Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫлаштырҙы беҙҙе Ҡазан
Дуҫлаштырҙы беҙҙе Ҡазан “Ектереп пар ат, Ҡазанға туп-тура киттем ҡарап,
Саптыра аттарҙы күсер, һуҡҡылап та тартҡылап”, – тип яҙған беренсе тапҡыр Ҡазанға барыуы хаҡында мәшһүр татар шағиры Ғабдулла Туҡай. Беҙ иһә ул ҡалала элгәре булһаҡ та, унда тиҙерәк барып етергә “тимер ат”та ашҡына инек. Татарстанға юлға сығыуыбыҙҙың сәбәбе лә ниндәй бит әле! Төрки халыҡтарының йәш яҙыусылар фестиваленә Башҡортостан вәкилдәре лә саҡырылғайны. Был бәхет иһә республикабыҙҙағы Яҙыусылар союзының йәш ағзаларына – Олеся Әхмәтрәхимоваға һәм ошо юлдарҙың авторына — тәтене.

Фестиваль беренсе тапҡыр ойошто­ролһа ла, бик күп төрки халыҡтарҙы берләштереүе менән ҡыуандырҙы. Мәр­тәбәле сара Төр­киәнең, Ҡаҙағ­стан­дың, Төрк­мән­с­тандың, шулай уҡ Та­тарстандың, Башҡортостандың, Дағ­стандың, Ҡабарҙа-Балҡарҙың, Ҡырымдың, Саха (Яҡут), Сыуаш республика­ларының йәш ижадсыларын бер майҙанға йыйҙы.
Дуҫлаштырҙы беҙҙе Ҡазан– Ҡазан элек-электән төрки халыҡ­тары өсөн мәғрифәт һәм рухиәт үҙәге булып торған, – тип сәләмләне ҡунаҡ­тарҙы Та­тарстандың Яҙыусылар союзы рәйесе Рәфис Ҡорбан. – Туғандаш ха­лыҡтарҙың әҙиптәре бынан йөҙ йыл элек тә, Совет осоронда ла тығыҙ бәйләнештә булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы егерме йылда үҙ-ара аралашыу, ижади хеҙмәттәшлек тынып ҡалды. Был етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн ошо сараға һеҙҙе саҡырҙыҡ та инде.
Ысынлап та, төрки халыҡтарын бик күп рухи ҡиммәттәр берләш­тереп тора. Ҡол Ғәлиҙең “Йософ ҡиссаһы”, Мәхмүт Ҡашғариҙың “Дивану лөғөт әт-төрк” китабы, Йософ Баласағунлының “Ҡотаҙғу белек” әҫәре барыбыҙ өсөн дә уртаҡ. Ә инде Совет осоронда яңы исемдәр халыҡтарҙы берләште­реүгә ҙур өлөш индерҙе. Башҡорт Мостай Кәрим, татар Муса Йәлил, ҡырғыҙ Сыңғыҙ Айытматов, бал­ҡар Ҡайсын Кулиев, сыуаш Яков Ухсай, ҡаҙаҡ Мөхтәр Ауэзов үҙ халҡының ғына түгел, тотош төрки донъя­һы­ның ғорурлығына әүерел­де.
Дуҫлаштырҙы беҙҙе ҠазанОшо рухи сылбырҙы өҙмәҫ өсөн ойошторолған да инде фестиваль. Шуға ла йәш яҙыусыларҙың ҡулъ­яҙмаларын тикшереү, уларҙы төр­лө телдәргә тәржемә итеү мәсьә­ләһенә айырыуса иғтибар бүленде. Ижади йыйындың мәртә­бәле ҡунаҡтары – Сыуашстандың халыҡ шағиры Юрий Семендер, Ҡа­ҙағстандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Ғәлим Жайлыбай, Ҡа­барҙа-Балҡарҙың билдәле шағиры Абдулла Бегиев, Төркиәнең Каппадокия Яҙыусылар союзы рәйесе Әйшә Пасланмас, шулай уҡ Татарстандың та­нылған яҙыусылары йәш ҡәләм­дәш­тәренә оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Башҡортостанда тыуып үҫеп, хәҙер иһә Татарстандың халыҡ шағиры булараҡ танылған яҡташ­тарыбыҙҙы – Роберт Миңнуллин­ менән Рәдиф Ғаташты — күреп, аралашыу үҙе бер шатлыҡ ине.
