Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хыял шундай татлы
Хыял шундай татлы Төндә Хәлимәнең күҙенә тағы йоҡо эленмәне. Элегерәк ныҡ арыһа ғына шулай таңға тиклем йоҡлай алмай этләнә торғайны. Әле иһә һуңғы ваҡытта миктәгәнсе эшләгәне лә юҡ. Бөгөн офоҡта таң ҡыҙылы беленә башлағансы түшәгендә әйләнә-тулғана ятты ла тороп асыҡ тәҙрә янына килде.

Ауыл йоҡлай әле, иң уңғандар ҙа татлы төшөн күрә торғандыр. Ә тәбиғәт яйлап уяна. Бына һандуғастар үҙҙәре генә аңлаған телдә бер-береһенә сәләм бирҙе. Ауылда йәшәһә лә, быға тиклем иғтибар бирмәгән булдымы икән: таң әтәстәренән алда һандуғасты беренсегә ишетә ул. Һыу буйындағы тирәклектән кәкүк тауыш бирҙе. Ике-өс саҡрым алыҫлыҡтағы күрше ауылдың мәсетенән аҙан тауышы яңғыраны. Был ваҡытта йылға ла аҡмай, ағас япраҡтары ла һелкенмәй тора, тип ишеткәне бар ине Хәлимәнең. Бер мәлгә генә ҡош тауыштары тынып ҡалғанын бөгөн ул, ысынлап та, тойҙо.
Ҡулына көнө буйы бер эш барманы уның. Ниндәй ҙә булһа шөғөлгә тотонорға үҙенең дә теләге булманы. Әле бер нәмәһен, әле икенсеһенең урынын алмаштырып, төшкә тиклем ваҡытын үткәрҙе лә, тәҙрә шаршауын тартып, серем итеп алырға уйланы. Күҙе эленеп, йоҡомһорап бара ине инде, кемдеңдер уның йәшел сиҙәм баҫҡан ихатаһына инеүен тойҙо. Кем икәнлеген, әлбиттә, бөтә булмышы менән тойҙо Хәлимә. Бынан утыҙ-утыҙ биш йыл элек ошо аяҡ тауышын ишетһә, һикереп тороп ҡаршы сыҡҡан булыр ине. Шулай ҙа тороп ултырҙы, өҫтөн-башын һыпырып рәтләне, яулығы аҫтына сикә тирәһендәге сәсен ҡымтып йәшерҙе.
Бына таныш аҙымдар һаҡ ҡына тупһаға баҫты, соланға үтте, ишек асылды, унан иң беренсе сал сәсле ирҙең башы күренде. Ул асҡан ишеген дә япмай тәҙрә ҡаршыһында ултырған ҡатынға текәлде. Күпме шулай бер-береһенә өнһөҙ ҡарап торғандарҙыр — билдәһеҙ, тынлыҡты ирҙең ауыр көрһөнөүе боҙҙо. Хәлимә лә ҡарашын унан айырҙы.
— Иң беренсе, һинән ғәфү үтенгем килә... — тип башлаған ирҙе ҡулын һелкеп кенә туҡтатты.
— Тағы ниндәй бәхетһеҙлек алып килдең? Шуны ғына әйт. Һин тиктәҫкә йөрөмәҫһең.
— Бөтә нәмәлә мине генә ғәйепләргә тырышма әле һин. Үҙеңдең башың да бар ине бит... — Ир тағы теләгәнен әйтеп бөтөрә алманы, ҡатындың барлыҡ уйы, эске донъяһы, хәсрәте яҙылған ҡарашты күреп туҡтаны. Олпат йәшкә етһә лә, һылыулығын ташламаған был ҡатындың намыҫы ла, күңеле лә башындағы ап-аҡ яулыҡ һымаҡ саф икәнлеген яҡшы белә ул. Тик шуны танырға ирҙең ғорурлығы, тәкәббер­леге ҡушмай, дөрө­ҫөрәге, ҡурҡа.
