Ғүмерҙәр үткән һайын артта ҡалған йылдар йышыраҡ иҫкә төшә. Ирекһеҙҙән инде мәңге кире ҡайтмаҫ йәшлек дәүерҙәре күҙ алдына килә лә бөткөһөҙ уйҙарға һала. Хәҙерге көн юғарылығынан сығып, уларҙы барлайһың, үҙеңсә һығымталар яһайһың. Хәтирәләр йомғағын тағата торғас, кем менәндер уртаҡлашҡы килә. Беҙҙең арттан килеүселәргә фәһем өсөн. Ысынлап та, тәжрибә уртаҡлашыу – борон-борондан килгән йола. Шунһыҙ йәмғиәттең алға китеше юҡтыр ҙа әле. Булған хәлдә лә, бик әкрен тиҙлектәлер. Илле йыл ижад менән шөғөлләнгән кеше булараҡ, һөйләр һүҙем, уртаҡлашаһы фекерҙәрем – әҙәбиәт, шиғриәт тураһында. Улар әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡан йәш быуынға ҡыҙыҡлы булыуы бар. Әлбиттә, заман башҡа – заң башҡа. Шулай ҙа, ижадҡа ҡағылышлы үҙгәрмәй торған ҡанун бар, ул – талап, талап һәм тағы бер тапҡыр талап. Ә ул инде әҙәбиәттәге кимәлгә бәйле тыуған зарурлыҡ. Йәғни милли шиғриәттең, прозаның яуланған юғарылыҡтан түбән төшмәүе өсөн хәстәрлек күреүҙең бер төрө. Шунһыҙ ижадта прогресс, алға китеш юҡтыр, моғайын.Шуныһын әйтергә кәрәк: был турала яҙырға тотоноуыма 2014 йылдың ноябрендә Сибай ҡалаһында уҙғарылған йәш ижадсылар конференцияһы сәбәпсе булды. Дөрөҫөрәге, башҡорт шиғриәте секцияһында ҡатнашыусылар менән йәнле аралашыу барышында тыуған фекерҙәр. Бындай сараларҙа ҡатнашыусылар яҡшы белә: ҡулъяҙмаларҙы тикшерер алдынан авторға төрлө һорауҙар биреү ғәҙәте бар. Уныһы ижадҡа ылығыусының эске донъяһын тулыраҡ күҙ алдына килтерер өсөн үҙенсә бер тест.
Шиғриәт секцияһында туғыҙ авторҙың ҡулъяҙмаһына анализ бирелде. Уларҙың һәр береһенән тиерлек беҙ секция етәксеһе Тамара Юлдашева менән ошолайыраҡ һорайбыҙ: “Башҡорт шиғриәтенән кемдәр күңелегеҙгә яҡын?”, “Уларҙың ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?”, “Донъя әҙәбиәте классиктарынан кемдәрҙең ижады менән танышһығыҙ?”, “Хәҙерге башҡорт шиғриәтендәге йәштәрҙән кемдәрҙе уҡығанығыҙ бар?” Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәрҙең бер-икеһенән башҡа, уларҙан төплө яуап ишетергә тура килмәне. Дөрөҫөн әйткәндә, хатта үҙҙәрен ижадҡа бағышларға йыйыныусылар ҙа әҙәби китап уҡымауын, башҡорт шиғриәте менән өҫтән-мөҫтән генә таныш булыуын күрһәтте. Ә бит үҙ халҡыңдың ауыҙ-тел ижадын өйрәнмәйенсә, бығаса ижад ителгән шиғриәт һәм проза өлгөләрен камил белмәйенсә, уларҙан өйрәнмәйенсә, нисек итеп лайыҡлы әҫәр яҙмаҡ кәрәк?
Мин ул конференция барышында йәшлегемдең бер осоро үткән әлеге шул Сибай ҡалаһына уйҙарымда ғына сәйәхәт ҡылғайным. Әрме хеҙмәтенән һуң ундағы интернат-мәктәптә эшләп йөрөгән саҡ. Эштән бушаған арала шиғриәт менән һаташып, әллә ниҙәр яҙырға маташып йөрөгән илаһи мәлдәр.
Шиғриәт, ғөмүмән, әҙәбиәт ниндәйҙер мөғжизәләр тулы тылсымлы донъя булып күҙ алдына баҫа. Ул ваҡытта инде мин, яҙыусылар даирәһе теле менән әйткәндә, күҙгә күренгәнмен: “Совет Башҡортостаны” гәзитендә, “Ағиҙел” журналында шиғри шәлкемдәрем донъя күргән. Шулай ҙа үҙемдең әҙәбиәт өлкәһендә белемем әҙ икәнен тоям, милли әҙәбиәт үрнәктәрен һәм донъя әҙәбиәте өлгөләрен өйрәнеү кәрәк икәнен һиҙемләйем. Сөнки, әлеге лә баяғы, әҙәбиәтте илаһилаштырыу сәбәпле, уның алдында оло яуаплылыҡ тойғоһо кисерәм. Әлеге кәмселегемде бер аҙ булһа ла төҙәтеү өсөн, үҙ алдыма белем алыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым – көнө-төнө тиерлек китаптар уҡыйым.
1971 йылдың йәйендә Көнбайыш Европаның антик шиғриәт өлгөләре тупланған кирбес ҡалынлығы китап тотоп, әлеге көндә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты ултырған ерҙәге ҡола яланда ғүмерҙә ишетмәгән Боккаччо, Петрарка әҫәрҙәрен уҡып ятҡаным әлегеләй хәтеремдә. Ғөмүмән, ул йылдарҙа үҙемдең наҙанлығым өҫтөндә күп эшләгәнмен икән. Бына, ниндәйҙер ғиллә менән 1971 йылда уҡылған китаптарҙың исемлеге килеп сыҡты ҡағыҙҙар араһынан: Эмиль Золя: “Париж” (из цикла “Три города”), “Творчество”, “Деньги”, “Доктор Паскаль”, “Разгром” (из цикла “Ругон-Маккары”); Шекспир: “Ромео и Джульетта”, “Гамлет”, “Король Лир”, “Макбет”, “Антоний и Клеопатра”; Бальзак: “Блеск и нищета куртизанок”, “Тайна княгини Кадиньяк”, “Шагреневая кожа”, “Элексир долголетия”, “Красная гостиница”, “Мэтр Корнелиус”, “Неведомый шедевр”, “Поиски абсолюта”, “Драма на берегу моря”, “Прощенный Мельмот”; М. Зощенко: “Возвращенная молодость”, “Голубая книга”; Ли: “Чингиз-хан”; “Жизнь замечательных людей” серияһынан: “Бальзак”, “Артем”, “Домье”, “Боливар”, “Кулибин”, “Марат”; “Дидро”, “Прометей”, “Назым Хикмәт”, “Шиллер”, “Семенов-Тян-Шанский”; “Очерки по истории Башкирской АССР”, “Очерки исторической этнографии башкир”. Күренеүенсә, бер йыл эсендә уҡылған китаптар байтаҡ, һәм ул минең белемгә ни тиклем һыуһағанлыҡты күрһәтеүе менән ҡыҙыҡлы. Икенсенән, үҙҙәрен әҙәби ижадҡа бағышларға йыйыныусыларға ниндәйҙер кимәлдә ишара ла ята бында. Тик быны һанап сығыуым маһайыу, кәпәренеү өсөн түгел, әлеге лә баяғы, фәһем өсөн. Ошо урында үҙемдең ысын мәғәнәһендә ер булып оялыуым тураһында әйтеп үткем килә.
