Яҡты тойғоларға сорналып юлландыҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева тыуған төбәккә Әҙәбиәт йылы уңайынан ойошторолған сараларға. Район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған төйәгендә баш ҡала ҡунаҡтарын һәм яҡташтарын ҡаршы алды: Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, шағирҙар Рәмил Йәнбәк, Зөфәр Вәлит, Венер Фәттәх яҙғы көндөң нурҙарына ҡойоноп аяҡ баҫты был ергә. Республикала ойошторолған һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан, милли байрамдарҙы рухи юғарылыҡта уҙғарған төбәктә, моғайын, был юлы күңел ҡанатланыр, тигән уй юҡҡа ғына йүгермәне.Ысынлап та, райондың Күгәрсен мәктәбендә йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды балалар. Төбәктең иң ҙур ауылдарының береһендә өс йөҙгә яҡын йорт иҫәпләнә бөгөн. Заманында ике мәхәллә халҡын берләштергән ике мәсет булған. Әйткәндәй, хәҙер ҙә иман йорто икәү. Ә инде беҙҙе ихлас ҡаршы алған мәктәпкә нигеҙ 1919 йылда һалынған. Тәүҙә бында башланғыс белем генә бирһәләр, 1932 йылда район Советы ҡарары менән ете йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә. 1936-1937 йылдарҙа 23 уҡыусы белем усағын тамамлау тураһында таныҡлыҡ алып сыға. Ә инде 1950-1951 йылдарҙа 12 уҡыусы урта мәктәп белеменә эйә булыу хаҡында өлгөргәнлек аттестатын ала.
Былар хаҡында тәфсирләп яҙыуым юҡҡа түгел, сөнки бөгөн дә белем усағы балаларға белем биреү менән генә сикләнеп ҡалмайынса, төбәктең тарихы, ауылдың яҙмышы, шәхестәре хаҡында килгән ҡунаҡтарға, йәш быуынға мәғлүмәт еткерә. Материалдарҙың барыһын туплаған тыуған яҡты өйрәнеү музейы тап уҡыу йортонда урынлашҡан да инде. Мөдире Фәрүәз Кәли улы Вәлитов хаҡында үҙ эшенең оҫтаһы тип әйтеү генә аҙ. Ул – фанат, ул – үҙйөрөшлө энциклопедия, яҡты хәтерле совет кешеһе. Музейҙа тупланған һәр фото, һәр китап, һәр яҙма тураһында ул бик оҙаҡ һәм ентекле итеп һөйләй.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан әҙип, Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы, киң билдәле Корчагин яҙмышына тиң ғүмер кисергән Мәжит Рафиҡов хаҡында был музейҙа бик бай мәғлүмәт һаҡлана: фотолар, шәхси әйберҙәр, хаттар. 18 йәшендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡаты яраланып ҡайтҡан егет ғүмерен әҙәбиәткә бағышлаған: китаптар яҙған, тәржемә менән шөғөлләнгән, нәшер итеү эшендә ҡатнашҡан. Ғәйепһеҙ хөкөм ителеп, уға каторганың әсе һурпаһын эсергә лә тура килә. Ҡазанда ерләнгән. Ғүмере буйына ҡаты һынауҙарға дусар булһа ла, Мәжит Рафиҡов һәр ваҡыт тормошто, кешеләрҙе, бигерәк тә яҡташтарын яратты, тинеләр Күгәрсендә.
...Мәҙәниәт һарайындағы әҙәби кисә лә тап Әҙәбиәт йылына, Мәжит Рафиҡовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға һәм ошо ауылдан сыҡҡан шағир Зөфәр Вәлиттең ижадына бағышланды. Район хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы залдағыларҙы ғына түгел, килгән ҡунаҡтарҙы ла әҙәби донъя менән тәрәндән ҡыҙыҡһыныуы, һәр яңылыҡ тураһында хәбәрҙар булыуы менән һоҡландырҙы. Ошолай һәр тарафта етәкселәр шиғыр уҡыһа, үҙенең сығышында шағирҙарҙы телгә алһа, уларҙың ҡанатлы юлдарына таянһа, илебеҙ, көнөбөҙ күпкә мәрхәмәтлерәк булыр ине, моғайын.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың фронтовик-яҙыусы Мәжит Рафиҡов менән Өфөлә күрешкәне лә булған. Әйткәндәй, осрашыуҙарының иҫтәлеге булып музейҙа фото ла һаҡлана. Залдағыларҙы етеп килгән Еңеү байрамы менән тәбрик итеп, Рауил Төхвәт улы шиғырҙарын уҡыны, төбәктең әҙәбиәткә индергән өлөшөн юғары баһаланы.
