Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Режиссёр, педагог, драматург
Режиссёр,  педагог, драматург Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 95 йыллыҡ ижад юлына байҡау яһаһаң, унда ниндәй генә шәхестәр көс түкмәгән дә ниндәй генә осорҙар кисерелмәгән. Театр ижади яҡтан күтәрелгән дәүер ҙә булған, унан тағы түбән төшкән, шунан башлыҡтар алмашынып, тағы халыҡ араһында дан ҡаҙанып, юғары үрмәләгән. Ҡайһы бер ил етәкселәре, театрҙы директорҙар алға әйҙәй, тип уйлаптыр инде, тәүҙә уларҙы алмаштырған. 95 йыл эсендә ҡырҡ өсләп директор менән эшләгән театр.
Театрҙың тауарын – спектаклдәрҙе – режиссер етәкселегендә артистар әҙерләп сығара. Спектаклде халыҡ ярата икән, тимәк, театр ҙа яҡшы тигән һүҙ. Үкенескә ҡаршы, тамаша барғанда режиссер сәхнә артында ҡала, уның эше генә артистар аша халыҡ хөкөмөнә сыға.
Башҡорт дәүләт академия драма театры­ның һуңғы күтәрелеше 70-се йылдарға, режиссер булып Лек Вәли улы Вәлиев эшләй башлаған дәүергә, тура килә. Фәҡәт уның ҡулы аҫтында бер быуын йәш артистар үҫеп сыҡты: Фидан Ғафаров, Заһир Вәлитов, Илһөйәр Ғәзетдинова, Әхәт Хөсәйенов, Хәнә Минһажева һ. б. Хатта оло быуын артистары ла Лек Вәлиев ҡуйған спектакл­дәрҙә яңы һулыш менән уйнай башланы. Ҡайһы бер сәхнә әҫәрҙәренә ике ай буйы билет ала алманы тамашасы. “Тиле йәшлек” спектаклен унар тапҡыр ҡараған тамашасылар бар ине.
Лек Вәли улы Вәлиев Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Мәскәү ҡалаһының геология институтына уҡырға инеп, “землеустроитель” һөнәренә диплом алып сыға. Тап ошо институтта драмтүңәрәктә ҡатнашып, театр сире йоҡтора ла инде ул. Ошо шөғөлө уға ер үлсәү менән шөғөлләнергә ирек бирмәй. Эшен ташлап, Учалы ҡалаһына юлланырға мәжбүр була, сөнки ата-әсәһе унда күсә. Шунда халыҡ театрында эшләй башлай. Ошо сәнғәткә булған һөйөүе ул саҡтағы Ленинград ҡалаһына белем эстәргә алып китә, ул Театр институтының Товстоногов йыйған курсына режиссерлыҡҡа уҡырға инә. Институтты уңышлы тамамлағандан һуң, тыуған төйәге Башҡортостанға эшкә ҡайта. Лек Вәли улын Салауат ҡалаһындағы баш­ҡорт театрына режиссер итеп тәғәйен­ләйҙәр. Ул замандарҙа йәш режиссерҙарҙы һынап ҡарау өсөн башта күсмә театрҙарға ебәрәләр ине.
Беҙ уҡыған йылдарҙа ошо театр Өфөгә гастролгә килгәйне. Халыҡ уларҙың спектаклдәренә ағылып йөрөй башланы. Беҙгә, студенттарға, урын юҡ, ҡасып-боҫоп инәбеҙ. Шунда бер ҡыҙыҡ хәл дә булды. Тамашасылар шаулашып, театрҙарҙы алмаш­тырырға кәрәк: Салауаттыҡын – Өфөгә, бындағыны Салауатҡа ебәрһендәр, тип ҡыс­ҡырҙы. Быны обком вәкилдәре ишет­кәндер, моғайын. Сәнғәт усаҡтарын алмаштырманылар, әммә Салауат театрының ике режиссерын да Башҡорт дәүләт академия театрына күсерҙеләр. Вәзих Сәйфуллин – директор, ә Лек Вәлиев режиссер булып килде. Оҙаҡ та үтмәне, 1972 йылда Лек Вәлиев баш режиссер булып китте. Театрға йәш артистар алына башланы, тамашасы ағылды. Лек Вәли улы үҙе лә сәнғәт институтында уҡытып, артистар, режиссерҙар әҙерләне. Уның ҡул аҫтында Назар Нәжми, Рафаэль Сафин кеүек драматургтар үҫеп сыҡты.
