Яҙ бер танышым Ташкенттан тыуған яғына ҡунаҡҡа ҡайтып төшкән. Өфө вокзалынан күтәрелгәндә ҙур баннерҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың шиғыр юлдарын уҡыған да илап ебәргән. Кеше күңеле өсөн күп кәрәкме ни?! Бер уйлап ҡараһаң, был бит йәнгә шул тиклем яҡын ғәмәл – аҫаба халыҡ телендәге яҙмалар аҙым һайын эленеп торһа ла, аптырарға түгел. Шул уҡ ваҡытта был эштең тап һуңғы йылдарҙа күҙгә салына башлауын әйтергә кәрәк. Баш ҡалалағы ошо һәм башҡа яңылыҡтар хаҡында һөйләшәбеҙ Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Сынтимер Биктимер улы БАЯЗИТОВ менән.– Өфөбөҙҙө шиғырҙар, ҡанатлы фекерҙәр менән тултырҙығыҙ Әҙәбиәт йылында...
– Эйе, баш ҡалабыҙҙа донъя, Рәсәй, Башҡортостан яҙыусыларының, күренекле шәхестәрҙең үҙенсәлекле яҙмаларын баннерҙарға элеп, халыҡ хөкөмөнә тәҡдим иткәйнек. Миңә ҡалһа, өфөләр, килгән ҡунаҡтар эшебеҙҙе бик йылы ҡабул итте. Хатта тәҡдимдәрен еткереүселәр ҙә бар: башҡортса шиғырҙың тәржемәһен дә ҡуйып булмаймы, тиҙәр. Был күренеш беҙҙе бик ҡыуандыра.
Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан яугир-шағирҙарҙың һуғыш темаһына шиғырҙары яҙылған баннерҙар ҙа эленде урамдарҙа. Был, беренсенән, бөйөк тарихыбыҙға яҡты мөнәсәбәтебеҙҙе күрһәтһә, икенсенән, йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү өсөн дә эшләнә. Донъя йәмәғәтселеге, Көнбайыш беҙҙең тарихыбыҙҙы нисек кенә боҙоп күрһәтергә теләһә лә, беҙ ата-бабаларыбыҙ рухына, тарихҡа хыянат итмәйбеҙ, киләсәк быуынға уҙған быуат ваҡиғаларын бар тулылығында, дөрөҫ итеп еткерергә бурыслыбыҙ.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү маҡсатында ла атҡарыла был эш. Алтаҡталарға, урамда, төрлө ойошмаларҙың ишегендә торған яҙмаларға ла иғтибарыбыҙ ҙур. Республиканың дәүләт телдәре яҙма рәүештә лә, һөйләшкәндә лә дөрөҫ ҡулланылырға тейеш. Шуға күрә, хаталар күреп ҡалһағыҙ, беҙгә хәбәр итегеҙ, тибеҙ ҡала халҡына. Аллаға шөкөр, иғтибарлылар бихисап, ошо рәүешле яҙмаларҙы еренә еткереп, телде дөрөҫ файҙаланыу эшен дә алып барабыҙ. Заман менән бергә барыһы ла үҙгәрә, шул иҫәптән телгә лә яңылыҡтар инә. Башҡорт теле үҫешә, уны ҡулланыу даирәһе киңәйә. Интернет киңлектәрен дә яулай башҡорттар. Тарихҡа, яуланған үрҙәргә таянып, телдең мөмкинлектәрен арттырыу ҙа – беҙҙең бурыс.
Әле башҡараһы эштәребеҙ байтаҡ, милли орнаменттарға нигеҙләнеп, ҡалабыҙҙың йөҙөн матурлау, уны халыҡ һәм килгән ҡунаҡтар өсөн ҡыҙыҡлы итеү саралары менән дә шөғөлләнәбеҙ.
– Һеҙ хеҙмәт биографияһын уҡытыусы булараҡ башлағанһығыҙ. Ошо һөнәргә ҡарата бөгөн ни әйтер инегеҙ?
– Уҡытыусы һәр заманда, һәр ерҙә уҡытыусы булып ҡала инде ул. Белем биреүҙе, юл күрһәтеүҙе генә күҙ уңында тотмайым. Улары – мәғариф тармағы хеҙмәткәренең төп бурысы. Бөгөнгө заман уҡытыусыны ҙур һынауҙар алдына ҡуйҙы: төрлө реформалар, яңылыҡтар был өлкәне урап үтмәне. Әммә, ниндәй генә ҡатмарлы осорҙо кисерһә лә, минең күҙәтеүемсә, уҡытыусы һәр балала шәхес күреү, уның һәләтен асыу кеүек төп маҡсатынан ситләшмәй. Ҡала хакимиәте, тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнгән, спорт менән шөғөлләнгән, төрлө ижади һәләте булған балаларҙы йәлеп итеп, даими рәүештә төрлө сара үткәрә. Мәҫәлән, Хәстәрлек һәм ҡурсалау идаралығы “Беҙ бергә”, “Йөрәккә юл”, “Етем балаларһыҙ ҡала”, “Бала ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш” кеүек акцияларға ишле ғаиләләрҙе, атай-әсәй ҡарауынан мәхрүмдәрҙе йәлеп итеп, йәмәғәтселектең ошо мәсьәләләргә иғтибарын арттырҙы. Әйткәндәй, был йүнәлеш буйынса тәжрибәбеҙҙе өйрәнергә Рәсәйҙең төрлө ҡалаһынан киләләр, сөнки һуңғы йылдарҙа ил кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа гел алдынғылар сафындабыҙ.
– Һеҙҙең йәшлегегеҙҙең бер өлөшө минең күҙ алдымда үтте. Һүҙем – Башҡорт дәүләт педагогия институты студенттарынан торған төҙөлөш отряды хаҡында. Әле булһа Дәүләкән районының Мәкәш ауылында һеҙҙе яҡты хәтирәләр менән иҫкә алалар. Биш курсташ ҡыҙығыҙ беҙҙең яҡта килен булып та ҡалды. Төҙөлөш отрядтарын яңынан тергеҙергә тигән фекерҙәр бөгөн ишетелеп кенә ҡалмай, ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары быны үҙ практикаһына индерҙе.
– Йылы һүҙегеҙгә рәхмәт! Эйе, бик күңелле хеҙмәт һәм аралашыу менән үтте Асылыкүл буйҙарында беҙҙең бер түгел, ике йылыбыҙ. Халыҡтың ихлас ҡабул иткәнен яҡшы хәтерләйем. Колхоз өсөн ферма һалып, кисен концерттар ҡуйып, тәжрибә туплап ҡайттыҡ беҙ унан. Шуныһы ҡыҙыҡ: төҙөлөш өсөн ағасты үҙебеҙ киҫтек, таҙарттыҡ, йәғни башынан аҙағынаса эшебеҙҙе үҙ көсөбөҙ менән башҡарҙыҡ. Урындағы хужалыҡ беҙгә эш хаҡы ла түләне. Йәш кеше өсөн уныһы ла кәрәк булғандыр инде. Беҙҙең өсөн хатта махсус форма ла тегелгәйне. Йәғни кейемгә сигелгән “БГПИ “Башкирский государственный педагогический институт” тигән яҙыу ҡайһы уҡыу йортонда белем алыуыбыҙҙы әллә ҡайҙан күрһәтеп тора ине. Барыһы ла алдан уйлап, еренә еткереп башҡарылды.
Был төҙөлөш отрядтары йәштәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй. Әгәр бөгөн беҙ элекке йолаларҙы тергеҙеп, студенттарҙы йәйге осорҙа, каникул ваҡытында ауылдарға, ялан-ҡырҙарға алып сығабыҙ икән, бының файҙаһы бик ҙур буласаҡ. Иң мөһиме – эште дөрөҫ ойоштороу. Әлбиттә, үҙ студенттарын тулы мәғәнәле тормош менән таныштырған юғары уҡыу йорто етәкселәре, минеңсә, дөрөҫ эшләй. Йәш кешенең һәр минутын, сәғәтен файҙалы итеп үткәреүе үҙенә лә, йәмғиәт өсөн дә мөһим. Яҡшы традицияларҙы дауам итергә кәрәк.
– Ҡала башҡорттарында туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған “Шаяниум” отҡорҙар һәм зирәктәр байрамы хаҡында һөйләп китһәгеҙ ине.
– “Шаяниум” көткәндән дә ҙурыраҡ ҡыҙыҡһыныу уятҡан балалар байрамына әүерелде. Мәктәп уҡыусыларын ғына түгел, уйын-көлкө яратҡан һәр кемде, ҡала халҡын бергә туплай ул. Быйыл 13-сө тапҡыр ойошторолған ярышта ҡатнашырға теләгән мәктәптәр һаны йылдан-йыл арта. Башҡорт гимназиялары, лицейҙары менән бер рәттән, урыҫ телле мәктәптәр ҙә бик теләп килә, был үҙе үк балаларҙың башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуы ниндәй көслө икәнен һөйләй. Киләсәктә “Шаяниум”дың ижади даирәһе тағы ла киңәйеп, балалар сағыу сығыштары һәм үҙенсәлекле, нескә, халыҡсан юмор менән беҙҙе таң ҡалдырыр тигән өмөтөм ҙур. Дөйөм алғанда, КВН-дың район этаптарында – 46, ҡала кимәлендә 20 команда ҡатнашты. Балалар ниндәй генә исем уйлап тапмай командаларына – “ХХ централ”, “Кендектәр”, “Һупайлы дәрүиштәре”, “Хыялый-зыялыйҙар”, “Етегән+1”, “Тағы ла ике”, “Башҡорттар.ru”, “Сәтәкәй”, “Ығы-зығы”... Хәйер, бөтәһен дә һанап бөтөү мөмкин түгел, әммә шәхсән үҙем балаларыбыҙҙың ижади фантазияһына, туған әҙәбиәтте, мәҙәниәтте, шәхестәрҙе яҡшы белеүенә һоҡланам. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: юморҙары халыҡсан булыуы менән арбай. Беҙҙең халыҡ бит ерле-юҡтан көлөп бармай, әгәр инде ул шаян һүҙ әйтә икән, унда тәрән мәғәнә, кинәйә ята. Балалар ана шуны нескә тоя. Әлбиттә, эш барышында, бәлки, уҡытыусылары ла ярҙам итә торғандыр, әммә был – шулай уҡ милли асылыбыҙҙың сағылышы. Башҡортса фекерләүҙең, хатта йылмайыуҙың милли йөҙө барлығын асты балалар. Әйткәндәй, беҙҙең ижади ҡарашлы йәштәр быйыл А. Масляков алып барған КВН-да ла уңышлы сығыш яһаны. Был да – ҙур күрһәткес һәм ҡаҙаныш, тип иҫәпләйем.
