Миҙгелдәр Көттөрмәне көҙҙәр, көттөрмәне,
Эй, миҙгелдәр, нисек үҙгәрҙе.
Иләҫләнеп, иҫкә алам хәҙер
Йәшел яҙҙар, йәмле йәйҙәрҙе.
Оҙаҡлаһын берүк, ашыҡмаһын
Ғүмеркәйҙең алтын көҙҙәре...
Алтын көҙҙән күпте көткән инем,
Табырмын, тип, алтын һүҙҙәрҙе.
Тик шулай ҙа тәҙрәләргә тыштан
Ҡыш биҙәктәр һалып өлгөргән,
Белһәң ине, шул биҙәктәр менән
Ниҙәр әйткән, ниҙәр белдергән...
Биҙәктәрҙә — матурлығы ҡыштың,
Торғаны бер әкиәт донъяһы.
Ҡыш етһә лә, яҡты был донъялар,
Йөҙ йәшәп тә, йәшәп туйғыһыҙ.
Йәшел яҙҙан ап-аҡ ҡышҡа тиклем
Нәҡ дүрт миҙгел кеше ғүмере.
Иман нуры гел яҡтыртып торһон
Ғүмеремдең һәр бер миҙгелен!
Эй ғүмерҙәр...Бер йылды Мәләүез районының Түбәнге Таш ауылына барып сыҡтым. Урам буйлап үтеп барһам, бер йорттоң ҡапҡаһынан өс-дүрт ҡыҙ бала килеп сыҡты ла, мине күреп, артымдан: “Бабай-бабай, арты ҡалай!” — тип ҡат-ҡат сәрелдәп, үсекләп ҡалды. Башына аҡ эшләпә, өҫтөнә аҡһыл плащ кейгән кеше бабай була тип уйланылармы икән? Ә миңә ул ваҡытта ни бары утыҙ йәш ине...
Автор.
Ҡасан ғына әле малай инем,
Был ни хикмәт — инде бабай мин.
Таш ауылы, хәҙер, ысынлап та,
Йә, күр әйҙә, арты ҡалай мин.
Үрләй-үрләй, килеп баҫтым бына
Етмеш ете йәштең үренә.
Был үрҙәрҙән ғүмер асылдары
Асығыраҡ тағы күренә.
Таш ауылы шаяндары, һеҙгә
Остоҡтай ҙа үпкәм юҡ бөгөн.
Айҙар, йылдар буйы алға барам,
Иңдәремә һалып ил йөгөн.
Тормош даръяларын кискән саҡта
Урау-урау булды юлдарым,
Юлдар урау булһа булды, әммә
Тура булды, тура уйҙарым.
Мәжүсиҙәр кеүек, мин бары тик
Ҡояш яҡтыһына табындым,
Эй, кешеләр, һеҙҙе һөйөүемдән
Йөрәгемдә ялҡын ҡабынды.
Ялҡындарҙы дөрләп яндырҙым да
Ижад майҙанына уҡталдым,
Һәр шиғырым, һәр бер һүҙем менән
Халҡым күңеленә ҡот һалдым.
...Шаян ҡыҙҙар, һылыуҡайҙар, һеҙгә
Йылдар аша сәләм күндерәм,
Һүҙҙәрегеҙ раҫ килде бит, тиеп,
Үҙегеҙгә рәхмәт белдерәм.
Хәҙер бына ысын-ысынында
Арты ялтыр ҡалай, бабай мин,
Кәре ҡайтҡан ҡарт бер арыҫландай,
Үҙем ҡыйыу, үҙем абай мин.
Юлдарыма бағам, юлдарыма —
Алда әле ғүмер бар һымаҡ.
Ҡарт кешегә яҡты был донъяның
Һәр бер көнө татлы бал һымаҡ.
Тауҙар тауы — Торатау“Нәһер Иделдә Туратағ димәкдә мәшһүрдер”.
(Юрматы башҡорттары
шәжәрәһенән).
Торатауым, һиңә ҡарайым да
Хайран ҡалам фани донъяға.
Ер йөҙөндә кешелектән һинең
Миллион йылдар элек булғанға.
Миллион йылдар буйы тәү кешене
Көтөп алғанһыңдыр зарығып,
Тағы шулай күпме көткәнһеңдер,
Ҡурай моңдарына зар булып.
Торатауым, һинең таштарыңда
Изге әүлиәләр эҙе бар,
Һәр әҙәмгә, һәр ҡәүемгә төбәп,
Әйтеп ҡалдырылған һүҙе бар:
“Эй, кешеләр, оло бәлә килер,
Һаҡлай алмаһағыҙ һеҙ ерҙе,
Иманһыҙҙар илде баҫып алһа,
Ҡороторҙар хатта диңгеҙҙе.
Иманһыҙға бер ни изге түгел,
Изге түгел изге тауҙар ҙа,
Изгелек һуң нимә улар өсөн,
Һатыламы берәй баҙарҙа?
Баҙар хаҡы, табыш хаҡы ғына
Олигархтың боҙоҡ уйында,
Бәндәләрҙе Иблис аҙаштыра
Аҡса хөкөм иткән урында.
Аҡса тоҡсайҙары ғүмерҙә лә
Туя белмәҫ, ҡуя белмәҫтәр,
Эзбиз тауы ғына түгел дә ул,
Ә изге тау бит был, тимәҫтәр.
Эй, кешеләр! Изге Торатауға
Хәүеф янай, хәүеф тағын да,
Ил һағына баҫҡан һалдат һымаҡ,
Торайыҡ беҙ тауҙың һағында!
