Башҡорттоң данлы улы Рәми Ғарипов менән бер үк фамилия йөрөткән Таңсулпан апай әленән-әле яңы ижади үрҙәр яулай. Уның “Бөйрәкәй” пенталогияһын күптәр яратып уҡый. Ғөмүмән, Таңсулпан Ғарипова әҫәрҙәренең теле иҫ киткес бай һәм һутлы, образдары сағыу, сюжеты арбау ҡеүәһенә эйә...
Яҙыусы, драматург Таңсулпан апай күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән Татарстанда булып ҡайтты. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ – ошо сәфәр хаҡында.– Таңсулпан апай, бер юлы прозала, драматургияла уңышлы эшләгән әҙиптәр һирәк. “Бөйрәкәй” пенталогияһын яҙып, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе таң ҡалдырҙығыҙ. Башҡортостандың, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең театрҙары сәхнәһендә пьесаларығыҙ буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе һоҡланып һәм һыҡтап ҡарайҙар. Татарстанда алған тәьҫораттарығыҙ ниндәйерәк?
– Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡазанға гастролгә йыл һайын бара, Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры менән күптән ижади бәйләнеш тота. Миңә иһә был яҙғы гастролдә театр менән күрше республикаға сәйәхәт ҡылыу бәхете тейҙе. Быға репертуарҙағы “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклы (режиссеры — Олег Ханов) сәбәп булды. Әйтергә кәрәк, гастролдәр ҙур уңыш менән үткән, беҙҙең театр тәҡдим иткән һәр спектаклдә тамаша залы тулы булған, аншлаг менән барған. “Ҡара юрға” Ҡазан гастролдәрен ябыусы спектакль булғас, мин бары уны күрһәтеү ваҡытына ғына барҙым.
Спектакль башланыуға байтаҡ ваҡыт бар ине әле. Мин юрый иртәрәк килдем. Инер ишекте эҙләп йөрөгәндә, артыҡ билет һораусылар осрай. “Камал театры бик ҙур тиҙәр ине, билеттар һатылып бөттөмө икән ни?” – тип уйлап ҡуйҙым. Театр бинаһына ҡарата маҡтау һүҙҙәрен дә ишеткәнем булды – иҫем китмәне: беҙҙең театрҙыҡы, минеңсә, иң шәбе. Мин уны нисек бар, шулай яратам.
Эскә үттем. Татар ҡыҙҙары милли кейемдә билет тикшерә. “Әһә, – тинем эстән. – Май сүлмәге – тышынан. Марканы тоталар!” Һоҡландым был күренешкә. Өҫ кейемен элергә, Милли йәштәр театрындағы кеүек, аҫҡа төшөп китәһең. Насар түгел. “Раздевалка” аҫта булғас, театрҙың фойеһы иркен. Уңда – буфет, ул стеналар менән ҡоршалмаған. Һулда – фонтан, йәшеллек, һәйкәлдәр, ял урындары, актерҙарҙың фоторәсемдәре. Өҫкәрәк менеп, тамашасыларҙы күҙәтәм: ағылалар ҙа ағылалар. Ҡайһылары диҡҡәт менән беҙҙең музыканттарҙы тыңлай. Күренеп тора: ҡурай улар өсөн танһыҡ.
Ҡыңғырау. Тамашасы залына үтәм. Ҙур икән шул! 850 кешелек урын! Быны нисек тултырмаҡ кәрәк? Ә – юҡ. Тулды. Өсөнсө ҡыңғырау ауазы яңғырауға буш урын ҡалманы. Ғәжәп! Ә бит был алтынсы спектакль! Аҙна буйына спектаклгә йөрөп, тамашасыларҙың иң әүҙем өлөшө лә арырға тейеш кеүек ине бит.
Урыным — алтынсы рәттә. Йәнәш урынға дәү генә кеше ҡунаҡланы. Эргә-тирәһендәгеләр менән ихлас күреште, сәләмәтлектәре, хәл-әхүәлдәре менән ҡыҙыҡһынды. Бирелгән һорауҙар һәм яуаптар аша мин был тирәлә ултырғандарҙың театр әһелдәре икәненә төшөндөм. Шунан дәү кеше миңә табан боролдо:
– Һеҙ… Өфөнәнме?
