Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Түбәләре күккә ашҡан ҡаяташ
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына – 135 йыл

Шуға ла ул төп иғтибарын ғилемгә, әхлаҡи тәрбиә мәсьәләләренә йүнәлтә, әҫәрҙәрендә йыш ҡына матди һәм рухи байлыҡты ҡапма-ҡаршы ҡуя. Мәҫәлән, “Ишан шәкерттәренә” (1902) мәктүбендә шағир кешелектең мәңгелек ҡиммәттәрен раҫларға, уларҙы яҡшылыҡтың һәм камиллыҡтың сығанағы итеп күрһәтергә тырыша, ошонан сығып, ишандың эшмәкәрлегенә әхлаҡи баһа бирә, изге битлек аҫтында йөрөгән был “ғилем эйәһе”нең ҡомһоҙлоҡ, ике йөҙлөлөк, таш бәғерлелек, булдыҡһыҙлыҡ кеүек шөкәтһеҙ сифаттарын аяуһыҙ тәнҡит утына тота. Ә инде уҡыусыларға шиғри хат формаһында яҙылған “Бер татар шәкертенең үҙ хәленән шикәйәте” (1906) тигән ярайһы уҡ ҙур әҫәрендә М. Ғафури дин әһелдәренә, иҫкелеккә йәбешеп ятҡандарға ғына түгел, ә бөтөн схоластик аң-белем биреү системаһына асыҡтан-асыҡ ябырыла.
Был халыҡты ағартыу өсөн көрәш темаһында үҙе бер яңы боролош, идея осҡондары була. Уларҙы биреү өсөн шағир талип һәм шәкерт йырҙарындағы (садаларҙағы), мөнәжәт-бәйеттәрҙәге ғәҙәти поэтик ҡалыптарҙы, һүрәтләү сараларын бик оҫта ҡуллана. Мәктүб юлдары һигеҙ ижектән торған робағи ҡалыбында ижад ителгән (а-а-а-б), һәр строфаның дүртенсе юлындағы рифма тотош әҫәр буйынса рәдифләшеп, строфаларҙы бәйләп торған “сылбыр” булып килә. Шиғыр юлдарының уртаса күләме, ритмлы­лығы, ауаздаш һүҙҙәрҙең, һүҙбәйләнештәрҙең (синтагма­ларҙың) йыш ҡабатланыуы мәктүбте хатта көйләп, һамаҡлап башҡарыу мөмкинлеген бирә. Әҫәрҙең был үҙенсәлегенә шағир үҙе үк ишара яһай: “Беренсе сада” вәзенендә, йәғни “Уян, шәкерт” мәҡәме (көйө) илә уҡылыр”.
Шуныһы ҡыҙыҡ: М. Ғафури мәктүбенең лирик геройы Һ. Сәлиховтың “Тәндә йәнем”, Ш. Зәкиҙең “Дошуар (түҙмәҫ­лек, ауыр) улды бәнем хәлем” тигән мөнәжәт-эле­гия­лары­ның лирик геройын хәтерләтә. Был геройҙарҙың барыһы ла бәхетһеҙ яҙмышы өсөн зарлана. Әммә был ялыуҙарҙың йөкмәткеһе бер-береһенән ныҡ айырыла. М. Ға­фури мәктүбендә шәкерттең зар-һыҡтауы башҡа төрлө яңғыраш, икенсе идея йүнәлеше ала. Асылда урта бы­уат­сылыҡтан йөҙ бороп, яңы осорға, үҙгәрә барған ысын­барлыҡ ихтыяждарына, заман талаптарына йүнәлтелгән күренеш төҫмөрләнә. Әгәр ҙә Һ. Сә­ли­хов менән Ш. Зә­киҙең лирик геройҙары дин өй­рәт­мә­ләренә һуҡырҙарса эйәреүсе һәм наҙанлығы, ялҡау­лығы арҡаһында Ал­лаһтың ҡуш­ҡандарын, шәриғәт ҡанундарын еренә еткереп үтәй алмауына ихлас үкенеүсе булһа, М. Ғафуриҙың шәкерте мәҙрәсәлә 15 йыл буйына тырышып-тырмашып бер кемгә кәрәкмәгән предметтарҙы өйрәнеп ятыуына ныҡ ҡайғыра. Һуңғыһы тышҡы билдәләре менән суфый шағирҙарҙың урта быуаттағы лирик геройҙары тибын хәтерләтә. Уҡыусы күңелендә ул барыһынан да элек үкенеүҙәре, аһ-зары менән түгел, ә киләсәккә йүнәлеш алғанлығы менән ҡала. Был образ халыҡ аңында заман үҙгәрештәренә бәйле дини фекерләүҙең, тәҡүәлектең аҡрынлап кәмей барғаны хаҡында һөйләй. Мәктүбкә шәкерт образы Исламға мөкиббән бирелгән мосолман өлгөһө түгел, ә кешенең юғары ҡиммәте күрһәткесе булараҡ килеп инә. Бөтәһенән дә элек тап кешегә инаныу һәм ышаныу, уны яҡлау, данлау, шул маҡсатта иҫке тәртиптәрҙе, схоластиканы, дини-клерикаль ҡарашты тәнҡитләү М. Ғафуриҙың “һаҡаллы сабый”ҙың драматик яҙмышын һүрәтләгән, һуңғы юлдарында юғары патетик тонда йәштәрҙе ғүмерен бушҡа уҙғарған, шундай тәҡүә, вайымһыҙ шәкерттәрҙең тормошонан ғибрәт алырға, йәшәү өсөн кәрәк фәндәрҙе, һөнәрҙәрҙе өйрәнергә, алға ҡарап, үҙ бәҫеңде белеп йәшәргә саҡырған әҫәрен бихисап уҡыусыға яҡын итә лә инде.
Шиғриәтебеҙҙең манифестацион-публицистик аһәңе 1905—1907 йылдарҙа айырыуса көсәйә. Тап ошо осорҙа унда сәйәси темаға арналған мәктүбтәр, васыятнамәләр (шиғри васыяттар) барлыҡҡа килә. Был жанрҙарҙың ХХ быуат башындағы иң ҙур ҡаҙанышы булып М. Ғафуриҙың “1906 йылдан 1907 йылға васыят” һәм “1906 йылға 1907 йылдың яуабы” тигән әҫәрҙәре тора. Уларҙа халыҡтың милли аңы күтәрелеше, азатлыҡ көрәше әүҙемләшеүе шатлыҡлы тондарҙа сағылыш таба. Беренсе әҫәр баштан алып аҙаҡҡаса панегирик рух менән һуғарылған. Шағир халыҡ күтәрелешен ихлас тәбрикләй, уны “яңы бер нур”, “һәр тарафҡа асылған юл” менән тиңләй. Шул уҡ ваҡытта “үлергә ҡәрип (яҡын) булған ... йәндәр хөрриәт нуры илә нурландырылған” булһа ла, “күп эштәрҙең тамам булмай тороп ҡалыуын”, “ҙур ағасты ауҙарыуы еңел түгеллеген” яҡшы аңлай, шуға күрә 1906 йылдың 1907 йылға васыяты формаһында халыҡты башлаған ҙур эштәрҙе дауам итергә, юғары маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн көрәште туҡтатмаҫҡа өндәй. 1907 йыл да үҙенең 1906 йылға яуап хатында:
Сарыф ҡылдың яҡшы юлда бик күп көстө,
Бынан һуң тапшырығыҙ беҙгә эште.
Үҙегеҙгә бик мәғлүм “ҙур кешегә”
Хәл ҡәҙәре батырырбыҙ үткер теште, —
тип, “тигеҙлек нурын ергә таратыу” өсөн көрәш эстафетаһын ҙур яуаплылыҡ менән ҡабул итеүен белдерә. Шағир киләсәккә өмөт менән ҡарай. Әммә әҫәрҙәрҙә уның революция ваҡиғаларының төп асылын әле яҡшылап аңлап бөтмәүе, байтаҡ мәсьәләгә үтә ябай ҡарауы ныҡ һиҙелә. Ул батшаның 17 октябрҙәге манифесына һәм Беренсе думаға ҙур өмөт бағлай. Тиҙҙән шағир был иллюзияларҙан арына, революцион-демократик идеялар позицияһына ныҡлап аяҡ баҫа.
