“Байыҡ”тың майҙаны йылдан-йыл киңәйә. Мораҙым тарлауығында уҙғарылған быйылғы гала-концертта, мәҫәлән, 450 бала ҡатнашты. Яңғыҙ бейеүселәргә ҡарағанда ансамблдәр күберәк булды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: быйылғы бәйгеселәрҙең байтағы конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашты. Тимәк, сәнғәт күгендә яңы йондоҙҙар ҡабыныуы дауам итә.Бәйгене асыу тантанаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова халыҡты байрам менән ихлас күңелдән тәбрикләп, республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Ул шулай уҡ бер төркөм хореографтарға ведомствоның Почет грамоталарын тапшырҙы, бейеү сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин һүҙ алды.
Төбәктең һәр ауыл биләмәһе вәкилдәре урындағы тормошто сағылдырған, оҫталарҙың ҡул эштәренән тупланған күргәҙмә ойошторғайны. Тантаналы саранан һуң ҡунаҡтар ошо рухи мөйөш менән танышты.
Артабан ҡыҙыу бәйге башланды. Сараның сценарий авторы А. Ғәйнуллина тамаша балалар өсөн ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та булһын өсөн күп көс һалған. Сәхнәлә башҡорт халыҡ әкиәттәре персонаждары, Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәренең төп геройҙары, борондан халҡыбыҙҙа ил тотҡаһы булып иҫәпләнгән Аҡһаҡал һәм башҡа образдарҙың сағылыш табыуы – тырыш хеҙмәттең аныҡ дәлиле.
Һынау тотҡан йәш бейеүселәр араһында Бөрйән, Хәйбулла, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Учалы һәм башҡа райондарҙан килгәндәр айырыуса ҙур оҫталығы менән иғтибарҙы яуланы. Әйткәндәй, “Байыҡ”тың тәүге еңеүсеһе лә ошо көньяҡ-көнсығыш төбәктән булғайны. Ғөмүмән, һәр сығыш, композиция юғары сәнғәт өлгөһө ине. Оҫталыҡ кимәленең йылдан-йыл яҡшырыуында Башҡортостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов рәйеслегендәге талапсан, ғәҙел баһалама комиссияһы ағзаларының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. “Хәйбулла” бейеү ансамбленең “Таналыҡ буйында” (ҡуйыусыһы – Хәбир Мортазин), Көйөргәҙе районынан Аделина Үтәгәнованың “Өләсәйем сәкмәне” (ҡуйыусыһы – Зөлфиә Ҡудашева), Учалынан “Оҙонкүл” төркөмөнөң “Бишбармаҡ” һәм башҡа бейеүҙәр конкурсҡа юғары кимәлдәге әҙерлекте ныҡлы иҫбатланы.
Күгәрсен районының Яңы Һапаш ауылынан Нургөл Иҫәнғолова “Өмөт” номинацияһында билдәләнде. Туғыҙ йәшлек ҡыҙсыҡ “Байыҡ”та тәүгә ҡатнаша. Уның “Һай, ситеге!” тигән бейеүе тамашасыларҙың да, баһалама ағзаларының да күңеленә хуш килде, дәррәү алҡышҡа күмелде. Райондың “Гөрләүек” өлгөлө балалар бейеү ансамбле хаҡында ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Беҙҙәге бер мәҙәни сара ла был төркөмдән тыш үтмәй. “Байыҡ-2015” сәхнәһендә лә гөрләтеп сығыш яһап, “Гөрләүек”тәр ғәҙел рәүештә I урынға лайыҡ булды.
Быйылғы конкурста иң бәләкәй бейеүселәр күрше Татарстандан өс йәшлек Риана Латипова менән биш йәшлек Ринат Зиннәтуллин булды. Улар башҡарыуындағы “Гармунсы дуҫым” бейеүен тамашасы көслө алҡышҡа күмде. Бәйгелә шулай уҡ Тыва Республикаһы, Әстрхан, Ульяновск өлкәләренең бейеү ансамблдәре ҡатнашып, тамашаға йәм өҫтәне.
Сара өс сәғәткә яҡын барҙы. Иң тулҡынландырғыс мәл – еңеүселәрҙе билдәләү ваҡыты – етеү менән сәхнә тирәһендәге майҙан бал ҡорто күселәй геүләй башланы. Кем булыр икән быйылғы бәйге еңеүсеһе? Шулай итеп, бейеү ансамблдәре араһында гран-приға Учалы районының “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе – Динис Ғатауллин) менән Мәләүез ҡалаһының “Йәйғор” өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе – Ләйсән Йәмилева) лайыҡ булды. Ә яңғыҙ бейеүселәрҙән төп бүләкте Әбйәлил районынан Искәндәр Хәлилов (етәксеһе – Радик Хәлилов, бейеү ҡуйыусы – Рәйес Низаметдинов), парлы сығыш яһағандарҙан Стәрлетамаҡ районынан Урал Ҡолмөхәмәтов менән Илһам Ғималов (етәкселәре – Раил Лоҡманов) яуланы.
“Шаян малай” бейеүе менән тамашасы күңелен яулаған Күгәрсен егете Илсур Айытҡолов I урынға лайыҡ булды. Уға район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин махсус бүләк тапшырҙы.
Бәйгеселәр шулай уҡ “Өмөт”, “Йыл асышы”, “Рәсәйҙә башҡорт бейеүен таратҡаны өсөн” һәм башҡа номинацияларҙа билдәләнде. Еңеүселәрҙе республикала киң танылған йырсылар Раил Өмөтбаев, Гүзәл Шириязданова, Заһир Иҫәнсурин, Алтынай Хамматова, Зилиә Бәхтиевалар тәбрикләне.
Етенсе йыл рәттән үткәрелеп, йыл һайын етмешләгән яңы йондоҙ ҡабындырған, меңәрләгән яңы исем асҡан “Байыҡ” республика конкурсының майҙаны киләсәктә тағы ла киңәйер тигән ышаныс белдереп, тамашанан кинәнес алып таралды халыҡ.
Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит МУСИН:– Балалар араһында ойошторолған киң ҡоласлы бейеү бәйгеһенең нәҡ беҙҙең районда, күркәм тәбиғәтле Мораҙым тарлауығы ҡосағында үтеүенә бик шатбыҙ! Был байрамға йылдың-йылы ихлас әҙерләнәбеҙ, һәр ойошма һәм хужалыҡ үҙенә йөкмәтелгән бурысты яуаплы башҡара. Илебеҙҙең, республикабыҙҙың төрлө төбәгенән килгән йәш таланттар, уларҙың етәкселәре Күгәрсен еренән ҡанатланып, бары тик яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. “Байыҡ” – ул беҙҙең ғорурлыҡ!