Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ике лә генә егет” һәм бер ҡыҙ
“Ике лә генә егет” һәм бер ҡыҙ Магазин алдында йә бағаналарҙа эленеп торған афишаларҙы күрһәм, күңел әле лә һиҫкәнеп китә: “Кино килгән!” Бала саҡта һирәк эләгә торған танһыҡ тамаша ине ул. Аҡса юҡ икән, йомортҡа тапшырып булһа ла киноға барабыҙ. Тамашанан һуң күңелгә ятҡан геройҙар булып “ҡыланабыҙ”, тағы ниндәй шәп фильм килер икән, тип өмөтләнәбеҙ.
Ул саҡта киноның нисек төшөрөлөүе башыбыҙға инеп тә сыҡмағандыр, сөнки экранда барған тормошто беҙ ысынбарлыҡ итеп күрҙек. Йылдар үткәс, кино эшләгән кешеләр менән һөйләшеп ултырырмын тип тә уйламаным, әлбиттә. Ошо тылсым донъяһын ижад итеүселәрҙең береһе – “Башҡортостан” киностудияһының йәш режиссеры Таңсулпан БУРАҠАЕВА бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.

– Таңсулпан, Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение универ­си­те­ты­ның режиссура бүлеген ҡыҙыл дип­ломға тамамлағанһың икән. Ҡотлайбыҙ!
– Рәхмәт!
– Алдыңда сабылмаған болон ята. Нимә генә тиһәк тә, башҡорт кино сән­ғәте әле “тәпәй” баҫырға өйрәнә һымаҡ. Һинең маҡсаттарың ниндәйерәк?
– О-о!.. Пландар күп инде ул. Әлеге мәлдә күптән башланған йәнһүрәтемде тамамлап ҡуйырға уйлайым.
– Ҡыҙыҡ, нимә тураһында икән?
– “Бер гренадерҙың тарихы” тигән йән­һүрәт. Был шартлы исем, бәлки, аҙаҡ­тан икенсе төрлө аталыр. Уның нигеҙендә тарихта булған ваҡиға ята – бер башҡорт гренадерының Санкт-Петербургтағы мажаралары... Хәйер, алдан һөйләп, тәмен ебәрмәйек. Ваҡыты еткәс, “йылы” килеш кенә “өҫтәл”гә ҡуйырбыҙ.
– Килешәм. Көткән ризыҡ тәмлерәк була... Тағы ла бер фильм төшөрөүең тураһында ҡолаҡҡа салынып ҡалғай­ны.
– Эйе, ул – диплом эшем, “Ике лә генә егет” тигән. Был ҡыҫҡа метражлы фильм­ды Хәйбулла районында, Бөрө ҡалаһында төшөрҙөк. Алла бирһә, август аҙағында “Башҡортостан” киностудияһына 25 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә үткәреләсәк сарала күрһәтелер, моғайын. Аҙаҡ райондар буйлап йөрөтөргә уйлайбыҙ.
– Фильм менән ҡыҫҡаса ғына таныш­тырмаҫһыңмы?
– Ниндәйҙер бер яҙмала “башҡорттар бер-береһе менән судлашырға ярата” тигән юлдарҙы уҡыным. Был мине ныҡ уйландырҙы һәм ошо хаҡта фильм төшө­рөргә булдым. Ҡыҫҡаса эстәлеге былай: ауылдан ике кеше, бер арбаға ултырып, ҡалаға судлашырға бара. Юлда төрлө хәлдәр була, бергә ултырып ашайҙар, бер түшәктә ятып йоҡлайҙар...
– Таңсулпан, үҙең әйткәнсә, тәмен ебәрмәйек. Был фильмың тамашасы күңеленә хуш килер тип уйлайым. Мине, мәҫәлән, әле әйткәндәрең дә ымһын­дырып ҡуйҙы. Ә бына фильмдар төшө­рөү өсөн финанс ҡатмарлыҡтары, мөм­кинлектәрҙең сикле булыуы, кино­режиссерҙарҙың күбәйеүе өркөтмәйме?
– Режиссерҙарҙың артыуы – һәйбәт күренеш. Ул ниндәйҙер кимәлдә конкурен­цияға, сәмләнеп эшләүгә алып килә. Бер-берең менән кәңәшләшеү, бәхәсләшеү мөмкинлеге бар.
Финанс йәһәтенән дә республика етәк­селеге төрлө юлдарҙы файҙаланырға тырыша. Әйтәйек, Башҡортостан Президенты гранттары бер нисә режиссерға бирелде. Күп булмаһа ла, эшләргә мөмкинлек асты был. Әлбиттә, үҙебеҙҙең киностудияға бү­ленгән аҡса бик аҙ. Шуға күрә беҙ әле нин­дәйҙер ҙур проекттарға тотона алмайбыҙ.
