Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ижад миҙгелен тамамланы. Ошо уңайҙан уның художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.– Олег Закир улы, ижад миҙгеле тамамланды. Кәйеф нисек?
– Шөкөр. Был миҙгел беҙҙең өсөн бик ырамлы булды. Байтаҡ эш башҡарылды. Шуға ла беренсе класты тамамлап, каникулға сыҡҡан уҡыусы кеүек хис итәм үҙемде. Күңелдә ниндәйҙер еңеллек тә, шатлыҡ та, ҡәнәғәтлек тә бар. Хәҙер инде ял итһәк тә була.
– Осор театр өсөн нимәһе менән әһәмиәтле булды?
– Беҙҙең бай тарихлы театрыбыҙ үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын байрам итте. Был ваҡиға ижади коллектив өсөн генә түгел, тотош республика мәҙәниәте өсөн бик әһәмиәтле. Шуға ла уны лайыҡлы билдәләүгә барлыҡ көсөбөҙҙө һалдыҡ. Бер миҙгелдә ете премьера булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, Ж.-Б. Мольерҙың “Һаран” комедияһы, Баязит Бикбайҙың “Ҡаһым түрә” драмаһы, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” әҫәрҙәрен сәхнәләштереү репертуарыбыҙҙы байытты. Юбилей уңайынан хеҙмәткәрҙәребеҙҙең юғары дәүләт наградаларын алыуы ла һөйөнөслө. Театрыбыҙҙың тарихын сағылдырған өс томлыҡ китаптың донъя күреүе хаҡында ла әйтмәй булдыра алмайым. Ә инде Мәскәүҙәге бер аҙналыҡ гастролебеҙ үҙе ҙур ҡаҙаныш булып тора.
– Ысынлап та, театр коллективы сит тарафтарҙа йыш сығыш яһай. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләп китһәгеҙ...
– Октябрь айында Мәскәүҙең “Сатирикон” театрында беҙҙең гастролебеҙ үтте. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ: хәҙерге заманда илдең баш ҡалаһында сығыш яһау ҙур сығым талап итә. Ә беҙ унда 92 кеше барҙыҡ. Үҙем заманында шул театрҙа эшләп киткәйнем, шуға яҡшы бәйләнештәбеҙ. “Сатирикон”дың етәксеһе Константин Райкин бер аҙнаға сәхнәне беҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырҙы. Улай ғына ла түгел, беҙгә барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырҙы.
Баш ҡала тамашасыһы, унда йәшәгән яҡташтарыбыҙ һәр сығышыбыҙҙы бик йылы ҡабул итте, сағыу спектаклдәрҙе, театрлаштырылған ҙур концерт программаһын ҡарап кинәнде. “Сатирикон” театры ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа яҡташтар, туғандар һәм дуҫтарҙың осрашыу майҙанына әйләнде тиергә мөмкин.
Был ижади сәфәр беҙҙең өсөн имтихан ине тиһәм, хата булмаҫ. Быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә ниндәй үргә күтәрелгәнбеҙ, ниндәй ҡаҙаныштарыбыҙ бар икәнен күрһәтә алдыҡ. Мәскәүҙәге театр тәнҡитселәре эшмәкәрлегебеҙгә юғары баһа бирҙе, гастролдән артистарыбыҙ ҡанатланып ҡайтты.
Ҡазандағы сығыштарыбыҙ ҙа бик иҫтәлекле булды. Тамашаларҙан һуң Татарстандың театр әһелдәре беҙҙең йәш артистарҙың өлгөрөп етеүен, ролдәрҙе еренә еткереп башҡарыуын билдәләп үтте. Атап әйткәндә, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Ҡунаҡбаев, Урал Әминев, Руслан Хайсаров, Артур Кәбиров, Юнир Ҡоланбаевтарҙың хеҙмәте йылы баһаланды.
– Ижади коллектив Ырымбурҙа театрҙар фестивалендә лә ҡатнашҡайны бит әле...
– Эйе. Унда беҙ I Волга буйы театрҙары фестивалендә сығыш яһаныҡ. Был сараға Башҡортостан, Татарстан, Мари Иле республикалары, Һамар, Һарытау, Ульяновск, Новгород, Пенза өлкәләре, Пермь крайы, шулай уҡ Мәскәү театрҙары саҡырылғайны. Беҙ иһә тамашасыларға “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклын тәҡдим иттек.
Был фестивалдә ниндәйҙер урындар биреү ҡаралмаған, театрҙарҙың бер-береһенең ижад емештәре менән танышып, фекер алышыуын ғына маҡсат итеп ҡуйғандар. Ә шулай ҙа тамашасылар сығышыбыҙҙы йылы ҡабул итте. Һөҙөмтәлә, күпселек халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, коллективыбыҙ “Тамашасылар һөйөүе” номинацияһында тәбрикләнде. Был берҙән-бер һәм төп бүләк ине.
– Йәйге осорҙа театр бөтөнләй эшләмәйме?
– Күпселек артистар хәҙер ялда. Әммә ижади миҙгел тамамланһа ла, театр бикле тормай. Июндә артистарыбыҙ республика буйлап гастролгә сыға. Ҡазанға “Науруз” фестиваленә лә саҡырылдыҡ. Бынан тыш, Өфөлә уҙғарыласаҡ ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитында ла ҡатнашабыҙ. Сит ил ҡунаҡтарына милли рух менән һуғарылған М. Буранғоловтың “Шәүрәкәй”, Б. Бикбайҙың “Ҡаһым түрә”, А. Абушахмановтың “РУДИ – NEVER OFF…” һәм Т. Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” әҫәрҙәрен күрһәтәсәкбеҙ. Ошо тамашалар аша халҡыбыҙҙың тарихы менән таныштырырға ниәтләйбеҙ.
– Киләһе йылға ниндәй ижади пландар ҡораһығыҙ?
– Быйыл бер проектыбыҙ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың грантына лайыҡ булды. Шул иҫәпкә Ҡол Ғәлиҙең “Йософ ҡиссаһы” әҫәре буйынса мюзикл әҙерләйбеҙ. Шулай уҡ режиссерҙар Айрат Абушахманов, Илсур Ҡаҙаҡбаев яңы миҙгелдә ҡыҙыҡлы тамашалар менән ҡыуандырыр тип уйлайым.
– Гәзит уҡыусыларына ниндәй әйтер һүҙегеҙ бар?
– Кешеләр театрға яҡыныраҡ булһын ине. Юғиһә һуңғы осорҙа тамашасыларҙың сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуы ҡәнәғәтләндермәй. Халыҡта матурлыҡҡа, сихри донъяға ынтылыу зауығы булырға тейеш. “Мин – башҡорт” тип күкрәк ҡағыу кешенең патриот икәнлеген аңлатмай. Милләтеңә һөйөү матбуғатҡа, сәнғәткә мөнәсәбәттә сағыла. Битарафлыҡ булмаһын ине.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
әңгәмәләште.