– Тарих беҙҙе нисек кенә һына­маһын, беҙ барыбер һынмайбыҙ, – тине күренекле ҡаҙаҡ шағиры Ғәлим Жайлыбай. – Һуңғы йыл­дар­ҙа төрки халыҡтарын берләш­тереү йәһәтенән байтаҡ эш баш­ҡарыла. “Төрксой” халыҡ-ара ойошмаһы уңышлы ғына эшләп килә. Беҙ бер-беребеҙҙе таный башланыҡ. Бауырҙаштарҙың ошон­дай йыйынын йышыраҡ үткәрергә кәрәк. Ни тиһәң дә, берҙәмлектә – беҙҙең көсөбөҙ.
Татарстан Дәүләт Советының мәҙә­ниәт, фән, мәғариф һәм мил­ли мәсьә­ләләр буйынса комитеты рәйесе, халыҡ шағиры Рәзил Вә­лиев үҙ сығышында төбәктә әҙә­биәткә һәм туған телгә мөнәсәбәт хаҡында һөйләне.
– Элек Дәүләт Советының һәр бишенсе депутаты яҙыусы ине, – тине Рәзил Исмәғил улы. – Был күрһәткес хәҙер әҙерәк, әммә ижад кешеләре иғтибар үҙәгендә. Шө­көр, беҙҙә туған телдә дәүләт тарафынан китаптар нәшер ителеп тора. Шуларҙың 10 проценты Татарстандан ситтә йәшәгән милләт­тәштәребеҙгә оҙатыла. Бына хәҙер ижад кешеләренә даими дәүләт ярҙамы күрһәтеү хаҡында закон әҙер­ләнә. Бик шәп! Әгәр халыҡты үҫтерәм тиһәң, тәүҙә уның шәхес­тәрен күтәрергә кәрәк.
Билдәле булыуынса, бынан бер нисә йыл элек Татарстан Рес­пуб­ликаһы ла­тин графикаһына күсеү ниәте менән күтәрелеп сыҡҡайны. Яҙыусылар менән осрашыуҙа Рәзил Вәлиев ошо мәсьә­ләгә лә туҡталып китте:
– Беҙ латин графикаһына күп­тән күскән булыр инек, үҙебеҙҙә закон да ҡабул иттек. Әммә бөтә нәмә лә беҙҙән генә тормай. Шуны аңғарып ҡалып, Дәүләт Думаһы ҡаршы закон ҡабул итеп тә ҡуйҙы. Уға ярашлы, кириллица гра­фикаһында яҙған телдәр генә Рә­сәйҙең төбәктәрендә дәүләт теле була ала. Йәғни беҙҙең алда шундай шарт ҡу­йылды. Йә татарҙар латин графикаһына күсә, шул уҡ ваҡытта дәүләт теле була алмай. Сараһыҙлыҡтан, ҙур ниәтебеҙ­ҙән баш тартырға тура килде...
Татарстанда шундай күркәм йо­ла бар икән: бөйөк шағир Ғабдулла Ту­ҡайҙың тыуған көнөндә йыл да Туған тел көнө уҙғарыла. Фес­тивалдә ҡат­нашҡан йәш әҙиптәр ҙә был сараның үҙәгендә булды. Көн болотлап тороуға ҡарамаҫтан, Шағир һәйкәле янындағы майҙанға меңәрләп халыҡ йыйылғайны.
Иң башлап һүҙ Татарстандың Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәмәтшинға бирелде. Ул, төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, әҙәбиәттең кешелек яҙмышында ниндәй урын тотоуын билдәләне.
– Туған тел һәм әҙәбиәт – дә­үерҙәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе то­таш­тырыусы ла, төрлө ха­лыҡ­тар­­ҙың рухи ҡиммәттәрен донъяға таратыусыһы ла, – тине Фәрит Хәйрулла улы. – Юҡҡамы ни бер ха­лыҡтың үлемһеҙ әҫәре бөтөн кешелек­тең уртаҡ ҡомартҡыһына әүерелә. Әҙәбиәт йылында уҙға­рылған Туған тел көнө милләттәр араһындағы дуҫлыҡ һәм татыулыҡ байрамы булһын.
Был байрамда билдәле дәүләт эш­мәкәре, элек федераль министр, Рәсәй халыҡтары ассам­блеяһы етәксеһе бул­ған шәхес, Дағстандың әлеге Башлығы Ра­ма­ҙан Абдулатиповтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырып ебәрҙе.
