Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эй, ҡәләм! Шатлыҡ менән ҡараңды түк!
Эй, ҡәләм! Шатлыҡ менән ҡараңды түк! Ғафури – республикала әҙип исемен йөрөткән берҙән-бер район. 1940 йылда Башҡортостандың тәүге халыҡ шағирының 60 йыллығын билдәләгәндә төбәк уның хөрмәтенә яңы атама ала. Шуға ла сираттағы әҙәби марафонда ҡатнашыусылар икеләтә тулҡынланыу тойғоһо менән аяҡ баҫты бәрәкәтле төйәккә.

Байрам Мәжит Ғафуриҙың һәйкәленә гөлләмә һалыуҙан башланды. Шағирә Гөлнур Яҡупова, мәшһүр яҡташының ғорур һынына ҡарап, уның шиғыр юлдарын иҫенә төшөрҙө:
“Эй, ҡәләм! Шатлыҡ менән ҡараңды түк!
Тәбрик итеп милләтемә яҙам мәктүп.
Һәр йәһәттән иркенлектәр асылғанға
Был көндә хәсрәтемдән шатлығым күп”.
Эй, ҡәләм! Шатлыҡ менән ҡараңды түк!Тантана мәҙәниәт һарайында дауам итте. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов, БДУ профессоры, академик Ғиниәт Ҡунафин, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминев, шағирә Гөлнур Яҡупова урындағы авторҙарҙың ҡулъяҙмаларын тикшерҙе. Әйтергә кәрәк, “Табын” район гәзите эргәһендә ойошторолған “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе өс тиҫтә йыл самаһы уңышлы эшләп килә. Ижад итеүселәр үҙнәшер юлы менән китаптарын да сығара. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 93 йәшлек Уйылдан Шәрипов – 16, Фәүзиә Ҡотлогилдина ике йыйынтығы менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырҙы. Тиҙҙән йәнә Флүрә Хәлилова, Саимә Иглекова, Минтимер Кәримов, Фәйез Садиҡов, Фәниә Сыңғыҙова, Әминә Йәрмиева, Әлфиә Исҡужина, Рәмзиә Монасипова, Фәриҙә Бохароваларҙың уртаҡ китабы донъя күрәсәк. Ултырышта Гөлнур Яҡупова айырыуса Саимә Иглекованың шиғриәтенә юғары баһа бирҙе. “Саимәне күптән күҙәтеп киләм, ижады бай. Ул профессиональ юғарылыҡта яҙа, өлгөргән, шиғырҙары ышандыра, образдарҙы уңышлы ҡуллана белә. Йыйынтығыңды нәшриәткә бирергә кәрәк”, – тине ул.
Эй, ҡәләм! Шатлыҡ менән ҡараңды түк!Ғүмере буйы ауыл хужалығында, бер аҙ район гәзитендә эшләгән Фәрғәт Ғәлин шиғырҙар, юморескалар яҙыусы булараҡ билдәле. Күҙәтеүсәнлек хас уға. Әҫәрҙәрендәге геройҙар беҙҙең арала йәшәй, тел байлығы менән һоҡландыра. Йыр-моң һөйөүселәр күңелен күптән халыҡсан йырҙары менән арбаған үҙешмәкәр композитор Рәмил Ғимрани шиғырҙары, робағиҙары, проза әҫәрҙәре менән дә халыҡ араһында таныла бара. Билдәле ҡәләм әһелдәренең уларға биргән фәһемле кәңәштәре үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ, моғайын.
Мәҙәниәт һарайының фойеһында китапханасылар бай күргәҙмә әҙерләгән. Район картаһында яҙыусылар, шағирҙарҙың фотолары, китаптары тыуған ауылы эргәһенә ҡуйылған. Берәүҙәр яратҡан яҙыусылары менән фотоға төшөп ҡалырға ашыға, икенселәре автограф ала.
– Төбәгебеҙ таланттарға бай. Күренекле, һоҡланырлыҡ яҡташтарыбыҙ бихисап. Ә инде әҙәбиәт өлкәһендә беҙҙән сыҡҡан талантлы яҙыусылар, шағирҙар менән башҡа бер район да ярыша алмай, – тип таныштырҙы ҡунаҡтарҙы китапханасы Динара Әхмәтова. – Жәлил Кейекбаев, Әнүр Вахитов, Шакир Насиров, Геннадий Молодцов, Ғәйфулла Вәлиев, Низябай Сәлимов, Кәрим Булат, Марат Әбүзәров, Ғиниәт Ҡунафин, Кәбир Аҡбашев, Рәшит Сабитов, Әмир Әминев, Рәшит Заһиҙуллин, Нурислам Шәйхулов, Лира Яҡшыбаева, Гөлнур Яҡупова, Салауат Әбүзәров, Фәрит Вахитов, Мөнир Ҡунафиндар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.


Күренеп тора: Әҙәбиәт йылын ғафуриҙар шатланып ҡаршы алған, быға тиклем үк ауылдарҙа төрлө саралар, әҙиптәр менән осрашыуҙар ойошторолған. Төрлө яҙыусыларҙың китаптарына оҡшатып торттар бешергәндәр, хатта улар ысын баҫманан айырылмаған да кеүек.
Тыуған яҡты өйрәнеү музейы әҙерләгән күргәҙмә райондың тулы тарихын күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирҙе. Ана, “Еңербеҙ” гәзитенең (хәҙер “Табын” исемен йөрөтә) Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сыҡҡан төпләнмәһе. Уның аша халыҡтың ҡот осҡос йылдарҙа фронтта, тылда күрһәткән батырлығы хаҡында уҡып беләбеҙ.
Әҙәбиәт быуындар араһын бәйләү, шәхестәр үҫтереү һәләтенә эйә һәм һәр беребеҙҙең тормошонда мөһим урын алып тора. Шиғриәт – күңел аҙығы. Ошоға ылыҡҡан кешенең күңеле һис тә буш булмай. Үҙ таланты, моңо менән башҡалар күңелендә өмөт, дәрт уятып, уларҙы тылсымлы шиғыр донъяһына әйҙәүсе яҙыусылары хаҡында һоҡланып һөйләне яҡташтары. Мәҫәлән, Гөлнур Яҡупова районда әҙәби ижад менән мауыҡҡан мәктәп балалары өсөн “Өмөтлө ҡәләм” конкурсын ойоштора, үҙенең премияһын булдыра. Был сара бөгөн республикала киң танылыу алған. Ошо ярышта төрлө йылдарҙа еңеүселәр булып танылған Гөлдәриә Вәлитова, Айгиз Хәкимов, Гөлсөм Ғайсина, Азалия Ҡотова, Гөлдәр Кәримова, Лилиә Саттаровалар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы уҡыусыларҙың яҙмаларынан йыйынтыҡ әҙерләүен, уны нәшер итеүгә район етәкселегенең ярҙам итәсәген белдерҙе.
Бына тантананың иң тулҡынлындарғыс минуттары һуҡты. Саҡмағош районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Крюков Йылъяҙма-китапты Ғафури районы хакимәте башлығы Рәмил Бохаровҡа тапшырҙы. Күңелдәрҙе имләгән әҙәби байрам Мәжит Ғафури, Фәрғәт Ғәлин һүҙҙәренә Рәмил Ғимрани ижад иткән гимн менән тамамланды.









Автор: Венер ИСХАҠОВ.
Фото: Наил Латипов фотолары.
Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780