“Пьесаларҙы шағирҙар яҙырға тейеш, уларҙа тойғо күп була, ә театр – хис донъя­һы”, – ти торғайны ул. Шундай хәлде хәтер­ләйем: кабинетында бик ҙур ҡайсыһы була торғайны, шуның менән килтерелгән пьеса­ларҙы киҫкеләп, йәбештереп, артыҡ ерҙә­рен ташлап, үҙенә яйлаштырып эшләп алыр ине. Беренсе көн репетицияға килеп инер ҙә:
– Иптәштәр, минең башта спектакль тыуҙы, инде шуны һеҙҙең башҡа һәм күңе­легеҙгә һала алһам, шәп буласаҡ, –тип эш башлар ине. Репетиция барышында бөтә пьесаны ятлап алып, артистарға һүҙҙәрен әйтеп ултырыр ине. Берәй артист ауырып китһә, уның ролен сәхнәгә сығып үҙе уйнап ташлай торғайны. Ҡайһы бер артистар ул ҡуйған бурыстарҙы аңлай алмаһа, уйнап та күрһәтеп ебәрер булды. Уның иң ҡурҡҡаны – артистың гел бер төрлө алымдар менән уйнауы. “Штамп” тиҙәр театр телендә. Артисҡа ошо ауырыу йоҡмаһын өсөн, Лек Вәли улы уларға төрлө ролдәр бирә торғайны.
Шамил Рәхмәтуллин тигән артисыбыҙ бик шәп комик ине, ул сәхнәгә сығыу менән тамашасы көлә башлай. Бер заман Лек Вәлиев М. Кәримдең “Йырланмаған йыр” пьесаһын ҡуйҙы. Унда төп герой ҡала партия ойошмаһының икенсе секретары – бик етди кеше. Лек Вәлиев ошо ролде Шамил ағайға бирмәһенме! Беҙ аптыраныҡ, хатта: “Ниңә улай иттегеҙ?” – тип һораныҡ. “Шамилдан етди артист яһайым”, – тине ул. Беҙ быға бик ышанып бөтмәгәйнек, беренсе спектаклдә Шамил ағай сәхнәгә сығыу менән, халыҡ көлөп ебәрҙе. Спектакль ха­рап була тип уйланыҡ, ләкин артабан тамашасы тыныс­ланып, геройҙы етди ҡабул итте. “Бына булдыра алдың бит!” – тип маҡтап китте Лек Вәлиев Шамил ағайҙы.
Ижадының һуңғы осоронда үҙе лә пьесалар яҙа башланы ул. “Париж егете Әлфә­нис” комедияһы, “Муйыл һалҡыны” драмаһы һәм башҡа пьесаларын әле лә театрҙарҙа уйнайҙар. Уның ҡуйған спектаклдәре – М. Кә­римдең “Салауат”, Н. Асанбаевтың “Ҡы­ҙыл паша”, С. Айытматовтың “Әсә – ер-әсә”, “Хуш, Һарыгөл”, Н. Хикмәттең “Оно­толған әҙәм” – театрҙың алтын фонды.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Лек Вәлиевтең һәр бер спектакле уңышлы булды, тип әйтеү мөмкин түгел. Әйтәйек, Назар Нәжмиҙең “Гармунсы дуҫ” спектаклен беҙ хөкүмәт комиссияһына өс тапҡыр тапшырҙыҡ (ул саҡ­та спектаклдәрҙе комиссия ҡабул итә ине). Һуңғы мәртәбә бик ныҡ үҙгәртеп яҙ­ғандан һуң ғына тамашасыға сыҡты ул. Лек Вәли улы эксперименттарҙан һис ҡурҡманы, шул арҡала тәнҡиткә лә юлыға торғайны.
Ижадта төрлө бәхәстәр, хатта талашып китеүҙәр ҙә була, сөнки һәр кемдең донъяға ҡарашы үҙенсә. Әммә Лек Вәлиев бер ваҡытта ла кенә ҡыуып, үс алып йөрөй торған режиссер, етәксе түгел ине. Иртәгәһенә килер ҙә: “Мин уйланым да, һеҙ хаҡлы икән”, – тип үҙ хатаһын танырға көс табыр ине.
Беҙ, уның ҡул аҫтында эшләп үҫкән артис­тар, осрашҡан һайын режиссер-остазы­быҙҙы һағынып иҫкә алабыҙ. Бөгөнгө йәш режиссерҙар уның эшләү ысулын өйрәнһен ине. Үкенесле, шундай шәхестәребеҙҙең ҡә­ҙ­ерен иҫән саҡтарында баһалап бөтөр­мәйбеҙ шул….







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780