Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙыҡ Ҡотләхмәтовичҡа — ике "5"
Ҡыҙыҡ Ҡотләхмәтовичҡа — ике "5"Күптәр уға исеме менән түгел, ә Ҡыҙыҡ тип өндәшә. Сатира һәм юмор өлкәһендә үҙен күптән инде оҫта артист итеп танытҡан Вәлит Илембәтовты халыҡ яратып та, хөрмәт йөҙөнән дә, үҙ итеп тә шулай атай.
Үҙенсәлекле ролдәре, ҡабатланмаҫ сығыштары менән тамашасы һөйөүен яулағаны өсөн.
Уның күп яҡлы ижады ҙур баһаға лайыҡ. 20 йылға яҡын “Ҡыҙыҡ-Мәҙәк” эстрада көлкө театрының художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Тиҫтәләгән йырҙары башҡорт һәм татар эстрада йырсыларының репертуарына ингән. Көлкө оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, филология фәндәре кандидаты Вәлит Илембәтовҡа күптән түгел 55 йәш тулды. Был байрамын 24 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткәрәсәк. Ошо уңайҙан артист менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Ҡыҙыҡтың ҡыҙыҡлы сәнғәт юлы ҡасан башланды икән?
— Ижадҡа бағышланған сәхнә тормошомдо өс өлөшкә бүлер инем. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының II курсында белем алып йөрөгәндә Салауат дәүләт башҡорт драма театрына эшкә килдем. Беренсе тапҡыр 21 йәшемдә Хәй Вахитовтың “Онота алмаһаң, нишләрмен?” драмаһында трагик яҙмышлы урмансы Мөстәҡим ҡарт ролен башҡарҙым. Ҡыҫҡаһы, мине артист-баянсы итеп театрға бөтөнләйгә эшкә ҡалдырҙылар. Бихисап образдар тыуҙырҙым. Стәрлетамаҡ менән Салауат араһын тапаным. Техникумды тамамлағас, уҡыуымды дауам итергә уйлағайным да, театрҙың баш режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтов ебәрмәне. “Һин әҙер артист. Уҡып торорға ла кәрәкмәй. Ролдәрең кемгә ҡала? Ана башҡалар уҡыһын”, — тине. Талантлы режиссер Фәтих Иҡсанов, театрыбыҙға килеп, Н. Асанбаев менән Ф. Әсәновтың “Үкенескә ҡалмаһын” комедияһын ҡуйҙы. Гармунсы Миңләхмәт ролен башҡарҙым унда. Ошо спектаклдән һуң, йәш кенә артист булыуыма ҡарамаҫтан, иң ҙур баһаны — тамашасы һөйөүен яуланым. Мине дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алып, аяғүрә баҫып оҙатып ҡалалар ине. Өс йылдан, был спектаклдең сәхнә ғүмере тамамланғас, Фәтих ағай: “Һин һәләтле артист күренәһең, Кәтүкте алыштырырға кеше кәрәк, киләсәгең өмөтлө”, — тип мине Өфөгә филармонияға эшкә саҡырҙы. Салауат театрында башҡарған һуңғы ролем Ә. Мирзаһитовтың “Ғүмер ике килмәй” драмаһындағы 14 йәшлек уҡыусы Дамир булды.
Ә ижад юлымдың икенсе этабы Башҡорт дәүләт филармонияһында башланды. Мәшһүр Кәтүк — Әхәт ағай Уразмәтов төркөмөндә уның партнеры булып эш башланым. Аҙаҡ Н. Ғәлиев, Б. Ғайсин, Ф. Ҡудашева, И. Смаков, Ф. Гәрәевтәрҙән торған коллектив менән гастролдәрҙә йөрөнөм. Концертты алып барам, шул уҡ ваҡытта үҙемдең сатирик монологтарҙы ла башҡара инем. Яҙған әҫәрҙәремде артистарға ла тараттым.
Әнисә Яхина менән лирик концерттар ойоштора инек. Яңғыҙ ғына сығыш яһағанда ла ҙур уңыш ҡаҙандым. Ләкин мине партнер менән уйнау нығыраҡ ылыҡтырҙы. Яңынан-яңы идеялар тыуҙы, төркөм төҙөү теләге уянды, үҙемдә көс тойҙом.
Артабан сәхнә тормошомдоң өсөнсө осоро “Ҡыҙыҡ-Мәҙәк” эстрада көлкө театрының етәксеһе булараҡ башланып китте. Башта төркөмөбөҙ “Көлкө тамашаһы” тип аталды. Тәүге партнерым Фәрүәз Мөхәмәтшин менән бергә бик күп интермедиялар башҡарҙыҡ. Тәүгеләре “Митинг”, “Малайҙар” исемле. Йәркәй Яҡшыдәүләтов телевидение өсөн яңы программа төҙөп, миңә — Ҡыҙыҡ, Фәрүәзгә Мәҙәк тип исем ҡушты.
— Һеҙҙе тамашасы күп йырҙар авторы тип тә белә...
— Мин үҙем өсөн генә шиғырҙар яҙҙым. Салауат дәүләт драма театрында эшләгәндә Фәнил Әсәновтың “Тол ҡатын” драмаһына йыр ижад иттем. Ғөмүмән, улар йөҙҙән ашыу. Шулар араһынан “Һары сәскә” (Ф. Килдейәрова), “Хәтер”, “Ҡайындар янында” (А. Ғәлимов), “Хыял ҡошом” (Ф. Ҡудашева, Н. Ҡадирова), “Юҡҡа үпкәләгән булып” (Ф. Вәлиәхмәтов), “Тик һинән айырмаһын”, “Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек”, “Бергә булайыҡ” (Х. Фәрхи) йырҙары халыҡ һөйөүен күптән яулаған инде. Шулай уҡ телевидение өсөн сценарийҙар, филармонияла уҙған ҡырҡтан ашыу концерт программаларының авторымын.
— Бөгөн һеҙҙең төркөмөгөҙҙә кемдәр эшләй?
— Бик шәп актер, йырсы Хәмит Теләмов, талантлы йәш артист Фаяз Йәнтүрин — улар Мәҙәк ролен башҡара. Мәҙәкбикәләр — һүҙ оҫталары Әлфиә Әхмәтова менән Ғәлиә Моратова. Йырсы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Искәндәр Ғәзизов, музыкантыбыҙ Ольга Хәйруллина ла сәхнәнең биҙәге.
— Тамашасыны кисәлә ниндәй сюрприздар көтә?
— Байрамда Искәндәр Ғәзизов, Резеда Әминева, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужиналар ҡатнаша, шулай уҡ “Ҡыҙыҡ-Мәҙәк” эстрада көлкө театры артистары, Фәрүәз Мөхәмәтшин, Редик Фәсхетдинов, Миңләхмәт Ғәйнетдинов, Тәнзилә һәм Рәйес Ханнановтар, шағир Хәсән Назарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Тамашасы хөкөмөнә өр-яңы интермедиялар сығарасаҡбыҙ, халыҡ яратып ҡараған “Милиционер” интермедияһының дауамын да тәҡдим итәсәкбеҙ. Сеү, туҡтайыҡ ошо урында, барыһын да һөйләмәйек. Ғөмүмән, бик ҡыҙыҡлы программа әҙерләнек.
Э. ХАФИЗОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779