Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт ҡалаһының рух йорто
Башҡорт ҡалаһының рух йорто Әҙәбиәт – дәүер көҙгөһө, үткән менән киләсәкте бәйләр йылъяҙма. Уның йәш быуынды тәрбиәләүгә ғәйәт ҙур өлөш индергәнен һис кем инҡар итмәҫ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа китап уҡыған йәштәр кәмене, күпселек электрон сараларға өҫтөнлөк бирә. Шулай ҙа араларында баҫма әҙәбиәтте яратҡандар байтаҡ. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттары – тап шундайҙарҙан. Абруйлы уҡыу йортонда китап йәнле, рухлы, халҡыбыҙ тарихын ныҡлы белгән маҡсатлы студенттар белем ала.
Әҙәбиәт йылының мәртәбәһен арттырып, бында күптән түгел Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Сибай институтының ойошторолоуына 25 йыл тулыуға арнал­ған сара – “Йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙә әҙәбиәттең өлөшө” тип исемләнгән ғилми-ғәмәли конференция – булды. Унда республика Мәғариф ми­нистрлығының бүлек етәксеһе Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, Бөтә донъя башҡорт­та­ры ҡоролтайының Башҡарма коми­теты­нан Буранбай Күсәбаев, Рәйсә Күз­бә­кова, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, ғалим Мирас Иҙелбаев, яҙыусы Сабир Шәрипов, шағир Хисмәт Юлдашев, Әбйә­лил, Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр райондары вәкилдәре, Сибайҙың башҡорт теле уҡытыусылары һәм башҡалар ҡатнашты. Ҡунаҡтар башта институт алдындағы бюстарға сәс­кә һалды, музей менән танышты, унан студенттар Бөйөк Еңеүгә арнап театр­лаш­тырған тамашаны ҡара­ны. Артабан сара эшлекле шарттарҙа дауам итте.
Башҡорт ҡалаһының рух йорто– Сибай институтында тәрбиә эше хал­ҡыбыҙҙың күркәм йолаларына, ғөрөф-ғә­ҙәтенә таянып алып барыла, – тине сы­ғышында уҡыу йорто директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов. – Мәҫәлән, йыл һайын һабантуй үткәрәбеҙ. Был байрамда уҡыу йылындағы дөйөм эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһала, иң яҡшы уҡытыусылар, студенттар төрлө номинацияларҙа билдәләнә. Һабантуйға ҡаланың башҡа белем усаҡ­тарынан ҡунаҡтар саҡырыла, факультеттар араһында тирмәләр конкурсы, йо­ла­ларҙы сәхнәләштереү буйынса ярыш ойошторола, милли көрәш батырҙары һарыҡ менән бүләкләнә. “Эшҡыуарлыҡ һәм технология” бүле­ген­дә халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен терге­ҙеү йәһәтенән ныҡлы эш алып барыла. Коллектив йәштәрҙе күренекле шәхес­тәре­беҙ өлгөһөндә илһөйәр итеп тәр­биә­ләүгә лә етди иғтибар бүлә. Күре­үегеҙсә, институтҡа килгәндәрҙе шәхес­тә­ребеҙ Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәү­ләт­шина, Зәйнәб Биишева, Мөхәмәт­ша Буран­ғолов­тың бюс­тары ҡаршы ала.
Зиннур Ғөбәйҙулла улы билдәләүенсә, институтта яҙыусылар, журналистар, мә­ҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре менән осра­шыуҙар, кисәләр үткәреү күркәм йолаға әүерелгән. Йәштәргә рухи тәрбиә биреү­ҙең тағы бер юлы – милли матбуғатҡа йыл һайын күпләп яҙылыу, студенттарҙы гәзит-журналға яҡынайтыу.
– Һанап үтелгән эштәребеҙ әлеге кон­ференцияның нигеҙе булып тора, – тине институт директоры. – Был сарала баш­ҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгө торошо, арта­банғы үҫеш мөмкинлектәре билдәләнер, йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә йәмәғәт ойошмаларының өлөшө асыҡла­ныр тигән ышаныстамын.
Артабанғы сығыштарҙа Буранбай Кү­сә­баев тел һәм ер мәсьәләләренә туҡ­тал­һа, Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова мәк­тәп­тәрҙә рухи-әҡлаҡи тәрбиәнең көсә­йеүе, яңы дәреслектәрҙе тап ошо маҡ­сатҡа ярашлы төҙөү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Наил Ғәйетбаев иһә үҙнәшер юлы менән сыға­рылған ҡайһы бер баҫ­маларҙың әҙәбиәт­тең баһаһын төшөрө­үен билдәләне.
– Хәҙер аҡсаһы булған һәр кем китап сығара башланы, – тине әҙип. – Уларҙың байтағының кимәле йәнле әҙәбиәттең йәмен ала, яҙыусының абруйына янай.
Наил Ғәйетбаев шулай уҡ йәштәр ара­һында “Тарихи әҙәби проза” тигән конкурс иғлан ителгәне хаҡында белдереп, унда әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Яҙыусы Сабир Шәрипов иһә китап уҡыған кеше­ләрҙең аҙая барыуы, һөҙөмтәлә баҫма­ларҙың магазин кәштәләрендә саңланып ятыуы тураһында әсенеп һөйләне. Әҙип ауыл мәктәптәрен яптырмай һаҡлап ҡал­ған, милли матбуғатҡа яҙылыуҙа ярҙам иткән рухлы милләттәштәребеҙҙе “халҡы­ның ысын патриоты” тип атаны. Ә яҙыусы һәм ғалим Мирас Иҙелбаев: “Ошондай ҙур йыйын үткәреп, барлыҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү мөмкинлеген биргән Сибай институты етәкселеге илһө­йәрлек өлгөһөн күрһәтте”, – тине.
Хисмәт Юлдашев иһә тамашасыға тә­рән фәлсәфәүи, тормошсан шиғырҙарын бүләк итте. Алыҫ Себерҙә эшләгән шағирҙың күңел кисерештәре киң ине.
– Рух һарайы, әҙәбиәт мәккәһе икән ул Сибай институты, – тине Хисмәт Хәсән улы. – Һоҡланыуымдың иге-сиге юҡ. Си­бай еренә аяҡ баҫҡандан бирле күңелем тулҡынланыуҙан туҡтамай: бында халҡы­быҙ­ҙың мәшһүр “Урал батыр” эпосы яҙып алынған, замандашым, күренекле шағир Рәйес Түләктең яҡты эҙҙәре һаҡланған, институт алдында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, әҙәбиәт йондоҙҙары Шәйехза­да Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Бии­шева, Рәми Ғариповтың һындары ҡар­шы ала, диуарҙарҙа – күренекле рәс­сам­дарыбыҙҙың картиналары, һәр ерҙә башҡорт рухы аңҡый... Йәштәрҙең баш­ҡортса һөйләшеүе сылтырап аҡҡан шишмәне хәтерләткәндәй. Ә инде уларҙың һәр һүҙеңде йотлоғоп, рухланып тыңлауы үҙе үк ижадҡа илһам бирә.
Пленар ултырыштан һуң конференция эше дүрт секцияла дауам итте, һуңынан резолюция ҡабул ителде. Фойела Баш­ҡорт­остан “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан китаптар һатылды, яҙыусылар автограф бирҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780