Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, сәғәт 10-да халыҡ Пушкин һәйкәле янында күпләп йыйылғайны инде. Кемдер шиғыр уҡый, һибәләп кенә яуған ямғыр шағирҙың яратҡан миҙгелен хәтерләткәндәй. Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы генераль директоры Гөлдәр Моратова сығышын бөйөк шағирға бай ижады өсөн рәхмәт әйтеүҙән башланы һәм: “Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы үткән яу юлдары буйлап 1833 йылда сәйәхәткә сыҡҡанда, Александр Пушкин Башҡортостанға ла килергә тейеш була. Әммә төрлө сәбәп арҡаһында юлы төшмәй, ул Ырымбурға һәм Ҡазанға юллана. Шағир ихтилал тураһында тарихи мәғлүмәт йыя. Уны айырыуса илдең һәм хәрби етәкселектең эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһындыра. Волга буйы, Урал тураһында географик һәм этнографик мәғлүмәттәрҙе ҡыҙыҡһынып уҡый. “Капитан ҡыҙын”да телһеҙ башҡорт образы аша һынмаҫ рухлы, көслө ихтыярлы халҡыбыҙ һынландырған бөйөк урыҫ шағиры Пушкин барып етмәгән урындарға – Салауат батырыбыҙҙың төйәгенә — юл тотабыҙ беҙ бөгөн”, – тип тарихҡа сәйәхәт яһаны.Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев тантаналы рәүештә байрамды асҡандан һуң Пушкиндың әҙәбиәттәге фиҙакәрлеге тураһында телгә алды. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе Зөһрә Рәх- мәтуллина шағирҙың урыҫ теленең мәртәбәһен күтәреүҙәге өлөшөн юғары баһалап фекер әйтте. “Бельские просторы” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Светлана Чураева байрамға мәктәп уҡыусылары, студенттар менән килгәйне. Улар шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләне. Журналдың яуаплы секретары Салауат Вахитов, шағирә Дилә Булгакова, “Истоки” гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов, шағир, тәржемәсе Николай Грахов Александр Пушкинға арнап шиғырҙар уҡыны. “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире, шағирә Лариса Абдуллина шағирҙың әҙәби тел нормаларына индергән өлөшө, башҡорт шағирҙары уның әҫәрҙәрен тәржемә итеүе хаҡында бәйән итте. “Парнас” әҙәби ойошмаһы етәксеһе Альбина Мөхәрәмова IX класс уҡыусыларының сығышын әҙерләгәйне. Улар Пушкиндың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса флешмоб ойошторһа, “Әҙәби трамвай” маршруты етәксеһе Илья Боровский барыһын да ижади сәфәргә саҡырҙы. Пушкин һәйкәленә сәскәләр һалғас, сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар Мәжит Ғафури музейына юлланды.
Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова тантаналы рәүештә “Шағирҙың сәйәхәте” (Пушкиндың Бөтөн Рәсәй музейында һаҡланған материалдар буйынса) виртуаль күргәҙмәһен асты. Ошо музейҙың медиа-үҙәге етәксеһе, Өфө ҡыҙы Ирина Розина шағир тормошонан төрлө ваҡиғаларҙы һөйләне, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Гөлдәр Моратова уға ҡурай, ҡумыҙ бүләк иткәс, Ирина Розина үҙ сиратында беҙгә бай мәғлүмәт туплаған китаптар, дисктар ҡалдырҙы. Күргәҙмәлә билдәле иллюстраторҙар П. Соколов, А. Бенуа, Б. Кожин, С. Герасимов һүрәттәренең күсер- мәһе ҡуйылған. Иғтибарҙы иң ныҡ йәлеп иткәне – А. Пушкиндың билдәһеҙ рәссам 1831 йылда төшөргән портреты. Күргәҙмәлә әҙиптең ҡулъяҙмалары күсермәһе лә бар. “Пугачевтың тарихы аҙ билдәле, Екатерина ваҡытында ул турала һөйләргә рөхсәт ителмәне”, – тигән шағир.
Шағирә Гүзәл Ситдиҡова Пушкиндың шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә иткән: улар сараға йәм өҫтәне. Марсель Сәлимов “Капитан ҡыҙы” әҫәрендәге телһеҙ башҡорт образына арнап яҙған шиғырын уҡыны. Ә прозаик Таңсулпан Ғарипова: “Пушкинды беренселәрҙән булып Дәрдмәнд тәржемә иткән”, — тине һәм әҙиптең Пугачев ихтилалы юлдары буйлап йөрөүе, Салауат Юлаев тураһында һөйләне.
Әйткәндәй, күргәҙмә Өфөлә өс ай эшләйәсәк. Баш ҡалабыҙ – Рәсәйҙең был сара ойошторолған икенсе ҡалаһы.
Виртуаль музейҙы асыу тантанаһынан һуң Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре, Санкт-Петербургтан килгән ҡунаҡ Ирина Розина, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова Салауат районына юлланды. Иҙрис ауылы эргәһендә Өфө ҡунаҡтарын Малаяҙҙағы С. Юлаев музейы дирек- торы Зилә Садиҡова ҡаршыланы. Гүзәл тәбиғәтле ауылға, Зөләйха шишмәһенә, Салауат мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылдыҡ. Артабан батырҙың тыуып үҫкән ауылы Тәкәйгә юлландыҡ. Унда ҡуйылған стелаға Салауат мәмерйәһе янындағы аҡланда йыйылған ялан сәскәләрен һалдыҡ. Тирмә формаһында мәрмәрҙән кәшәнә төҙө- лә, киләсәктә уның эсенә батырыбыҙ тотҡонлоҡта вафат булған Эстония еренән тупраҡ алып ҡайтып һалырға ниәтләнә салауаттар.
Тәкәйҙән ҡуҙғалыуға бәрәкәтле ямғыр яуып, ике ҡатлы йәйғор ҡалҡыуы үҙенә күрә бер мөғжизә булып тойолдо. Әйтерһең дә, һүҙ сәнғәте байрамына, батыр ғәмәлдәренә тәбиғәттең фатихаһы был.
С. Юлаев музейында уҙғарылған экскурсия ла фәһемле булды. Тарихыбыҙҙың ҡанлы, шанлы йылдарын хәтерләп тетрәндек. Сәфәр Ҡорғаҙаҡ шишмәһендә тамамланды. Зилә Әмин ҡыҙы һәр ауылдың, яндырылып юҡҡа сыҡҡандарының да тарихын ентекле һөйләне. Ирина Розина: “Сит илдәрҙә, диңгеҙ буйында ял итергә тырышабыҙ. Йүрүҙән буйында, ошо Салауат мәмерйәһе урынлашҡан тау итәгендә, тирмә ҡороп йәшәп алырға киләсәкмен ғаиләм менән. Ҡоштар һайрауына, йылға тулҡындары тауышына уянып, һыу инһәң ине. Тәьҫораттарҙы, киләсәккә пландарҙы шунда уҡ ноутбукка яҙып, ырамлы эшләргә мөмкин”, – тине.
Батырыбыҙҙың тыуған яғында, ғөмүмән, рухиәт тулҡынында бәүелгәндәй булдыҡ.
Регина ФАЗЫЛОВА,
Милли әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре.