Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙе генә белгән юл менән
Үҙе генә белгән юл менән Флүрә апай Ноғоманованың иҫ китмәле әҫәрләндерерлек көслө, ғәжәп матур, киң диапазонлы тауышы, тәрән эмоциональ йөкмәткеле сәнғәте миңә шундай үҙ булып тойолғайны. Студент саҡта төркөмөбөҙ менән бергәләп башҡорт операларын тыңларға йөрөп алдыҡ. Беҙгә, ауыл балаларына, бындай тамаша йыһанды асҡан кеүек булды.

Ғәлимйән ағайҙың ишле ғаиләһендә тыуған Флүрә апай. Киләсәкте уйлап эш иткән атаһының: “Миңә ҡушылып йыр­ламаһаң, ашатмайым”, – тип әйтеүендә бер ғиллә бар — үҙенең һәләтен ҡыҙына аманат итеп ҡалдырғыһы килгән. Талант сығанағы ғаиләлә яралғанын белгән ил ағаһы.
Төрлө уйҙарға, хәтирәләргә төшөрә Флүрә апайҙың “Тамаша” журналында баҫылған (2003, № 3, 4) тормош һәм ижад юлы яҙмалары. Һай, батыр йөрәкле, ҡыйыу, ғәйрәтле лә булған икән Ғәлимйән ағай! Ярты Рәсәй бер башаҡ бойҙай өсөн төрмәгә ултырған йә атылған заманда, ҡурҡмайынса, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, колхоз идараһы ҡарары нигеҙендә Ауыр­ғазы сельпоһында ике тайҙы игенгә алмаштырып, уны 250-шәр грамлап халыҡ­ҡа таратсы әле! Көпә-көндөҙ үлемгә ҡаршы барыуға тиң бит был кеше йәнле башҡорт уҙаманының ҡылығы! Үҙе колхоз уставын боҙоуҙа ғәйепләнеп, биш йылға төрмәгә ябылһа ла, кешеләрҙе, тимәк, ауыл нигеҙен үлемдән ҡотҡарып алып ҡала.
Флүрә апай ҙа – ағасынан алыҫ төш­мәгән алма. Студент көйөнә компози­торҙарҙың төбәк йыйылышында ил хәстәре менән сығыш яһарлыҡ, бөйөк шәхестәрҙең эшмәкәрлегенең үҫешһеҙ, үҙгә­решһеҙ туҡтап ҡалған мәлендә ҡат­ҡан боҙҙо ҡуҙғатыр көс-ғәйрәт таба алған. Композиторҙар союзында сәскә ата башлаған бюрократизмды емергән. Уның сығышының тәьҫир итеү көсө ниндәй ҡеүәтле булған: композиторҙар әҙерләү бүлеге асылып, унда бер төркөм йәш белгес үҫеп сыҡҡан. Халҡымдың героик үҙен­сәлеге атанан ҡыҙға күскән, шунлыҡтан Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы тормош ҡаршы­лыҡтарын еңерлек, күңел азатлығын яуларлыҡ, сәнғәттә үҙ юлын һалырлыҡ ҙур көс, дәрт, ҡыйыулыҡ һәм таһыллыҡ тапҡан. Шулай булмайса, 10–11 йәшенән үк ер аяғы-ер башынан — Ҡырғыҙ­стан­дың Ташкүмер ҡалаһынан яңғыҙ, ас-яланғас, мең михнәт сигеп, ғинуар айында тыуған еренә аяҡ баҫҡан ҡыҙ бит ул.
Талантлы ҡыҙыҡайҙың оло сәнғәткә юлы бормалы ла һырмалы, ҡаяларҙан ҡаяға үрмәләгәндән дә ҡатмарлыраҡ күренә. Бала саҡтан төрлө һөнәргә һәләтле, яҡшы уҡыған ҡыҙыҡайға барлыҡ юлдар асыҡ булырға тейеш кеүек тә бит... Донъя мәҙәниәте залдарын яңғыратып йырлап ебәрерлек тауышы ла булған. Заманында ойоштороу һәләтен иҫәпкә алып, йәштәр уны райком секретары итеп һайлап ҡуйған. Киров районы комсомол секретары вазифаһын үтәгән студент дәүләт эшмәкәре лә булыр, бәлки, сәнғәт әһелдәре тураһында том-том монографиялар яҙып ташлар ине. Гражданлыҡ тойғоһо көслө булғанлыҡтан, ил һәм халыҡ яҙмышын тәрәнерәк төшөнә һәм ижтимағи тормошҡа ныҡлабыраҡ ылыға барған һайын ул етешһеҙлектәргә тыныс ҡарай алмай.
