Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Театр – ул тормоштоң үҙе!
Театр – ул тормоштоң үҙе! Башҡортостандың һәр төбәгендә эшләп килгән халыҡ театрҙары яңынан-яңы тамашалары менән һөйөндөрә. Уларҙың спектаклен ҡарағандарҙан “Былар бит ысын артистарҙан кәм түгел. Шул тиклем килештереп уйнайҙар” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткәнегеҙ барҙыр.
Күптән түгел Милли театрҙарҙың “Алтын тирмә” төбәк-ара фестивале үтте. Шөкөр, тәбиғәт йәнле халҡыбыҙ, заман мәшәҡәттәренә һылтанмай, рухи усаҡтарға ҡеүәт өҫтәй.
Һеҙҙең иғтибарға Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина менән ошо хаҡта әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Тәнзилә Сәғит ҡыҙы, респуб­ликабыҙҙа нисә үҙешмәкәр театр бар?
– Һандарҙы әйтһәм, аптырап китер­һегеҙ: 153 театр. Шуларҙың 50-гә яҡыны — балалар өсөн.
– О-һо!.. Әҙ түгел икән.
– Аллаға шөкөр, халҡыбыҙ театр сәнғәтен үҙ итә. Беҙҙә “Алтын тирмә” фестивале юҡҡа ғына үткә­релмәй. Халыҡ театрҙары унда үҙҙәрен күрһәтә, тәжрибә уртаҡлаша.
– Өс йылға бер үткән “Алтын тирмә” Әҙәбиәт йылына тура килде. Театр һөйөүселәр фестиваль тура­һында ентекләберәк белергә теләй­ҙер, моғайын. Ошо хаҡта һөйләһәгеҙ ине.
– Әлбиттә. Быйылғы “Алтын тирмә”­беҙ Бәләбәй ҡалаһында үтте. 3 июндә фестивалгә йомғаҡ яһалып, еңеүселәр бүләкләнде. Был киң ҡолас­лы сара Башҡортостандың Мәҙәниәт министр­лығы, Халыҡ ижады үҙәге, Театр эшмәкәрҙәре союзы, Бәләбәй районы хакимиәте тарафынан ойошторолдо. Уның маҡсаты – иң яҡшы спектакл­дәрҙе, театр коллективтарын асыҡлау һәм дәртләндереү. Ошонда уҡ үҙеш­мәкәр театр коллективтарына “халыҡ” исеме бирелә.
Фестивалдә 14 халыҡ театры ҡат­наш­ты. Баһалама ағзалары, тамашасылар башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари халыҡтарының спектаклен ҡараны. Шуныһы ҡыуаныслы: театр коллективтарының тәжрибәһе артҡан­дан-арта, фестивалдең ҡоласы киңәйә. Быйыл, мәҫәлән, унда Силәбе, Һамар театрҙары килде.
– Жюри ағзалары кемдәр ине?
– Тамашаларҙы театр донъяһында киң билдәле педагогтар, режиссерҙар, актерҙар баһаланы. Улар – Ә. Абушахманов, Т. Бабичева, М. Күлбаев, Мәскәүҙән В. Полякова, Силәбенән Е. Палащук.
– Әңгәмәбеҙҙең иң “татлы” мә­ленә еттек шикелле. Гран-при кемгә эләкте?
– Эйе, фестивалдә ҡатнашыусылар жюри хөкөмөн түҙемһеҙлек менән көттө. Шулай итеп, гран-приға Учалы районының “Ҡорама” халыҡ театры лайыҡ булды (режиссеры – Ғаяз Ибраһимов). Учалыларҙың шатлығы ташып түгелде! Тамашасыларҙың дәррәү алҡыштары ла был ҡарарҙың хаҡлы булыуын раҫланы. Әйтергә кәрәк, фестиваль һайын “Ҡорама”лар баһалама ағзаларын да, тамаша­сыларҙы ла үҙенсәлектәре менән таң ҡалдыра. Был юлы Ибраһим Абдул­линдың “Айһылыуҙың айлы кистәре” драмаһын ҡуйып һоҡландырҙылар.
– Башҡа еңеү баҫҡыстарын кем­дәр биләне?
– I урынды Мәләүез районының “Ағиҙел” халыҡ театры, (режиссеры – Тәлғәт Мөхәмәҙуллин), II урынды Бело­реттың “Ирәмәл” (Гөлнара Ғилманова), Мишкәнең “У илыш” (Нина Әхмәҙиева), Ишембайҙың Сәрүәр Сайранова исемендәге (Розалия Әхмәтйәнова) халыҡ театрҙары бүлеште. Әбйәлил райо­нының “Йәйғор”, Силәбе өлкәһенең башҡорт халыҡ театры III урынды яуланы. Шулай уҡ төрлө номинацияла еңеүселәр билдәләнде. “Артҡы пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһы – Эльвира Теләүғоло­ваға (Ҡыйғы), “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ” призы Рима Фазыловаға (Яңауыл) эләкте.
– Башҡалар ҙа “өлөш”һөҙ ҡал­мағандыр?
– Фестивалдә ҡатнашҡан бер театр ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бишбүләк районының сыуаш халыҡ театры – “Милли ғөрөф-ғәҙәтте һаҡлаған өсөн”, Архангелдең “Өмөт”ө – “Ижади эҙләнеү өсөн”, Дүртөйлөнөң Зөфәр Солтанов исемендәге театры – “Сит ил классикаһы”, Бәләбәйҙең “Паяц”ы – “Иң яҡшы актерҙар ансамбле”, Яңауылдың “Хәят”ы – “Хәҙерге драматургияны үҫтер­гәне өсөн”, Һамарҙың “Ҡанат­тар”ы “Үҙенсәлекле ижади фекер өсөн” номинацияларына лайыҡ булды. Бәләбәй районы хакимиәтенең махсус призы Дүртөйлө театрына бирелде.
– Киләһе “Алтын тирмә”нең ишеге ҡайҙа асыла икән?
– Халыҡ театрҙары өс йылдан һуң Учалы районында йыйыласаҡ. Ул ҡайҙа үтһә лә, түҙемһеҙлек менән көтәләр, сөнки театр – тормоштоң үҙе.

С. ӘБҮЗӘРОВ
әңгәмәләште.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780