Ҡара реакция һәм империалистик һуғыш башланған йылдарҙа манифестацион-публицистик лирика жанрҙа­рын­да, шул иҫәптән хитап һәм мәктүбтәрҙә уй-фекерҙе асыҡтан-асыҡ, тура ярып әйтеү, өндәү-саҡырыу, өгөт-нәсихәт уҡыу, тәнҡитләү стиле һүлпәнләнә төшә. Социаль-сәйәси йөкмәткеһен, манифестацион-публицистик баш­лан­ғысын юғалта төшөп, улар, бигерәк тә мәктүб, башланғыс осорҙағы функцияһына, үтә шәхсән, камерный харак­терҙағы һыҙат-үҙенсәлектәренә әйләнеп ҡайтҡандай була. Шиғри хаттарҙа медитатив башланғыс, хисле фекер, шәхси кисерештәр өҫтөнлөк ала башлай. Мәктүб хәҙер нисектер лирик көндәлеккә, күңел монологына, “йөрәк ҡа­нундарын”, “күңел диалектикаһын” яҡтыртыу сығанағына әүерелә төшә. Уның художестволы сағылдырыу объекты нигеҙҙә мөхәббәт, көндәлек тормош-көнкүреш, ҡатын-ҡыҙ азатлығы проблемалары менән сикләнә. Шул рәүешле поэзиябыҙҙа аҡрынлап мәктүбтең лирик-психологик тибы формалаша башлай.
Күпселек шағирҙар өсөн был ауыр, шомло ваҡытта мөхәббәт йәшәүҙең берҙән-бер мәғәнәһенә әйләнә. Һөйөүҙә улар тиңлек, бәхет һәм ҡәнәғәтлек сығанағын күрә. Мәктүбтәрендә (шул иҫәптән бик күп ғәзәлдә, мәдхиәлә, йырҙа, романста) романтик мөхәббәт, гүзәллек донъяһы аяуһыҙ ысынбарлыҡҡа үҙ ҡарашыңды белдереү рәүеше булып һынлана, әммә был һис кенә лә унан ҡасыуҙы аңлатмай. М. Ғафури мәктүбтәренең лирик геройы өсөн бөтөн донъя – үҙе бер идиллия (“ялтыраған ҡояш нурҙары”), ә мөхәббәт – “ҡараңғы тормоштоң” бәлә-ҡазаһын саҡ ҡына булһа ла оноторға мәжбүр иткән “йөрәк өлөшсәһе”. Шағир һөйгәнен ниндәй генә образ аша һүрәтләмәй: ул – “фәрештә” лә, “һандуғас” та, “ысыҡ тамсыһы” ла, “йыһан тәхете” лә, “ҡояш нурҙары” ла, “тулған ай” ҙа, “йондоҙ” ҙа, “яҡут” та (“Оҡшатыу”, “Ғиләүә (өҫтәмә)”, “Яуап” һ.б.). Уның өсөн мөхәббәт – айырым әһәмиәткә эйә иң изге, юғары тойғо. Шағир фекеренсә, был донъяла һөйөүгә ҡаршы торорлоҡ көс юҡ, ул – ҡоромай торған илһам шишмәһе, бер ни менән дә үлсәп булмай торған байлыҡ, барлыҡ ауырлыҡҡа һәм насарлыҡҡа ҡаршы торорлоҡ көс (“Түгелгән йәш”, 1912). Мөхәббәттең бындай һүрәтләнеше фәҡәт максималистик романтизмға хас: тойғоноң һүнеүе – йәшәү мәғәнәһенең юғалыуы, тормоштоң һүнеүе (“Яныу”, “Беренсе мөхәббәт”, “Мөхәббәт”).
Шуныһы мөһим — башҡорт шағирҙары үҙ мәктүбтәрендә, шулай уҡ ғәзәлдәрендә, йырҙарында, романстарында, мәдхиә-одаларында ҡатын-ҡыҙ гүзәллеген артыҡ идеаллаштырып, уның алдында мөкиббән баш эйгеләһә лә, мөхәббәт хаҡында иң элек ерҙәге шатлыҡ, бөйөк бәхет, ҡараңғылыҡтағы яҡты нур сығанағы булараҡ һүҙ алып бара. Бының өсөн улар юғары романтик, “күккә ашҡан” ғына түгел, ә ябай, “ерләшкән”, ҡайһы берҙә әсе һәм ялҡынлы һүҙҙәрҙе лә таба, өҫтәүенә ҡатын-ҡыҙҙы, традицион рәүештә ҡабул ителгәнсә, күктәге хур ҡыҙҙары ҡиәфәтендә романтик идеаллаштырыу менән оҙаҡ мауыҡмай. М. Ғафури ҙа бөйөк Ғ. Туҡай артынса уҡ күктәге хур ҡыҙҙарының гүзәллеге һәр төрлө маҡтауға лайыҡ, әммә ерҙәгеләр уларҙан гүзәлерәк, тип белдерә. Уның мәктүбтәренең лирик геройын һөйгәненең тышҡы матурлығынан бигерәк эске донъяһының байлығы, әхлаҡи сафлығы, хеҙмәт һөйөүсәнлеге ылыҡтыра. Ер ҡыҙына мөрәжәғәт итеү формаһында идеаль образын һүрәтләп, шағир уны баҫалҡы, аҡыллы, нәфис, ғилемле һәм теремек кеше, мөләйем ҡыҙ итеп күрергә теләй. Шуға күрә хис менән ныҡ ҡына һуғарылған ҡайһы бер мәктүбтәрендә аҡыл өйрәтеү, өгөт-нәсихәт уҡыу өҫтөнлөк итә, рационализм менән тойғо “алышы” күҙгә бәрелеп тора (“Уҡыусы йәш ҡыҙға”, “Мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙың ата-әсәһенә мөхәббәте”, “Алданма!”, “Хәҙисә”, “Тәжрибәле бер әсәнең үҙенең мәктәптә уҡып йөрөй торған ҡыҙына нескә күңеле илә әйткән һүҙҙәре”, “Мәктәп ҡыҙҙарының шатланып әйткән һүҙҙәре” һ.б.).
