Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейында йола буйынса икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы Дәүләкән районы ижадсылары, “Дим” әҙәби берекмәһе ағзалары. Музей директоры Гөлүзә Арыҫланова, хәтер яңыртып, бүлмәләр менән таныштырып, экскурсия эшләне. “Берекмә Әхиәр ағайҙың ниәте менән ойошторолғайны. Әҙәбиәт йылында халыҡ яҙыусыһының әҫәрҙәрен өйрәнеү даирәһе тағы ла киңәйҙе – әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү буйынса конкурс үткәрҙек. Оҙаҡламай ойоштороласаҡ милли көрәш бәйгеһе лә уның яҡты рухына бағышлана”, – тине ул. “Дим” ағзалары Миңзәлә Хәлилова, Гөлшат Саматова, Фәнүр Низаметдинов, Тәнзилә Юсеева, Әлиә Уразбахтина ҡунаҡтарҙы шиғри күстәнәс менән һыйланы. Әҙәби берекмә эргәһендә эшләп килгән “Шишмәкәй” балалар ижады түңәрәгендә шөғөлләнгән Гөлүзә Әхмәҙиева, Тамара Скороткина, Елена Зинюк, Нигара Акберова, Родион Вәлиев Бөйөк Еңеүгә, мөхәббәт темаларына яҙылған әҫәрҙәре менән берсә тетрәндерҙе, берсә һиҫкәндерҙе. Балалар шағирәһе, педагог Рәсимә Ураҡсинаның яҡташ ҡыҙҙар һәм малайҙар менән даими осрашып, шиғыр байрамдары ойоштороп тороуы бушҡа китмәгән, күрәһең. Әйткәндәй, быйыл улар мәғариф бүлеге ярҙамы менән дөйөм йыйынтыҡ нәшер итергә әҙерләнә. Башлап яҙыусыларҙан алып Әхиәр Хәкимов, Людмила Улицкая, Әмирхан Еники кеүек билдәле әҙиптәрҙең буклеттарын сығарған дәүләкәндәр. Йәнә лә “Әҙиптәр исеме менән бәйле Дәүләкән урамдары” тигән буклет та ҡыҙыҡлы тойолдо: баҡтиһәң, ҡалала Ә. Хәкимов, С. Юлаев, С. Агиш, М. Аҡмулла, А. Карнай, М. Ғафури, М. Йәлил һәм башҡа бик күп яҙыусыларҙың хөрмәтенә арналған урамдар бар икән. “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын яҙып алып киткән В. Далдең исеме лә мәңгеләштерелгән.
Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Ольга Бубнова Әхиәр Хәкимовтың үҙе немец теленә тәржемә иткән “Һатмағыҙсы ерҙе” әҫәрен уҡыны.
Ә. Хәкимов исемендәге премия лауреаты Гөлфирә Ғәскәрова, эпостарҙан башлап бөгөнгө ижадсыларға тиклем мәғлүмәт туплап, “Әҙәби нағыш” республика марафоны уңайынан райондың “Балҡантау” гәзитендә мәҡәлә баҫтырған. Автор “Башҡортостан” гәзите Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ойошторған викторинала ла еңеп сыҡты. Шунда уҡ үҙен тәбрикләп киттек.
Халыҡ яҙыусыһының ҡыҙы, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ғилми-методик бүлегенең баш китапханасыһы Рима Хәкимова төбәктә үткән әҙәби сараларҙа тәүге тапҡыр ҡатнаша. “Атайымды бына инде нисә йыл иң яратҡан байрамы – Еңеү көнө менән ҡотлай алмайым. Уның бар яҡтылығы, ғилеме, белеме – китаптарында. Йорт-музейҙы шундай матур килеш ҡәҙерләп һаҡлауығыҙ, атайымдың ижадын пропагандалауығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәт”, – тине ул, күңеле тулып.
...Дәүләкәндең 3-сө гимназия-интернатына район уҡыусыларының ҡулъяҙмалары хаҡында фекер алышырға юлландыҡ. Заманында Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова, Таңсулпан Бабичева, Биктимер Муллабаев тамамлаған был уҡыу йортон. Бөгөн унда 507 ҡыҙ һәм малай белем ала.