– Эйе.
Улай булғас, һеҙ ни өсөн сәхнәлә түгел, ти бының ҡарашы.
– Мин – драматург.
– Ошо спектаклдекеме?
– Эйе.
Тамаша башланды. Уны йөҙ ҡат ҡарағанмын, шуға кешеләр йөҙөндәге реакцияны күҙәтергә лә өлгөрөп ултырам. Өҙлөкһөҙ алҡыштар… Был дәү кеше шул тиклем көслө сәпәкәй итә – ҡолаҡ тонорлоҡ. Эргәһендә – ҡатыны. Ул нисек түҙәлер? Ниһайәт, антракт. Дәү кеше йәнә минең яҡҡа боролдо:
– Өфөлә был спектакль айына нисә тапҡыр ҡуйыла?
– Башта ике ине, хәҙер — бер.
– Яңылыштығыҙ, Таңсулпан апай, мин бер айҙа дүрт тапҡыр ҡуйылғанын беләм…
– Шулай булды бит әле. Уныһы иҫтән сыҡҡан икән. Теге кеше былай тине: “Мин уны көн һайын ҡарар инем. Был бит — мөғжизә! Бына минең визиткам”.
Уҡыйым: Әнүәр Нуриәхмәт улы Хужәхмәтов. Педагогия фәндәре докторы, профессор. РАГН академигы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм башҡалар. Яуап итеп, мин дә визиткамды һуҙам.
– Мин һеҙҙең бөтә яҙғандарығыҙҙы табып уҡыясаҡмын, – ти Әнүәр әфәнде. –Мотлаҡ!
Тәнәфес ваҡытында, үҙҙәре танып, бер нисә башҡорт эргәмә килде, фотоға төштөк. Татарстандың китап нәшриәтенән килгәндәр:
– Йырҙарҙы икенсе йырсылар башҡармаймы ул? – тип һоранылар.
– Ниңә?
– Һәр актер йырлай бит! Етмәһә, профессиональ кимәлдә. Улай буламы һуң?
– Милли әйбер икән был!
– Иҫ киткес!
Улар менән артыҡ оҙаҡ фекерләшә алманым – мине журналистар әңгәмәгә саҡырҙы.
Кереп урыныма ултырғанда Әнүәр әфәнде эргә-тирәһендәге театр әһелдәре менән ҡыҙып-ҡыҙып әңгәмәләшә ине: “Бына! Академия театры ошолай булырға тейеш! Был, исмаһам, кимәл! Был спектаклдән мин һушты йыя алмай ултырам!” Театр бинаһының ҙурлығы, тамашасыларҙың әүҙемлеге мине лә һуштан яҙҙыра яҙғайны, һөйләшеп киттек. “Беҙҙә, – тине профессор. – Татарстан Республикаһының Приволье университетында 40 мең студент уҡый. Улар менән айына өс тапҡыр “Театр сәғәте” үткәрәбеҙ. Тимәк, һәр студент мотлаҡ рәүештә бөтөн репертуарҙы ҡарап барырға тейеш”. Бына ҡайҙа ята ул татар патриотизмы! Йә мин, Ҡазанды күргәс, уның Европа кимәленә тиңләшкән ҡала булыуына, шәхестәренә ҡуйылған һәйкәлдәрҙең күплегенә, архитектура йәдкәрҙәренең һаҡланыуына ҡарап иҫем киткәйне. Афарин, татарҙар! Мәҙәниәттән, мәғарифтан, сәнғәттән, әҙәбиәттән аҡса йәлләгән дәүләттең киләсәге юҡ. Татарстан нәшриәтендә китап сығарыуға бүленгән аҡсаның квартал аҙағы һайын ҡырҡылыуы ни икәнен белмәйҙәр. Балалар нәфис әҙәбиәте редакцияһы — айырым, шуға күрә олпат яҙыусылар ҙа кескәйҙәр өсөн китап яҙырға һәм нәшер итергә тырышып ята. Ә һүрәттәрҙе нисек яһайҙар? Түләгәс, яһайҙар инде… Эх! Театрға йөрөү, йәштәрҙе милли мәҙәниәткә ылыҡтырыу мәсьәләһе бында ана нисек ҡуйылған!