– Мәктәпкәсә йәштәге бәләкәстәрҙе “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” байрамына ла йыя башланы ҡала хакимиәте...
– Эйе, был инде – бәләкәстәрҙе милли рухта, үҙ мәҙәниәтебеҙ нигеҙендә тәрбиәләүҙең бер юлы. Биш йыл рәттән үткәрелә килә байрам. Конкурстың үҙенсәлеге шунда: балалар донъялағы төрлө халыҡтарҙың һәм үҙебеҙҙең әкиәттәрҙе башҡорт телендә һөйләй. Был сараға шул тиклем етди һәм ныҡ әҙерләнә улар. Бәләкәстәрҙең тасуири һөйләүенә ҡарап шаҡ ҡатырлыҡ. Ата-әсәләр, тәрбиәселәр ҙә етди шөғөлләнә. Был шулай уҡ туған телгә ҡарата дәүләт кимәлендәге иғтибар хаҡында һөйләй. “Шаяниум”, “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” конкурстарында ҡатнашҡан, еңеү яулаған балаларҙы ҡиммәтле бүләктәр менән тәбрикләйбеҙ.
– Спорт өлкәһе хаҡында ни әйтерһегеҙ?
– Үҙегеҙ беләһегеҙ, Өфө Рәсәй, донъя кимәлендәге сараларҙың үҙәгенә әйләнә бара. 2013 йылда уҙғарылған Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарын ғына алайыҡ. Унда донъяның бик күп иленән йыйылдылар. Минеңсә, сара юғары кимәлдә үтте, быны сит ил ҡунаҡтары, журналистары ла билдәләне. Спорттың байтаҡ төрө буйынса көс һынашты балалар, еңеүселәр араһында Башҡортостандыҡылар күп ине. Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһы сафында сығыш яһаған “Салауат Юлаев-1998” тәрбиәләнеүселәренең алтын миҙал яулауы ла – тарихҡа инеп ҡалған яҡты миҙгел. Һуңғы йылдарҙа Өфө спортсылары сит илдәрҙә үткән ярыштарҙа бик әүҙем ҡатнаша һәм беҙҙе яңы еңеүҙәре менән ҡыуандыра.
– “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле менән таныштырыу кәрәкмәһә лә, уның хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Эйе, был ижади коллективтың даны алыҫ китте. Ул хәҙер – Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, Төркиә, Швейцария, Венеция, Франция, Португалия, Болгария, Испания кеүек Европа, Азия илдәрендә лә көтөп алынған ҡунаҡ. Һис тартынмай “баш ҡалабыҙ мәҙәниәтенең йөҙөк ҡашы” тип атар инем был коллективты. “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле – Өфөнөң визит карточкаһы ла. Ҡала хакимиәте шуға ла уны кейем менән тәьмин итә, гастроль сығыштарын хәстәрләй.
Байрам һайын был профессиональ коллектив баш ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы үҙенең сағыу сығыштары менән ҡыуандыра. Бәлки, иғтибар иткәнһегеҙҙер: уларҙың һәр концертында ниндәйҙер яңылыҡ, үҙенсәлек була. Әҙәбиәт йылы һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан “Мираҫ” йәнә ана ниндәй сығыш әҙерләгән! Һуғыш һөрөмө урап үткән берәй ғаилә бармы икән арабыҙҙа? Эйе, ветерандар сафы йылдан-йыл кәмей, әммә беҙ тарихыбыҙҙы тап мәҙәниәт, ижади фекерләү аша халыҡҡа бар тулылығында еткерергә тырышабыҙ. “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле был эште еренә еткереп, лайыҡлы башҡара.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.