Эҫе йәй көнө тип тормай, шиғыр яҙғандар тамаша залына йыйылды. Рәсимә Ураҡсина, Фәрзәнә Аҡбулатова, Николай Грахов, Олеся Әхмәтрәхимова шиғриәт серҙәре менән уртаҡлашты, ҡулына ҡәләм алған һәр кемгә уңыш теләне.
Ә инде гимназия-интернаттың музейында дәүерҙәр һулышын һаҡлаған ҡомартҡылар ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы. Етәксеһе Рима Шәфиғуллина оҙаҡ йылдар был музейға экспонаттар туплау менән шөғөлләнә. 3-сө гимназия-интернат директоры Рәйлә Дәүләтова Әҙәбиәт йылынан тыш та уҡыу йортонда даими рәүештә яҙыусылар менән осрашыуҙар ойошторолоп тороуын, Ш. Бабичтың тыуыуына 120 йыл айҡанлы кисә үткәрәсәктәре хаҡында хәбәр итте. Әйткәндәй, тап ошо мәктәптә бер кәрәмәткә тарыным. Күптән ишетеп белә инем: атаҡлы шағир фанилыҡтан киткәс, уның исемен малайҙарға ҡушҡандар тип. Әммә кемдәр булыуы хаҡында бер мәғлүмәт тә юҡ ине. “Книга памяти” китабын алып олатайҙарымды эҙләй башлауым булды, Дүртөйлө районының Етембәк ауылында 1924 йылда тыуған егет Саматов Шәйехзада булыуы асыҡланды. Ул 1944 йылда һуғышта хәбәрһеҙ юғалған. Икенсе ҡартатайымды эҙләгәндә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табылды: тап шағир вафат булған йылда Дүртөйлө районының Гөблөкөсөк ауылында Ситдиҡов Зада тыуған. Һирәк бит был исем, әммә шағирына булған һөйөүен халыҡ шулай күрһәткән, күрәһең.
Ҡаланың балалар китапханаһында барыһы ла үҙен әкиәт донъяһына килеп ингәндәй хис итте. Был тиклем сағыу, матур итеп биҙәлер икән китаптар донъяһы! “Кызыл таң” гәзитенең бүлек мөдире, Дәүләкән ҡыҙы Рәзилә Низамова: “Бында килеп инеү менән китап уҡығы килеп китә. Бәләкәстәрҙе ылыҡтырыу юлын тапҡанһығыҙ”, – тип маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе.
...Кискеһен әҙәби-музыкаль кисәгә район халҡы мәҙәниәт һарайына йыйылды. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың Ҡотлау хаты уҡығандан һуң, Бүздәк районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Арыҫланов Дәүләкән районы хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Салауат Хисаметдиновҡа йыл символы – Йылъяҙма- китапты тапшырҙы. Бүздәктәр ҙә буш килмәгәйне, “Урал батыр” эпосынан өҙөк, йырлы сәләм тамашасы күңеленә хуш килде.
Әҙәбиәт йылы ҡайһы бер төбәктәрҙә мәҙәниәт йылына әйләнеп киткән осраҡтар ҙа булды: йыр һәм бейеү өҫтөнлөк итеүенә баҫым яһап әйтәм быныһын. Дәүләкәндәр кисәне тик әҙәбиәтселәр сығышына нигеҙләнеп әҙерләгәйне. Урындағы шағирҙар менән бергә баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар ҙа шиғыр уҡыны, әҙәбиәттең кеше күңелен яҡтыға әйҙәүе хаҡында һөйләне. “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәре, Дәүләкән егете Азат Фазләхмәтов тамашасыларҙы көлкөлө лә, фәһемле лә шиғырҙары менән тәбрикләне. Ә “Берҡаҙан” ҡурайсылар, халыҡ милли музыка ҡоралдары, башҡорт, рус, татар һәм “Әхирәттәр” фольклор ансамблдәре йөрәктәрҙе милли моң бишегендә бәүетте.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың бер әҫәре “Каруан” тип атала. Быуаттарҙан быуаттарға ана шулай ваҡыт каруанында рухиәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ күңелдәрҙән күңелдәргә күсһен!