Мине республикабыҙҙың көньяҡ төбәге халҡы һоҡландыра: башҡорт әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, йыр-моңобоҙға мөкиббәндәр, телебеҙҙе һөйәләр, тыуған тупраҡтарына тоғролар. Мәҫәлән, Хәйбулла — үҫәргәндәр илендә “сиҙәм” эпопеяһы булған, төрлө милләт вәкилдәре күпләп килгән... Ә сиҙәм яҡтарында, далалар илендә үҙ еренә тырышып-тырмашып йәбешеп ятҡан батыр халыҡ ҡына йәшәй ала, сит-ят бауырҙар гел яҡшыны, еңелде көҫәй.
Хәйбулла иленең ҙур бер ауылы Әбүбәкерҙәбеҙ. Ошо ерҙең шағиры Ҡадир Әлибайҙың 75 йыллығын байрам итергә йыйынғанбыҙ. Әйтәм дә, был яҡ халҡы, үҙ шағирҙарына, үҙ вәкилдәренә мөкиббән, ул-ҡыҙҙарын яраталар, күккә сөйәләр.Әбүбәкерҙәр, эҫе йәй көнө тимәй, мәҙәниәт һарайына үҙ шағирҙарының яҡты иҫтәлеген хөрмәтләргә килгән. Федоровка ауыл Советы рәйесе Наталья Семеновна Лебедева, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Баймырҙина, мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтова, район гәзите хеҙмәткәрҙәре, бар ауылдаштар Әбделҡадир Әхмәткирәй улы хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташҡа диҡҡәт итеп ҡарай.
Эйе, шағир ауылына яңынан мәңгегә ҡайтҡан. Ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, Учалыла, Бөрйәндә, Баймаҡта, Сибайҙа, хатта Мәмбәттә балалар уҡытһа ла, һуңғы сиктә барыбер үҙенең кендек ҡаны тамған иленә ҡайтып хушһынған. Бында уны иҫләйҙәр, онотмайҙар. Ошо тантанаға район китапханаһы (директоры Оксана Сынбулатова) бик матур күргәҙмә эшләгән. Унда Ҡадир Әлибайҙың китаптары, килгән яҙыусыларҙың әҫәрҙәре менән дә танышырға мөмкин ине. Был күргәҙмәгә шағирҙың өр-яңы китабы ла өҫтәлде.
Күренекле шағирҙың яҡташтарына әйтер һүҙе әле бөтмәгән. Киләсәктә ҡыҙы Гөлсәсәк (әлеге көндә Өфөлә “Башбланкиздат”тың генераль директоры) уның яңы шиғырҙарын туплап нәшер итмәксе. Шағирҙың ялҡынлы һүҙе далаларҙа тағы ла яңғырар әле. Ауылдаштар, урта мәктәп уҡыусылары уның тыуған тупраҡ тураһындағы шиғырҙарын һөйләй, көйгә һалынған йырҙарын йырлай. Ҡадир Әлибаев заманында ҡыҙына арнап шиғыр ҙа яҙған.
Ҡыҙым ГөлсәсәккәТуҡмас таяғындай буйың,
Тәпәй баҫтың
тәү башлап...
Һинең үткән юл-һуҡмаҡты
Мин бит уҙам ашаҡлап!
Мин һөйөнәм, мин көйөнәм
Һин донъяла барлыҡҡа:
Юҡ, кәрәкмәй миңә дан да,
Юҡ, кәрәкмәй байлыҡ та!
Һөйөнәм һин барлыҡҡа!
Гөлсәсәк атаһының ижад өлгөләрен бөртөкләп йыя, шиғри йыйынтыҡтар итеп туплай, 75 йыллығына арнап буклет эшләткән. Киләсәктә лә уның хыялдары оло: атаһының өлкәндәр өсөн китабын сығарыу, ауылдаштарына башҡорт баҫмаларына яҙылырға ярҙам итеү. Афарин шундай илһөйәр, телһөйәр баланы үҫтергән хәйбуллалар, дан уның әсәһе Тәнзилә апайға, атаһы Ҡадир ағайға!