...Хәлимә менән Зәйни, яҡын ғына ауылда йәшәһә лә, мәктәпкә килгәнсе бер-береһен белмәй ине әле. Шунан улар ун йыл буйы бер партала ултырып уҡыны. Ҡайһы бер класташтарының исемен бер-береһенә ҡушһалар, улары үпкәләп, йә уҡы­тыусыға, йә атай-әсәйенә ошаҡлашырға йүгереп ҡайтып китһә, был икәү, киреһенсә, кинәнес кисереп ултыра торғайны. Мөхәббәт бөрөһө ошо балаларса шаяртҡан ваҡытта уҡ яралдымы: бер-береһенә эҫенешеп киткәндәрен бел­мәй ҙә ҡалдылар. Мәктәптә уларҙы “Зөһрә менән Таһир” тип йөрөттөләр. Уҡытыу­сылар иһә уларҙы айырым саҡырып та, линейкала ла һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа сәбәп табып, шелтәләп кенә торҙо. Етәкләшеп йөрөүҙәрен совет мәктәбенә хас түгел тип, уларҙан йөҙ бороп, сирҡанып үтеүселәр ҙә булманы түгел.
Бөтә хис-тойғоһо күҙ ҡарашынан сағылған аҙ һүҙле Хәлимәне телдәр Зәйни сибәрлеге менән генә арбаманы. Яҡын-тирә ауылдарҙағы иң оҫта гармунсылар менән бәләкәйҙән бер ҡатарҙан ултырып уйнаны ул. Йырға маһирлығы ла бар ине. Армияға киткәндә “Бейеш”те йырлап, табындағыларҙы илатҡан, тиҙәр. Хәлимә генә була алманы унда. Һөйгәне күҙ йәштәре менән илап, ергә тубыҡланып үтенгәс, мөхәббәт емешен — балаһын алдырырға барғайны. Күп ҡан юғалтыуҙан оҙаҡ ҡына дауаханала ятырға тура килде, шул осорҙа егетен армияға алдылар. Ялға ҡайтҡанда иһә Зәйниҙе күрше ҡыҙы бәпес менән ҡаршы алды. Хыянатты бик ауыр кисерҙе Хәлимә, башын стенаға бәрә-бәрә илағанын күргәндәр булған.
Кешеләргә тиҙ ышаныусан, балаларса бер ҡатлы, хәйлә-мутлыҡты белмәгән киң күңелле ҡыҙ күңел төшөнкөлөгөнән оҙаҡ сыға алманы. Инәле-сығалы йөрөгән ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыу бик ҡыйынға төштө әсәһенә. Дауахана юлын да оҙаҡ тапарға тура килде уларға. Ауылдаштары араһында саф күңелле, изгелекле кеше булып абруй яулаһа ла, керпек ҡаҡмай үткәргән йоҡоһоҙ төндәрендә ҡыҙын ошондай хәлгә төшөргән кешеләргә рәнйемәй булдыра алманы әсә.
Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаһа ла, артабан уҡыу ҡайғыһы булманы Хәлимәлә. Армиянан Зәйни тура үҙенә ҡайтыр тип уйланы, хаттар яҙҙы, тик яҡты өмөттәре аҡланманы. Бер аҙ тынысланып, күңеле урынына ултырғас ҡына ситтән тороп уҡырға инде, колхоз бухгалтерияһына эшкә урынлашты. Был ваҡытта Зәйниҙең ҡыҙы башланғыс класты тамамлағайны инде.
Агроном булып эшкә ебәрелгән егет менән дуҫлашып йөрөгәнен ишеткәс, “Кейәүгә сыҡма инде, мин шундай бәхетһеҙ, тиҙҙән айырылышам, саҡ ҡына көт”, — тип илап килгән Зәйниҙең татлы теленә тағы ышанды Хәлимә. Айҙар артынан айҙар, йылдар артынан йылдар үтте. Тик Зәйни генә, ҡыҙ күпме көтһә лә, килмәне лә, күренмәне лә. Агроном егет тә ғәрсел булып сыҡты, башҡа уның яғына әйләнеп ҡарамаҫтай булды.
Әсәһе вафатынан һуң Хәлимә атай йортон, мал-тыуарын һа­тып, район үҙәгенә күсенде һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл хужалығы идаралы­ғында эшләне. Маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды, сит илдәрҙә ял итте, йыл һайын диңгеҙ һауаһын һуланы. Уға ҡарап һоҡландылар, көнләштеләр.
