Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Атлы азамат Ҡулыма бик үҙенсәлекле китап килеп эләкте. Унда башҡорт фольклорынан ат образына бәйле шиғри өҙөктәр тупланған. Төҙөүсеһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. “Атлы азамат” тип атала ул.
“Беҙ – һуғыш осоро балалары. Күптәребеҙ атайһыҙ үҫтек, әммә атһыҙ үҫмәнек. Атайҙарыбыҙ атҡа мендермәһә лә, бөтә ауыл малайҙары һымаҡ, ат һыртында, ат араһында сыныҡтыҡ”, – тип яҙа ул йыйынтыҡтың баш һүҙендә.
Халыҡ йырҙарында, эпостарҙа, изге китаптарҙа ат менән бәйле ниндәй юлдар, шиғри фекерҙәр бар, шуларҙың барыһын да автор ошо китапҡа туплаған. Баш һүҙҙә халҡыбыҙҙың атлы үткәненә, бөгөнгөһөнә тәрән ҡараш ташлай. Һыбайлы милләткә, әйтерһең, һүҙ сәнғәте аша һәйкәл ҡуйылған. Халыҡ шағиры һүҙен: “Аттарыбыҙ ҙа, халҡыбыҙ рухы ла тышауһыҙ булһын. Урал батыр вариҫтары икәнлегебеҙҙе, аттарыбыҙҙың Аҡбуҙат тоҡомонан булғанлығын онотмаһаҡ, тарихтағы тамырҙарыбыҙҙы тәрәндәнерәк барлаһаҡ, киләсәккә атлар юлдарыбыҙҙы хәстәрлерәк байҡаһаҡ ине”, – тигән юлдар менән тамамлай. Атҡа менгәндәй булып уҡып сығығыҙ әле – китаптың иң тәмле урындарынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.


Л. СИТДИҠОВА.







Урал батыр

Һомай майҙан йыйған, ти,
Аҡбуҙатын саҡырған, ти.
Күк күкрәп, шау килеп,
Ерҙә дауыл ҡуптарып,
Тау-таш, ҡая аҡтарып,
Бөтә йәнгә шом һалып;
Йондоҙ һымаҡ атылып,
Аҡбуҙ толпар атлығып,
Күктән килеп төшкән, ти,
Һомай һылыу алдына
Килеп башын эйгән, ти.
Аҡбуҙ шунда туҡтаған,
Бөтә майҙан һоҡланған:
Һыртына эйәр һалынған, ти,
Эйәренең башына
Алмас ҡылыс тағылған;
Эйәренең ҡашы алтын,
Йүгәненең башы алтын;
Ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған,
Ялын ҡыҙҙай тараған;
Башкүнәктәй танаулы,
Һарымһаҡтай аҫаулы;
Ҡарсыға түш, тар бөйөр,
Еңел, текә тояҡлы;
Ҡуян күҙле, баҡыр күҙ,
Ҡыҫыр йылан тамаҡлы;
Урайы ҡуш, яңағы ас,
Муйындары бер ҡолас,
Ҡыйғыр, бөркөт ҡабаҡлы;
Текә баҫып, баш ташлап,
Йылғыр атлап бышҡырыр;
Ҡолаҡтарын ҡайсылап,
Алан-йолан ҡараныр;
Алғыр бүре күҙендәй,
Күҙ бәбәген сылатыр;
Ауыҙлыҡ сәйнәп, ярһыуҙан
Ауыҙҙарын күпсетер;
Елһә, ҡоштай елпенеп,
Артында саң уйнатыр;
Осраған бер кешене
Хайран итер, уйлатыр, —
Бына ошондай Аҡбуҙ ул,
Күҙ күрмәгән ят буҙ ул.

Заятүләк менән Һыуһылыу

Заятүләк:
Һөйөп һунар аулаған
Балҡантауым һағындым;
Талда бәйле ҡаҡланған
Күк толпарым һағындым.
Эйәр ҡашында талыҡҡан
Шоңҡар ҡошом һағындым;
Улар һаҡлап тилмергән
Һәпәләк этем һағындым.

Ай һылыуым, йән һылыу,
Өс янына дүрт булдың,
Йөрәгемде һарҡытып,
Дүрт янына биш булдың.
Башым ташҡа орһам да,
Һөйәге ҡалыр йән булмаҫ:
Биште уртаҡ бүлһәм дә,
Күңелем толҡа табалмаҫ,
Өҫтө һағынып ҡайтһам да,
Улар үлһә, йәм булмаҫ.

Ҡуңыр буға

— Уралына артылып,
Теҙәкләнеп, тартылып,
Ергә терәп аяғын,
Тау-ҡаяға таянып;
Ужарланып дошманға,
Аҡбуҙында елдереп,
Саптарында сабышып,
Йән аямай алышып,
Яу ҡыуып, һөрән һалып,
Болот һымаҡ ҡуҙғалып,
Ҡулындағы ҡылысын
Ян-яғына һелтәнгән,
Дошманына уҡталған…
…Хас дошманды баҫтырып,
Килгән юлын таптырып,
Илдән ҡыуып сығарған;
Ертыштан да уҙғарған,
Уҙғарып, ау, уҙғарған.

Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,
Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем.
Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,
Сәсән килде алдыңа;
Йүгерек аттай йөрәкһеп,
Сәсән ултыра алдыңда.
Ҡолонсаҡтай бай балаһы
Ярлы булмаҫ тимәгеҙ,
Ҡара ҡаҙандан һыу эскән —
Ул аш йеймәҫ тимәгеҙ;
Ат күрмәгән ат күрһә,
Сабып үлтерер тимәгеҙ;
Тун кеймәгән тун кейһә,
Ҡағып бөтөрөр тимәгеҙ.


Салауат батыр

Салауат батыр ир ине,
Менгән аты кир ине,
Дошман менән алышҡанда
Ил эсендә бер ине;
Халҡы өсөн көн ине,
Дошман өсөн төн ине,
Дошман өсөн төн ине,
Менгән аты кир ине,
Яурынына уҡ тейһә,
Себен тешләй, тир ине;
Күкрәгенән ҡан сыҡһа,
Тирем сыға, тир ине, ау,
Тирем сыға, тир ине.


Башҡорт ере

Атҡайҙарға атланып, яуҙар сабып,
Ил һаҡлаған беҙҙең аталар.
Васыят та булып ҡалған ерҙе
Мәғрифәтһеҙ ирҙәр һаталар.

* * *

Туҡта, атым! Бирмәй һиңә ал-ял,
Күпме ғүмер уҙҙы. Гел ҡыуҙым.
Мин аҡһаҡал инде. Һин дә —
сал ял…
Теҙгенләйек әле был ярһыуҙы,
Туҡта, атым! Бынау бейеклектән
Бер байҡайыҡ әле ер-һыуҙы.

Рауил БИКБАЕВ.

* * *

Аттар саба. Азатлыҡтың
Белә улар хаҡтарын.
Төнгөлөккә тышамағыҙ,
Зинһар, башҡорт аттарын.

Тышамағыҙ, Ер киң бит ул
Рәсәй тигән киңлектә.
Исмаһам, бер таңға саҡлы
Аттар сапһын иректә!
Аттар сапһын иректә…

Зөлфиә ХАННАНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780