ителгән “Айыуташ” исемле тәүге хикәйәһе шулай яҙылып, Мәскәүҙә баҫылып сыға. Һуғыштан һуңғы осор хаҡында бер нисә хикәйә һәм “Һөжүм” тигән повесть ижад итә. Әммә редакциянан-редакцияға йөрөһә лә, “окоптағы дөрөҫлөктө” яҙыуҙа, “ремаркизм”да ғәйеп­ләйҙәр уны.
Әҙипкә бер нисә йылдан һуң ғына бәхет йылмая. СССР-ҙа иң күренекле яҙыусылар рәтендә повестары, хикәйәләре “Литературная газета”, “Литературная Россия” аҙналыҡтарында, үҙәк журналдарҙа (“Дружба народов”, “Наш современник”, “Юность”, “Знамя”) баҫыла һәм бер-бер артлы китаптары нәшер ителә.
Бигерәк тә “Һөжүм”, “Таштар араһында”, “Туннель” повестары оло иғтибарға лайыҡ була, китап һөйөүселәр араһында киң танылыу таба, яҡташыбыҙға шөһрәт килтерә. Айырым әҫәрҙәре Польшала, Германияла, Чехословакияла, Ҡытайҙа, Һиндостанда, АҠШ-та донъя күрә. Шул уҡ “Туннель” Германияла нәшер ителгәс, немецтар уны: “Һуғыш темаһына яҙылған әҫәрҙәр араһын­да немец характерын, немец психология­һын үҙебеҙҙән дә тәрәнерәк, оҫтараҡ биргән әҫәр”, – тип билдәләй. Күренекле урыҫ әҙиптәре В. Кондратьев һәм В. Астафьев райондашыбыҙҙың ижадын юғары баһалай.
Яҡташыбыҙҙың әҫәрҙәре башҡорт уҡыу­сы­һына үҙенең ябайлығы, баҫалҡы­лығы арҡаһында бик оҙаҡ, урау-урау юлдар аша килде. Тәүләп уның бер-ике хикәйәһен Рәшит Солтангәрәев, Фәрит Иҫәнғолов тәржемә итә. Ә бына Әмир Әминевте Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәренең төп тәржемә­сеһе тип иҫәпләр инем. Яҙыусы­ның йыйынтыҡтарын – “Тыуған тупһа янында” (1994), “Тау артында ниҙәр бар?” (1997), “Һин аҡ ҡайын янында тора инең” (2007) – сығарыуға ул күп көсөн һала.
Әмир Мөхәмәт улы, кисәлә сығыш яһап:
– Милләтемдә шундай прозаик булыуы менән ғорурланам, егерме йылдан ашыу арҙаҡлы шәхесебеҙҙең әҫәрҙәрен тәржемә итеп, уны башҡорт уҡыусыһына еткерә алыуыма ифрат шатмын. Ижадын яҡшы беләм, иҫ китмәле, уникаль талант эйәһе ул Талха ағай. Ижады Ирәмәл тауы кеүек мөһабәт, бейек, – тине. – Урыҫса ижад итһә лә, Талха Ғиниәтуллин геройҙарының барыһы ла (бер нисәүҙе генә иҫәпкә алмағанда) – рухы, холҡо, фиғеле, исемдәре менән башҡорттар. Был йәһәттән ҡарағанда, ул ифрат милли рухлы яҙыусы. Әҙип булараҡ, Талха Йомабай улының оҫталығына һоҡланып бөтә алмайым. Уның әҫәрҙәре уҡыусы өсөн мауыҡтырғыс илаһи бер донъя.
Кисәлә сығыш яһаусылар Әмир Әминевкә Учалы яҙыусылар ойошмаһының Мөхәмәт Хәйҙәров исемендәге премияһын бирергә тәҡдим индерҙе.
Кисәгә Ураҙ ауылынан автобус тулы халыҡ килде. Уларҙың сығышы тулҡынландырғыс та, фәһемле лә булды. Ауылдың яңы урамдарының береһенә Талха Ғиниәтуллиндың исеме бирелгән. Ураҙҙар ауылдаш яҙыусылары менән ифрат та ғорурлана, уның менән осрашыуҙы һағынып көтөп ала... Кисә йыр-моң, фекер алышыуҙар менән үрелеп барҙы.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Сергей Аксаков исемендәге премия лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Талха Ғиниәтуллин (Анатолий Генатулин) – башҡорт халҡының ғорурлығы, дәһшәтле һуғыштың утын-һыуын кисеп сыныҡҡан яугир-әҙип. Урау һәм оҙон юлдар аша әҫәрҙәрен ҡан-ҡәрҙәштәренә туған телдә ҡайтара алған, Башҡортостандың гүзәллеген һәм ғәзиз яҡташтарының күркәм бай рухи донъяһын, милли йөҙөн, күңел хазинаһын тотош донъяға танытҡан халыҡсан яҙыусы ул.

Әҡлимә САФИНА,
Учалы яҙыусылар
ойошмаһы етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782