Ҡоймаҡ ҡоя иртән
әсәйем,
Битен йыуа иркә
бесәйем.
Иҙәндәрҙә – ҡояш
сыуағы,
Сәскә ата сирен
ҡыуағы.
Бала саҡтың сихри
төҫөндә,
Кисәгеләй әле иҫемдә
Өләсәйҙең ҡаҡса
һыны ла,
Атайымдың ҡатҡан
туны ла.
Бәхеттәрҙе үлсәп, ҡабатлап,
Яҙмыш йөрөй шым ғына атлап.
Беҙ йоҡлайбыҙ, бер ни булмаған,
Егерменсе быуат тулмаған...
Ырымбур шағирәһе Нәфисә Смаҡованың “Егерменсе быуат” тигән ошо шиғырын уҡығанда күҙ алдыма ҡапыл алыҫтағы бала сағымдың сағыу манзараһы килеп баҫты. “Шым ғына атлап” йөрөгән Яҙмыштың аяҡ аҫтында иҙән таҡталарының шығырлап ҡуйыуы, уның һиҙелер-һиҙелмәҫ иҫкән еленән ағастарҙа япраҡтар ҡыштырлашыуы, бышылдашыуы ҡолағыма салынды, тәҙрәгә үрелгән сирен ботағынан хуш еҫ өйөмә таралды... “Беҙ йоҡлайбыҙ, бер ни булмаған...” Һәр баланың киләсәге, һәр кемдең тәҡдире, замандың тын алышы, дәүерҙәрҙең алмашынырға әҙерләнеүе, аяғүрә баҫып килгән көслө тулҡын кеүек, йыраҡтан уҡ зиһенде ойотоп, сихри тынлыҡҡа сумдырып, шым ғына көс йыялыр һымаҡ тойолдо миңә ошо мәлдә.
Шиғырҙа нимәнелер тасуирлап ҡына ҡалмай, үҙеңдең ваҡытты тойомлауыңды биреү, заман һулышын ишеттереү һәр шағирҙың ҡулынан килә торған эш түгел! Нәфисә иһә шиғырҙарын, “оран һалмай”, ерҙә ике аяғы менән ныҡлы баҫып торған эшсән илһөйәр булараҡ, ерлекле һәм ышандырырлыҡ итеп яҙа.
Ырымбур өлкәһе Александровка районының Иҫәнгилде ауылында башҡорт әҙәбиәте классигы Сәғит Агиштың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған сараларҙа Нәфисә Смаҡованың шиғри ҡулъяҙмаһын тикшереү ҙә үтте. Яҙыусылар Рауил Бикбаев, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Хисмәт Юлдашев, Мөнир Ҡунафин, Лариса Абдуллина, Светлана Ғафурова ҡатнашлығындағы шиғриәт секцияһы ултырышында шағирәнең ҡулъяҙмаһын Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә айырым йыйынтыҡ итеп сығарырға кәрәк тигән фекер әйтелде.
Осрашыуҙарҙа, ижади семинарҙарҙа, конференцияларҙа йыш ҡына: “Шиғыр яҙыу өсөн нимә кәрәк?” – тигән һорау ҡуям. Берәүҙәр: “Ваҡытты һиҙеү”, — ти. Икенселәр: “Тел байлығы”, — ти. Өсөнсөләр, яҙышыусы кешегә иң мөһиме – тормошто, халыҡ ижадын белеү, тип иҫәпләй. Бөтә яуаптар ҙа дөрөҫ бит! Ләкин ни өсөн ошо сифаттарҙың бөтәһенә лә эйә булған бик күптәр шиғыр ҙа, роман да яҙа алмай? Тимәк, тағы ла ниндәйҙер бик һирәк осрай торған нәмә кәрәк. Ул да булһа – донъяны үҙеңсә күреү! Йәшәйештәге һәр нәмәнең бөйөк фәлсәфәүи мәғәнәһен үҙеңсә асыу һәм һөҙөмтәлә шуны кешеләргә белдерергә теләү! Әйтер һүҙең булыу — ижадтың асылы шунда ла баһа!
