Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Юмореска

Сәғиҙә бүлмәгә килеп инеү менән сумкаһын бер мөйөшкә олаҡтырҙы ла шатлығын уртаҡлаша башланы.
— Ҡыҙҙар, бөгөн минән дә бәхетлерәк кеше юҡ! Күптәнге хыялым тормошҡа ашты. Кисә фирменный магазиндан яңы тун алдым әле, — тине ул, урынында өйөрөлөп. — Әтеү ни кеше күҙенә күренергә ғәрләнә инем.
— Аһ-аһ, былтыр гына пальто алғайның түгелме ни?
— Алһа һуң, оялмайынса шул иҫкене кейеп йөрөмәҫмен инде. Йә, килешәме? — Сәғиҙә, арт һанын ҡыйшанлатып, тегеләй-былай йөрөй башланы.
– Бигерәк матур булған, кейәү ҡулы тейһен. Күпме тора?
— Утыҙ мең һум.
— Оһо-о, ҡыйбат ҡына. Былай булғас, ысын күндән икән.
Бер яҡтараҡ башын тырнап ултырған Ҡәбиҙә лә белдекле ҡиәфәт менән һүҙгә ҡушылды.
— Ҡыҙҙар, уны белеү өсөн яндырып ҡарайҙар икән. Шулай иттеңме һуң?
— Әлләсе, ҡайҙан башҡа килһен.
— Әлегә һуң булмаҫ элек тикшереп ҡарарға кәрәк. Минең бер танышым куртка алған да, уныһы ике-өс көндән вис бүҫелеп сыҡҡан, ти.
— Ысынмы-ы-ы? Абау, Аллаҡайым. Ҡыҙҙар, һуң булмаҫ элек, әйҙәгеҙ, минекен дә шулай итәйек. Утыҙ мең аҡса һыуға ағыр, тәүбә, тәүбә!
Күҙҙәренә аҡшайтып һөрмә тартып ултырған Маһира кеҫәһенән зажигалкаһын килтереп сығарҙы ла тунға төртөп алыуға бүлмәлә һыйыр башы өткәндәге кеүек һаҫыҡ еҫ таралды.
— Ура-а-а, былай булғас, ысын икән! – Сәғиҙә ҡыуанысынан, сәпәкәй итә-итә, аяҡтарын тыпырҙатып алды.
— Йыуырға кәрәк. Әтеү тиҙ туҙыр.
– Уныһы беҙҙән ҡала торған эш түгел. Бер тауыҡ та бер һауыт.
Бына ҡыңғырау шылтыраны. Бүлмәлә ығы-зығы ҡупты.
– Нисәнсе дәрес әле?
– Хәҙер ҡайһы класҡа инәм икән?
– Ах, мин бөгөн шәмбе тип торам да...
Әле генә зыҡ ҡупҡан уҡытыусылар, кемеһе — сумкаһын, кемеһе журналды эләктерә һалып, кластарға ҡабаланды.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780