– Был пьеса ҡуйылғас та уны тәнҡитләүселәр булды. Хәтерегеҙ ҡалманымы?
– Эпос һынлы эпос нигеҙендә яҙылған, башҡорт сәхнәһендә тәүге мюзикл рәүешендә театр арыҫланы Олег Ханов тарафынан сәхнәләштерелгән ошо әйберҙе хатта яҙыусыларҙың да бит осмот ҡынаһы килеп ҡараны, уларҙы мин берәмләп һанап күрһәтә алам. Ошомо патриотизм? Валентин Распутин: “Яҙыусының патриотлығы уның туған телен белеү кимәленә бәйле”, – тип яҙған да бит, улай булһа, беҙҙең яҙыусылар телде насар белә, тип тә әйтеү гонаһ булыр. Уның ҡарауы, спектаклдең әле генераль репетиция вариантын яртылаш ҡына ҡарап (антрактҡа тиклемге өлөшөн), иртәгәһенә үк гәзит биттәрендә көйҙөргөс тәнҡит мәҡәләләре менән утҡа тотоусылар табылды. Бер генә һанда түгел хатта. Һүҙ әйтеп булмай: мәҡәлә аҫтында – уйҙырма фамилия. Ярай әле, “Башҡортостан”да Ринат Камал, “Дан һиңә, башҡорт театры!” тип “Ҡара юрға”ға һәм уның режиссеры Олег Хановҡа һоҡланыу тулы мәҡәлә менән сығыш яһаны. Ә бит мин дә оҙаҡ йылдар матбуғатта эшләнем, үҙем дә яҙҙым (әле лә яҙам), кеше яҙғандарҙы ла әҙерләп бирҙем, әммә шул йылдар дәүерендә, урыҫса әйткәндә, “своя рука – владыка”, тип бер кем йөҙөнә бысраҡ бәрмәнем, үҙемдең “особое положение”нан файҙаланманым. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ — ошо уҡ спектакль Волга буйы театрҙары фестивалендә ун бер театр араһында беренсе урынды алып ҡайтҡас, Мәскәү театр әһелдәренең мюзиклға ҡарата биргән юғары баһаламаларын ишеткәс тә, матбуғатта бер юл мәғлүмәт тә булманы. Бына беҙҙең асыл. Ысынбарлыҡ.
– Спектаклде ҡазандар нисек ҡабул итте?
– Театрҙа халыҡ гөрләтеп ҡул сапты. Ҡайһылары күҙ йәшен һөртә. Мине лә сәхнәгә саҡырҙылар. Спектаклдең композиторы Урал Иҙелбаев, балетмейстеры Сулпан Асҡарова, рәссамы Андрей Нестеров, режиссеры Олег Ханов һәм мин актерҙар менән йәнәш баҫтыҡ. Меңләгән тамашасы шәм кеүек баҫҡан, сиге юҡ кеүек. Был — триумф. Ырымбурҙа ла, Мәскәүҙә лә ул шулай үткән. Ҡаҙағстанда ла шулай буласаҡ. Әҙәбиәт һәм сәнғәттең милли тамырҙарына тоташҡан әйберҙәр бер халыҡты ла битараф ҡалдырмай ул. Юҡҡамы ни Ырымбурҙағы фестиваль ваҡытында Мәскәү тәнҡитселәре: “Был әҫәр, башҡорт әҙәбиәтендә бығаса булмаған хәлдә лә, мотлаҡ яҙылырға тейеш ине”, – тигән. Шулай!..
– Пьесаға ҡарата йылы һүҙҙәр ҙә ишетеп ҡыуанғанһығыҙҙыр...