Хәлимәнең эшендәге уңыштарына ҡарап, уны ысынлап та бөтәһе лә бәхетле ҡатын тип уйланы. Тик ул ғына үҙен бәхетле һанаманы. Үкенесең булмаһа ғына үҙеңде бәхетле һана, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Ә уның береһенән-береһе ҙурыраҡ ике үкенесе бар: тәүге мөхәб­бәттән яралған ғәйепһеҙ балаһын алдыртыуы һәм, үҙе өсөн өҙөлөп торған кешене ташлап, тағы ла Зәйниҙең таҫма теленә ышаныуы. Үҙе алдында ғына түгел, әсәһе алдында ла ғәйепле бит ул, сөнки йәп-йәш көйө тол ҡалған һөйөклө әсәһен күрәләтә кейәү күреү һәм ейән һөйөү бәхетенән мәхрүм итте. Үҙенең ғүмеренең сәскәләй иң матур йылдарын бер ҡасан да бойомға ашмаясаҡ хыялдар менән үткәрҙе. Дәрәжәле кешеләр ҡулынан маҡтаулы билдәләр, исемдәр алған ваҡытта күмәк кешеләр араһында Зәйниҙең дә барлығына ышанды. Ҡара диңгеҙ ярында йылы ҡомда ҡыҙынған сағында һөйөклөһө килеп сығыр ҙа етәкләп мәңгелек мөхәббәт утрауына алып китер кеүек тойолдо. Яңы йыл төнөндә, ҡатын-ҡыҙҙар йәки тыуған көнөндә бер ҡосаҡ гөлләмә тотоп инер ҙә, мин һинән бер ҡайҙа ла китмәйем, тип ғәфү үтенерен көттө. Тик ҡатындың был уйҙарын бер ҡасан да, бер кем дә белмәне. Кемгәлер һөйләп, ыуалырға ғына торған хыялындағы матур тормошон боҙғоһо килмәне. Шулай итеп, ул үҙенә генә хас параллель донъя булдырҙы. Тәне бында, йәне иһә үҙе уйлап сығарған ана шул донъяла булды...
Асыҡ тәҙрә аша сабый баланың илаған тауышы ишетелде. Хәлимә терт итеп ҡалды ла һикереп тороп тәҙрәгә ҡапланды. Бала тауышы — уның иң йомшаҡ урыны.
— Хәлимә, әгәр риза булһаң, бөгөндән үк ейәнсәрем менән һиңә йәшәргә киләм. – Ирҙең тауышы ҡалтыранып сыҡты. Быға тиклем ҡатын алдында бер нисә тапҡыр үкһеп илағаны булһа ла, был юлы Зәйни күҙ йәшен күрһәтергә оялды — башын аҫҡа эйҙе. Тегеләре ялған булһа, былары уның йөрәген ярып сыҡҡан ысын күҙ йәштәре ине. Тик Хәлимә уның күҙ йәшен дә күрмәне, һуңғы һүҙҙәрен дә ишетмәне, был ваҡытта ул урамда, машина янында ине. Баланы күтәреп өйгә ингәндә иһә Зәйнигә ашығыс медицина ярҙамы кәрәк булды. Бер көндә ҡатынын, ҡыҙын, кейәүен юғалтыу ҡайғыһы ла, үкһеҙ етем ейәнсәренең киләсәге өсөн борсолоу ҙа, Хәлимә алдындағы сикһеҙ ғәйеп тойғоһо ла — бөтәһе бергә уҡмашып, типһә тимер өҙөрҙәй ирҙең йөрәген икегә ярҙы. Хәлимәнең әсәһенең рәнйеше төштө...
Дауахананан Зәйни тура Хәлимәгә ҡайтты. Ғүмер буйы бергә йәшәгән ғаилә һымаҡ йәшәп алды ла киттеләр. Ә иң ғәжәбе шул: уларҙы белгән кешеләр ҙә Хәлимә менән Зәйниҙең ҡауышыуын шул тиклем тәбиғи ҡабул итте, хатта иң яҡын кешеләре лә һорау биреп маҙаһыҙламаны. Тик шуныһы ғына тиҙҙән бөтәһен дә аптыратыр: ҡыҙсыҡтың теле “әсәй” тип асылыр һәм үҫкән һайын Хәлимәгә ике тамсы һыу кеүек оҡшай барыр. Был күренеште төрлө кеше төрлөсә юрар, әлбиттә. Көҙөн сәскә атҡан гөл кеүек икенсе балҡыш кисергән бәхетле ҡатын ғына уны ысын мөғжизә тип ҡабул итер.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779