– Таңсулпан, кино сәнғәте юлынан китергә теләгән йәштәргә ниндәй кәңәш­тәр бирер инең?
– Заманса әйткәндә, беренсе сиратта портфолио булдырырға кәрәк. Күберәк фотоға төшөрһөндәр. Киноның һәр кадры айырым фото бит инде. Әгәр рәссамлыҡ һәләттәре бар икән, һүрәт төшөрһөндәр. Хикәйәләр яҙып, сценарий төҙөп ҡарарға кәрәк. Уҡыу йортона ингән ваҡытта портфолионың байлығына иғтибар итәләр. Ҡыҫҡаса әйтһәк, кешенең ижади ҡеүәһен күрһәтеүсе көҙгө ул. Санкт-Петербург университетында үҙ эшен белгән бына тигән уҡытыусылар эшләй.
Һуңғы ваҡытта беҙҙә үҙешмәкәр режиссерҙар күренә башланы. Уларға ла мин профессиональ белем алырға кәңәш итер инем. Сөнки үҙем дә кино сәнғәтендәге тәүге аҙымымды үҙешмәкәр булараҡ башланым. “Башҡортостан” кино­студияһында бер аҙ эшләп алғас, уҡырға индем. Профессорҙар, билдәле киноре­жиссерҙар менән аралашыу офоҡтарҙы киңәйтә.
– Халыҡ яратып ҡараған телесериалдар беҙҙә бик һирәк. Бына, Флорид Бүләковтың сценарийы буйынса төшө­рөлгән “Ай ҡыҙы”н кешеләр йылы ҡабул итте бит.
– Телесериалдар төшөрөү телеви­дениеның талаптарынан тора. Әгәр те­ләйҙәр икән, рәхим итһендәр. Ә беҙҙең киностудияның төп эше – нәфис һәм документаль фильмдар төшөрөү. Әлбиттә, телевидениеның заказы була икән, кино­режиссерҙар сериал төшөрөүҙән баш тартмаҫ, моғайын.
– Башҡорттоң тарихы иҫ киткес бай. Мәҫәлән, Яныбай Хамматовтың “Төнь­яҡ амурҙары” романы буйынса ғына ла кино төшөргәндә, донъя кимәленә сығырлыҡ.
– Донъя танырлыҡ кино төшөрөү өсөн ҙур сығымдар талап ителә: костюмдар, йыһаздар, техника һәм баш­ҡа­лары кәрәк. Унан фильм прокатҡа сығып, килем килте­рергә лә тейеш бит әле. Аҙ һанлы халыҡтар өсөн был – бик ҡатмарлы мәсьә­лә. Ләкин дәүләт ярҙамы булғанда, беҙҙә лә донъя һоҡланып ҡарарлыҡ фильмдар төшөрөп булыр ине. “Голливуд” сығым­дары менән түгел, әлбиттә. Шулай ҙа башҡорт халҡының данлы тарихын сағыл­дырған картиналар булырға тейеш тип иҫәпләйем. Ә әлегә, кем әйтмешләй, юрғанға ҡарап аяҡ һуҙырға тура килә.
– Ғаиләгеҙ яҙыусыларҙан тора: әсәйең Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваның исеме киң билдәле, Илгизәр ағайың менән Зөһрә апайың уҡыусыға яҡшы таныш. Хеҙмәт­тәшлек итәһегеҙме?
– Зөһрә апайым менән “Рәхмәт” фильмына сценарийҙы бергә яҙҙыҡ, режис­серлыҡ дебютым булған “Минең йондоҙом” фильмы уның сценарийы буйынса төшө­рөлдө. Киләсәктә лә бергә эшләрбеҙ тип уйлайым. Ғөмүмән, нимәлер яҙам икән, ғаиләлә бөтәһенә лә уҡытып алам. Улар тәҡдимдәрен әйтә, етешһеҙлектәрҙе күрһәтә.
– Кино тигән ҙур донъя “экраны”нда үҙ йөҙөң балҡыһын, Таңсулпан!

Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 686

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 066

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 587

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 783

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 612

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 466

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 516

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 424

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 681

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 416

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 581