Байгилдегә “Балыҡсы” ҡушаматы ҡапыл тағылды. Артында ла түгел, үҙенең алдында хөрмәтләп әйтәләр. Тик, ҡушаматты ишеткәс, Байгилденең үҙгәреүен берәү ҙә шәйләмәй: ҡараштары моңһоуланып, ялбыр ҡаштары ҡушылып, аҡ йөҙө ҡарайып, танау осо ағарып китә. Ҡыҫҡаһы, ир-уҙаман үҙенең хәлен үҙе генә белә. Йөрәгенә бикләгән сетерекле серен һис кемгә сисмәй – хатта ҡатыны Байрамбикә лә бер ни белмәй. Күңелен әрнеткән, ғилләһен әлегәсә үҙе лә төшөнмәгән мәғлүмәтен, йәндәй йәмәғәтенә, бәлки, үлгәнсе һөйләмәҫ. Ирекәйенә “Балыҡсы” тиһәләр, Байрамбикә әллә кем булып, йәмшек танауын сөйөп, рәхәтләнеп көлөп ебәрә. Әйҙә, кинәнһен, йәлме ни. Ә бит бөтәһенә лә бисәкәй үҙе ғәйепле...
– Күршебеҙ Филис – бигерәк һәйбәт кәрмилис! Аҙна һайын эшенән арынған арала биҙрә тултырып балыҡ алып ҡайта: ул бәрҙе, ул сабаҡ! Һиңә лә ошо ғәҙәт булһын ине ҙур һабаҡ. Филистең ғаиләһе буйтым туҡ. Ҡарт-ҡороға, яңғыҙ ҡатындарға һатып апаруҡ аҡса ла йыя. Кибете лә һәләк килемле. Бар янына бар һыя шул. Йәнә бер мөғжизә: балыҡ ашаған кешенең һөйәге ныҡ була икән. Әле ат һымаҡһың, мына, ҡартайғас, йығылып, аяғыңдымы, бүтән нәмәңдеме һындырһаң, үкенерһең әле. Ғүмер тиҙ үтә – үкереп үкһер мәлең етер. “Байрамбикәм балыҡ ашарға кәрәклеген күптән әшкәрткәйне, ниңә тыңламаным икән?” тиерһең. – Байрамбикә көн дә бер хәбәрен тәтелдәне.
Тамсы тама-тама таш тишә, тиҙәр. Дөрөҫ әйткән. Байгилде ауылдарынан алыҫ түгел Екәнлекүл яғына йышыраҡ ҡарай башланы.
Ә бер көндө биҙрә тулы балыҡ күтәргән Филисте күрҙе.
– Күбек майҙа ғына ҡыҙҙырһаң, телеңде йоторлоҡ ризыҡ була. Балалар ҙа, ҡатын да харап шатлана, – тип маҡтанды Филис.
“Ҡайһылай шапырына. Ярай, мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгелмен. Һеҙ ашағанды беҙ ҙә ашарбыҙ. Балыҡты ни уны ҡармаҡҡа ҡаптыраһың да һауытҡа һалаһың. Бер ҡыйынлығы ла юҡ. Ҡатыныма һары майҙа ғына ҡурырға ҡушырмын. Хәтһеҙен киптерермен. Кипкән тәғәмдең тәме икенсе... Балыҡ тотоу шәп шөғөлдөр. Шулай булмаһа, балыҡсылар тураһында йырҙар яҙмаҫтар ине, ярыштар ойоштормаҫтар ине”, – тип фекер йөрөттө Байгилде.
Ул Филис күршеһенән ҡармаҡ һорап алды ла күтәренке кәйеф менән Екәнлекүлгә йүнәлде.
Ҡулына ҡармаҡ, ун литрлыҡ биҙрә тотҡан ирекәйҙе ҡатыны менән ике ҡыҙы, уңыш юрап, ҡул болғап оҙатып ҡалды.
Күңеле тартҡан урынға урынлашты ул. Кистән кәнсиргә йыйған селәүсендең һимеҙен һайлап ҡына ҡармаҡ ырғағына ҡаптырҙы ла һыуға ташланы. Ҡалҡыуысҡа ҡарап оҙаҡ ултырҙы. Ни ҡәҙәре ғүмер үтте – осаһы ла ауырта башланы, елкәһе тартышты, күҙҙәре йәшкәҙәне. Ҡалҡыуыс ҡыбырҙамай, төшкән ерҙә тик тора.
Бына бер ят кешенең килгәне күренде. Кешекәй, Байгилде менән башын ҡағып ҡына һаулашты ла, йыраҡ та китмәй, сүкәйгәс, ҡармағын күлгә бырғытты. Байгилде күҙ сите менән генә тегене күҙәтә. Бәй, ике-өс минут үттеме-юҡмы, сит әҙәмдең ҡармағына балыҡ эләкте. Тотондо был бәндә сүпләргә — ҡармағын һыуға ырғыта ла балыҡ тартып ала, ырғыта ла балыҡ тартып ала.
Байгилденең эсе бошто: “Тимәк, мин һайлаған урында балыҡ юҡ. Әллә Филис боҙоҡ ҡармағын тотторҙомо икән? Булыр унан — һәләк көнсөл күрше... Байыҡҡан һайын һаранлана”.
Ул уңайһыҙланһа ла, бәхетле бәндә эргәһенә килде.
— Ҡармағым насар, ахыры. Урыным да алама шикелле. Әллә ем килешмәй микән? — тигән булды уңмаған балыҡсы, аптырағас.
– Ҡана, урыныңа ултырайым. Ҡармағыңды миңә бир әле, — тине ят кеше. Уның биҙрәһе балыҡ менән тулғайны.
