Кисен өҫтәл һыйҙан һығылып тора ине. Ҡунаҡтарҙы хөрмәт итә беләләр бында. Хужалар бигерәк асыҡ йөҙлө, телдәренән бал тама.
— Әйҙә лә әйҙә, ашағыҙ ҙа эсегеҙ, тегенеһенә етешегеҙсе, быныһына ынтылығыҙсы, — тип өҙөлөп торалар.
Атаҡ, Өфө һынлы Өфөнән бындай шөһрәтле шәхестәр әйләнгән һайын килеп тормай ҙа. Бығаса телевизорҙан, гәзиттәрҙән генә күргән йырсылар улар менән йәнәш ултырһын әле! Үҙҙәре бигерәк ирмәк, ябайҙар икән: һис тә “беҙ — шундай кешеләр” тип һауаланып ултырмайҙар, ҡыҙыҡлы көләмәстәрҙе түгәләр генә. Һүҙ оҫтаһы Мазһар ағай шул тиклем ҡыҙыҡ-мыҙыҡты ҡайҙан белә тиң!
Шундайын һый алдында нисек инде суфый булып ултырмаҡ кәрәк! Йыл самаһы “код”лы йөрөгән Әхмәҙейҙең “йоҙағы” ҡапыл ғына асылды ла ҡуйҙы. “Эй, бер-ике рюмканан күтәрелеп осмаҫмын әле, был донъяла ике йәшәмәйбеҙ”, — тип уйланы ла алдындағыһын матур ғына итеп ыңҡылдатып ҡуйҙы. Унан – икенсене, өсөнсөнө… Донъялар матурланып китте, кәйеф күтәрелде. Кемдер:
— Әйҙәгеҙ, осрашыу хөрмәтенә йырлағыҙ әле, — тип үтенгәс, Әхмәҙей көр тауышы менән йыр һуҙып ебәрҙе.
Һәр кемгә лә бирелмәгәндер ул
Йәшнәү-күкрәүҙәргә тиң ғүмер.
Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән,
Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер…
Йыр бөтөүгә бөтәһе лә ҡул сапты, йырсының ҡулын ҡыҫтылар:
— Афарин!
— Шәп йырлайһың!
— Әйҙә, шул хөрмәткә!
Нисек инде шундай табынды ташлап китмәк кәрәк! Шешәләр тыпылдап ҡына торҙо. Мәжлес төн уртаһына ҡәҙәр дауам итте. Һай, күңелле булды.
Тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ҡунаҡханалағы бүлмәһенә ҡайтҡан Әхмәҙейҙең кәйефе ишекте асып ингәс тә селпәрәмә килде. Ҡара, ул алдан әҙерләп киткән карауатта әллә кем булып һүҙ оҫтаһы сусҡа һымаҡ хырылдап йоҡлап ятасы! Шуға нисек йәнең көймәҫ! Бында уға малай-шалай барҙыр шул! Как такауай республиканың атҡаҙанған артисы бит әле. Ана, “Йырым булһын бүләгем” тапшырыуында гелән кемдең йырҙарын һорап яҙалар тиң – уныҡын. Концерттарҙа сәхнәнән ебәрмәй зыҡ ҡубалар. Ҡысҡыралар, алҡыштарға күмәләр, ҡат-ҡат саҡырып сығаралар. Дөрөҫ, әлегә “халыҡ” тигән исеме юҡ. Алла бирһә, уныһын да алыр. Тейешле документтары күптән кәрәкле генә кеше алдында ята. Һөйләшелгән, майланған. Алла бойорһа, тамашасылар алдында:
— Ҡаршы алығыҙ! Һеҙҙең алдығыҙҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Әхмәҙей Моратов! – тип иғлан итәсәк көнгә күп ҡалманы. Унан һуң Рәсәйҙекен юллай башлар. Был тиклем дә фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланырға тейештер бит. Ә ул…
Әхмәҙей йән асыуынан һүҙ оҫтаһына ҡысҡырҙы:
— Тор, ниңә минең карауатта ятаһың!
Табындан алданыраҡ шылған юлдашы күптән әүен баҙарына киткәйне. Ул бер нәмә ишетмәгәндәй ята бирҙе. Саҡ ҡына тейәһә лә киҫелгән ағас кеүек ауа торған холҡо бар шул. Теге ваҡыт концертта һуң! Бер заман уның сираты етте, иғлан иттеләр. Ә ул сыҡмай ҙа сыҡмай. Сәхнә артынан саҡ табып алдылар. Шунда сиратын көтөп ултыра торғас, шешәһен ҡосаҡлап ойоған да киткән мәхлүк. Ярай әле юғалып ҡалманы. Һөйләй торған әкәмәте бер сәрхүш тураһында ине шул!
Асыуы алҡымына тығылған Әхмәҙей һүҙ оҫтаһын барып төрткөсләй үк башланы.
