Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырлы-моңло “Әҙәби троллейбус”
Йырлы-моңло “Әҙәби троллейбус” Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, Әҙәбиәт йылына һәм башҡа тарихи ваҡиғаларға арналған төрлө саралар гөрләп үтеп тора. Шәмбе көндө Өфө халҡын шаҡ ҡатырған тағы бер ғәжәйеп хәлдең шаһиты булырға тура килде. Шаһиты тип әйтеү ҡоро килеп сыҡҡан һымаҡ, ул саранан кәйеф күтәрелеп, күңел йырлап ҡайтты тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ!
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары менән берлектә “Әҙәби троллейбус” тигән акция үткәреүе тураһында ишеткәс, нисектер сәйер тойолдо. Хәҙер бит кешене троллейбуста китап уҡытыу түгел, китапханаға йөрөтөп булмай. Ләкин был өмөтһөҙ уйҙар, ел осорған тирәк мамыҡтарылай, шунда уҡ юҡҡа сыҡты.
Сара Республика Хәрби Дан музейында башланды. Ундағы тарих еҫе һеңгән бай экспонаттар менән музей хеҙмәткәре Рәйлә Мирғәсим ҡыҙы Кашапова таныштырғандан һуң, ҡунаҡтар – Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эдуард Вил улы Сә­йетбатталов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Николаевич Мелкоедов, уның урынбаҫары Марат Әсғәт улы Ғәзизов, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Миңлеғәли улы Йәндәүләтов, ошо уҡ нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева, Башҡорт­остан­дың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Шәм­сетдин улы Поварисов, Башҡорт­­остандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Ғәлим улы Аралбаев, республиканың Ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Сергей Яковлевич Габриелов, шағирәләр Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина, Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина, балалар яҙыусыһы Рәшиҙә Ша­һиморат ҡыҙы Бикмәтова һәм башҡалар – урамда көтөп торған троллейбусҡа табан йүнәлде. Троллейбустың “хужабикәһе” – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ғәли ҡыҙы Ильясова һәммәһен дә яғымлы йылмайыу менән әйҙүкләп ҡаршыланы.
– Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Һеҙҙе күреүе­беҙгә бик шатбыҙ, форсаттан файҙаланып, ихлас күңелдән байрам менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Бөгөн ғәҙәти булмаған троллейбуста, ғәҙәти булмаған юлға сығабыҙ. Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ! – тине мөләйем алып барыусы.
Әкиәттәге кеүек биҙәлгән өр-яңы троллейбус ҡуҙға­лып китеү менән, ул һүҙ дилбегәһен Борис Мел­коедовҡа тотторҙо.
– Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Бөйөк Еңеүгә арнап байтаҡ китап сығарҙы. Байрам алдынан уҡыусыларға ҙур бүләк был, – тине Борис Ни­ко­ла­евич. – Бөгөнгө сара иһә халыҡты әҙәбиәткә ылыҡ­тырыу, илебеҙҙе һаҡлап ғүмерҙәрен биргән батыр­ҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу маҡсатында ойошторолдо. Әлбиттә, бының менән генә сикләнергә уйы­быҙ юҡ. Киләсәктә кафеларҙа, ресторандарҙа һәм башҡа урындарҙа төрлө саралар үткәрергә ниәтләйбеҙ. Телә­гебеҙҙе хуплап ҡаршылаған Өфө Транспорт идара­лығына, шулай уҡ китап авторҙары­на рәхмәтебеҙҙе еткерәм!
Сергей Яковлевич та йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрен әйтте:
– Бөйөк Еңеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Беҙҙең бөгөнгө ҡаҙаныштарыбыҙ Еңеү менән бәйле. Иң мөһиме – хәҙерге һәм киләсәк быуын шуны онотмаһын ине.
Эдуард Вил улы, яу батырҙарына сәләмәтлек һәм бәхетле тормош теләп, Ветерандар советына китаптар бүләк итте.
Әҙәби троллейбусҡа туҡталыш һайын яңы юлсылар өҫтәлде. Сәйҙә Ильясова “Еңеү көнө” йырын башлап ебәргәс, күҙҙәргә йәш төйөлдөргән йыр яңғырағанда түҙеп ултырып буламы ни, башҡалар ҙа ҡушылды.
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Бөйөк Еңеүгә арнап утыҙлап китап сығарған. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Һайланма әҫәрҙәр”, Тимерғәле Бүләковтың “Баҫым”, Зөһрә Ҡотлогилди­наның “Һуғыш яралаған бала саҡ”, Сабир Шәри­повтың “Кеше яҙмышы”, Ғабдулла Әхмәтшиндың “Тальян гармун”, Әмир Моратовтың “Төбәгемдең батырҙары” китаптары бар. Шулай уҡ Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыла­ры Талха Ғиниәтуллин, Суфиян Поварисов һәм башҡа­лар уҡыусыларҙы яңы әҫәрҙәре менән һөйөндөрҙө.
– Еңеүҙең 70 йыллығына арнап китаптар нәшер итеү 2014 йылда башланды, – тине Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов. – Әйткәндәй, Еңеүҙең 55 йыллығына “Хәтер” китабының 22 томы донъя күрҙе. Унда яу юлдарында ятып ҡалған йәки хәбәрһеҙ юғалған 323 мең яҡташыбыҙҙың биографияһы ингән. 2005 йылда иһә дошманды тар-мар итеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең исемлеге тупланған “Улар Еңеү менән ҡайтты” тигән китаптың 14 томы баҫылды. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына 20 томдан торған “Тыл батырҙары” йыйынтығы сыҡты. Әлбиттә, илебеҙ именлеге, яҡты киләсәк өсөн йәнен аямаған яугирҙәр онотолмаясаҡ, был изге эштәр киләсәктә лә башҡарылыр.
Илһам Миңлеғәли улы пассажирҙарға китаптар бүләк итте.
Әҙәби троллейбус Еңеү паркынан башлап Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына тиклем барҙы. Уның сәфәре Бөйөк Еңеү көнөнә тиклем дауам итәсәк.



Ҡәҙим АРАЛБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры

ЕҢЕҮ ТАҪМАҺЫ

Йылдар аша беҙҙең араларҙы
Тоташтырған Еңеү таҫмаһы.
Бер осонда уның – ҡырыҫ һалдат,
Таныйым мин: атай баҫҡанын.
Ул таҫманың бирге осонда мин –
Атайымдың тере дауамы.
Атайҙыҡы ғына түгел, Бөйөк
Еңеүҙең дә ярһыу ауазы.
Бураҙналар буйлап һарҡҡан ҡандай
Һуҙылған ул – Еңеү тамғаһы.
Әллә улар ялбарыусы ҡулдар,
Әллә
Һуҙым-һуҙым һалдат ауғанмы?!
Алыҫайған һайын ул йылдарҙан
Оҙоная Еңеү таҫмаһы.
Атай, һиңә таҫма буйлап барам,
Таҫма гүйә йәйғор баҫмаһы...
Ул таҫмалар бөгөн Ер шарын да
Етер ине ҡат-ҡат урарға.
Тик ауырыу Ерҙе урар өсөн
Кәрәк бик күп бинттар һорарға.
Ерҙе таҫма ҡат-ҡат урар ҙа ул,
Йөрәк әрнеүҙәрен баҫырмы?
Таҫма, илде илгә тоташтырып,
Теләктәштәр беҙгә табырмы?
Мин ышанам: Еңеү таҫмаларын
Йәш быуындар йыл да оҙайтыр.
Өмөт юрап, Ерҙе киләсәккә
Йәшәү юлы буйлап оҙатыр!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779