Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” – Шишмәлә!
Был төбәктең башҡорт әҙәбиәтенә генә түгел, донъя һүҙ сәнғәтенә биргән маһирының әҫәрҙәрен күп халыҡтар яратып уҡый. Һүҙем – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим хаҡында. Шишмә районында шулай уҡ халыҡ сәсәне Сәйет Исмәғилев, халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудаш, Динис Исламов, Муса Ғәли, Ғәбит Садиҡов, Ғабдулла Байбурин, Йәмил Мостафин, Миңлегөл Хисмәтуллина, Илгиз Кәримов, Закир Зиннәтуллин тыуып үҫкән. Серле Хөсәйенбәк кәшәнәһе урынлашҡан, йырлы Ҡыҙҙар тауы йәйрәп ятҡан ергә ҙур теләк менән аяҡ баҫа әҙәбиәтселәр.
Гәзит уҡыусылар иғтибарына шишмәләрҙең ижад емештәрен тәҡдим итәбеҙ.



Йондоҙҙар
ҡабыҙайыҡ

Был донъяла һәр кемгә лә
Ҡулдан килгән эш лайыҡ.
Беҙ атҡараһы ғәмәл ул –
Йондоҙҙар ҡабыҙайыҡ.
Шиғриәттең зәңгәр күген
Биҙәп янһындар әле.
Был дәүерҙең эҙе булып
Улар ҡалһындар әле.
Һәйкәлдәр ҙә мәңге түгел,
Бер саҡ ватыла бит ул.
Йондоҙ ҙа гел янып тормай,
Йондоҙ атыла бит ул.
Ә бына мин ышанмайым
Йондоҙҙоң һүнеүенә.
Атылһа ла атылыр ул
Ғашиҡтар күңеленә.
Юҡҡамы ни ғүмер буйы
Йырлайбыҙ һөйөү йырын.
Ғашиҡтарҙың йөрәгенә
Йүнәлткән йондоҙ юлын.
Вәсилә БАЯЗИТОВА.

Көҙ

Ағастарҙың япраҡтары
Ҡойолопмо-ҡойола.
Ҡыҙыл, һары, йәшеле бар –
Тап алтындай тойола.

Алтын яуа өҫтөмә,
Ел тибрәтһә аҙ ғына.
Һоҡланғыс был матурлыҡҡа
Ҡарап туйғыһыҙ бына!

Йүгерә-йүгерә атлай берәү
Ҡайындар араһынан.
Был бит алтын нурға сумып,
Көҙ үтеп бара һымаҡ.
Гөлназ АРСЛАНОВА.

* * *
Яратам мин сихри иртәләрҙе,
Фәрештәләр бәхет өләшә.
Тик күңеле асыҡ бәндә генә
Кеше менән һәр саҡ йәнәшә.

Ҡайғы килһә, кемдер ҡәһәрләһә,
Ғәфү итәм уны, ҡыҙғанам...
Яратам мин кеше сәләмләһә,
Күккә һөйөү сөйөп ҡыуанам.

Бирешмәйбеҙ әле беҙ ҙә, ҡустым,
Рулде генә, зинһар, ташлама.
Газға баҫып әллә ҡайҙа остом...
Миңә яңы тормош башлана...
Азалия МУРЗИНА.

Билдәһеҙ һалдатҡа

Һалдат, һиңә йырҙар бағышланым,
Ғәфү итсе, исемең билдәһеҙ.
Тик һаман да тере кешеләрҙәй,
Яҙҙа ҡайтаһығыҙ илгә һеҙ.

Ҡанлы һуғыш аяманы һеҙҙе,
Күпме йәп-йәш ғүмер ҡыйылды.
Батырлығың ғына иҫтә ҡалды,
Тарих биттәренә яҙылды.
Адель НАФИҠОВА.

Йыраҡта, йыраҡта…

Йыраҡта, йыраҡта
Болоттар йөҙәләр.
Кемдәрҙе, нимәне
Улар һуң күрәләр?
Ел йөрөй шаярып,
Ел уйнай япраҡта.
Сәләмдәрме килде
Йыраҡтан йыраҡҡа?
Йыраҡта, йыраҡта
Болоттар, яландар.
Кемдәрҙең йәндәре
Ҡайҙарҙа ҡалғандар?..
Зөлфиә НУРМӨХӘМӘТОВА.

ӘҮЛИӘ ШИШМӘҺЕ

Урман буйы, йәшел ялан,
Тау аҫтында сәй һыуы.
Ҡыҙҙар тауы аша үтә
Тар һуҡмаҡлы һыу юлы.
Шишмә буйы гел мөғжизә –
Хәтфә болон, йәшеллек.
Был тирәне ожмах тиеп,
Бер гонаһһыҙ йәшәрлек!
Хайран ҡалып ҡарап торам,
Тын алмайса, сүгәләп.
Һауалар ҙа бында зәңгәр,
Оса мең-мең күбәләк.
Шишмә башы – яңғыҙ ҡәбер,
Әүлиә зыяраты шул.
Ауылыма гел именлек
Теләп ятҡан кеүек ул.
Күҙ теймәһен, шишмәкәй,
Һиндә шундай ҙур ҡөҙрәт!
Бар Йәрмигә етә һыуың –
Мең-мең тапҡырҙар рәхмәт!
Халҡыбыҙҙың эскән һыуы –
Әүлиә шишмәһендә.
Ус тултырып ҡөҙрәт йотмай,
Туҡтамай китмә һин дә.
Фәниә ВӘЛИУЛЛИНА.

Украина

Украина, халҡың батырлығы
Тарих биттәренә яҙылған.
Һине һис тә ситтә күрге килмәй,
Һин Рәсәй менән бер тамырҙан.
Яуыз йәндәр ҡитғаларҙы бүлә,
Халыҡтарҙы ҡыуа иленән.
Мәхрүм итә балаларҙы ерҙән,
Мәктәптәрҙән, ғәзиз теленән.
Бүленгәнде бүре ашар, тиеп,
Ҡалай дөрөҫ, теүәл әйтелгән.
Урыҫ менән уртаҡ яҙмыш һиңә
Борон-борондан уҡ бирелгән.
Үҙ халҡыңды уйла, Украина,
Туҙҙырылған оя, бул бөтөн.
Һуғыш уты – ул хәсрәтле ялҡын,
Ер йөҙөнән яҙһа милләтең.
Рәзинә ҒҮМӘРОВА.

Сабый ауазы

Бәпес тыуҙы яҡты донъяларға,
Ауаз һалды барса ғаләмгә.
Уның тауыштары бер им булыр
Хатта күңеле туң әҙәмгә.

Кеше һаны арта был ерҙәрҙә,
Һау-сәләмәт үҫ һин, бәләкәс!
Әле һинең бер хәсрәтһеҙ сағың,
Төшөнөрһөң әле ҙур үҫкәс.

Кеше тыуҙы, кеше ауаз һалды,
Ишет, Йыһан, һаҡла сабыйҙы.
Бала тауышына бағышланым
Күңелемдә тыуған саф йырҙы.
Әлфирә МАРАҠАЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779