Әҙәбиәт йылында бик күп ҡулъяҙмалар ҡарап сығырға тура килде. Авторҙар араһында донъяны үҙенсә күреп, үҙе тапҡан образдар, тел биҙәктәре менән эш итеүселәр күпме? Үкенескә ҡаршы, күп түгел. Иң ҡыҙығы – хатта яҙыусы танытмаһын йөрөтөүселәр араһында ла донъяны үҙенсә асыусы әҙиптәр һирәк. Әммә тик ошо һирәктәр генә әҙәбиәт юғарылығын билдәләй.
Йәнле, һутлы, йор теле менән арбай Нәфисә Смаҡованың шиғырҙары. Ырымбур башҡорттарының үҙенсәлекле ерле һөйләше, халыҡсан юморы, тел биҙәктәре, ғөрөф-йолалары сағыла уларҙа.
“Йән дуҫҡайым минең, Фәрзәнә,
Һирәк килгәнемә әрләмә.
Фәрзәнәң дә һаман килмәй, тиеп,
Минең тупһам күптән ғәрләнә”, —
тигән юлдарҙы ятлап алып, үҙ дуҫтарың менән аралашҡанда әйтеп ебәрге килә хатта! Ниндәй йылылыҡ, ихласлыҡ, шаянлыҡ бөркөлә был һүҙҙәрҙән.
Нәфисә менән танышлығыбыҙға байтаҡ. Ошондай шиғырҙарында уның ысын асылы ята. Йомарт, алсаҡ, кешегә иғтибарлы, ҡунаҡсыл, шуҡ, төртмә тел, баҫҡан ерендә ут сәсрәтеүсе Нәфисә шиғырҙарында ла шулай. Бер шиғырында яҙғанса, “нәфисләнеп” ҡәләм тибрәтмәй ул. Урал ағаһы, уға исеменә тап килгәнсә яҙырға кәңәш итә, юғиһә:
“Әйткәндәрең – ҡылдан ишкән ҡороҡ,
Йыртып килеп ята муйынға!” – ти.
Күҙ алдына килтерегеҙ әле: ҡылдан ишкән ҡороҡтай муйындан алған һүҙ! Ниндәй тасуирлау көсө!
“Ни эшләйем, әгәр тамырымда
Ҡыҙыу ҡыпсаҡ ҡаны уйнағас!” –
тигәнендә Нәфисәнең көслө тембрлы тауышы ишетелеп торғандай.
Бик ҡыҙыҡлы фәлсәфәүи шиғырҙары бар Нәфисәнең (“Тау менән Танау”, “Дөрөҫ менән Ялған”, “Өфө туны”). Ижади һыҙланыуҙар, уйҙарҙың осона сыға алмай ғазапланыуҙар ҙа уға ят түгел. Шулай ҙа матур, һутлы теле йыш ҡына фекергә ҡарағанда ла ҙурыраҡ арбағыс көс бирә шиғырҙарына:
“Ырымбурҙың шәле биҙәк-биҙәк,
Һарыҡташтың ҡаймаһы селтәр...”
Йәки:
“Ялтыр ялын ялбыратып,
Ярһып сапты яҙҙарым.
Яңылышты ярып сығып,
Тоймай ҡалдым наҙҙарын...”
Шағирәнең өндәр менән оҫта уйнауын күрһәтә был юлдар. Тәбиғи моң, тыуған ауылы Ҡотломбәттең йор һөйләше, ҡыҙыҡлы һүҙбәйләнештәр, тормошсан аҡыл – Нәфисә Смаҡова ижадының айырылмаҫ биҙәктәре.
“Дәфтәр ҡуйынында йоҡлай ҡәләм”, —
ти шағирә, тылсымлы юлдарҙың тыуыу серенә ишаралап. Ҡәләмеңә бөтмәҫ илһам, йоҡоһоҙ төндәр, ҡабатланмаҫ табыштар, яңынан-яңы асыштар теләйем, Нәфисә.