Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” – Ейәнсурала!
“Әҙәби нағыш” – Ейәнсурала! Был төбәктә сәйәси золом ҡорбаны Булат Ишемғол, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин, халыҡ шағиры Марат Кәримов тыуған. Ейәнсура районы – шулай уҡ Хәсән Назар, Мәхмүт Һибәт, Мөхәммәт Илбаев, Мәрйәм Бураҡаева, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Ғилман Ишкинин, Азамат Юлдашбаев кеүек заман һүҙен халҡына әйтә килгән әҙиптәрҙең дә изге бишеге.
Бөгөн гәзит уҡыусыларға йәш ҡәләмдәштәрҙең әҫәрҙәрен тәҡдим итәбеҙ.



Бөркөт саңҡыуы

Саңҡ-саңҡ итеп бөркөт саңҡығанын
Тыңлап торҙом, иҫем юйылып.
Әрнеткес моң, өндәү һымаҡ булып,
Йөрәгемә инде уйылып.

Ниңә һаман йөрәгемде өҙә,
Нимә хәтерләтә был тауыш?
Ата-бабаларҙың оранымы,
Шул тиклем дә яҡын һәм таныш?

Шул саңҡыуҙа, гүйә, һүтәмендәй
Салауаттың һуғыш оранын.
Ил иреге өсөн яуҙа сапҡан,
Үткәндәрҙең тарих ҡорамын.

Шул саңҡыуҙа ишетәмен төҫлө
Башҡортомдоң йәшәү дауамын.
Тыуған илен дан-шөһрәткә күмгән
Ата-олатайҙар ауазын.

Нисә быуат уны ҡырһалар ҙа,
Бирешмәгән ғорур башҡортом.
Көсһөҙләнгән мәлдәрендә бөркөт
Булғандыр ҙа уға ер ҡото.

Иҫем юйып тағы тыңлап торҙом
Бөгөн иртән бөркөт саңҡыуын.
Бөркөт ише ҡоштар бар сағында
Беҙ бөтмәбеҙ, ғорур башҡортом!

Азалия СӘЙФУЛЛИНА.

* * *

“Төньяҡ амурҙары”н иҫкә алһам,
Ғорурлыҡ тыуа йәндә.
Хәҙерге көндө көйгә һалһам,
Ҡалмағандай бер йәм дә.
Күрше ҡыйығы аға, тип
Көндәр буйы hөйләйбеҙ.
“Урал”, “Сибай” йырҙарын
Сит илдәрҙә көйләйбеҙ.
Күтәргем килә, халҡым,
Хәсрәттән тартып алып.
Туҡтамаһын инде атым,
Еткерhенсе уҡ янып.

Илнур МУСИН.

Илем
беҙҙән башлана!

Башҡортостан бында башлана.

Р. Бикбаев

Балыҡҡа барып киләм
Тотам да ҡыуалымды.
Тыуған ил тиһәм, беренсе
Уйлайым ауылымды.
Үтәм еләкле болондан,
Суҡ муйыл туғайынан,
Һоҡланып ҡарап торамын
Ҡаҫмартым буйҙарына.
Тауҙарға күтәрә мине
Сырмалтып уйҙар ауы.
Был оҙон тау борондан
Атала – Байҙар тауы.
Бейеклектән ауылыма
Ҡарайым да шатланам:
Башҡортостан минең өсөн
Фәҡәт бынан башлана!

Ғайсар ҠАНСУРИН.

Ут һәм һыу

Янған утҡа ҡарап торҙом әле,
Хәс һөйөүем кеүек ялҡыны.
Донъяларҙы ялмап алыр ине,
Ирек ҡуймай йылға тулҡыны.
Һыу сәсрәһә, усаҡ һүнә төшә,
Ваҡыт үтһә, тағы ҡабына...
Ваҡлыҡтарға ирек ҡуймаған
Һөйөүемә үҙем табынам.
Утын өҫтәп торам ҡоронан,
Һүндерәһем килмәй усаҡты.
Мөхәббәт ул ялҡын кеүек булһын,
Сәсеп торһон әле гел яҡты.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.
***

Һүнде усаҡ. Мәңгегәме?
Тағы ла бер хатамы?
Алданғанға ҡабат-ҡабат,
Йомшаҡ йөрәк яйлап ҡатамы?

