Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағиҙелдең көсөн арттыра Сәрмәсәндең ярһыу һыуҙары
Ағиҙелдең көсөн арттыра Сәрмәсәндең ярһыу һыуҙары ...Юлыбыҙ – Ҡармасан менән Сәрмәсән төйәгенә табан. Иркен киңлектәргә һоҡланып барғанда, ҡолағыма ат тояҡтарының тауышы ишетелгәндәй була, башҡорттоң данлы тарихы күҙ алдына баҫа: Ялыҡ бей яугирҙәре менән Туҡтамыш хан ғәскәренә ҡушылып, Аҡһаҡ Тимергә ҡаршы алыша. Ғәскәр сафында уның ике улы – Ҡармасан менән Сәрмәсән дә һуғыша. Ҡаты бәрелештә улдары һәләк була. Ялыҡ бей, тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡас, көмөш һыулы йылғаларға улдарының исемен ҡуша...
“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, шағирә Тамара Юлдашева (Искәндәриә) етәкселегендәге төркөм – Шәйехзада Бабич исе­мен­дәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, “Юлдаш” радиоһы хә­бәр­се­һе, яҙыусы Фәрзәнә Аҡ­бу­латова, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары, шағир Әхмәр Үтәбай, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты доценты, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, “Истоки” гәзите хәбәрсеһе Светлана Ғафу­рова, Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәре Ирина Жаринова, Әҙәбиәт музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Регина Фазылова бәрәкәтле Благовар еренә аяҡ баҫты. Ҡунаҡтарҙы район мәҙәниәт һарайы алдында икмәк-тоҙ, йыр-моң менән күңел “ҡолас”ын йәйеп ҡаршыланылар. Район хаки­миәте башлығының социаль мәсьә­ләләр буйынса урынбаҫары Вәхит Ҡадиров, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Татьяна Едих уларҙы хакимиәт башлығы бүлмәһенә саҡырҙы.
Ағиҙелдең көсөн арттыра Сәрмәсәндең ярһыу һыуҙарыХакимиәт башлығы Юрий Козе­мас­лов райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Төбәктә яңы объекттар төҙөлөүе, эш урындары барлыҡҡа килеүе – ҡыуаныслы күренеш.
– Май аҙағында селекция-гибрид үҙәге эшләй башлаясаҡ. Әле сәсеү­ҙең иң ҡыҙған мәле. Төп көсөбөҙҙө шуға йүнәлттек, – тине ул. – Әл­биттә, халыҡтың рухи ихтыяжы иғтибар үҙәгендә тора. Интернет әҙәбиәткә аяҡ сала, тип әйткәндәр бар. Был дөрөҫ түгел, минеңсә. Интернет аша китап уҡып ултырып булмай. Ул быуаттар буйы йәшәй, уның киләсәгенә нөктә ҡуйылмаған.
Һүҙгә Әхмәр Үтәбай ҡушылды:
– Паустовскийҙың шундай һүҙҙә­ре бар: “Әҙәбиәт булмаһа, беҙ һуғышта еңә алмаҫ инек”. Әҙәбиәт йылының Еңеүҙең 70 йыллығына тура килеүе юҡҡа түгелдер!..
– Элек күптәргә уҡыу эләкмәне, – тип дауам итте Юрий Александрович. – Ләкин атайым Твардов­ский­ҙың шиғырҙарын яттан белде. Беҙгә хисләнеп һөйләй торғайны. Йәш­тәрҙе әҙәбиәткә йәлеп итергә кәрәк. Әҙәбиәтте үҙ ағышына ҡуйырға ярамай. Ҡайһы саҡ уҡыусыларҙан, Пушкин йә Толстой кем, тип һораһаң, белмәйҙәр. Рухтың ҡаҡшауы әҙә­биәт уҡымауҙан башлана.
Хакимиәт башлығы менән осра­шыуҙан һуң Благовар ҡәләм тиб­рә­теүселәренең ҡулъяҙмалары тик­шерелде. Нурлан Ғәниев, Яна Әҙһәмова, Альберт Хөснөтдинов, Әлиә Ураҙмәтова, Михаил Морев, Диана Шәүәлиева, Татьяна Әҙһә­мова, Валерия Ефимова, Татьяна Васильева шиғырҙарын уҡып ишет­терҙе. Ҡулъяҙмаларҙы алдан уҡ тикшергән шағирҙар Тамара Юлдашева, Әхмәр Үтәбай, Светлана Ғафурова йәш ҡәләмдәштәренә файҙалы кәңәштәр бирҙе.
Украин ҡыҙы Татьяна Әҙһәмова 20 йәшендә Башҡортостанға күсеп килгән. Тыуған иле хаҡында шиғыр­ҙарын тыңлап, тәндәр семерҙәп китә.
