Хикәйә
Ырымбурҙан тимер юл буйлап Урал тауҙарының көньяҡ итәгендә, Ор йылғаһы Яйыҡҡа ҡушылған урында нигеҙләнгән Орск ҡалаһы янына алып килделәр. Йорттарҙан ашып торған мәсеттәр, сиркәүҙәр күренә. Ҡола яланда палаткалар ҡороп урынлаштылар. Ир-егеттәр ниндәй ер-һыу икәнен белешә, нимә эшләйәсәктәре менән ҡыҙыҡһына. Был тарафты яҡшы белгән берәү, алан-йолан ҡаранып, хәбәрен теҙҙе:
– Һеҙ килеп төшкән вокзалды үткән һуғышта әсир төшкән немецтар, словактар төҙөнө. Бында ҡеүәтле нефть эшкәртеү заводы, төҫлө металлургия, йәғни никель комбинаты бар. Илбаҫарҙар ҡарамағына ҡалдырмаҫ өсөн Көнбайыштан хәрби тәғәйенләнештәге заводтарҙы, предприятиеларҙы, эшселәрҙе, йәнә “ышанысһыҙ милләттәр вәкилдәре” һаналған немецтарҙы, румындарҙы, венгрҙарҙы, финдарҙы, эстондарҙы, йәһүдтәрҙе, госпиталдәргә яралыларҙы килтерәсәктәр. Әйткәндәй, һуғыштың тәүге айында уҡ бында өс госпиталь асылды. Күсерелгәндәргә йәшәргә урын кәрәк. Ә Орскиҙа һуғышҡа тиклем үк торлаҡ менән тәьмин итеү үтә лә насар ине...
Мәғлүмәтле әҙәм, күрәһең. Күптәр ишетмәгән, белмәгән нәмәләр тураһында һөйләй. Уның хәбәре раҫ булып сыҡты, осоп килгән ҡош туптары һымаҡ, йөҙәрләгән, меңәрләгән кеше ағылды ла ағылды. Байтағының ашар аҙығы ла, кейер кейеме лә, морон төртөр урыны ла юҡ. Оҙаҡламай быҫҡаҡ ямғырҙар башланыр, шунан ҡар яуыр, һыуыҡтар төшөр. Ер ҡуйынына һыйынған кейектәрҙеке кеүек булһа ла өң-оя булыуы зарур.
Хеҙмәт армияһына алынғандарҙан төҙөлөш отрядтары ойошторҙолар. Сәнәғәт һөнәрҙәренә эйәләрҙе айырып алып, айырым теркәп, көн-төн эш тынмаған майҙандарҙа цехтар, заводтар ҡорорға ебәрҙеләр. Миңләхмәт кеүек ауыл ир-егеттәре осло, һоҙғаҡ көрәктәр, лом, бысҡы, балта менән ҡоралланып, ерҙә өңдәр ҡаҙырға, барактар, һалам ҡушып баҫылған балсыҡтан саман өйҙәр төҙөргә тотондо. Урыҫтар, хохолдар, ҡаҙаҡтар, башҡорттар, татарҙар, мордвалар...
Көн һайын иртәнән киске ҡараңғыға тиклем ер соҡоу, тупраҡ, балсыҡ ташлау, таш ҡайырыу йөҙәтә, биҙрәтә, тәҡәтте ҡорота, күҙ алдын тондора. Бил, ҡул, аяҡтар ҡата, ташҡа әйләнә. Миңләхмәттең дә йөрәге дерелдәй, ҡалтырай, тамам хәле бөтә, тән ағзалары өҙөлә. Шул ҡәҙәре өҙөлмәҫ тә ине, ашау үтә хөрт, әсе кәбеҫтә өйрәһе лә бер-ике телем икмәк. Ҡорһаҡ гел ас. Эштән һуң ҡырҡылған ағас һымаҡ ауалар, үлек кеүек яталар. Ниндәйҙер мөғжизә менән иртән йәнә аяҡтарына баҫалар.
Лагерь ҡырмыҫҡа иләүе кеүек мыжғып тора: берәүҙәр ҙур-ҙур соҡорҙар ҡаҙый, икенселәр бүрәнә, таҡта ташый, өсөнсөләр ер өйҙәрҙең баштарын көпләй, дүртенселәр ҡатлы-ҡатлы һәндерәләр ҡора... Көҙгө ямғырҙар яуа башлағас, хәл мөшкөлләнде: өҫ-баш лысма һыу, кейем-һалымды киптерергә һис кенә лә әмәл юҡ. Һалҡын тейҙереп, үлә яҙып йүткерәләр. Был әле ҡытлыҡлы, зәһәрле көнитмештең маяһы ғына булған икән. Былай ҙа тәбиғәт ҡырыҫ төйәктә ҡапыл һыуытты, өҙгөс һалҡын аяуһыҙ тынын өрҙө. Төкөрөк төшкөһөҙ тышта. Ел сыҡһа, тағы ла нығыраҡ үҙәккә үтә. Урындағылар:
– Ғүмер баҡый ошонда йәшәп, бындай зәһәр ҡышты тәү күреүебеҙ, – ти. – Һуғыш зәхмәте ҡағылдымы икән әллә?..