Маһир опера һәм халыҡ йырсыһы – илгә вариҫтар ҡалдырған бына тигән уҡытыусы-пропагандист. Илдең төрлө юғары уҡыу йорттарына инерлек 40-лап уҡыусы әҙерләп сығарған ул. Башҡорт­остандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Флүрә Килде­йәрова, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурс лауреаты Йәмил Әбделмәнов менән Башҡортостандың халыҡ артисы Ләлә Әх­мәтйәнова, Башҡорт дәүләт филар­монияһы артисы, республиканың “Яҙғы моңдар”, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге конкурстар лауреаты Гүзәл Үлмәҫбаева һәм башҡа сәнғәт йондоҙҙарын ҡабыҙған белгес.
Тура һүҙле, ғорур һәм ҡыйыу башҡорт ҡыҙы, тормош кәртәләрен йыра-йыра, рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек маҡ­сатына ирешкән барыбер. Йомшаҡ күңел­ле әсәһе менән зирәк зиһенле өләсәһе биргән тәрбиә уға яңылыш аҙым яһарға ирек бирмәй. Атаһы төрмәгә ябылып, әсәһе алты балаһы менән колхоз йортонан урамға сығарып ташланғас, аслыҡ-яланғаслыҡты, фәҡирлекте, ғаиләгә төш­­кән оло ҡайғыларҙы орсоҡтай сағы­нан кисерешә, етерлек аҙыҡ, йоҡо күрмәһә лә, әсәһе менән өләсәһенә ярҙам итергә тырыша ҡыҙ. Йылдар үтеү менән ян-яғында тырышлығы, таланты, ихлас­лығы ярҙамында оло шәхестәр менән аралашырлыҡ, дуҫ-иш табырлыҡ ижади мөхит тыуҙыра.
– Өфө сәнғәт училищеһында Миләүшә Ғәли ҡыҙы класында белем алмаһам, мин консерваторияға эләкмәҫ тә инем. Ул бөтөн көсөн һалып мине кеше итте, – тип хәтерләргә ярата Флүрә апай.
Аҙаҡ, тормош тәжрибәһе туплап, үҙе студенттарҙы уҡыта башлағас, уңыш ҡапҡаларын асыр өсөн ҡыйыулыҡ, бик ныҡ тырышлыҡ, белем һәм бер нәмәгә ҡарамай маҡсатыңа ынтылырға кәрәкле­ген тоя һәм үҙенең уҡыусыларына ошо хаҡта ҡат-ҡат ҡабатлай.
Халыҡ йырҙарын тергеҙеү, уны киләсәк быуынға тапшырыу, заман технологияһы ярҙамында һаҡлау, сәхнәгә сыҡҡан йәш йырсыларҙың репертуарына индереү, улай ғына ла түгел, һәр йырҙың тарихын, риүәйәтен анализлап ишеттереү, архив­тарҙа юҡҡа сығырҙай хәлдә ятҡан йыр яҙмаларын нотаға күсереү, халыҡ таланттары менән бергә йәш башҡарыусыларҙы концерт программаларына киңерәк йәлеп итеү, уларға ҙур сәхнәләргә юл асыу ха­ҡында борсола уҡытыусы. Боронғо халыҡ йырҙарын ниндәй алымдар менән йыр­ларға, ниндәй тауышҡа (бас, баритон, сопрано, тенор) тап килгән йырҙарҙы ҡайһы уҡыусыһына өйрәтергә тип уйлана ул.
Флүрә апай йырлауҙан тыш йырсылар тураһында байтаҡ мәҡәлә яҙа, концерттар, радио- һәм телетапшырыуҙар ойоштора, 40-лап йырсы әҙерләй.