Яңы революцион күтәрелеш мәлендәге һымаҡ, 1914 —1917 йылдарҙағы дауыллы тарихи ваҡиғалар осоронда шиғри хат жанрында медитатив-лирик башланғыс, камерный, шәхсиәти-субъектив һыҙаттар барыбер өҫтөнлөк алып китә алманы. Әҙәбиәттә мәғрифәтселек идео­ло­гияһы, реализмы принциптары хөкөм һөргән ваҡыттағы кеүек, мәктүб манифестацион-публицистик тәбиғәтен һаҡлап ҡалды. Башҡа күп кенә башҡорт шағирҙары менән бер рәттән, М. Ғафури ҙа уны агитация, милли үҫеште пропагандалау ниәттәрендә ҡулланыуын дауам итте. Уның был осорҙағы шиғырҙарында реалистик һыҙат нығыраҡ төҫмөрләнә, тәнҡит рухы, социаль контекст көсәйә бара; медитатив-элегик сатҡылар йыш ҡына юғары мәдех стиле, өндәү-саҡырыу һәм лозунгтар менән сиратлашып килә. Теге йәки был күренеште һүрәтләгәндә, кешегә, коллективҡа йәки социаль төркөмгә мөрәжәғәт иткәндә, шағир, Көнсығыштың поэтик традицияларына ҡаршы төшөп тигәндәй, уларҙың аныҡ һыҙаттарын, үҙҙәренә хас сифаттарын һүрәтләй. Был тар шәхси даирәгә тәғәйен жанрҙың тематик офоғо киңәйеүенә, идея-эстетик йөкмәткеһе тәрәнәйеүенә, дөйөмләштереү көсө артыуына булышлыҡ итә. Йолаға ингән мәҙәни-ағартыу һәм этикаға бәйле һәр төрлө саҡырыу, өгөт-нәсихәт элементтары менән тулы мәктүбтәр менән бер рәттән (“Йөрөп мәктәпкә...”, “Имтихан алды”, “Уҡымаһын ирҙәр генә...”, “Нәсихәт” һ.б.), был йылдарҙа М. Ғафури ижтимағи-сәйәси темаға арналған социаль-публицистик характерҙағы шиғри хаттар ҙа яҙа. Һуғышҡа, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы нәфрәт менән һуғарылған “Юҡтырһың да, алла” әҫәре – шундай мәктүбтәрҙең сағыу бер өлгөһө. Был әҫәр кешеләр араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡты көсәйтеп ебәрә: йәштәр һәм ябай халыҡ уны күтәреп алһа, руханиҙар, үҙен “донъя тотҡаһы” тип йөрөгән байҙар шау-шыу күтәрә, шағирға ләғнәт яуҙыра.