– Бер ваҡиға тураһында һөйләйем әле. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына профессор Рәйсә Дәүләтбаеваға 75 йәш тулыу айҡанлы тантанаға саҡырылдым. Үҙенең педагогика өлкәһендәге хеҙмәт юлын Баймаҡ районының Күсей ауылында башлаған был феноменаль яҙмышлы кешенең саҡырыуын ҡабул итмәү — иманға хилаф. Барҙым. Ҡунаҡтар күп кенә. Ҡаҙағстандан, Татарстандан килгәндәр ҙә бар. Бөтәһе лә – фән докторҙары, профессорҙар, арҙаҡлы исемдәре булған мәшһүр шәхестәр. Шуларҙың береһе – Фираз Фахраза улы Харисов (сығышы менән Башҡортостандың Яңауыл районыныҡы): “Яңыраҡ Ҡазанда Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре булды. Ҡатыным менән (ул да – фән докторы) алты спектакль ҡараныҡ, — тине. — Иҫ китмәле тамашалар улар! Ниндәй актерҙар, ниндәй оҫталыҡ! Бигерәк тә театрҙың милли тамырлы әҫәрҙәргә мөрәжәғәт итеүе һоҡландырҙы. “Шәүрәкәй” (М. Буранғолов, режиссеры А. Абушахманов) менән башлап, “Ҡара юрға” менән тамамланылар. Һуңғыһына айырым туҡталам, сөнки беҙ ҡатын менән был пьесаны бик боронғо кеше, егерменсе быуаттың башында йәшәгән әҙип ижад иткәндер, юғиһә был ҡәҙәрле халыҡсан тел, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәтте белеү һәм уны бер йөйһөҙ эпос туҡымаһына ҡушыу хәҙерге заман яҙыусыһында ҡайҙан булһын, тип уйлап ултырҙыҡ. Бына спектакль тамам, һәм һеҙҙе мюзиклдың режиссеры сәхнәгә саҡыра, ә һеҙ йылмайып, тере килеш, тамашасыларға ҡарап тораһығыҙ. Һуш алынды! Һеҙҙең был әҫәрҙе яҙыуығыҙ ҙа, режиссерҙың уны бөгөнгө тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп сәхнәләштереүе лә мөғжизә булды татар тамашасыһына. Актерҙар нисек дөрөҫ һайланған! Һәр береһе йырлай, бейей! Залда йәштәр күп ине, улар спектаклде ҡараны тиеү аҙ — йотто. Шул саҡлы рухты күтәрә был әйбер. Уны Өфө генә түгел, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм башҡа театрҙар ҙа ҡуйһын ине. Был әҫәр театр репертуарында гел булырға тейеш! Ошондай спектаклдәр милләттең йәшәүен тәьмин итә, телде һаҡлай, тамырҙарға заман сапҡан балтаны ситкә алып ташлай. Бындай әҫәрҙәр башҡортҡа ғына түгел, татарға ла ҡәҙерле!” – тип һөйләне.
Бына шулай. Аҙаҡ, шәхси әңгәмә ваҡытында, гастролдәр үткәс, Ҡазан матбуғатында һоҡланыу тулы мәҡәләләрҙең бик күп булыуын әйтте профессор.
– Был әҫәрҙе күптән яҙҙығыҙмы? — тип ҡыҙыҡһынды шунан.
– Ҡуйылғанға ҡәҙәр биш йыл ятты.
– Башҡа әйберҙәрегеҙҙең яҙмышы нисек?
– Төрлөсә. Фольклор нигеҙендә яҙған пьесалар, әйтергә кәрәк, оҙаҡ яҙыла. Ауыр эш. Мәҫәлән, “Төштәге йыр” менән “Бәхеткә ҡасҡандар”ҙы бер үк ваҡытта ай эсендә яҙһам, “Тәңкәле ҡыҙ”, “Ғилмияза”, “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”, “Урал менән Шүлгән”гә йылдар китте, иң ҡатмарлыһы — эпос әкиәткә тартып китмәһен. Ошо сикте һаҡлау һәм тотоу бик ауыр.