– “Әгәр телем иртән юҡҡа сыҡ­һа, мин бөгөндән әҙер үлергә” тип яҙған бөйөк шағир Рәсүл Ғамзатов, – тип сығышын башланы ул. – Татар шағиры Ғабдулла Туҡай ҙа теле, милләте өсөн янып йәшәгән. Уның һәр әҫәре халҡына оло һөйөү менән һуғарылған. Туҡайҙың ши­ғыр­ҙарын уҡығас, быны 90 йәшлек аҡыл эйәһе яҙғандыр тип уйла­ғайным. Ә ул ни бары 27 йыл ғына йәшәгән. Һис шикһеҙ, ундай кеше­ләр Хоҙай тарафынан халҡына ярҙам өсөн ебәрелгәндер. Һеҙ бер ҡасан да шағирҙарығыҙҙы һәм туған телегеҙҙе онот­маҫһығыҙ, тип ышанам.
Шуныһы һөйөндөрҙө: татар ҡәрҙәш­тәребеҙгә үҙ улын ҙурлар өсөн мөм­кинлек киң, бер ниндәй ҙә яһалма кәртәләр юҡ. Ҡазан ҡала­һында ғына Ғабдулла Ту­ҡайға өс һәйкәл ҡу­йыл­ған! Бынан тыш, мәшһүр ша­ғирҙың һыны Татарстан­дың бер нисә төбәгендә, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Әстрхан­да, Ан­карала ла тора. Тағы ла Рә­сәйҙең күп кенә ҡалаларында, шулай уҡ Ҡа­ҙағстан­да, Үзбәк­с­тан­да, Төркиәлә Туҡай исемендәге урамдар, парк­тар бар. Ә беҙ иһә башҡорт халҡы өсөн ғүмерен аямаған, ялҡынлы шиғырҙары менән илен ҡурсалаған Шәйехзада Бабичҡа әле булһа ла Өфөлә һәйкәл ҡуя алмайбыҙ...
“Каруан кире боролғанда, аҡһаҡ дөйә иң алда булып сыға”, – тип шаяртырға ярата урыҫтар. Бында элекке союздаш респуб­ликаларға ҡарата мыҫҡыллау ҙа бар. Йәғни улар Советтар Союзы осоронда иҡтисади йәһәттән әллә ни ҡеүәтле булмаһа ла, үҙал­лылыҡ алғас, үткәнен онотҡан. Төркмәнстандан килгән шағир, тележурналист Сәйетморат Гелдиев менән ара­лашҡанда, ул һөйләгән­дәрҙе һоҡланып тыңланым.
– Бына беҙҙә бер китап сығар­һаң, йыл буйы рәхәтләнеп йәшәргә була, – ти ул. – Коммуналь түләү­ҙәр бөтөнләй юҡ: ут та, газ да, һыу ҙа бушлай. Йылына 700 литр бензин түләүһеҙ бирелә. Әгәр унан күберәк алһаҡ, литры өсөн ете һум самаһы түләйбеҙ.
– Ә торлаҡ мәсьәләһе нисек хәл ителә һуң? – тип төпсөнәм.
– Фатир күптәргә бушлай бире­лә. Әгәр һатып алам тиһәң, рәхим ит. Утыҙ йылға ипотека юллай алаһың. Уның өсөн йылына бер процент арттырып түләйһең (ә Рәсәйҙә – 13 %. – Авт.). Тағы шуныһы бар: ипотека юллағас, тәүге биш йылда түләргә кәрәкмәй.
Татарстандағы дүрт көнлөк сәфә­ребеҙ һиҙелмәй үтеп китте. Шул ваҡыт арауығында ҡәрҙәш милләттәребеҙҙең яҙыусылары ме­нән ихласлап аралаш­тыҡ, килә­сәктә тағы осрашыу хаҡында һүҙ ҡуйыштыҡ. Дәртләндерҙе, күңел­дәргә ҡуҙ һалды Ҡазан. Хәҙер Татарс­танда Рөстәм Ғәлиуллин, Рифат Сәләх, Яҡутстанда Гаврил Андросов, Рөстәм Каженкин, Төр­киәлә Әйшә Пасланмас, Хәтижә Өзгүл, Төркмәнстанда Сәйет­морат Гелдиев, Рахманбирҙе Гөкленов, Ҡаҙағстанда Жанат Жанҡашулы, Мирас Асан, Есей Женисулы, Сыуаш Респуб­ликаһында Дмитрий Моисеев, Анастасия Владимирова, Дағстанда Зәрият Умаева, Ҡабарҙа-Балҡарҙа Алан Глаш, Ҡырымда Сайран Сөләймәнов кеүек яҡын дуҫтарыбыҙ, фекер­ҙәштәребеҙ йәшәй. Улар әле хушлашмаҫ элек тыуған яҡтарын килеп күрергә, халҡы менән яҡындан танышырға саҡырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780