1915 — 1917 йылдарҙа М. Ғафури һуғыш һәм ирек темаһына арналған тағы ла бер нисә мәктүб яҙа. “Ул кем?” (1915) тигән әҫәрендә һуғыштың аяуһыҙ ҡан ҡойош икәнен, һалдаттың үҙе һымаҡ ябай кешеләрҙе үлтерергә мәжбүр ителеүен асып бирә, уны ҡоллоҡ бығауын алып ташлап, “барса эштәрҙән элек иркенә баш булырға” өндәй. Уның “Һуғышта хәбәрһеҙ юғалған туғанға” тигән икенсе бер мәктүбе аныҡ яуап биреүҙе талап иткән, сиратлашып килгән риторик һорауҙар теҙмәһе рәүешендә яҙылған. Тормош ысынбарлығынан килеп сыҡҡан был һорауҙар һуғышта ғәйеп булған аныҡ бер кешегә ҡарата әйтелгән булһа ла, дөйөм халыҡ яҙмышына бәйле социаль-сәйәси әһәмиәткә эйә: ни өсөн, нимә хаҡына ҡан түктең; ни өсөн һинең турала бер кем бер нәмә белмәй; бесән күбәһендә юғалған энә түгел, ә кешеһең; был ҡан ҡойғос һуғыш кемгә кәрәк, кем файҙаһына хеҙмәт итә? Шағир үҙе был һорауҙарға яуап бирмәй, уҡыусыларҙың үҙҙәрен уйланырға мәжбүр итеп, мәктүбтә эмфатик интонация тыуҙыра. “Хөрриәткә ҡаршы тороусыларға” (1917) тигән мәктүбендә инде М. Ғафури һорауҙар ҡуйыу менән генә сикләнмәй, бәлки азатлыҡ дошмандарына һәм бөтөн халыҡҡа булып ятҡан хәл-ваҡиғаларҙың асылын аңлатырға тырыша, “Бөтһөн һуғыштар!.. Етер инде алданыу!.. Халыҡ ҡулы күтәргән Ҡыҙыл байраҡ аумаһын!” — тип асыҡтан-асыҡ оран һала.
Һис шикһеҙ, М. Ғафуриҙың был социаль-публицистик, милли-публицистик, лирик-психологик мәктүбтәре һәм хитаптары халыҡтың рух ихтыяжына, теләк-ынтылышына бәйле барлыҡҡа килә. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә осраған романтик элементтар ситтән индерелмәй, ә ысын булған күренештәр, хәл-ваҡиғалар “романтикалаштырыла”. Лирик герой – тормоштоң бөтөн яғы менән ҡыҙыҡһынған, халыҡ мәнфәғәте өсөн янып йәшәгән аныҡ шәхес. Был әҫәрҙәрҙе уҡығанда, тематиканың социаль әһәмиәтлелегенән һәм мотивтарҙың гражданлылығынан тыш, авторҙың үҙ эшенә бирелгәнлеге, йор һүҙлелеге, ижади ғәйрәте, төптән уйлауы һоҡландыра һәм инандыра. Уға, “ситтән генә тамаша ҡылып”, тыныс ҡына фекер йөрөтөү, томанлы уйҙарға, буш хыялдарға бирелеү, һәр нәмәгә риза булыу бөтөнләй ят. Бының асыҡ миҫалы — азатлыҡ көрәше гимнына әйләнгән, халыҡ дәррәү күтәреп алған “Ҡыҙыл байраҡ” әҫәре. Ул йөкмәткеһе яғынан да, формаһы йәһәтенән дә новаторҙарса ижад ителгән. Шиғырға әҫәрләндергес тантаналы һәм сая тон, аныҡ ритм, романтик пафос, революцион йөкмәтке хас. Унда популяр булған урыҫ, француз һәм поляк революцион йырҙарының, атап әйткәндә, “Марсельеза” һәм “Варшавянка”ның һулышы һиҙелә:
Ҡара һин алға!
Күрәмһең унда
Ҡыҙыл байраҡты –
Буялған ҡанға...
Хөрлөк, тигеҙлек
Уның шиғары (өндәүе)…
Шулай итеп, М. Ғафури яңы дәүер таңын, ҙур социаль-сәйәси үҙгәрештәрҙе азатлыҡ һәм тиңлек идеяларын илһамланып яҡлаусы, пропагандалаусы, демократик әҙәбиәттең авангардында барыусы шағир сифатында ҡаршылай. Үҙенең күп һанлы ижад емештәре, шул иҫәптән хитаптары, мәктүбтәре менән ул әҙәбиәтебеҙҙә тәнҡитле реализм, прогрессив романтизм принциптарын формалаштырыуға, үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Әҫәрҙәре бөгөн дә идея-эстетик әһәмиәтен юғалтмай. Олуғ әҙибебеҙ М. Кәрим әйткәнсә, улар ысын мәғәнәһендә “иң ҙур һынауҙы – ваҡыт һынауын үткәрҙе”.

Ғиниәт ҠУНАФИН,
профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779