Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ынйы бөртөгөнә бәрәбәрҙәр
Асы ауылы кешеләре сәмле, тырыш, йыр-моңға әүәҫ булыуы менән айырылып тора. Шуға күрә “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбленең районыбыҙҙың йөҙөк ҡашына әйләнеүе осраҡлы түгел. Үҙҙәренең ижады менән тамашасы күңелен арбап өлгөргән коллектив көндән-көн тыуған яғыбыҙҙың мәртәбәһен арттыра. Улар райондағы ғына түгел, хатта республика кимәлендәге сараларҙың уртаһында ҡайнай. “Еңгәләр”ҙең күңел дәртенә, илһамына һоҡланырға ғына ҡала.

Бынан ике тиҫтә йыл элек Асы ауылына Арыҫлан Мөбәрәковтың һәйкәлен асырға абруйлы етәксе килгән. Уны ҡаршыларға Сермәндән “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамблен саҡырғандар. Асыларҙың күңелен, ошолай итеп үҙебеҙ ҙә йырлай алабыҙ бит, тигән сәм шул саҡта сорнап алған да инде. Ауыл хакимиәтенең ул ваҡыттағы эштәр идарасыһы Ғәтиә Сәлимйәнова, мәҙәниәт йорто директоры Рәшиҙә Насипова, художество етәксеһе Йәмилә Сәлимйәнова кәңәшләшеп, ауылдың йыр-моңға әүәҫ апай-инәйҙәрен йыйып, ансамбль ойоштороп ебәргән.
“Еңгәләр”ҙең тәүге составында математика уҡытыусыһы, бар күңеле менән сәнғәт яратҡан Сания Ғарипова, мәҙәниәт йорто йырсыһы Гөлгөнә Харрасова, Ғәтиә Сәлимйәнова, ветеран-уҡытыусы, мәғариф алдынғыһы, сәсәниә, сценарийҙар, таҡмаҡтар авторы, сәсәндәр конкурстары лауреаты Фәнүзә Ғарипова, мәҙәниәт йорто директоры, ансамблдең етәксеһе Йәмилә Сәлимйәнова, музей хеҙмәткәре Сәриә Шәрәфетдинова, инглиз теле уҡытыусыһы Әлфиә Ғарипова, китапханасы Флүзә Сөләймәнова, шулай уҡ Фәниә Кәбирова була. Йылдар үтеү менән сафҡа тағы ла таланттар өҫтәлә бара. “Оҙон көй” лауреаты, “Юлдаш йыры-2011” конкурсында — икенсе, Ғәли Хәмзин исемендәге I район вокалсылар бәйгеһендә беренсе урынды яулаған Фәриҙә Ноғаманова, Асы ауыл Советы хакимиәте башлығы Фәрхәнә Сәлимйәнова, Арыҫлан Мөбәрәков музейы мөдире Айһылыу Ғарипова, шифахана хеҙмәткәре Лилиә Ғарипова, башланғыс класс уҡытыусыһы Зөһрә Түләбаева, Ғәлиә Сәлимова һәм музыкаль яҡтан биҙәүсе егеттәр Рафаэль Сөләймәнов менән Рафаэль Сәлихов тулыландыра бөгөн “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамблен.
– Беҙҙең коллективҡа ауылдың иң талантлы, дәртле, ихлас, егәрле кешеләре тупланған. Һәр береһе мәрйен бөртөгөнә тиң. Берәүһе генә юҡ икән, тимәк, аҫылташтарҙан йыйылған ансамблебеҙ бөтөн түгел. Әгәр ҙә арабыҙҙа берҙәмлек, бер-беребеҙгә ихтирам ярылып ятмаһа, бөгөнгө уңыштарыбыҙға өлгәшә алмаҫ инек. Шулай уҡ рухи яҡтан терәк булған, коллективты ҡанатландырған, ижади дәрт биргән өсөн район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмоваға, бүлек методисы Фәнисә Шәрәфетдиноваға, Асы ауыл Советы хакимиәте башлығы Фәрхәнә Сәлимйәноваға, “Асы” шифа­ханаһы директоры Буранбай Ямаловҡа, милли кейем бүләк иткән изге күңелле, йомарт Хәмзә хажи мәрхүмгә, шулай уҡ һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған дуҫыбыҙ, Асы килене Зилә Абзаловаға коллектив ҙур рәхмәт белдерә, — ти ансамбль етәксеһе Йәмилә Сәлимйәнова.
Милли йыр-моңобоҙҙо юғары күтәргән “Еңгәләр”ҙе ойоштороу, “халыҡ фольклор ансамбле” статусын алыу еңел бирелмәй. Бының өсөн күпме көс, әҙерлек талап ителә уларҙан! Тырышҡан — тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ мәҡәле. “Еңгәләр” ҙә берҙәмлек арҡаһында республика кимәленә сығып, 2007 йылда “Салауат йыйыны”нда тирмәләр конкурсында беренселекте яулай. Унан Стәрлетамаҡта уҙғарылған “Ашҡаҙар таңдары” байрамында ике тапҡыр ҡатнашыу бәхете тейә уларға. Тормош дәрте, йыр-моңға һөйөү илһам бирә, ҡанат ҡуя.
Бер-бер артлы төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуҙары, Рәмил Ғәйзуллин, Рәйес Исмәғилев кеүек арҙаҡлы яҡташтарҙың юбилей кисәләренә саҡырылыуҙары, Өфөләге “Иҙел башы” ойошмаһы үткәргән сараларҙан ҡалмай әүҙем йөрөүҙәре — “Еңгәләр”ҙең лайыҡлы булыуына дәлил. Улар башҡорттоң “Килен һөйөү”, ”Һалдат оҙатыу”, ”Ҡатыҡ тәмләү”, “Бирнә әҙерләү”, “Бала һатыу”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, “Нардуған”, “Шәжәрә”, “Мөсә ашау”, “Йыуаса ашау”, “Ҡунаҡ һыйлау” кеүек милли йолаларын сәхнәләштереп, халыҡ хазинаһын йәш быуынға таныта. Туйҙарҙа “Килен һөйөү” йолаһын бик ихлас башҡаралар. Ҡайҙа ғына саҡырһалар ҙа, баш тартмай, күңел һалып ҡатнаша улар. Бәлки, шуғалыр ҙа конкурстарҙан йыш ҡына еңеү менән ҡайталар. Район һабантуйында ла йыл һайын призлы урындар яулайҙар. 2012 йылда үткәрелгән “Инйәр хазиналары” район смотр-конкурсында ла гран-при уларға тәтене. Быйыл да “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклоры байрамында ҡатнашып, өсөнсө урынды алып ҡайттылар.
“Еңгәләр”ҙең ижад ҡомары йылдан-йыл арта. Улар ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай, ауылда, ошо төбәктә, районда үткәрелгән һәр байрамда ҡатнашып, үҙҙәренең ҡабатланмаҫ ижады менән халыҡтың күңелен арбай. Коллектив үҙенең халыҡсан, күркәм сығышы менән милли сәнғәтебеҙҙең ҡиммәтле ынйы бөртөгөнә бәрәбәр тиһәк, һис тә хилаф булмаҫ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 450

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566