– Һиңә әйтәм бит, күҙле бүкән, тор, тим, минең урындан, — тигәнгә, тегеһе, бәй, был ни булды тигәндәй, күҙҙәрен ыуғылай-ыуғылай тороп ултырҙы.
— Ҡолағыңа кейеҙ ҡапланыңмы әллә? Тор, тор, ана үҙеңдекенә барып ят! — Әхмәҙей йоҡоло ҡатыш иҫәңгерәп ултырған һүҙ оҫтаһын йәнә һелккеләне. – Бында һинең өсөн түшәк йәйеп киткәнмендер шул.
Һүҙ оҫтаһы, бер сама уянғандай булғас, йырсыға һөҙөп ҡараны:
— Нимә, нимә тиң, хәстрүш?
— Урыныңа күсеп ят, тим. Алйый башланыңмы әллә?
– Белгең килһә, бында атайыңдан ҡалған мал юҡ. Кәрәк икән, үҙең бар ҙа ят. Табылған шайлы кеше. – Һүҙ оҫтаһы шулай тине лә ҡабаттан одеялын бөркәнде лә ятты.
Был ҡыҙмаса булып алған Әхмәҙейҙең асыуын ғына ҡабартты. Ул һүҙ оҫтаһының юрғанын эләктереп алды ла иҙәнгә быраҡтарҙы.
— Әле һин шулаймы әртис ишараты! Тор, тим!
— Нимә тиһең? Белгең килһә, бына һин үҙең йырсы ишараты. — Ике арала ҡаты низағ тоҡанды. — Һинең йырсы булып йөрөүең… Беҙҙең ауылдағы любый иҫәр һинән арыу йырлай бит. Имеш, атҡаҙанған! Күҙеңде туҫтаҡтай упайтып, һыйыр кеүек мөңрәүеңде әйт! Артыңда кеше торғанға әҙәм булып йөрөйһөң бит! Былай булһа, күптән урамға сығарып олаҡтырырҙар ине. Бер нәмә булһа, тотаһың да анау ағайыңа йүгереп бараһың! Әҙәм мәсхәрәһе. Тьфү!
Һүҙ оҫтаһы лысҡылдатҡансы иҙәнгә төкөрҙө.
— Үҙеңде бел! — Әхмәҙей тағы ла ҡыҙып китте. Һинең урыныңда любый наҙан эшләй ала. Тотаһың да кеше яҙғанды уҡыған булаһың. Шунан ауыҙыңды ыржайтып көләһең. Бик тә шәп булғас, үҙең яҙ, йәме! Йырлай ҙа белмәйһең бит!
— Ҡайтыуым ғына көс, мин һине министрлыҡҡа еткерәм. Юҡ, юҡ, министрлыҡ ҡына аҙ. Тағы ла юғарыраҡҡа барам. Һинең кеүек алкаштарға сәнғәттә урын булырға тейеш түгел!
— Әле һин шулаймы әле! — Әхмәҙей һүҙ оҫтаһының иҙеүенә килеп йәбешкәйне лә, аяғы тайып, иҙәнгә салҡан барып төштө. Унан ултырған килеш йәнә һүҙ оҫтаһын талай башланы.
— Тыржыҡ танау! Һин дә әртис булып йөрөгәс! Әҙәм ғәрлеге! Бульше һинең менән сәфәргә сыҡһаммы! Бездарный!
…Иртән икеһенең дә башы ҡутарылып килә ине. Ярай әле, хужалар ҡунаҡ итеүҙең рәт-сиратын яҡшы белә. Табынға ултырыу менән аш янына бер аҡбашты шап итеп килтереп тә ҡуйҙылар.
— Йөҙәр грамм һалайыммы? – тигән тауышҡа йырсы әҙәпле генә:
— Зарар итмәҫ ине, — тине.
Күҙен тырнап асҡас та “шул нәмәләре генә булһа ярар ине”, тип эстән генә теләгән һүҙ оҫтаһының да йөҙө балҡып китте, бер көләмәс һөйләп, табындаштарын көлдөрөп алды. Бүлт-бүлт-бүлт. Әжәл дарыуы рүмкәләргә ҡойолдо. Ярты сәғәттән барыһының да кәйефе лә, йөҙө лә ялтырбаш кеүек ялтыраны.
Бер аҙҙан ҡунаҡтар мәҙәниәт һарайының сәхнә түрендә матур ғына итеп ултыра ине. Һүҙ оҫтаһы күрше өлкәләге сәнғәт һәм мәҙәниәт көндәренең шәп барыуына ҡыуанды, халыҡта рух һүнмәүенә, сәнғәткә иғтибар кәмемәүенә ҡыуанысын белдерҙе.
Унан һуң йырсының моңло тауышы залға яңғыраны:
Бер күҙ асып йомған ара ғына –
Беҙҙең бергә үткән был ғүмер.
Был донъяла беҙ йәшәйбеҙ икән,
Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер.