Үҙенең вагонына барып, ошо ҡатындың балаһын алып киткәненә шаһит булған күршеләрен дә алып килә алмай ине Сафия, китһә, былар икенсе вагонға күсеп ултырасаҡ, ҡасасаҡ, йәшенәсәк йәки, поезд туҡтаһа, төшөп ҡаласаҡ, эҙлә шунан.
Тауышҡа проводница күренде. Теге ҡатын, бынау иҫәр бисә минең баланы алырға итә, тип аңлатты. Ә проводница уға ышанмай булдыра алмай – офицер кителе кейгән олпат ир, ҡатын үҙе лә матур кейемле, дәрәжәле кешеләр икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Минең бала тип бәйләнгән ҡатын — йолҡош ауыл бисәһе, етмәһә, русса ике һүҙҙе лә бәйләй белмәй – уға кем ышанһын? Ул да, был ир менән ҡатын поезға бала менән ултырҙы, тип һөйләй башланы. Ҡыҫҡаһы, тегеләрҙе яҡлап, проводница Сафияға бәйләнеп алды ла китте: ҡайҙа ултырҙың, ниндәй вагонда бараһың, бар, үҙеңдең урыныңа кит, юҡһа киләһе туҡталышта төшөрөп ҡалдырам! Ул Сафияны вагондан көс менән этеп сығарырға маташты, әммә ҡатын эскәмйә янындағы тимер тотҡаға йәбеште лә торҙо, ҡуҙғатып ҡара һин уны!
– Баламды бир! – тип ҡабатланы ул йәнә үҙенең бәләкәсенән күҙен алмай. Шым ғына әйтте, сөнки ҡурҡышынан, тулҡынланыуынан уның ҡысҡырырға, иларға көсө ҡалмағайны. Йөҙө ағарған, балаһына текәлгән Сафия, ысынлап та, аҡылын юғалтҡан кешегә оҡшап тора ине.
Шул арала поезд ҙур станцияға яҡынлашты. Ситтәге ағас өйҙәр йүгереште, боролоштан сыҡҡас, ҙур-ҙур йорттар, завод торбалары күренде. Былар, Сафияның балаһын алған ҡатын менән ир, йыйына башланы. Кем белә инде, бәлки, үҙҙәренең ҡалаларына килеп еткәндәрҙер, бәлки, ошо станцияла төшһәләр, Сафия улар артынан йөрөмәҫ, йөрөһә лә, унан күҙ яҙлыҡтырабыҙ һәм вокзал ығы-зығыһы араһында эҙ яҙҙырабыҙ, тип уйлағандарҙыр. Сумаҙандары ла, төйөнсөк-маҙарҙары ла күренмәй, ҡатын бала менән алдан атланы, ир, һикеләр араһындағы юлды бикләп, ҡатыны артынан төшөргә ынтылған Сафияның юлын ҡаплап барҙы. Поезд туҡтағас, ҡатын етеҙ генә төштө лә ҡалаға ашыҡты – улар ире менән ҡайҙа осрашырға алдан уҡ һөйләшеп ҡуйғандарҙыр, күрәһең, һәм шунда Сафия, әгәр ҙә хәҙер вагондан сыға алмаһа, үҙенең балаһын мәңгегә юғалтасағын аңланы; үҙендә ярһыу әсә көсө тойоп, ул йәштән үк ер эшендә, һәнәк, көрәк, балта тотҡан, ер һөргән (уны юҡҡа ғына ир Сафия тип атамағандар шул), ирҙәрсә көслө һәм еңел Сафия үҙенең алдында барған ирҙе ситкә этте лә вагондан һикереп төшөп, йүгерә-атлай китеп барған ҡатынды ҡыуып етте, тегене ҡыпһыуыр ише эләктерҙе лә ҡысҡырып ебәрҙе:
– Баламды бир!
– Ебәр, юҡһа, хәҙер милиция саҡыртам, – тине ҡатын, сәрелдәп.
Был һүҙ Сафияны айнытып ебәргәндәй булды, ысынлап та, бында милиция, закон һаҡсылары, тәртип һаҡсылары, кәмһетелгәндәрҙең яҡлаусыһы булырға тейеш тәһә!
– Милиция! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Сафия. – Милиция!
Әммә яһил ҡатын милиция менән бик осрашҡыһы килмәне, ахыры, тартылды, килеп еткән ире Сафияның ҡулдарынан тотоп ҡатынынан йолҡа башланы. Сафия балаһының йүргәгенә шундай ныҡ итеп йәбешкәйне, уны ҡатындан тик бала менән бергә генә ысҡындырырға мөмкин ине.
– Бир баламды! Милиция!
Тауышҡа кешеләр йыйылды, бер нәмә лә аңламай, бер-береһенә йәбешкән, ҡысҡырышҡан ике ҡатынға, уларҙы айырырға маташҡан иргә ҡарап тора башланылар.
Ниһайәт, милиционер пәйҙә булды, йыбанып ҡына ҡулын козырек тәңгәленә тейҙерҙе лә йөҙөнә уҫаллыҡ сығарып һораны:
– Ниндәй тауыш ул, ә?
– Беҙ әле генә поездан төштөк. Бынау иҫәр бисә бәйләнде лә беҙҙең баланы алырға итә, оятһыҙ. Һис ҡотолорлоҡ түгел, – тип аңлатты ҡатын.
Милиционер Сафияға русса ҡаты ғына итеп нимәлер әйтте, күрәһең, теге икәүгә шунда уҡ ышанды ла Сафияға быларҙы ебәрергә ҡушты. Әммә Сафия үҙенең балаһына, дөрөҫөрәге, йүргәк хеҙмәтен үтәгән йыуылған иҫке сепрәк киҫәгенә тағы ла нығыраҡ йәбеште.
– Әйҙәгеҙ бүлеккә, шунда асыҡларбыҙ, – тине милиционер. – Граждандар, таралышығыҙ, таралышығыҙ, кеше күргәнегеҙ юҡмы әллә?
– Беҙ бынау поездан төштөк, һуңлауыбыҙ бар. Бына был ҡатынды алып барығыҙ, ә беҙҙе ебәрегеҙ, – тине ҡатын.
– Поезд егерме минут тора, өлгөрөрһөгөҙ, – тип яуапланы милиционер ҡырҡа ғына.
Бүлеккә киттеләр. Сафия балаһының йүргәген ҡулынан ысҡындырмай, ҡатын эргәһенән бара.
Милиция бүлегендә уға ҡысҡырырға керештеләр: ебәр, наконец, баланы. Ул аңланы, ҡулын ысҡындырҙы, әммә, был — минең бала, был икәү минең баланы тартып алды, тип ҡабатланы ла ҡабатланы. Уның әйткәндәренә төшөнмәнеләр, аңламанылар, шуға күрә башҡорт милиционерын саҡырҙылар. Сафия уға был ҡатындың нисек эргәһенә килеп ултырыуын, шунан, иремә күрһәтәм тип, баланы күрше вагонға алып китеүен һәм кире килтермәүен, әле килеп минең бала тип ныҡышыуын һөйләп бирҙе. Башҡорт милиционеры уға ышанды, ул Сафияның хәбәрендә хаҡлыҡ барлығын тойҙо һәм һынсыл ҡарашы менән баланы ураған йүргәктең иҫке, бигүк таҙа булмаған сепрәктең ҡала ҡатынының таҙа кейемдәренә тура килмәгәненә лә иғтибар итте. Үҙенең шиген иптәштәренә лә әйтте – тәүге ҡатынға ышанған йәки ышана яҙған тегеләр икеләнде.
– Һеҙ кемгә ышанаһығыҙ? – тине яһил ҡатын. – Беҙ бына өсәү, ирем, үҙем, бала, ә ул кем, ҡайҙан килеп сыҡҡан бисә һуң?
– Иптәштәр, ҡатынға бәйләнеүегеҙҙе туҡтатаһығыҙмы, юҡмы? Борсолоуҙан уның һөтө юғалыуы ихтимал, – тип ҡыйыу ғына әйтеп ҡуйҙы ҡатындың ире. – Беҙ поезға һуңлайбыҙ.
Офицер кителе кейгән олпат ир һүҙе милиционерҙарға тәьҫир итте – улар Сафияға шиксел ҡаранылар ҙа теге икәүгә:
– Һеҙгә китергә мөмкин, – тинеләр, шунан Сафияға, – ә һиңә бер аҙ тотҡарланырға тура килер. Ҡайҙан киләһең, ҡайҙа китеп бараһың, документтарың бармы?
Ир менән ҡатын милиция бүлегенән поезға ашыҡтылар. Балаһын алып киткәндәренән Сафия бер мәлгә генә ҡатып ҡалды, аяҡтары иҙәндән ҡуҙғалмаҫ булды, күҙ алдары ҡараңғыланды, әммә шунда уҡ тигәндәй әсәлек хисе, әсәлек тойғоһо, үҙенең бәләкәй генә сабыйын һаҡлап йыртҡысҡа ташланған турғай шикелле, үҙендә ғәйрәт табып, алдындағы милиционерҙы ситкә этәреп ебәрҙе лә бүлмәнән атылып сығып, теге икәүҙең артынан йүгерҙе. Әммә ир, бының килгәнен күреп, уға боролдо, уны тотто, ҡосағына алды. Сафия унан ысҡынырға тырышып быны этте, һуғышты, ә шул мәлдә поезд ҡуҙғалды. Ҡатын бала менән ишектән инеп китте. Ир бөтә көсөнә Сафияны артҡа этте лә поезға йүгерҙе. Сафия — уның артынан. Ир ишеккә һикерҙе, Сафия ишеккә еткәйне генә, проводница ишекте шарт япты ла асҡысҡа бикләп тә ҡуйҙы. Сафия тотоноп менә торған тимерҙе эләктерергә генә өлгөрҙө, һәм поезд уны шул килеш алып китте – тәүҙә ул йүгерҙе, поезд шәбәйгәс, әлеге тимергә аҫылынып барҙы, аяҡтары ергә һөйрәлде, әммә ҡулдары, көслө крәҫтиән ҡулдары, тимерҙе ысҡындырманы. Бер ҡулы менән генә эләгеп, аҫылынған көйө ул байтаҡ юл үтте, унан көс-хәл менән аяҡтарын баҫҡысҡа һалды. Көҙгө ҡаршы ел уны кескәй генә баҫҡыстан бәреп төшөрөргә тырышты, үтә һуҡты, өҙгөләне, йолҡто. Ямғыр яуырға кереште, ауыр, тимер кеүек ауыр тамсылар уның ҡулдарына, йөҙөнә һуҡты, йоҡа ғына кейемен лысма һыу итте, һөйәктәренә тиклем һалҡын үтте.
Оҙаҡ, бик оҙаҡ сәғәттәр барҙы Сафия шул килеш. Поезд саҡрым артынан саҡрым һананы. Сафия ошо саҡрымдарҙы иҫен юғалтҡан ҡулдарында тотоноп үтте. Бармаҡтарын айырҙымы, кеше тормошо, улының тормошо икенсе юлдан китәсәк, кем белә, бәлки, бәхетлерәк юлдан да китер, әммә ул — ҡатын-ҡыҙ, ул — әсә, тормоштоң ғәҙелһеҙлегенә, аяуһыҙлығына буйһонорға теләмәй, уның ҡулдары, бармаҡтары тимергә шул ҡәҙәре ныҡ йәбешкән, уны, әйтерһең, ҡуша йәбештереп йәки бәйләп ҡуйғандар.
Ниһайәт, алыҫта, яуған ямғыр ҡараңғылығы аша, ҡала уттары күренде, оҙаҡламай поезд тиҙлеген кәметте һәм күпмелер ваҡыттан һуң станцияға килеп туҡтаны. Вагондың ишеге асылыу менән Сафия проводницаны ситкә этте лә вагон эсенә йомолдо һәм уның балаһын күтәреп сығырға йыйынған теге икәүҙең алдына килеп тә баҫты. Башынан аяғына ҡәҙәр һыуланып, ағарған, эскә батҡан, әммә мөхәббәт, ҡыйыулыҡ менән тулы асыулы күҙҙәр менән баҡты. Тегеләр шаҡ ҡатты, сөнки уны һис көтмәйҙәр ине. Ҡатын юғалып ҡалды, ағарҙы-буҙарҙы, ҡото алынды, ирҙең йөҙөнә ҡараңғылыҡ ятты, ул күҙҙәрен ситкә алды.
– Баламды бир! – ҡалын, ҡалтыранған тауыш менән ҡаты итеп өндәште Сафия.
– Бир! – тип бойорҙо ир быларға ҡарамай ғына. Баланы күкрәгенә ҡыҫҡан килеш, ҡатын ҡапыл түгелеп илап ебәрҙе, күҙ йәштәренә быуыла-быуыла һөйләй башланы:
– Тыңла мине, тыңла, зинһар! Ниңә шулай ҡыланғанымды, бәлки, аңларһың. Балам үле тыуҙы. Бүтән бер ҡасан да балаң булмаясаҡ, тине табип. Беҙ Өфөгә барҙыҡ. Унда, детдомдан бала алып була, тигәйнеләр. Беҙ үҙебеҙ Силәбенән. Мин һинең балаңды күрҙем дә оҡшаттым, яраттым. Бир һин уны миңә! Һин әле йәш, тағы ла табырһың, берҙе түгел, бер нисәне. Аҡса ла бирербеҙ, һағынһаң, беҙгә килеп йөрөрһөң, туғанлашырбыҙ. Мин үтенеп һорайым, инәләм, теләйһеңме, тубыҡланам. Бала таба алмаһам, ирем минең менән йәшәмәйәсәк, китәсәк!
– Бир баламды! – аҡылынан шашыр сиккә еткән Сафия шул уҡ һүҙҙе ҡабатланы.
Шул саҡ ир ҡатынының ҡулынан баланы тартып алды ла Сафияға бирҙе. Сафия балаһын алды, йә тағы тартып алырҙар тигән һымаҡ, ҡабаланып вагондан сыҡты, ҡатын уның артынан эйәрҙе һәм һаман һөйләнеүен белде:
– Ғәфү ит, кисер инде, зинһар!
Һуңынан, тол ҡалғас (Ғәзиз ағай дауаханала үлде), Сафия улын үҙе үҫтерҙе һәм, тағы урлап ҡуймаһындар, берәй бәхетһеҙлек килеп сыға күрмәһен тип, улы өсөн мәңге ҡурҡып йәшәне. Матур, бөтөн киҫәк – уға, үҙе тишек-тошоҡта йөрөнө, малайы өҫтөндәге кейем таҙа һәм ямауһыҙ булды, аяғында ла гел рәтле кейем ине. Балаһын юғалта яҙған ваҡиға әленән-әле иҫенә төшөп торҙо, һуңлап булһа ла үҙенең вагон тышында барған сәғәттәрен хәтерләп, тәндәре зымбырҙап ҡуйғыланы, саҡ ҡына йомшаҡлыҡ күрһәтһә, бармаҡтарын асһа – ул булмаҫ ине. Уйлай-уйлай төрлө хыялдарға ла бирелә: бына теге икәү уның малайын алып китте, ул япа-яңғыҙы тороп ҡалды, бала ла юҡ, ир ҙә юҡ, яратырҙай бер кем юҡ, ә улы, йөрәк майы, үҙенең әсәһе тураһында бер нәмә лә белмәй, сит-ят кешеләрҙә үҫә, әсәй тип бөтөнләй икенсе кешегә өндәшә – бындай саҡтарҙа Сафияға ифрат ҡыйын, ысынлап та, тап шулай килеп сыҡҡан тиерһең. Йыш ҡына поезға ултыра алманым, унан йығылып төштөм, имеш, тип төштәр күрҙе, ә поезд китте, уны һис ҡыуып етерлек түгел, шулай ҙа ул артынан йүгерә, ҡысҡыра, илай, унан ҡото алынып уяна ла, улының янында икәнен күреп, хәҙер инде бәхетенән иларға керешә.
Улы тураһында татлы хыялдары менән йәшәне. Бына ул үҫә, армияла хеҙмәт итеп ҡайта, яңы йорт һала, өйләнә. Килене шул ҡәҙәре һәйбәт, егәрле, күп итеп балалар таба, һәм ул тыныс, етеш тормошҡа ҡәнәғәт булып ҡартайғансы ейәндәрен ҡарай. Тормоштан уға бүтән бер нәмә лә кәрәк түгел.
Ул улын ярата, һаман ярата, өмөтөн аҡламаһа ла ярата ине, үҙен ташлаһа ла, хаттар яҙмаһа ла, иҫерек көйө ауыл урамы буйлап йөрөгән һәм, пенсия аҡсаһын эсеп бөтөрөп, яңынан оҙаҡҡа юғалған ваҡыттарында ла ярата ине. Ул үҙенең һуңғы һулышына тиклем улын яратты, тәҙрә төбөндә ултырып һаман көттө лә көттө...
Әмир ӘМИНЕВ тәржемәһе.