Ул, Байгилденең урынына ултырҙы ла ҡармаҡты һыуға ташланы. Бәй, күп тә үтмәне, ҡалҡыуыс тегеләй-былай йөрөргә тотонмаһынмы... Шунан ҡапыл юғалды.
– Балыҡтың эреһе эләкте. — Был ниңәлер шыбырлап ҡына һөйләшә. Шунан яй ғына, һаҡ ҡына ҡармаҡты үҙенә табан тартты. Бына ҡармаҡ ебен күл ситенә килтереп еткерҙе. Өҫкә тарта-тарта, балыҡты сығара алмай.
— Кил, ярҙамлаш, — тине ул Байгилдегә.
Тарталар-тарталар, тартып сығара алмайҙар. Бышлыҡтылар, тиргә баттылар.
“Балыҡ түгелдер... Ағас тамырылыр...” — тип уйланы Байгилде.
Ниһайәт, шөҡәтһеҙ бер нәмә шәйләнде. Ҙу-у-ур балыҡтың башы ине. Төҫһөҙ ике күҙе упайған йәйенде күргәс, Байгилде хатта ҡурҡып китте.
Тырыша торғас, яман тыпырсынған балыҡты һыуҙан сығарҙылар, күлдән алыҫҡараҡ алып барып, сиҙәмгә һалдылар. Байгилде теге кешегә ғәжәпләнеп ҡараны: “Тылсым эйәһеме был, әллә сихырсымы?” Байгилденең үҙенә иҫе китеп ҡарап торғанын күргәс, ирекәй ике ҡулын һуҙҙы:
– Һаумы, иҫәнме! Танышайыҡ — Садиҡ булам.
– Байгилде, — тип мығырланы быныһы.
Садиҡ һүҙгә маһир икән.
– Уңай булды — юл уңды, биҙрәм балыҡҡа тулды. Себергә китеп барышым — вахта менән эшләйем. Һеҙҙең ауылдан өс кенә саҡрымдағы Сатрала апайым йәшәй. Бер генә көнгә туҡталғайным — иртәгә һары таңдан сәфәргә сығам. Сабира апайым Екәнлекүлдә балыҡ күп тигәйне. Дөрөҫ икән. Мәрхүм еҙнәмдең ҡармағын алдым да бында юлландым. Мынан ары юл төшкән һайын һуғылырмын. Ҡана, үлсәйек әле! — Ирекәй, усын бер ҡарышҡа йәйеп алып, һикрәндәүҙән шаҡтай арыған балыҡтың оҙонлоғон самаланы. — Метр ҙа утыҙ сантиметр. Ну, йәшәгән был йәйен! Ә һин: “Ҡармағым насар, урыным алама, ем эшкинмәй”, — тип зарланаһың. Барыһы ла бер тигән! Ҡармаҡ менән тоттом тиһәң, ышанмаҫтар әле. Алып ҡайт балығыңды!
– Нишләп минеке булһын, ти, һин тоттоң бит, — Байгилде артҡа сигенде.
– Һинең ҡармағың, һинең емең, хатта урын да һинеке! Бәхәсләшмә! Алып ҡайт та барыһын да аптырат! Гел эләкмәй бындай балыҡ. Үҙ ғүмеремдә бер нисәне генә тоттом — унда ла ау менән. Ярай, тағы осрашҡанға тиклем! — Ирекәй балыҡ тулы биҙрәһен алды ла тиҙ-тиләмән күҙҙән дә юғалды.
– Хәйерле юл! — Байгилде баҙанып ҡына һөйләнде.
Алаптай ауыҙын йәйеп, ара-тирә ҡыбырлап ҡуйған шыуғалаҡ йәйенде иңенә һалды. Әммә былай йәпһеҙ ине. Салбар ҡайышын балыҡтың айғолағы аша үткәреп, саҡ күтәрҙе.
Ауыл урамынан үткәндә уны күргән халыҡ хайран ҡалды. Ә инде малай-шалай, шаулашып, артынан эйәрҙе:
– Вәт, балыҡ, исмаһам!
– Бындайҙы күргән юҡ ине!
– Байгилде ағай — дан балыҡсы! — тиештеләр, яман һоҡланып.
...Тик был ваҡиғаның аҙағы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булды.
Ҡунаҡ саҡырмай йәшәмәйһең бит инде. Байгилделәр ҙә туған-тыумаса, дуҫ-иш, күрше-күлән менән ҡатышып донъя көттө. Был ғәҙәт бик һәйбәт. Әммә... Тыуған көндәргә, юбилейҙарға, байрамдарға саҡырылғандар, һөйләшеп ҡуйған һымаҡ, мотлаҡ балыҡ тотор өсөн тәғәйен нәмәләр бүләк итергә ғәҙәтләнде. Бүләктәрҙең ниндәйе генә юҡ: ҡармаҡ йыйылмалары, мурҙалар, йылымдар, бот төбөнә еткән оҙон ҡуңыслы резина итектәр, “Рыбалка” тигән гәзит-журнал, балыҡсыларға арналған энциклопедиялар, киптерелгән ҡорт тултырылған һауыттар, башты ҡояш нурынан һаҡларға эшләпәләр һәм башҡалар... Ҙур йорттоң иркен соланы лыҡа тулды. Ярай, балыҡ һүрәттәре төшөрөлгән кәртинкәләрҙе солан стенаһына ҡағып ҡуйырға башы етте Байгилденең. Ә бүтән бүләктәрҙән нисек ҡотолорға белмәй.
Байрамбикәнең “Балыҡ ашайыҡ!” тип мыжыуына иғтибар итмәй ул хәҙер. Башҡаса күлгә яҡын барманы, Садиҡты осратманы. Әммә “Балыҡсы” тигән ҡушаматтан һаман арына алмай...