– Йырсыларҙы күрһәтә лә белергә кәрәк. Светлана Арғынбаева башҡары­уында “Кармен”ды, Эльвира Фәтихова­ның “Травиата”һын яҡын-тирәләге бөтөн театр­ҙарҙа йырлатып сығырға ине. Ҡа­бат­­лан­маҫ үрнәк бит ул. Эдуард Шәй­ҙул­лин Бельгияла йәшәй, донъя театр­- ­ҙарында тенор партияһын башҡара. Артур Ҡәйеп­ҡолов — Ҡаҙағстанда, Айгиз Ғиззәтуллин Һарытауҙа йырлап йөрөй. Ижади һәләтле артистарыбыҙҙың башҡарыу оҫталығын үҙебеҙҙә лә бөтә юғарылығында күрһәтергә кәрәк. Мин концертмейстер Римма Садиҡова менән 20 йыл бергә эшләнем. Башҡорт халыҡ йырҙарын эшкәртеп, нотаға һалмайынса, уларҙы йәштәргә өйрәтеп булмай. Ә Римма эш барышында, йырҙың һәм көйҙөң ағышын аңлап, шунда уҡ пианинола уйнап ебәрә. Елена Гордеева ла — шундай концертмейстер. Миңләхмәт Ғәйнетдинов, Радик Хәбибуллин, Редик Фәсхетдинов, Фәнил Арыҫланғолов һәм башҡа аккомпа­ниа­торҙарҙың уйнауына ҡушылып йырланым. Уларҙың оҫталығы һәр көйгә гар­моник һәм ритмик фон бирҙе. Әдилә Хәбиб ҡыҙы Шәйхисламова менән Рәйсә Рәхим ҡыҙы Әхмәҙиева ла — юғары квалификациялы вокал педагогтары. Береһе — Свердловск, икенсеһе Мәскәү кон­серваторияһын бөткән. Халҡы­быҙ бик талантлы ул, ҡәҙерен белергә кәрәк, – тигән теләк белдерә йырсы.
Ун ике йыл эсендә тиҫтәнән ашыу партия башҡарған артистың тормош юлындағы бер ваҡиғаға иғтибар иттем. Заһир Исмәғилевтең “Урал илселәре”ндә Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы бәләкәй генә ролде башҡара. Әҫәрҙең премьераһында, нота­ларҙы юғарыраҡ алып, ярһыу күңеленән сыҡҡан көслө тойғоға бирелеп, Әсә партияһын йырлай. Аҙаҡ Заһир ағай уның янына килеп: “Һин шунда ниндәй ноталар алдың әле? Йөрәкте ярғансы йырланың”, – тип һорай. Һуңынан композитор көйҙөң шул ерен үҙгәртеп, Флүрә апай алған тауышты өҫтәп эшләп ҡуя.
Интерпретациялау эталоны булған Сөләймән Абдуллин, бәләкәй кеше туған көйҙәрҙе әсә һөтө менән бергә бишек йыры аша үҙләштерергә тейеш, тип һа­наған. Сәсәнлек һәләте башҡорт халҡы­нан, уның талантлы вәкиле Ғәлимйән ағайҙан, өләсәһе Шәрғиә инәйҙән кил­гәндер, тим, Флүрә Ноғомановаға.
Ул композиторҙар йырын башҡарып ҡына ҡалмай, үҙе лә йыр яҙа. Мәҫәлән, “Йәшлек дуҫыма” исемле йыры мәшһүр башҡорт халыҡ йырҙары һымаҡ яңғырай.
– Һәр кем үҙенән һуң вариҫ ҡалды­рырға тырышһын ине, шулай иткәндә генә беҙ ата-бабаларыбыҙ васыят иткән рухи бай­лыҡтарыбыҙҙы һаҡлап ҡала аласаҡ­быҙ! – тигән өмөт-теләген белдерҙе йырсы.
Уның лайыҡлы вариҫы булыуҙы уҡыусы­лары, бигерәк тә бөгөнгө йәштәр мөҡәд­дәс бурысы итеп һанаһын ине, сөнки халҡыбыҙ тормошоноң үҙәгенән, боронғо замандарҙың тынғыһыҙ хәрәкәте йоғонто­һонан тыуған образдар, йыр-көйҙәребеҙ генә уҡыусыны тулҡынлан­дыра, уның рухын нығыта, ижадҡа илһамландыра.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779