Был хәл 1990 йылдарҙа булды. Бер көн Учалы урамында күренекле яҙыусы Талха Ғиниәтуллин менән уның тәүге ҡатыны Әлиә апай осраны. Улар йәйгелеккә Мәскәүҙән Ураҙ ауылындағы йорттарына ҡайтҡан икән. Икеһе лә шундай шат, көләс. Һөйләшеп киттек. Мин ул саҡта Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары вазифаһын башҡара инем. Һүҙебеҙ әҙәбиәт юҫығына боролдо. Талха ағай миңә: “Сит ил яҙыусыларының ҡайһылары күңелеңә яҡын, хәҙергеләрҙән кемдәрҙең ижадтары оҡшай?”, – тигәнерәк һорауҙар бирә. Ә мин – ыҡ-мыҡ, ни “а”, ни “б”. Ә Талха ағай берсә Көньяҡ Америка яҙыусыларын һөйләй, ижадтарының ыңғай һәм кире яҡтарын билдәләй, берсә француз, испан әҙәбиәттәренә күсә. Бәғзеләренең әҫәрҙәрен түгел, үҙҙәрен дә ишеткәнем юҡ. Ағайҙың һөйләгәндәрен тыңлап, белмәгәнемә ғәрләнеп, оялғаным һаман иҫтә.
Был хәтирәм дә бер кинәйә: белемгә ынтылыуҙың, өйрәнеүҙең сиге юҡ. Элекке яҙмаларымды ҡабатлау булһа ла, әйтеп үтеүҙе кәрәк табам: Шостакович, бөтә донъяға мәшһүр композитор булып танылғас та, әйтер булған: “Мин үҙемде һөнәри формала тотоу өсөн көн һайын ике сәғәт Иоганн Себастьян Бахтың полифоник әҫәрҙәрен фортепианола уйнап алам”. Был һүҙҙәрҙе шәрехләп тороу артыҡ, минеңсә. Был тәңгәлдә фәһем алырлыҡ шәхестәр беҙҙең арала ла булды. Шуларҙың береһе – Назар Нәжми. Бер ваҡыт уны тыуған көнө менән ҡотларға өйөнә барҙым. Бер аҙ әңгәмәләшеп ултырыу бәхете тейҙе арҙаҡлы шағир менән. Күберәген Назар ағай һөйләне, мин, арлы-бирле һүҙ ҡыҫтырып, тыңлап ултырҙым. Уның бөтөн башҡорт әҙәбиәтендә, бигерәк тә шиғриәтендә, хәбәрҙар булыуына һоҡланыуҙарым һаман хәтеремдә. Айырыуса, бөгөнгө шиғриәт, йәштәр ижады хаҡында иркен, белеп фекер йөрөтә ине ул. Тимәк, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ тиҫтерҙәренең генә түгел, ә ижадта тәүге аҙымдарын яһаусы йәш шағирҙарҙың китаптарын да уҡып барған. Аңлауымса, был уға әҙәбиәтебеҙҙең пульсын тойоп йәшәргә һәм ижад итергә ярҙам иткәндер.
Ғөмүмән, ул замандарҙа (уҙған быуатта) әҙәбиәткә ҡараш бөтөнләй башҡаса ине. Был ижадҡа килеүселәргә ҡарата булған мөнәсәбәттә лә асыҡ сағылды. Ихласлыҡ, ысын дуҫтарса теләктәшлек мөхите хөкөм һөргән ваҡыттарҙа ижадҡа килеүселәр уны яҡшы хәтерләйҙер, моғайын. Буш һүҙ булмаһын өсөн, быны миҫал менән нығытып үтәйек. Мәҫәлән, 1979 йылда уҙғарылған шиғриәт секцияһы ултырышында ҡатнашыусыларҙың исемлегенә күҙ һалайыҡ: Рафаэль Сафин, Мөхөтдин Тажи, Абдулхаҡ Игебаев, Йыһат Солтанов, Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев, Әнисә Таһирова, Гөлфиә Юнысова, Рәшит Шәкүр, Сафуан Әлибаев, Факиһа Туғыҙбаева, Хәсән Назар, Барый Ноғоманов, Сөләймән Муллабаев, Фәүзиә Рәхимғолова, Риф Тойғонов, Рәшит Солтангәрәев. Ул замандарҙа СССР Яҙыусылар союзы ағзалары хәҙерге менән сағыштырғанда ике-өс тапҡыр әҙерәк булыуын уйлаһаң, уларҙың шундай ултырыштарҙа дәррәү ҡатнашыуы һоҡланыу тойғоһо уята. (Сағыштырыу өсөн: 1967 йылда баҫылған белешмәлә иҫән булған Союз ағзаларының һаны – 67, 1988 йылда – 134. Тимәк, беҙ һүҙ алып барған дәүерҙә СССР Яҙыусылар союзы ағзаларының дөйөм һаны 100 самаһы булған). Бөгөн Яҙыусылар союзы ағзаларының иҫәбе 250-нән ашып китте буғай. Шуның менән бергә секция ултырыштарында ҡатнашыусыларҙың һаны артты микән? Бик икеле. Әлбиттә, исем өсөн ҡатнашырға ла булалыр. Әммә ҡоро ҡатнашыу түгел, әлеге йыйылыштарҙа, семинар-конференцияларҙа фекереңде белдереү ҙә зарур бит әле.
Үрҙә телгә алған баяғы шиғриәт секцияһы ултырышында тикшереүҙә ҡатнашыусылар ҙа байтаҡ булған. Мәҫәлән, минең икенсе китапҡа тип әҙерләгән ҡулъяҙмаға Йыһат Солтанов, Хәсән Назар, Әнисә Таһирова, Абдулхаҡ Игебаев, Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев, Рафаэль Сафин үҙ фекерҙәрен белдергән, теләк-кәңәштәрен әйткән. Хәтерләүемсә, ултырыштарҙағы һөйләшеү бик принципиаль була торғайны. Етешһеҙлектәр күҙгә бәреп әйтелә ине. Мәҫәлән, минең ашыҡ-бошоғораҡ итеп әҙерләнгән ҡулъяҙмаға ҡарата ни тиелгән: “...Ләкин былар менән бергә (уңышлы яҡтары) уның ижадында үтә шәхси шиғырҙар ҙа өҫтөнлөк итеүсән. Ҡайһы бер шиғырҙарында тамамланмағанлыҡ, ҡоро хәбәр итеү үҙен ныҡ һиҙҙерә, ҡайһы берҙәрендә яңылыҡ юҡ. Бигерәк тә бөгөнгө көн темаһының етешмәүе күренә. Йәш авторға, йыйынтығын яңынан ҡарап сығып, етешһеҙлектәрен бөтөрөп, күберәк гражданлыҡ рухлы шиғырҙар өҫтәргә кәңәш бирелде һәм, оҙаҡҡа һуҙмайынса, поэзия секцияһы бюроһы ултырышында яңынан тикшерергә, тигән ҡарар сығарылды”.
Талапсанлыҡ, принципиаллек тураһында һүҙ сыҡҡас, бынан алдараҡ – 1974 йылдың 16 ғинуарында уҙғарылған поэзия секцияһы ултырышындағы ҡайһы бер сығыштарға диҡҡәт итәйек. Унда Бөрйәндән хәҙер инде мәрхүм шағир Инсур Йәһүҙин менән минең ҡулъяҙма тикшереүгә ҡуйылғайны. Шунда сығыш яһаған шағирҙарҙың тәнҡит һүҙҙәре – өҫтәге фекерҙәргә асыҡ дәлил. Уларҙың маҡтау һүҙҙәрен төшөрөп ҡалдырып, етешһеҙлектәргә ҡағылғандарын ғына килтерергә булдым. Абдулхаҡ Игебаев: “...Ләкин бына тарих менән артыҡ мауығыу ярамаҫ ине. Беҙ шундай ярһыу заманда йәшәйбеҙ бит. Бөгөнгө заман уҡыусыһының зауығына ярашлы, заман тураһында шиғырҙарҙы күберәк күрге килә. Бер үк тематик планға ҡоролған шиғырҙар ялҡыта төшә. Йәшәгән ере тураһында, тәбиғәткә һоҡланып яҙылған шиғырҙары юҡ...” Гәрсә, ултырышта ҡатнашҡан Вафа Әхмәҙиев Абдулхаҡ ағайға ҡапма-ҡаршы фекер әйтә: “...Мин бында уның шиғырҙарындағы тарихилыҡты айырым билдәләп үтер инем. Тарихты инҡар итеү – халыҡтың үткәнен белергә теләмәү ул. Ғөмүмән, тарихты белмәгән шағирҙы шағир тип әйтеүе лә ҡыйындыр. Бөтә эш – тарихты белеүҙә генә түгел, ә шуны бөгөнгө көнгә бәйләп, объектив итеп күрһәтә белеүҙә...” Хәсән Назар: “...Бынан алдағы фекерҙәргә ҡушылам һәм ҡайһы бер етешһеҙлектәргә туҡталып китмәксемен. Ҡайһы бер саҡта аҡыл һатыуға ҡоролған шиғырҙар осраштырып ҡуя. Стилизацияға тартым рифмалар байтаҡ. Һүҙ менән ул бик һаҡ эш итә, ләкин ҡайһы бер ерҙәрҙә осраған ҡытыршылыҡтар йәнде көйҙөрөп ҡуя...” Рауил Бикбаев: “...Ләкин уның ижадында, ысынлап та, замансараҡ яҙылған, үҙ быуыны тураһында яҙылған шиғырҙарҙы күрге килә. Был көйө лә уның шиғырҙарын һис шикһеҙ йыйынтыҡ итеп күреп була. Ләкин һәләтенә ҡарап был уға төҫ булмаҫ кеүек. Тағы ла бер тапҡыр ентекләп ҡарап сығырға, өлкән ағайҙарҙың әйткәндәренән сығып йәнә бер яҡшылап эшләп сығырға тура килер...”
Ошо йәһәттән, минең тәүге ҡулъяҙмама ҡарата яҙылған рецензияһында Рәми Ғарипов та дөйөм ижадҡа ҡағылған фекерҙәрен бик ҡәтғи белдерә: “...Һуңғы йылдарҙа шиғриәткә килеүсе йәштәр араһында яңы исемдәрҙең бик һирәк күренеүе, күренгәндәренең дә дөйөм һүҙ ағымы эсендә юғалып ҡалыуы, ә инде бер-ике китап сығарғандарының, бик маһайып китеп, ижади яҡтан үҫмәйенсә, бер урында тапанып тороуҙары бик хәүефләндерә. Был күренештә, әлбиттә, бөтәбеҙҙең дә ғәйеп барҙыр. Ҡайһы бер йәштәрҙе гражданлыҡ һәм ижади яҡтан етлекмәгән көйө ашығып Союзға алыу ҙа, нәшриәт һәм редакцияларҙа профессиональ талапсанлыҡтың етешмәүе лә һәм ысын поэзияны ялғандан айыра барырға тейеш булған әҙәби тәнҡиттең ғәмһеҙ булыуы ла ижади торғонлоҡҡа килтерә торғандыр. Ә ижад булмағанда һүҙ генә күбәйә. Быны бигерәк тә шиғыр кисәләрендә ныҡ тояһың. Ҡайһы берәүҙәрҙең шиғыр тигәнен тыңлайһың да, ни хаҡында булды әле был, тип аптырайһың. Һүҙҙәр, һүҙҙәр, һүҙҙәр!.. Ә күңелдә был һүҙҙәр шарламаһынан бер-ике ынйы бөртөгөнән башҡа бер ни ҙә тороп ҡалмай. Уларын да әле ҡасандыр, кемдеңдер китабынан уҡыған булғанға ғына ҡолаҡҡа элеп ҡалаһың.
Әлбиттә, былай һүҙ менән уйнаш итеүҙең шиғриәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Ә был һүҙҙәр йыйылмаһы китап булып сыға икән, был бары һүҙ менән кәсеп итеү генә. Анһат кәсеп, әлбиттә! Ә шиғриәткә бынан күпме зыян! ...Кәсепселәр бит һүҙҙең бәҫен ебәреп кенә ҡалмай, ә үҙҙәренә саҡлым әйтелгән шиғри фекерҙәрҙең дә, башҡалар тапҡан шиғри табыштарҙың да тәүге сафлығын, күркен, йәмен мәсхәрә итә, уҡыусының күңелен биҙҙерә. Ундайҙар тик әҙергә хәҙер генә булып йәшәйҙәр. Әҙер темалар, әҙер формалар, әҙер образдар менән эш итәләр. Уларҙың кешеләргә әйтер һүҙҙәре лә, башҡаларҙан айырылып торған йөҙҙәре лә, үҙ донъялары ла юҡ. Ҡыҫҡаһы, үҙ шәхестәре юҡ. Ундайҙар үҙе ҡурҡа, үҙе йолҡа тигәндәй, башта ҡыйыуһыҙыраҡ булһалар ҙа, үҙҙәренә һүҙ әйтеүсе-нитеүсе булмағанын күреп, тора-бара хатта көпә-көндөҙ, күҙгә ҡарап ҡараҡлыҡ ҡыла башлайҙар. Башҡаларҙың рухи милкенә законлы хужа булып алалар. Ә ҡарауылсы – тәнҡит бабай – һөрән һалаһы урынға, үҙенең кандидатлыҡ толобона төрөнөп, докторлыҡ төштәрен күреп, йоҡлай бирә. Йоҡоһонан уянған хәлдә лә күрер нәмәне күрмәй үтә, ә күрмәҫтәйен ҡапшап таба, хатта тешһеҙ урты менән һурып сығара...”