Мәжит Рафиҡовтың туғандары исеменән Әлиә Садиҡова сығыш яһап, халыҡтың хәтерендә яҡты эҙ ҡалдырған бабаһының ижадына, кисә ойошторған яҡташтарына рәхмәт әйтте. V класс уҡыусыһы Азалия Якиева М. Рафиҡовтың “Төлкө улы Хәйләпүш” шиғырын сәхнәләштерҙе. Бик оҫта уйнаны ҡыҙыҡай төлкө малайы булып. Афарин!
Яңыраҡ Ф. Кәрим исемендәге премияға лайыҡ булған шағир Рәмил Йәнбәк шулай уҡ яҡташтарына шиғри сәләмдәрен еткерҙе. Күгәрсен ауылында тыуған яҡташы, шағир Зөфәр Вәлит ижады хаҡында йылы фекерҙәрен әйтте, уға арнап шиғыр уҡыны. Шағир Венер Фәттәхтең сығышы ла ҡәләмдәштәренең һүҙенә ауаздаш булды. Ул, йыйылған халыҡты шаян шиғырҙары менән сәләмләп, берсә уйландырҙы, берсә көлдөрҙө. “Күгәрсен халҡы менән бик яҡындан танышмын, тип әйтә алмайым, әммә мин Зөфәр Вәлит тигән ижадсыны беләм. Ә ул – үтә лә тыйнаҡ, ғәҙеллекте һөйгән, асыҡ күңелле кеше. Бөтөн Күгәрсен халҡы ла миңә хәҙер уның кеүек яҡын”, – тине ул сығышында.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә бер нисә китап сығарған шағир Зөфәр Вәлит хаҡында яҡташтары бары тик матбуғат аша ғына белә. Урындағы халыҡ та, музей хеҙмәткәрҙәре лә, уҡытыусылар ҙа уның менән күптән осрашырға теләүен, әммә ыңғай яуап ишеткәндәре булмауын үпкә итеп белдерҙе. Тап Әҙәбиәт йылында ауылы халҡы, яҡташтары менән осрашыуы – яҙыусыға, моғайын, илһам, дәрт өҫтәр.
Күгәрсен һандуғасы Фәйрүзә Искәндәрова Зөфәр Вәлит шиғырына яҙылған йырҙы башҡарып ҡыуандырҙы. Шағирҙың яҡташтары күҙенә ҡарап аралашыуы, шиғырҙарын уҡыуы, ҡәләмдәше Мәжит Рафиҡов хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашыуы ике яҡ өсөн дә күптән көтөлгән ваҡиға булғандыр. Бер шиғырында ла бит ул юҡҡа ғына:
Өлтөрәнеп ҡайтып киләм
Яҡташтарымды уйлап,
Йөрәгем алдан йүгерә
Күгәрсен юлы буйлап, –
тип яҙмаған.
Мәҙәниәт йортондағы кисәлә ошо яҡ егете А. Маннанов шиғырҙарын уҡыны, Илгиз Ниғмәтуллин – “Башҡорт маршы”, “Гармунсы егет”, Ф. Маннанова – татар бейеүҙәрен, З. Илмөхәмәтова “Оҙатыу” йырын башҡарҙы. Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов менән йыр конкурстары лауреаты Нәғим Нуримановты оҙаҡлап тыңларға теләк бар ине лә бит, тик сығыштарҙы йәнле аралашыу алыштырып торҙо. Ришат Бәҙретдиновтың “Еҙ ҡыңғырау” моңдары һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Сығыштар араһында шиғырҙар уҡыу, Мәжит Рафиҡов тормошонан хәтирәләр менән уртаҡлашыу байрамды рухи юғарылыҡҡа әйҙәне.
Йыр-моң бишегендә бәүелде был көн. Күгәрсен яҡтарынан ҡанатланып ҡайтҡан күңел әле һаман яҙғы күктәргә талпынғандай.