Аслыҡ, зәмһәрир һыуыҡ, урыҫтарса “собачий холод” бәндәләрҙе киңгәткәндән-киңгәтә. Ярай әле Миңләхмәттең яҡташы, бергә йөрөгән ырыуҙашы төрлө кәсепкә оҫта. Әмәлен табып, ҡурғаш килтерә лә, иретеп, ҡалаҡтар ҡоя, ҡалала уларҙы балыҡҡа, ашарға яраҡлы башҡа тәғәмгә алмаштыра. Шулай бер аҙ үҙәк ялғайҙар. Ә бәғзеләр бөтөнләй ҡараңғы донъяға юллана.
Бер көн бригадир сафҡа теҙеп, өндәшмәй генә ҡала яғына әйҙәне. Госпиталдән госпиталгә йөрөп, ауыр яралылар араһынан үлгәндәрҙе йыйып, мал зыяратындай соҡорға бырғаттылар. Ер боҙ һымаҡ ҡатҡан. Мәйеттәрҙе тупраҡ менән ҡаплар ҙа рәт юҡ. Миңләхмәттең йәне әрнене: “Раббыбыҙ ниңә шулай беҙгә күрмәҫтәйҙе күрһәтә икән? Әллә гонаһтарыбыҙ яман күпме икән? Күптер, ахыры, күптер, һабаҡ алмайбыҙҙыр”. Тағы ла ҡатыраҡ, аяныслыраҡ һынауҙар алда көткән икән әле...
Иртә яҙын был тирә халыҡ йөҙәр йыл буйы күрмәгән бәлә-ҡазаға тарыны. Яйыҡ ажарланып ташты, күҙ күрмәҫ араға йәйелде, ҡасабалар, иҫке ҡала һыу ҡосағында ҡалды, йөҙәрләгән йорт йыуылды; боҙҙар дамбаларҙы, тимер юл күперен емерҙе, электр бағаналарын ауҙарҙы; заводтар, никель комбинаты туҡтап ҡалды. “Ышанысһыҙ милләттәр вәкилдәре”нә лә, башҡаларға ла ял, йоҡо ҡайғыһы бөттө. Дөйөм көс менән фронтҡа ҡорал етештергән заводтар тергеҙелде, поездарға юл асылды. Дингә инанғандар аяуһыҙ ташҡын сәбәбен ошолай аңлатты:
– Гонаһһыҙ кешеләргә “ышанысһыҙ” ярлығы тағыу, уларҙы ҡан илатып, йәшәгән ерҙәренән һөрөү, йәберләү ғилләһе, язаһы был. Уларҙың ҡарғышы алдыбыҙға килде. Хаҡһыҙ кәмһетелеү, әрнеү тойғоһо, рәнйеш ошолай ҙа төшә ул...
Ысынлап та, бәлә аяҡланды, буғай. Уның ҡатҡыл ҡамыты муйындарҙы тағы ла нығыраҡ быуҙы, ҡорт күселәй гөжләп торған лагерҙа эпидемия башланды. Дарыу-фәлән булмағас, кешеләр себен кеүек ҡырыла. Аяҡтарында торғандар һәр иртә үлектәрҙе ер өйҙәрҙән сығарып, арбаларға тейәй ҙә йәнә ер аҫтына тыға. Яман сирҙән Миңләхмәт тә ҡотола алманы, ләж ятты. Ауыҙына тәғәм дә ҡаба алмай.
– Тәнем тартыша. Ошонда үлеп ҡалһам, ҡорҙаш, Иҙрискә барып, ҡатыныма, туғандарыма һуңғы сәләмемде тапшырырһың инде, – тине, ауыр көрһөнөп.
Әммә ырыуҙашы йылы, ышаныслы һүҙҙәре менән һауығыуға өмөтләндерҙе:
– Насар уйҙарға бирелеп, үҙеңде бөтөрмә. Инәйем ҡәрҙәштәрен төрлө сирҙәрҙән, ваба киҙеүенән дә имләй, “ете яуҙан ҡалған ирҙе ваба алмаҫ” ти торғайны. Мине лә бала саҡтан дауалау серҙәренә өйрәтте. Һине, дуҫымды, нисек булһа ла әҙәм итермен.
Арҡаҙашы, ҡасабаға барып, әбейҙәрҙән үҙе генә белгән шифалы үҫемлектәрҙе, тамырҙарҙы килтерҙе. Шуларҙы төнәтеп, көнөнә әллә нисә тапҡыр эсергә бойорҙо. Бына хикмәт – килеште, хәстрүш килеш ятҡан хәстә арыулана төштө, әсек-мөсөк булһа ла ризыҡ йота башланы. Әммә ябығып, ҡаҡ һөйәккә ҡалғайны. Көскә генә ҡуҙғалғас, эшкә яраҡһыҙ һанап, ҡайтарып торорға ҡарар ҡылдылар. Арыуланыусы рәхмәттәр уҡыны. “Ярай әле, ҡорҙаш, һин булдың, булмаһаң”... – тип күҙҙәренә йәш тулды, һүҙен дә әйтеп бөтөрә алманы. Ырыуҙашы: “Йән биргәнгә йүн биргән”, – тип ҡыуанып та, моңайып та оҙатып ҡалды.