Әгәр иғтибар итһәгеҙ, был ҡаты, әммә ғәҙел һүҙҙәр 40 йыл элек – ул саҡтағы ижади мөхиттә сағыштырмаса тотороҡлолоҡ хөкөм һөргән замандарҙа яҙылған. Бәлки, ул беҙгә – баш ҡаланан ситтә йәшәгән йәштәргә, шулай тойолған ғыналыр. Ләкин нисек кенә булмаһын, Рәми ағайҙың әсе ысынбарлыҡты сағылдырған был фекерҙәре бөгөн дә көнүҙәк. Әйтерһең, улар ҡырҡ йыл элек түгел, ә кисә генә ҡағыҙға төшкән. Беҙҙең әҙәбиәттәге бөгөнгө хәлдәрҙе күрһә, уның кимәле өсөн йәне һыҙлаған ағайыбыҙ ни әйтер ине икән? Моғайын, әҙәбиәтте кәсеп тип кенә ҡарамаған һирәк яҙыусыларҙың фекерҙәре менән уныҡы тап килер ҙә былай тиер ине: “Халыҡ рухиәтенең мөһим тармағы булған әҙәбиәттә лә ахырызаман етеп килә, ҡәләмдәштәр!”
Архивымда һаҡланған ҡайһы бер документтарҙы ҡараштырам да: “Ул дәүерҙәрҙә Яҙыусылар союзы секцияларының вәкәләттәре арыу ғына булған икән”, – тип уйлап ҡуям. Бына, СССР Яҙыусылар союзына ҡабул итеүгә ҡағылышлы бер протоколдың күсермәһе. Унда һүҙ секция тарафынан мине Союзға тәҡдим итеү тураһында бара. Уның эстәлеген һөйләп тормаҫтан, был йыйылышта ҡатнашҡан ҡәләмдәштәремде һанап сыҡҡым килә: Муса Ғәли, Хәким Ғиләжев, Абдулхаҡ Игебаев, Йыһат Солтанов, Әсхәл Әхмәтҡужин, Сафуан Әлибаев, Рәшит Шәкүр, Тимер Йосопов, Риф Мифтахов, Ирек Кинйәбулатов, Әнисә Таһирова, Ғәлим Дәүләтов, Вафа Әхмәҙиев. Был ваҡиға (шәхсән минең өсөн) 1983 йылдың 14 ғинуарында булған. Күреүегеҙсә, ул саҡта Союз ағзаларының һаны 100 самаһы булыуға ҡарамаҫтан, ҡәләмдәштәр дәррәү ҡатнашҡан. Был ул дәүерҙә яҙыусы ағайҙарымдың әҙәби процесҡа битараф булмауҙары, ижадта хөкөм һөргән рухи күтәрелеш хаҡында һөйләй. Бөгөн шул матур традиция дауам итәме икән? Ә бит уйлап ҡараһаң, Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул итеүгә ҡағылышлы төп документ тап шул секцияларҙан булырға һәм ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткәндә ул протокол хәл иткес роль уйнарға тейеш.
Юғарыла уҙған быуатта әҙәби мөхитебеҙҙәге сағыштырмаса тотороҡлолоҡ хаҡында әйтеп кителде. Был тотороҡлолоҡто ижадҡа килеүсе йәштәргә ҡарата (ғөмүмән, яҙыусыға ҡарата) ҡуйылған талапсанлыҡтан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Мәҫәлән, минең икенсе китабымдың ҡулъяҙмаһы ике тапҡыр тикшерелде шиғриәт секцияһында – 1979 йылда секция ултырышында һәм 1980 йылда поэзия секцияһы бюроһында. Шул уҡ һүҙҙе гәзит-журналдар редакцияларында әҙәби әҫәрҙәргә ҡарата талаптарға ҡарата ла әйтеп була. Бына көндәлегемә теркәп ҡуйған бер хәтирә: “Ирмәктең бала сағы” тигән автобиографик повесты тамамлап, Әмир Әминевкә ебәрҙем, ул ҡотлап хат яҙҙы, симпатичный әйбер яҙғанһың, тигән. “Пионер” журналына тәҡдим итеп ҡарайым, тигәйне, унан аҙаҡ хаты килгәне юҡ әле...” (1983 йыл, 31 март). “...Әмир “Ирмәктең бала сағы” повесының ҡалған экземплярын һалған, кәрәк булыр, тип. Уны Әмир “Пионер” журналына биргән. Факиһа, уҡып сығып, оҡшатҡан. Әле, уҡып сығам, тип, Динис ағай үҙе алды, тип яҙған...” (1983 йыл, 18 апрель). Бала саҡ хәтирәләренә таянып яҙылған был повесть донъя күрмәне – ул етлекмәгән булып сыҡты. Ул ваҡытта “Пионер” журналында эшләгән Факиһа Туғыҙбаева аҙаҡ яҙғанса, “арҡа һөйәге” булмай сыҡты.
Хәҙер шул повесть йоратын ҡарап сығам да, ваҡытында дөрөҫ һүҙ әйткән редакция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт уҡыйым, сөнки бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, уны әҫәр тип әйтерлек тә түгел. Ул яҙмаларҙы бала сағымда булып үткән ҡыҙыҡлы һәм ғибрәтле хәлдәрҙән туҡылған штрихтар тип атаһаң, дөрөҫөрәк булыр. Ошонан сығып, һорау тыуа: ә киң мәғлүмәт сараларындағы бөгөнгө хеҙмәткәрҙәргә талапсанлыҡты күтәрергә ни ҡамасаулай? Әшнәлекме был, әллә “мин – һиңә, һин – миңә” принцибының бер сағылышымы? Нисек кенә булмаһын, гәзит-журналдарыбыҙҙа ҡайһы саҡта бөтөнләй түбән сифатлы әйберҙәр баҫыла башланы. Ана, яңыраҡ берәү жанрын билдәләр өсөн тотош ғилми-тикшеренеү талап ителгән бер яҙмаһын “роман” тип баҫтырҙы. Ошо урында нисек итеп олуғ яҙыусы Әхиәр Хәкимовтың әсенеүен иҫкә алмайһың: “... Роман тибеҙ, ә уның (ҡәҙимге асылында) мөхәббәт тарихынан үҫеп сыҡҡан жанр икәнлеге онотолоп бара. Үҙәктә – кеше, уның яҙмышы, характеры. Роман өсөн иң күркәм төшөнсәләр: донъя – инсан, йәшәйеш – үлем, һөйөү – мәкер, яҡшы – яман, яҡшылыҡ – яуызлыҡ, сафлыҡ – боҙоҡлоҡ антитезалары. Персонаждың хатта Квазимодо булыуы ихтимал!..”