– Барыһы ла ҡуйылдымы?
– Юҡ. “Урал менән Шүлгән” ята әле...
– Башҡортта фольклор бай шул. Ошо йүнәлештәге эштәр генә бөгөн аҙ һанлы милләттәргә янаған ҡурҡыныстан ҡурсый. Башҡорт дәүләт академия драма театрының йүнәлеше дөрөҫ был йәһәттән. Актерҙар ҙа талантлы, режиссерҙар ҙа. Мин был спектаклде, ошо тиклем итеп тә ҡуйып була икән, тип иҫем китеп ҡарап ултырҙым.
– Ә Ҡазанға алып барған башҡа спектаклдәр тураһында ниндәйерәк фекерҙәр булды?
– Гастролгә барған “Ҡара йөҙҙәр” ҙә (режиссеры — А. Абушахманов) бик матур тәьҫир ҡалдырҙы, тинеләр. Яңыса ҡараш, яңыса фекерләү оҡшаған. Т. Миңнуллиндың “Мин – ҡатын-ҡыҙ”ы шулай уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған.
– Таңсулпан апай, күңелде өйкәгән бер һорауҙы бирәйем әле: һеҙгә әҙәбиәт, театр һөйөүселәр күптән халыҡ яҙыусыһы тигән исемде биргән инде. Ләкин уның рәсмиләштереп ҡуйылмауы ғына эсте бошора...
– Айға ҡарап олоу менән айҙың нуры китмәҫ, тигән дә ул Аҡмулла. Үҙ илендә пәйғәмбәрҙәр булмай, тигәнде лә ишеткән бар. Ярай, пәйғәмбәрҙәр булмаһын да, ти. Ололамаһындар ҙа, ҡәҙер-хөрмәт тә күрһәтмәһендәр, тик... уйламай-нитмәй, елдән еленләп, боҙға быҙауламаһындар ине. Бөтәбеҙгә бер бәләкәй генә республика, зыялыларҙың ауыҙынан ни сығыр, ни әйтерҙәр тип көтөп торған халҡыбыҙ бар йәнә. Милләткә еңел булмаған бер саҡта үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡаҡҡылайбыҙ, саҡҡылайбыҙ... Шуға күрә, һин әйткән “рәсмиләштереү” билдәһеҙ ваҡытҡа сигенә лә сигенә торғандыр...
– Быйыл “Ҡара юрға”ла уйнаған актерҙар Шәйехзада Бабич исемендәге премияға тәҡдим ителде.
– Эйе. Улар – Ирада Фазлаева (Маҡтымһылыу), Руслан Хайсаров (Ҡара юрға), Урал Әминев (Мәсем хан). Алып ҡыуанырға яҙһын.
– ШОС, БРИКС саммитына килгән ҡунаҡтарға ла “Ҡара юрға”ны күрһәтәсәктәр икән тигән хәбәр салынғайны ҡолаҡҡа.
– Башҡорт милли эпосы нигеҙендә яҙылған һәм заман тамашасыһына ярашлы итеп ҡуйылған был мюзиклды бөтә донъя күрәсәк. Мин быға автор булараҡ ҡына түгел, башҡорт булараҡ һөйөнәм!
– Театр әһелдәренә лә әйтер һүҙегеҙ барҙыр, моғайын.
– Театрыбыҙ еңел булмаған шарттарҙа оло маҡсаттар менән йәшәй, үҙенең әсе тир менән тапҡан ижад емештәрен тейәп, әленән-әле оло юлға сыға, милләтем ҡаҙаныштарын туғандар менән уртаҡлаша. Ошолар һөҙөмтәһендә үҙе лә байый, дәрәжәһе арта, абруйы ҙурая. Эштәре еңел түгел. Уларҙың хеҙмәтен бары беҙҙең һөйөү, теләктәшлек, аңлау һәм күтәреү еңеләйтә. Һеҙгә һәр саҡ Хызыр Ильяс юлдаш булһын, хөрмәтле һәм ҡәҙерле сәнғәт әһелдәре!
Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.