Ағиҙел йылғаһы, Нөгөш һыу һаҡлағысы, мәғрур Көнгәк тауы, ҡуйы урмандары һәм иркен ҡырҙары менән дан тота Мәләүез ере. Ҡыҫҡаһы, бәрхәт тупрағына сыбыҡ ҡаҙаһаң, күҙ асып йомған арала сәскә атып, һутлы емештәргә тулышыр. Булат Рафиҡов, Динис Бүләков кеүек исемдәре башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән һүҙ оҫталарын, аҡыл эйәләрен тыуҙырған ер был!Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, шағир, ғалим Фәнил Күзбәков, Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Эльмира Хәйбуллина, Республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы хеҙмәткәре Ирина Күсәрбаева бәрәкәтле Мәләүез төбәгенә аяҡ баҫты. Ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат Солтангәрәев ихлас ҡаршыланы. Ғәҙәттәгесә, ҡунаҡсыл халыҡтың күпереп бешкән икмәген тәмләгәндән һуң, мәҙәниәт һарайында шиғриәт һөйөүселәр менән осрашыу башланды. Геннадий Шлычков төбәктең иҡтисади һәм мәҙәни хәле тураһында һөйләп үтте, исемдәре донъяға танылған яҡташ әҙиптәрҙе оло ғорурлыҡ менән телгә алды.
– Өфөлә ШОС, БРИКС саммиттары асылған көндә Мәләүездә рухи “саммит”тың башланыуы – икеләтә байрам, – тине ул. – Районыбыҙҙың мәҙәниәтен күтәреүҙә шағир-яҙыусыларыбыҙҙың өлөшө ҙур, сөнки иҡтисади үҫеш иң беренсе сиратта халыҡтың рухиәтенә бәйле.
Наил Ғәйетбаев бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең торошон бәйән итте, әҙиптәрҙе борсоған мәсьәләләргә туҡталды.
– Яҙыусылар союзында ағза булып торғандарҙың уртаса йәше 60-тан уҙып китә. Һуңғы йылдарҙа әҙәбиәткә йәштәр һирәк килә. “Әҙәби нағыш” марафонының төп маҡсаты – йәштәрҙе ижадҡа йәлеп итеү, китапҡа һөйөү тәрбиәләү. Беҙ егерменән ашыу районда булдыҡ һәм һәр төбәктә лә хакимиәт етәкселегенең йылы мөнәсәбәтен тойҙоҡ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, бергәләп эшләгәндә рухи усағыбыҙ һүрелмәҫ, киләсәк быуынға изге мираҫыбыҙ ҡалыр, – тине Наил Әсҡәт улы.
Әҙәби ижад менән шөғөлләнгәндәр байтаҡ Мәләүездә. Күптәренең китаптары баҫылған, яңыраҡ яҙа башлаған мәктәп уҡыусыларының булыуы айырыуса ҡыуаныслы. Тимәк, Булат Рафиҡов, Динис Бүләков кеүек шәхестәр һалған әҙәби һуҡмаҡ һыуынмаясаҡ.
Наил Ғәйетбаев менән Фәнил Күзбәков йәш ҡәләмдәштәренең һәр әҫәренә туҡталып, ентекле анализ яһаны, кәңәштәрен бирҙе. Хәйер, бында ҡәләм тирбәтеүсе йәштәргә кәңәш һорап әллә ҡайҙа бараһы түгел. “Көнгәк” район гәзите редакцияһында “Мәләүез таңдары” (етәксеһе – Мәрйәм Күсмәева) әҙәби ижад түңәрәге бар. Унда шөғөлләнеүселәрҙең 60-тан артыҡ китабы сыҡҡан. Был үҙе үк әҙәби мөхит бит!
Әлбиттә, әҙәбиәт донъяһында тәнҡитһеҙ ҙә булмай. Бәғзе ҡулъяҙмаларға ҡарата ҡатыраҡ һүҙҙәр ҙә ысҡынды. Ләкин Фәнил Күзбәков әйткәнсә, тәнҡитте күтәрә белергә кәрәк.
– Күберәк уҡығыҙ, – тине Фәнил Тимерйән улы. – Кешенең йәне булған кеүек, шиғриәттең дә йәне бар, ул – образ. Башҡаларҙы ҡабатламай, үҙенсәлекле образдар аша бирелгәндә генә әйтергә теләгән фекереңде уҡыусы йөрәгенә еткереп була.
Артабан ҡунаҡтар Смаҡ ауылында Динис Бүләковтың бюсына сәскә һалып, атаҡлы әҙипте хөрмәтләп иҫкә алғандан һуң Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейының Воскресенск ауылындағы филиалында картиналар галереяһын ҡараны. Ауыл музейының тарихы Икенсе бөтә донъя һуғышы осорона барып тоташа: Башҡортостаныбыҙға Мәскәү урта художество мәктәбе эвакуациялана. 1943 йылға тиклем йәш рәссамдар Воскресенск ауылында йәшәй, ижад менән шөғөлләнә. Хәҙер инде исемдәре бар донъяға билдәле Гелий Коржев, Петр Оссовский, Виктор Иванов, Владимир Стожаров, Андрей Тугунов, Валентин Пурыгин һәм башҡаларҙың ижады башҡорт илендә бөрөләнә.
Әҙиптәр музейҙағы ғәжәйеп картиналарҙы, скульптураларҙы һоҡланып ҡараны, “Хөрмәтле ҡунаҡтар” кенәгәһенә изге теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.
Әҙәбиәт байрамы кисен район үҙәк китапханаһында дауам итте. Эльмира Хәйбуллина мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡотлауын еткергәндән һуң, “Тыуған төйәгемә дан йырлайым” тигән әҙәби-музыкаль кисә башланды.
Бихисап күренекле шәхестәрҙең яҙмышы Мәләүез ере менән тоташҡан. Халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов уҙған быуаттың 30-сы йылдарында Түләк ауылында йәшәп киткән. Бында ул “Ҡараһаҡал”, “Батырша”, “Салауат менән Юлай” ҡобайырҙарын, атаҡлы “Башҡорт туйы” драмаһын ижад иткән. “Ғүмеремдең иң гүзәл мәле Мәләүездә үтте. Миңә уның халҡы, күркәм тәбиғәте оҡшаны һәм илһам бирҙе”, – тип яҙа ул. Сәсән хөрмәтенә ҡаланың 1-се китапханаһына уның исеме бирелгән. Урыҫ яҙыусылары Константин Симоновтың, Василий Перчаткиндың эшмәкәрлеге лә Мәләүез менән бәйләнгән.
Нөгөш буйының аҫыл һандуғастары Рәзилә Ҡотлогилдина, Нәсимә Суҡбаева, Лиана Бикбаева, Айгөл Мәһәҙиева, Миләүшә Сәфәрғолова яҡташ шағирҙарының әҫәрҙәрен хисләнеп уҡыны, уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙы башҡарып, тамашасыны моң тулҡынында тирбәтте.
Шулай итеп, Көйөргәҙе районы хакимиәте советы секретары Әхәт Исламғолов менән мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәнир Малбаев, изге теләктәр ҡушып, мәләүездәргә Йылъяҙма-китапты тапшырҙы. Һүҙемде шағир Тимер Ниәтшиндың “Әҙәби нағыш” тигән шиғырындағы юлдар менән тамамлағы килә:
Ауыл, ҡала байрам итә –
“Әҙәби нағыш”.
Ижадҡа ҙур терәк тыуһын,
Тыуһын ҙур асыш.