Шағирҙың рухын иҫләргә, хәтерҙе яңыртырға Әбүбәкергә Өфөнән оло делегация килде. Етәксеһе — Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙиптең тиҫтере, яҡын һабаҡташы Ҡәҙим Аралбай, яҡташы Фәрзәнә Аҡбулатова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, телевидение хеҙмәткәре драматург Сәрүәр Сурина. Сәрүәр ошо яҡтың килене икән.
Ҡадир Әлибай менән Ҡәҙим Аралбай заманында Аҡъяр мәктәбендә бергә уҡыған. Яҙмыш уларҙы гел бер һуҡмаҡтан йөрөткән, Ҡадир Әхмәткирәй улы Ҡәҙим Әбделғәлим улының тыуған яғы — Мәмбәттә уҡыта. Мәмбәт менән Яңы Ергән, халыҡ шағирының тыуған ауылы Таңатар йәнәш кенә. Райондың ҙур ауылдарының береһе Яңы Ергәндә ике ауыл хужалығы кооперативы булған, хәҙер тарҡалған. Халыҡ күбеһенсә үҙенең шәхси малына ҡарап тора, күршеләге Аҡъяр баҙарына итен, майын, ҡаймағын илтә.
Таңатар Мәмбәт менән Яңы Ергән ауылдары араһында ята. Заман елдәре тарафынан ныҡ имгәтелгән, унда-бында өй нигеҙҙәре, әүәлге баҡса урындары һерәйә. Элекке урамдарҙы ҡылған, алабута, әрем баҫҡан. Ярай ҙа күңелде йылытып дүрт йорт ултыра. Заманында бында Айытбай Дансыҡбаев фермерлыҡҡа тотоноп ҡарай.
Мәмбәттә Ҡадир Әлибай ағай уҡытҡан, ул — был төбәктең төп ауылдарының береһе. Бында ил ағаһының ейән-ейәнсәрҙәре йәшәй, әҙәбиәтебеҙгә, телебеҙгә ысынлап тоғро халыҡ — башҡортлоғобоҙҙоң, мәҙәниәтебеҙҙең бер терәге улар. Розалия Рәхмәтова — ауыл мәҙәниәт йорто мөдире, Вәсилә Мәмбәтова — ауыл китапханасыһы. Улар барлыҡ сараларҙы ойоштороусы. Мәмбәттә ағинәйҙәр ҡоро гөрләп эшләй. Бында Ҡадир Әлибай ағайҙың ҡыҙы Гөлсәсәк тыуған, улы Азат, шағирҙың ейәне. Был ауыл — шағирҙың тәүге ҡатыны Тәнзилә Усман ҡыҙының иле. Усман ҡарттың нәҫел тамырҙары ХVII быуатта йәшәгән ил ағаһы Мәмбәткә барып тоташа.
Шәжәрәгә бәйле, Мәмбәттең төп йорто Һабырҙа (Йылайыр районы) булған. Мәмбәт Үҫәргән ырыуы старшинаһы Һабыр Ҡотломбәтов ғаиләһендә үҫә, аҫырауға алынған малай була.
Мәмбәт ауылына Ырымбур далалары, Орск, Гай ҡалалары яҡын, ҡаҙаҡ ҡәрҙәштәр иле ерҙәре йәнәш. Өфөгә лә ара алыҫ тип тормай Мәмбәт уландары. Бар донъяға тоташҡан уларҙың юлы, был төбәк — башҡортомдоң оло иле, дала төпкөлөндә башҡорт тоҡомло аттарҙың тибенләр урыны. Ә йылҡы бар ерҙә башҡорт бар, башҡортҡа нан, һан бар, ил бар, дәүләт бар.