Ҡурсалайыҡ илде бәләләрҙән,
Ҡотҡарайыҡ илде гонаһтан!
Ерҙә тигеҙлекте һаҡлап тора
Тауҙар тауы — изге Торатау.
Тейҙермәгеҙ берүк Торатауға,
Йөрәктауға берүк теймәгеҙ!
Бәләләрҙең башы шунан булыр —
Торатауға әгәр тейһәгеҙ”.
Торатауым — еребеҙҙең ҡото,
Ғорурлығы Башҡорт иленең,
Йөрәктауым — йөрәгебеҙ уты,
Мәғрурлығы Башҡорт иленең.
Мәңгелектең һаҡсылары булып
Ҡалҡып торһон ерҙә был тауҙар,
Түбәләре зәңгәр күккә тейеп,
Балҡып торһон Ерҙә был тауҙар!
Еңеү көнөЕңеү көнө, бөйөк Еңеү көнө —
Изгеләрҙән-изге көнөбөҙ.
Был көндө бит мең ғазаптар менән
Яулап алды Тыуған илебеҙ.
Еңеү көнө — мәңгелек дан, шөһрәт
Һәм мәңгелек һағыш күңелдә.
Ошо көндө күрер өсөн ерҙә
Күпме ҡан һәм күҙ йәш түгелгән.
“Еңеү” һүҙе! Уның һәр ауазы
Алтын хәреф менән яҙылған,
Һауаларҙа Еңеү салюттары
Яҡты бер нур булып яғылған.
Күкрәк киреп, ҡаршы алдыҡ бына
Етмешенсе яҙын Еңеүҙең.
Етмеш түгел, йөҙәр йылдан һуң да
Изге бер көн булыр ул беҙҙең!
Кавалерист шағирКүренекле шағир һәм журналист Яҡуп Ҡолмой иҫтәлегенә.
Ҡолмой тигән саҡта күҙ алдымда
Ялтлап китә хәтәр яу ҡыры,
Йөрәгемдә тоҡанғандай була
Шул мәхшәрҙең уты, ялҡыны.
Тыпыр-тыпыр ана алдан сапҡан
Яҡуп Ҡолмой яугир түгелме?!
Эйәр өҫтәрендә шиғыр яҙған
Кавалерист шағир түгелме?!
Эйе, нәҡ шул үҙе: доваторсы
Ҡурҡыу белмәҫ башҡорт шағиры,
Менгән генә аты — уң ҡанаты,
Һынатманы башҡорт яугире.
Дошман танктары, ер тетрәтеп,
Килә ана, килә ут бөркөп,
Иҙеп, тапап изге еребеҙҙе,
Һәр тарафты үртәп, ут төртөп.
Йән-фарманға батыр һыбайлылар
Ташҡын булып алға ташланды.
Танктарға ҡаршы ҡылыс һәм дә
Шашка тотоп, алыш башланды.
Тотош дивизия башын һалды,
Ҡорбан булды тиңһеҙ алышта*,
Әммә дошман яуын үткәрмәне,
Үткәрмәне хатта ҡарыш та.
Эйәренән ауҙы, яраланып,
Оҙаҡ ятты егет ҡанһырап.
Яу ҡырынан алып сыҡты аты —
Эйәһенә тоғро аҡбуҙат**.
Яуға ҡаршы яу ҙа булды егет,
Утҡа ҡаршы ул да ут ине.
Мәскәү эргәһендә биле һынды
Ҡоторонған фашист этенең.
...Уттар, һыуҙар үтеп, ҡайтты шағир,
Ил ағаһы булып танылды.
Ил күгендә уның шиғырҙары
Былбыл булып ҡанат ҡағынды.
Йырсы шағир тигән даны ҡалды,
Йырҙарында — йөрәк серҙәре.
Ғорурланып иҫкә ала хәҙер
Ейәндәре, ейәнсәрҙәре,
Бүләләре, бүләсәрҙәре.
-------------------------
*1941 йылдың декабрендә Мәскәү эргәһендәге ҡаты алыштарҙа Доватор корпусындағы дивизия тулыһынса тип әйтерлек һәләк була: 12 мең кавалеристан йөҙгә яҡын ғына яугир иҫән ҡала. Руза ҡалаһы янында генерал-майор Л.М. Доваторҙың ғүмере өҙөлә. Уға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелә.
**”Мәскәү эргәһендәге һуғыштарҙа минең олатайым Яҡуп Ҡолмөхәмәтов, һөжүмгә барғанда, ауыр яраланып, иҫтән яҙа һәм эйәренән ауа. Әммә тоғро аҡбуҙаты уны, аңына килгәнгә тиклем, башын аҫҡа эйеп, көтөп тора һәм яу яланынан алып сыға”.
(Марат Ҡолмөхәмәтов).
Башҡорттар(Марсель Рауиловтан)
Ҡолой кантонға.
Ғәйрәт менән дан ҡаҙанды
Башҡорттоң батырҙары,
Рәсәйҙең сиктәрен һаҡлап,
Донъяны таң ҡалдырҙы.
Париж, Вена, Варшавала,
Берлинда ла булдылар,
Ғорур баҫып уҙҙылар.
“Башҡорттар — арыҫландар”, тип,
Француз маршалы Ней
Әйтте лә өҫтәп ҡуйҙы:
“Бындай яугирҙәр менән мин
Донъяны яулар инем”.