Эш шуға барып етә: ҡайһы бер һөмһөҙ заттар урындарҙағы ултырыш ҡарарын һанға һуҡмайынса, ниндәйҙер юлдарын табып, әлеге “әҫәр”ен республика матбуғатында баҫтырып сығара, улай ғына ла түгел, китап итеп нәшер иттерә. Миҫалмы? Рәхим итегеҙ. Бынан ун йыл элек Учалы яҙыусылар ойошмаһының бер ағзаһының ҡулъяҙмаһы тикшереүгә ҡуйылды. Унда бик принципиаль һөйләшеү булды. Шул уңайҙан яҙған рецензиямдан өҙөктәр килтерәйем: “...Әлбиттә, был әйтелгәндәр әҙәбиәткә ҡуйылған бик юғары талаптарҙан сығып яҙылды. Ләкин ижад – үҙе бит мәңге камиллыҡҡа ынтылыу, һүҙҙе сәнғәт дәрәжәһенә күтәреү. Бының өсөн инде үҙен ижадҡа арнаған кешенән ниндәйҙер дәрәжәлә фиҙакәрлек талап ителә. Хатта ҡайһы бер нәмәләрҙе ҡорбан итеү иҫәбенә хеҙмәт, хеҙмәт һәм тағы бер тапҡыр хеҙмәт! Шул саҡта ғына әҙәбиәт ҡуйған ҡатҡыл талаптарҙың бер өлөшөн генә үтәргә мөмкиндер. Әгәр ҙә инде үҙ-үҙеңә сикһеҙ ышанып, тәкәбберләнеп, башҡалар кәңәшенә ҡолаҡ һалмаҫ дәрәжәлә мин-минләнеп һәм һауаланып, ижади хеҙмәттән ниндәйҙер матди файҙа өмөт итеп яҙыуға тотонаһың икән – бының уңышһыҙлыҡ менән тамамланасағы көн кеүек асыҡ...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телгә алынған әҫәрендә Фәләнә Фәләнова кемдәндер ишеткән йәки уйлап сығарылған бер ваҡиғаны баштан аҙаҡҡаса хронологик тәртиптә һөйләп сығыу менән сикләнгән. Ә бит әҙәби әҫәр, башта әйтелгәнсә, бөтөнләй башҡа закондарға буйһона. Унда ыҡсым сюжет та, композиция ла, һүрәтләү саралары ла, ваҡиғаларҙың көсөргәнешле үҫеше лә, характерҙар бәрелеше лә, телдең һығылмалылығы ла, драматизм да (хатта трагизм) үҙ урынында булырға тейеш. Был әҫәрҙә, мәҫәлән, сюжет урынына – фабула, ә һүрәтләү (изображение) юҡ дәрәжәһендә... Һәр бер яҙыусы үҙенең яҙыу стилен булдырырға тейеш. Шул саҡта ғына ижадсы ниндәйҙер уңышҡа өлгәшә ала. Ә авторҙың был әҫәрендә бер ниндәй ҙә стиль күрмәнем, уны урыҫса хатта “отсутствие всякого стиля” тип билдәләп булыр ине. Бында бары яһалма, ағас тел генә күрҙем мин...
Ижадсының башҡа компоненттарҙы белмәүе ғәжәп түгел – уларҙың йылдар үтеү менән килеүе ихтимал. Ни өсөн тигәндә, әҙәбиәт теорияһын уҡый-уҡый оҫталыҡҡа ирешкән яҙыусылар бар. Ә инде яҙыусының төп ҡоралы булған телде белмәү – бөтөнләй насар. Ул ҡоралһыҙ көйө һуғышҡа атлыҡҡан яугирҙе хәтерләтә. Ир маҡтаныр, ҡорал эшләр, ти халыҡ мәҡәле. Шуның шикелле, бында ла (хикәйә тип аталған яҙмала) шундай тәьҫорат тыуа. Нисек инде ижад тиклем ижадҡа тотонорға йөрьәт иткәс, телде өйрәнмәҫкә!.. Дөйөмләштереп әйткәндә, авторға башҡорт, урыҫ һәм донъя әҙәбиәте өлгөләрен күберәк уҡырға, уларға анализ яһап өйрәнергә тәҡдим итер инем. Телде тәрәндәнерәк белергә, һөйләм төҙөлөшөнә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк. Әҙәбиәт ғилемен өйрәнеү ҙә тик файҙаға ғына буласаҡ, юҡһа әҙәби әҫәрҙең ни икәнен белмәй тороп, ижадҡа тотоноусы, Мәккәнең ҡайһы тарафта икәнен асыҡламайынса, хажға юлланған әҙәмгә оҡшаған. Тормошто тағы ла тәрәндәнерәк өйрәнеү ҙә зыян итмәҫ ине, сөнки әҙәбиәт сит тәғлимәтте халыҡҡа көсләп тағыусы партия идеологияһы түгел, унда әҙер ҡанундар юҡ...”
Бына ошолай әҙәбиәтебеҙҙең кимәлен уйлап, изге ниәттән сығып яҙылғайны был кәңәштәр һәм теләктәр. Йәнәһе, авторға эшлекле фекерҙәр әйтәм. Ләкин баяғы Фәләнә Фәләнова тигәнебеҙ быны бөтөнләй икенсе төрлө аңлаған булып сыҡты, сөнки уның был әҫәре шул көйөнсә матбуғат биттәрендә күренде, аҙаҡтан китап булып та баҫылды. Ҡайҙа ул тәжрибәле яҙыусыларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу, фәһем алыу! Ваҡытлы матбуғатты аңлап та була кеүек, ә бына китап нәшриәтен аңлауы ҡыйыныраҡ барыбер – ул бит быуаттар һуҙымында китап палаталарында, китапханаларҙа һаҡланып, халыҡтың рухи зауығын тәрбиәләй торған әйбер!
Шулай ҙа әҙәбиәттең, ғөмүмән, рухиәттең торошо өсөн хәстәрлек күрергә тейешле кешеләрҙең яуаплы яуапһыҙлығы аптырата. Бына шуның йәнә бер миҫалы. Берәү шул тиклем Яҙыусылар союзы ағзаһы булырға хыяллана, уны бөтә ғүмеренең маҡсаты итеп күрә. Гәрсә, Союз ағзаһы булыу әлегәсә һис кемгә дан-шөһрәт өҫтәгәне юҡ. Шулай уҡ ижади һәләт тә өҫтәмәй ул. Мин ошо хаҡта дүрт юллыҡ ҡына бер шиғыр ҙа яҙғайным яңыраҡ:
Союз кенәгәһе дан өҫтәмәй,
Арттырмай ул һинең талантты.
Киреһенсә, һиңә ике тапҡыр
Артығыраҡ ҡуя талапты.
Ә был ваҡиғаға үҙем шаһит булдым. Республика йәш шағирҙар конференцияһы бара ине. Бер мәл әле лә арабыҙҙа йөрөп ятҡан яҙыусы семинарҙа ҡатнашыусы йәш шағирәнең урта ҡулдан да түбәнерәк шиғырҙарын күккә күтәреп маҡтай башламаһынмы!.. Мин, аптырап, эргәмдә ултырған Хәсән Назарҙан һорайым: “Был ни ғиллә?” Хәсән ағай әйтә: “Маҡталыусының ата-әсәһе бынау оппонентҡа бер мискә бал вәғәҙә иткән”. Бына һиңә мә! Шул көнгә лә ҡалдыҡмы ни? Намыҫ менән выждандың хаҡы хәҙер таналар, мискә-мискә балдар менән үлсәнәме икән? Әгәр иҫән булһа, Рәми ағай ни тиер ине икән быға? Ә бит мәрхүм олпат ағайыбыҙ ҙа, әле лә арабыҙҙа йөрөп ятҡан баяғы яҙыусы ла үҙҙәрен Рәми Ғариповтың шәкерттәре тип иҫәпләнеләр. Тимәк, уларҙың был һүҙҙәре ихластан булмаған, тимәк, ысын-ысындан халыҡ шағирының исеме менән бары тик һатыу иткәндәр.