Киске урам, талғын аҙымдар,
Үҙең белмәй ҡайҙа барғанды.
Кемдең күҙ йәше өсөн
Яңғыҙлыҡҡа йөрәк ҡарғалды.

Күңел өшөй яңғыҙлыҡтан,
Әллә ҡыштың һалҡын көнөнән?
Ниндәй иҫәр бер ҡыҙ һынын яһай
Мөхәббәттең ҡалған көлөнән...

Рәфҡәт НОҒОМАНОВ.


Егет булһаң...

Егет булһаң, егет бул һин,
Һуҡһаң, тимер өҙөрҙәй.
Ярһып сапҡан аҡбуҙатҡа
Бер һикереп менерҙәй.

Егет булһаң, егет бул һин,
Әйткән һүҙең уҡ булһын,
Кәрәк саҡта, йом(о)шаҡ бул,
Кәрәк саҡта, ут бул һин.

Егет булһаң, егет бул һин,
Һүҙең эштә күренһен,
Урап ҡасһын йәшел йылан,
Тәмәкегә төкөр һин.

Егет булһаң, егет бул һин,
Ҡыҙартма әсәң йөҙөн,
Атайың да ғорурланһын,
Яҡындарың һөйөнһөн.

Егет булһаң, егет бул һин,
Шәп ғаилә ҡорорлоҡ,
Балалар – яҡшы атайҙан,
Ҡатын ирҙән уңырлыҡ.

Егет булһаң, егет бул һин,
Данла Салауат тоҡомон.
Һиңә ҡарап бүтәндәрҙә
Сәм, ғәм дөрләп тоҡанһын.

Егет булһаң, егет бул һин,
“Ысын егет!” тиерлек,
Йөрәгемде усҡа һалып,
Бүләк итеп бирерлек...

Гөлфинә ҠАРАСУРИНА.
Күпме генә
теләһәм дә...

Етмәҫ кеүек минең күҙ йәштәрем
Шатлыҡ минуттарын барларға.
Ер йөҙөнөң улын, ҡыҙының
Кисерешен тойоп аңларға.

Етмәҫ кеүек йөрәк моңдарым
Әсәлекте данлап йырларға.
Ер йөҙөндә һәр бер әсәйҙе
Ғазап-ҡайғыларҙан һаҡларға.

Етмәҫ кеүек минең күңелем
Һәр ғәмһеҙгә бер йәм өҫтәргә.
Яңы һулыш өрөп, сирлеләргә
Оҙон ғүмер бүләк итергә.

Етмәҫ кеүек минең йөрәгем
Һыйындырыр өсөн барын да.
Кешелектең үткән, бөгөнгөһөн,
Киләсәген уның яҡларға.

Етмәй ҡалыр кеүек бер ғүмер
Был донъяның серен асырға.
Матурлығын тойоп Еремдең,
Шатлыҡтарын уның татырға.

Ә шулай ҙа... үҙем белгәнсә
Яйлап киләм ғүмер юлында.
Мөхәббәтем, йөрәк моңдарым –
Һеҙгә, кешеләрем, бары ла!

Гөлнәфис ҠАРАСУРИНА.


***

Күптән инде шиғыр яҙғаным юҡ,
Тыуған яҡҡа һирәк ҡайтыла.
Һағынышлы хаттар юллайым да,
Тағы – Өфө, шаулы баш ҡала.

Бәлки, шуға илһам килмәйҙер ҙә,
Үпкәләгән микән, кем белә?
Бына ҡайттым, тыуған яғым – ожмах,
Күңелемдән шиғыр түгелә...

Яҙам әле, яҙам рәхәтләнеп,
Шиғырҙарым мине һағынған.
Һәр һүҙемде йөрәк йылым менән
Изге теләк әйтеп тамыҙам...

Фәниә ЮЛАНОВА.


* * *

Башҡорт телен милләт күтәрмәһә,
Тел әжәле оҙаҡ көттөрмәҫ.
Теле булған милләт юғалмаҫ ул,
Башы булған илен сүктермәҫ.

Шуның өсөн, башҡорт, үҙ телеңде
Үҙ әсәйең кеүек изге күр.
Тел – ул шишмә, тимәгәндәр юҡҡа,
Күп һөйләшһәң, булыр тәрән күл!

Рәфис ҠУЙБАҒАРОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779