– Әле Украинала мин аңламаған ваҡиғалар бара, – ти ул күҙ йәштәре аша. – Халыҡты “зомби”ға әйләнде­рәләр.
Ағиҙелдең көсөн арттыра Сәрмәсәндең ярһыу һыуҙарыТатьяна тәржемә менән дә шөғөл­ләнә, һүрәт төшөрә. Башҡортос­тан­дың халыҡ шағиры Мостай Кә­рим­дең шиғырҙарын урыҫ телен­дә уҡып ишеттерҙе.
II класта уҡып йөрөгән Татьяна Васильева һуғыш тураһында яҙған шиғырын һөйләне. Шомло уйҙар биләне күңелде: донъяның матур­лығы, атай-әсәй, дуҫтар, бәхетле бала саҡ тураһында ғына уйлар йәштәге бала йөрәгенә лә ингән ҡәһәрле һуғыш һүҙе. Уйлаһаң, ғәжәп тә түгел һымаҡ: телевизорҙың ниндәй каналын асһаң да – һуғыш... Һуғыш... Һуғыш... Хатта йәнһүрәт­тәргә лә килеп инде яу ялҡыны.
Тамара Юлдашева һәләтле тип табылған авторҙарға ҡулъяҙмаһын Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһына алып килергә тәҡдим итте. Улар – Нурлан Ғәниев, Михаил Морев, Татьяна Әҙһәмова.
Артабан ҡунаҡтарҙы райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейына алып килделәр. 9 майҙа музей ишеге асылыуға 20 йыл тулған икән. Был хәтер һарайы юҡҡа ғына Еңеү кө­нөндә асылмаған: Благоварҙан һи­геҙ меңдән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышына киткән, шуларҙың 4920-һе яу юлында һәләк булған. Яҡташ яугирҙәренең батырлығы тураһында музей мөдире Анна Апсаликова ғо­рурланып һөйләне. Музейҙа орден-миҙалдар менән бергә яугирҙәрҙең өскөл хаттары, документтары, шәхси әйберҙәре һаҡлана.
Благоварҙа табылған мамонт мөгөҙө, ташҡа әйләнгән ағас олоно, ҡәбер ташы уйыбыҙҙы быуаттар төпкөлөнә алып осто... Ғөмүмән, экспонаттарға бай музей – үҙе бер “йәнле” дәреслек ул.
Әҙәбиәт байрамы кис район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Ҡунаҡтар фойела Благовар шағир-яҙыусылары Миҙхәт Әбделмәнов, Нурия Измайлова, Фәнүр Ғилманов, Сәриә Әминева, Венера Асаева, Дин Ғафуров, Фәниә Ибраһимова, Әнисә Имаева, Хәмит Бәширов, Әғзәм Йосопов, Лида Хәмитоваларҙың китаптары менән танышты, ошо төбәктең Ҡарғалы ауылында тыуған Та­тар­стан­дың халыҡ яҙыусыһы Әмирхан Еникиҙең, Марьин ауылында донъяға килгәне данлы рәссам Ҡасим Дәүләткилдеевтың ижади күргәҙмәләрен ҡараны.
Әҙәбиәт йылының символын – Йылъяҙма-китапты – Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров, благоварҙарға изге теләктәр инселәп, Юрий Коземасловҡа тап­шырҙы.
– Хөрмәтле ҡунаҡтар, беҙҙең Благовар районында үҙегеҙгә ниндәйҙер яңылыҡ алғанһығыҙҙыр, моғайын, – тине Юрий Александрович. – Әҙәби марафон үтеүе, һис шикһеҙ, хуп­лауға лайыҡ. Ул “йүгереп” кенә үтеп китмәҫ, кешеләр йөрәгенә рухи ҡуҙ һалыр, тип ышанам. Әҙәбиәт булған, бар һәм буласаҡ!
Регина Фазылова мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡот­лауын уҡып ишеттергәндән һуң, сәхнәгә бер-бер артлы йыр-моң оҫталары сыҡты. “Көҙгө” театр студияһы ағзалары Мостай Кәрим­дең “Ҡоштар осорам” тигән шиғырын уҡып һоҡландырҙы. Благовар йырсылары Рәмил Зыязетдинов, Дилә Ғиззәтуллина, Адель Мос­таева, Альберт Яҡупов, Мәхмүт Ибраһимова, Алла Ғилманова, Рөстәм Хатипов­тарҙың йыры йөрәктәрҙе елкен­дерҙе. Бигерәк тә “Шаян йәшлек” ансамбленең башҡорт халыҡ бейеүен башҡарыуы тамашасы күңеленә хуш килде.
Шулай итеп, әҙәбиәт байрамы Благовар ерендә тантана иткәндән һуң, 20 майҙа Шишмә районына йүнәләсәк.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 846

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781