Уф!.. Быларҙы яҙғанда һеҙ түгел, үҙем ытырғанып ҡуйҙым. Тик ни ҡылмаҡ кәрәк, кемдер ярып һалырға тейештер бит ижади мөхитебеҙҙе, маҡтаныуҙан алыҫ торған хәлебеҙҙе. Улайһа, ниңә ҙурҙан ҡубып Әҙәбиәт йылын иғлан итергә? Ошондай кире күренештәргә сик ҡуйыр өсөн түгелме ни? Икенсенән, беҙҙең арттан һөрлөгөшөп килгән йәштәребеҙ бар – уларға ниндәйҙер һабаҡ булыр, үҙҙәренә тейешле фәһем вә ғибрәт алырҙар, бәлки.
Талапсанлыҡ тигәс, уҙған быуаттың 70 – 90-сы йылдары иҫкә төшә. Ул саҡта Урал аръяғында ике ҙур әҙәби берләшмә эшләп килде: Сибайҙа – “Ирәндек”, Учалыла – “Урал йәшмәләре”. Был берләшмәләрҙә ысын мәғәнәһендә әҙәби мөхит булдырылғайны. Күрәһең, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы был мәсьәләгә етди иғтибар биргән, сөнки идара янында йәштәр менән эшләү комиссияһы булдырылғайны (комиссия рәйесе – Рәшит Солтангәрәев). Бер-беребеҙҙе дәртләндереп, сәмләнешеп ижад иткән йылдар булды ул. Берләшмә ултырыштарына Учалы, Белорет райондарынан ғына түгел, хатта Бөрйәндән Самат Ғәбиҙуллин менән Инсур Йәһүҙин мәрхүмдәр килеп етә торғайны. Был берләшмәлә ҡанат нығытҡан Рәүеф Насиров, Гүзәл Ғәлиева, Таңсулпан Ғарипова, Рәмзилә Хисаметдинова, Эдгар Вилданов, Фәрит Хәсәнов, Инсур Йәһүҙин, Самат Ғәбиҙуллин, Нурислам Шәйхулов, Гүзәл Ситдиҡова һәм ошо юлдарҙың авторы аҙаҡтан Яҙыусылар союзы ағзалары булып китте.
Шуныһы бигерәк тә иғтибарға лайыҡ: “Урал йәшмәләре” әҙәби берләшмәһе эшендә әүҙем ҡатнашып, унда ижади сынығыу алған әлеге Союз ағзалары аҙаҡтан да үҙ яҙғандарына һәм, ғөмүмән, әҙәбиәткә ғәйәт талапсан ҡараштары менән айырылып торҙо. Әҙәби мөхит тигәс, шул иҫтә ҡалған: берләшмә ултырыштарында бер-беребеҙҙең әҫәрҙәренә иҫ киткес талапсан, принципиаль позициянан сығып анализ яһалды, башҡорт әҙәбиәтенең бәҫен төшөрмәү, уның кимәлен тейешле юғарылыҡта тотоу өсөн хәстәрлек күрелде. Бына шуны дәлилләүсе бер миҫал. Ул “Серп и Молот” гәзитенең дубляжы булған “Ураҡ һәм Сүкеш”тә баҫылған ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт. Унда шундай юлдар бар: “... Ултырышта ҡатнашыусы Фәрит Билалов менән Эдгар Вилдановтарҙың шиғырҙарын матбуғатҡа тәҡдим итергә тигән ҡарар сығарылды...” Эйе, 40 йыл элек йәмәғәт башланғысында ғына эшмәкәрлек алып барған ябай әҙәби берләшмәлә ошондай етди талапсанлыҡ хөкөм һөргән. Ә Өфөләге Яҙыусылар союзы һәм уның янындағы секциялар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә бит унда әлеге авторҙарҙың шиғырҙарын республика матбуғатына түгел, ә Учалылағы район гәзитенә тәҡдим итеү тураһында һүҙ бара. Берләшмә етәкселәре тарафынан да, гәзит мөхәррирҙәре яғынан да ижадҡа ошондай ҡараш йәшәгәндә, үҙ-үҙеңә талапсан булмай ҡара!..
Өфө яҙыусыларын иҫкә алғас, әҙәбиәттең артҡы ишеген бик ҡаты биктә тотҡан ағайҙар күҙ алдына килә. Уларҙың береһе мәрхүм – Рәми Ғарипов, икенсеһе – Назар Нәжми. Хәтерләүемсә, икеһе лә шиғриәттәге яһалмалыҡҡа, ижадтағы һөмһөҙлөккә, өҙгөслөккә ҡарата иҫ киткес принципиаль булды. Гәрсә, һәләтлеләргә ғәжәп киң күңелле, ихлас инеләр. Быға Рәми ағайҙың йәш шағирҙар ижадына яҙған рецензиялары, Назар Нәжмиҙең “Күңел сәхифәләре” китабындағы тәҡриздәре шаһит. Ә бит заманында уларҙы ла тар күңеллелектә, бәйләнсеклектә ғәйепләүселәр табыла ине.
Рәми Ғариповтың дөйөм әҙәби ижадҡа ҡағылышлы фекерҙәре менән уҡыусыны бер аҙ таныштырып киткәйнек инде. Бына Назар ағайҙың да шул турала әсенеп яҙып ҡалдырғандарына диҡҡәт итәйек: “... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “мин шағирмын” тип күкрәк һуғыусылар, “үҙеңде шағир итеп тоймай тороп, шиғыр яҙыу мөмкин түгел” тип әйтеүселәр ҙә бар... Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта шиғырҙары аша бары ике кешенең исемен хәтерләйем: береһе – Рауил Ниғмәтуллин, икенсеһе – Мәүлит Ямалетдинов. Ваҡытында шундай танышыу Рәшит Назаров менән булғайны. Бындайҙар – өмөтлө танышыу, ә икенсе төрлөләрҙе өмөтһөҙ танышыу тип атар инем – ундайҙар күңелгә әҫәрҙәре, ижадтары аша инмәй, ә үҙҙәре күҙеңә кереп бара... Күп йылдар буйына “йөрәк аҡылы” менән түгел, “аҡыл аҡылы” менән (был һүҙҙәр урыҫ шағиры Феттыҡы) яҙылған шиғырҙар хөкөм һөрҙө, ундай шиғырҙар эталон итеп алынды һәм “аҡыллы” шағирҙарға “аҡыллы” шиғырҙар менән оҡшарға тырышыу китте...”
Шиғриәт тураһындағы мәҡәләләремдә мин бик йыш ҡына: “Шағирҙар – тыумыштан шағирҙар” тигән латиндан килгән тәҡбирҙе иҫкә алам. Минең мәҡәләләремде уҡыусылар булһа, уларҙа хәтерҙә ҡалырлыҡ берәй фекер табылмаған хәлдә лә, шул латин әйтеменә күҙ һалыусылар һәм уның хаҡында уйланыусылар табылдымы икән? Был һорауҙы ҡуйғанда мин шиғыр яҙыусыларҙы – ҡарттарын да, яңы яҙа башлаған йәштәрҙе лә – күҙ уңында тотам. Минеңсә, был әйтем һәр шиғыр яҙыусы уйлауынса, уға түгел, ә башҡаларға ҡағыла тип фараз итеүҙән килеп сыҡҡанлыҡтан, беҙҙең гәзит һәм журнал биттәрен шиғыр булмаған шиғырҙарҙың баҫып алыуы дауам итә. Ә үҙ сиратында кешеләрҙе шиғыр яҙыу сиренән ҡотолдороу ситен, шуның өсөн сейле-бешле шиғырҙар ағымы туҡталмаясаҡ, уны беҙҙең ысынбарлыҡта бер нисек тә туҡтатып булмаясаҡ...
Һуңғы йылдарҙа шиғриәт еләклегендә еләк табыуы бик еңел түгел. Шиғриәт яланын сүп баҫты, был бик ҡыҙғаныс хәл. Эйе, бөртөк-бөртөк булһа ла ысын шиғырҙарҙың донъяла күренеүе был ҡыҙғаныс хәлдән ҡотолоу өмөтөн уята... Эт эсәге кеүек оҙон, ләкин шиғыр булмаған шиғырҙарҙы уҡыһаң йәки тыңлаһаң, кешеләр шул тиклем һүҙҙе нисек таба икән, тип аптырайһың... Талант тигәндән, әле беҙҙең бер ҡәләмдәшебеҙҙең күптән түгел “Литературная газета”ла баҫылған әңгәмәһендәге бер “асышы” ғәжәпләндерҙе. Имеш, “В добрые, старые времена посредственность боялась таланта. Теперь же посредственность держит талант в страхе – дескать, пришло наше время”. “Тәүбә!” тип ҡуйҙым эсемдән генә. Ысын талантты, ысын шағирҙы “посредственность” ҡына түгел, хатта батшалар ҙа ҡурҡыта алманы. “Посредственность” ҡурҡытыуы аҫтында йәшәгән шағир, ғөмүмән, шағир түгел... Талантлы шағирҙар һирәк булған кеүек, талантлы ысын тәнҡитселәр ҙә һирәк була икән. Тормошта, асылда, ысын талантлы тәнҡитселәрҙе таланттар ғына тыуҙыра ала торғандыр. Хәҙерге көндә бынамын тигән тәнҡитселәрҙе тыуҙыра алырлыҡ, бынамын тигән таланттар бармы һуң? Был һорауға яуап биреүе ауыр. Уртасалар уртасаларҙы тыуҙырыуы мөмкин, ә ул әҙәбиәттә ваҡиға була аламы һуң?.. Минең китапханамда “Русская поэзия 19 века” тигән ҡалын ғына бер китап бар. Шунда Державиндан башлап Иван Бунинға ҡәҙәр һанаһаң, 157 шағир булған, шуларҙың өсөһө генә – ҡатын-ҡыҙ. Ҡабатлайым: бер бөтөн быуатҡа, етмәһә, бөйөк урыҫ әҙәбиәтендә!
Башҡортостан яҙыусыларының 1996 йылғы исемлегендә, йәғни Союзда ағза булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы махсус һананым: 34 кеше, шуларҙың икеһе инде мәрхүмә. Кәтибә Кинйәбулатованы иҫкә алмағанда, һуңғы ун биш-егерме йыл эсендә – 31 яҙыусы ҡатын-ҡыҙ. Күпһенеүме был? Һис юҡ! Был – ижад итергә, яҙырға шарттар тыуҙырылған, беҙҙең илдә бөтә эш тармаҡтарында ҡатын-ҡыҙ ирҙәрҙе алмаштыра ала тигән мәсьәләне иҫбатлай ала торған факторҙар, 19-сы быуат менән сағыштырғанда, 20-се быуаттың яңы күренештәре. Был күренеш, йәғни тиҫтәләп-тиҫтәләп ир-ат менән бергә ҡатын-ҡыҙҙың да әҙәбиәткә килеүе әҙәбиәтте үҫтереүҙә, әҙәбиәтте тыуҙырыуҙа ниндәй роль уйнай һуң? Был яңы күренеш әҙәбиәткә яңылыҡ индерәлерме, яңы күренеш булып балҡый алалырмы? Шулар араһынан ысын шиғриәтте табып буламы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был инде ҡартлыҡ ғәләмәтелер, уларҙың барыһының да исемдәрен белеп бөтөрөп булмай, ә исемдәр, ғәҙәттә, шиғриәттә китаптар аша түгел, ә айырым-айырым шиғырҙар аша асыла. Мәҫәлән, бына был китаптың беренсе шиғырындағы беренсе юлында уҡ: “Шиғыр яҙам – әйтерһең дә, сигеү сигәм”, – тигән һүҙҙәрҙе уҡыйһың икән, ул китаптың башҡа шиғырҙарын, ғөмүмән, шағирәнең башҡа әйберҙәрен уҡып барыуҙың хәжәте юҡ. Сигеү сигеү – урыҫса әйткәндә, “рукоделие”. Евгений Евтушенко булһа кәрәк, хатта Анна Ахматованың шиғырҙарын “рукоделие” тип яҙып сыҡҡайны. Бөйөк Ахматова!..
Ә беҙҙең был шағирәбеҙ шиғыр яҙыуҙы үҙе “рукоделие” тип атай икән, уға ни әйтәһең инде? Икенсе бер шағирә икенсе бер шағирәнең “Ҡамыр йәйәм, әйтерһең дә, шиғыр яҙам” тигән юлдарын шиғриәттең өлгөһө итеп докладында һөйләй икән, икеһенең дә шиғриәте ни кимәлдә икәнлеген аңлата түгелме һуң?..
“Шиғриәтебеҙҙә поэтик күренештәрҙе анализлай алырлыҡ тәнҡит юҡ, уның булыуы мөмкин дә түгел һәм кәрәге лә бармы икән? Һирәк-һаяҡ теге йәки был шиғыр китабы хаҡында мәҡәлә сыҡҡылай башланы, әммә мәҡәләләрҙә шиғыр тураһында фекер йөрөтөүҙәр – ташҡа үлсәйем...” (Назар Нәжми. “Күңел сәхифәләре”, Өфө: “Китап”, 1999). Күренеүенсә, ике халыҡ шағиры ла үҙ заманының әҙәби кимәле өсөн борсолған, шиғриәттәге кире күренештәргә ҡарата мөнәсәбәттәрен белдерергә тырышҡан. Был уларҙың һыҙланыулы фекерҙәрендә айырым-асыҡ тойола, мәрхүм әҙиптәребеҙҙең эске донъяларын асып һала, гражданлыҡ позицияларын билдәләй.
Бөгөнгө көндә лә иҫ киткес актуаль булған был яҙмаларҙы уҡыйһың да, беҙҙән өлкәнерәк быуын шағирҙарының ни тиклем принципиаль һәм ижадҡа ни дәрәжәлә бирелгән булыуҙарына ғәжәп итәһең. Иң мөһиме – әҙәбиәткә ни ҡәҙәр тоғролоҡ, уның алдында ни тиклем яуаплылыҡ тойғоһо! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милләттең рухи зауығын хәстәрләү үткән быуаттарҙа ғына тороп ҡалды – шуны танымай булмай. Бөгөнгө замандың иң үткер ҡәләмле тәнҡитсеһе, шағир Фәнил Күзбәков та шул уҡ фекерҙе әйтә биреп ҡуйҙы: “...Әҙәби процесс шундайыраҡ дәүер кисерә шул: көслө тауышлылар, йылғыр бәндәләр, һөмһөҙҙәр алда бара. Уларҙы туҡтатырлыҡ көс, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә күренмәй...” (“Ватандаш”, 2014, № 11).
Бер ыңғайҙан, әҙәбиәттең артҡы ишеген бик ныҡ биктә тотҡан әлеге ағайҙарҙың ҡатын-ҡыҙҙар ижадына мөнәсәбәттәре мәсьәләһенә туҡталып китке килә, сөнки ул бик сетерекле һәм уғата нәзәкәтле өлкә. Хәҙерге көндә, Назар ағай әйтмешләй, “тиҫтәләп-тиҫтәләп” ижадҡа урғылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәғзеләре уларҙы ифрат тар күңеллелектә, енси бүленеш буйынса инҡар итеүҙә, үҙҙәрен йәберләргә маташыуҙа ғәйепләүе бар. Ләкин, асылда, был бик зарарлы һәм хата фекер. Юғарыла телгә алынған әҙиптәрҙең яҙғандарын иғтибарлап уҡыһаң, уларҙың шиғриәтте енси айырмалыҡ буйынса бүлмәүҙәре аңлашыла. Улар өсөн берҙән-бер һәм мәңгелек критерий – талант. Миҫал өсөн Назар ағайҙың Кәтибә Кинйәбулатова, Сажиҙә Сөләймәнова ижадтарына бағышланған рецензияларын, Рәми ағайҙың мәрхүмә Флүзә Әхмәҙиеваның йыйынтығына ҡарата яҙылған тәҡризен килтерергә булалыр. Бөгөнгө шағирәләребеҙ ҙә рәсми тәнҡиттең иғтибар үҙәгендә, тип әйтергә нигеҙ бар. Мәҫәлән, Ғайса Хөсәйеновтың ижади портреттары, Фәнил Күзбәковтың, Әнғәм Хәбировтың айырым әҙибәләр ижадына бағышланған тәнҡит мәҡәләләре.
Ошо урынға еткәс, күңелгә бер шик төштө: был өлкәгә ҡағылышлы хәтирәләрҙе яңыртыусы булараҡ, минең үҙемде лә тар күңеллелектә һәм енес буйынса дискриминация менән шөғөлләнеүҙә ғәйепләүселәр табылмаҫ тимә! Шулай уйламаһындар өсөн, үҙемдең йәштәштәрем менән йәшерәктәр ижадына ҡағылышлы рецензияларымды барлап сыҡтым. Китаптарға яҙылған тәнҡит мәҡәләләремдең күбеһе ҡатын-ҡыҙ шиғриәтенә арналған булып сыҡты: Лариса Абдуллина, Зөлфирә Ҡарағужина, Рәмзилә Хисаметдинова, Фәнүзә Биктимерова, Зөһрә Кашапова, Әнисә Аҫылғужина, Флүзә Әхмәҙиева, Әлмира Әбүзәрова, Сулпан Миңлебаева. Яҡындан аралашҡан һәм шиғриәттәре күңелемә яҡын булған гүзәл заттарҙың исемдәрен һанап сыҡтым да, тыныслана төштөм – юҡ ғәйеп тағырға маташыусылар һәм улар таратҡан ғәйбәт һүҙҙәренә ышаныусылар уйлана төшөр, бәлки. Һәр хәлдә, күңеле тар һәм көнсөл кеше нәшер ителгән китаптарға үҙенең ҡарашын белдермәҫ, шунысама тәҡриздәр яҙып, ваҡытын сарыфламаҫ. Ә бит, үрҙә һаналғандар тәнҡит мәҡәләләремдең яртыһы ғына (ир-ат ижадына арналғандары бында килтерелмәне).
Бынан тыш, тиҫтә йылдар буйына төрлө ҡулъяҙмаларға бағышланған рецензияларҙың, дөйөм әҙәби күҙәтеүҙәрҙең, баш һүҙҙәрҙең һәм башҡа яҙмаларҙың иҫәбен үҙем дә, Хоҙай ғына белә. Әгәр ошонан һуң да мин тар күңеллеләр рәтенә инәм икән, үҙ ғүмерендә һис кемдең ижадына хатта бер юл рецензия яҙмаған, улай ғына түгел, “һин, һеңлем (йәки, мырҙам), башҡаса шиғыр яҙма” тип ижадҡа ылығыусыларҙың башына һуғыусылар кем булып сыға икән һуң? Әллә тар күңеллелек менән көнсөллөктө билдәләй торған критерийҙар үҙгәреп киттеме? Минең күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрем буйынса, башҡалар ижадына битараф булған тап ошондай заттар, икенселәрҙе тар күңеллелектә ғәйепләргә тырышып, ғәйбәт тарата ла инде. Ысынбарлыҡта иһә, үҙҙәренең көнсөллөктәрен һәм тар күңеллелектәрен оҫта ғына итеп йәшерер өсөн. Миңә килгәндә, әҙәби ижадҡа ҡарашым әлегәсә үҙгәргәне юҡ һәм үҙгәрмәйәсәк тә: талантлыларға ижад даръяһында урын икһеҙ-сикһеҙ. Ҡабатлап әйтәм: талантлыларға! Ә талантһыҙҙарға унда, ғөмүмән, урын юҡ.
Һуңғы йылдарҙа киң ҡолас алған үҙнәшер юлы менән китап баҫтырыу тураһында. Әлбиттә, заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, был ысул менән китап нәшер итеү – бөгөн ысынбарлыҡ. Ул республикала берҙән-бер “Китап” нәшриәтендәге тиҫтә йылдарға һуҙылған сират һәм, алда һыҙыҡ өҫтөнә алғаныбыҙса, яҙыусылар иҫәбенең йылдың-йылы артыуына бәйле килеп тыуған зарурлыҡ, сараһыҙлыҡ. Хәтеремдә, 2000 йылдар башында Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәш прозаиктарҙың республика семинарында ҡатнашырға тура килгәйне. Шундағы бер башҡорт лицейында осрашыуҙа булдыҡ. Унда беҙҙе шиғыр яҙған бер үҫмер менән таныштырҙылар, үҙнәшер ысулы менән баҫылған китабын бүләк иттеләр. Үҙенең сығышында Яҙыусылар союзының ул саҡтағы идара рәйесе Рауил Бикбаев үҙнәшер менән мауығыуға кире мөнәсәбәтен белдерҙе, ундай китаптарҙы баҫтырған хәлдә лә, бик һаҡ булырға саҡырҙы. Һаҡ булыу тигәнен, һәләтен, талантын самалап баҫтырырға, тип аңларға кәрәкт