Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” – Саҡмағошта!
Һәр төбәктең атамаһы булған кеүек, һәр районда йәшәгән кешеләрҙең дә үҙенсәлекле сифаты бар, һәм, шуға ҡарап, беҙ уларға үҙебеҙсә исем бирәбеҙ. Саҡмағош кешеләренең саҡматаштар тигән атамаһы күптән халыҡ теленә кергән. Эйе, саҡматаш һымаҡ ныҡ, сыҙам, ауырлыҡтарға бирешмәҫ, көслө рухлы, тотанаҡлы холоҡло улар. Көтөүсенән башлап район башлығына саҡлы тап шундайҙар. Шуға күрә бында икмәк тә бар, йыр ҙа бар!
Район гәзите тиккә генә “Игенсе” исемен йөрөтмәй. Башҡорт телендә “Саҡмағош сатҡылары” гәзите лә сығып килә, шул уҡ исемдәге әҙәби ижад берекмәһе лә уңышлы эшләй. Өмөтлө ҡәләм эйәләрен бергә туплаған был берекмә менән егерме йылдан ашыу тәжрибәле журналист һәм әҙип, биш китап авторы Рәзифә Сәхәпова етәкселек итә. Ултырыштарҙа йәш һәм башлап яҙыусыларҙың әҫәрҙәре тикшерелә, әҙәбиәт мәсьәләләренә ҡағылышлы һөйләшеүҙәр бара, район типографияһында урындағы авторҙарҙың китаптары баҫыла, уҡыусылар менән ижади осрашыуҙар ойошторола, китап байрамдары үткәрелә.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, Әкрәм Вәли, Мәлих Харис, Ғилемдар Рамазанов, Вәзих Исхаҡов, Ғәлимйән Латип, Нур Ғайсин, Әхнәф Байрамов, Шамил Шаһғәли, Фәнил Мансуров, Мансаф Ғиләжев, Рим Иҙиәтуллин, Марис Нәзировтар кеүек билдәле шағир һәм яҙыусыларға алмаш әҙерләнә. Кемдәр һуң ул бөгөнгө Саҡмағош ижадсылары? Исемдәрен теҙеп һанап тормай ғына, һүҙҙе үҙҙәренә бирәйек.




ШИҒРИӘТ
Көндәремде балҡытыусы,
Төндәремде яҡтыртыусы,
Хистәремде яңыртыусы,
Һағышымды таратыусы,
Йәшәү ғәмен аңлатыусы,
Күңелемде ағартыусы,
Мине ихлас яратыусы,
(Мин дә һин тип йән атыусы!),
Күҙемдән йәш тамыҙыусы,
Өмөт утын ҡабыҙыусы,
Юғалыусы, табылыусы,
Мөхәббәткә табыныусы –
Рәхмәт һиңә, Шиғриәтем,
Йән рәхәтем, рухиәтем!
Римма ҒӘЙНАНОВА.

ЗАМАН
Заманалар үҙгәрәме,
Әллә беҙ үҙгәрәбеҙ,
Аҙ ғына эш эшләһәк тә,
Бик ҙурлап һөйләнәбеҙ.

Әллә шулай аҡрын ғына
Донъяға өйрәнәбеҙ...
Ауырлыҡтар башҡа һуҡһа,
Баш эйеп теҙләнәбеҙ...

Тормоштар бөтөн булһа ла,
Гел ниҙер эҙләнәбеҙ.
Түңәрәккә кергәнбеҙ ҙә
Тейендәй әйләнәбеҙ.

Бер ҙә юҡтан ғына килеп
Кемгәлер бәйләнәбеҙ.
Күңелен сағып алырға
Әҙер тора энәбеҙ.

Әллә заман үҙгәрәме,
Әллә беҙ үҙгәрәбеҙ.
Йә йырлайбыҙ, йә көләбеҙ,
Йә илап ебәрәбеҙ.

Берәй хөрт эш ҡылабыҙ ҙа
Башты ташҡа бәрәбеҙ.
Ҡулдарҙа көс күп булһа ла,
Аң яғынан шәрә беҙ...
Замандар шул уҡ буғай ул…
Беҙ генә үҙгәрәбеҙ!
Илгизәр ҒӘСКӘРОВ.

БЫЛ – МИНЕҢ ЯҘМЫШ!
Ҡанатымды ҡайырҙылар,
Мин барыбер осам.
Еңелдәрҙән булмаһа ла,
Йондоҙҙарҙы ҡосам.

Күкрәгемде ҡыҫһалар ҙа,
Еңел алам һулыш.
Именлек теләйем Ергә,
Теләмәйем һуғыш.

“Мөхәббәт – ялған!” – тинеләр,
Мин барыбер һөйҙөм.
Гүзәлемде шиғырҙарҙа
Мин күктәргә сөйҙөм.

Хәтеремде юймаҡсылар,
Тик бөтәһе иҫтә.
Тормошомдоң миҙгелдәрен
Онотмайым һис тә.

Киләсәк яҙмышымды ла
Һайлайым мин үҙем.
Күп һынау тура килһә лә,
Барыһына түҙҙем.

Аяҡтарҙан да йыҡтылар,
Тороп баҫтым ҡабат.
Был тормоштоң һәр бер көнө
Бирә миңә һабаҡ.

Ауыр, ҡатмарлы булһа ла
Мин йәшәгән тормош,
Барыбер мин бәхетлемен,
Был – минең яҙмыш!
Денис МАНСУРОВ.

ИКЕ ИЛНУР
(Чечняла башын һалған
яҡташ яугирҙәр иҫтәлегенә)

Ике Илнур, ике тиң нур
Чечняла башын һалды.
Атаһына, әсәһенә
Ғүмерлек ҡайғы ҡалды.
Ғабделиҡсанов – үҙәктән,
Бакировы – Үрнәктән.
Икеһе лә бер үк юлдан,
Бер һуҡмаҡтан йөрөгән.
Ғабделиҡсанов – йәш егет,
Бакиров та – йәш егет –
Нығынмаған, сыныҡмаған,
Зифа тал сыбыҡ кеүек.

Тыныс илдә тыныс тормош
Булһын өсөн, тырышып,
Ун туғыҙ йәшлек егеттәр
Йөрөгәйне һуғышып…
Рәйеф ҒӘЛИЕВ.

БАШҠОРТОСТАНЫМДЫҢ
САҠМАТАШЫ


Мин йәшәгән данлы Саҡмағошҡа
Бағышланған күпме йыр, шиғыр!
Йөрәгендә һөйөү йөрөтәлер
Был төйәктән сыҡҡан һәр шағир.

Ғилемдарың, Мәлих, Вәзихтәрең
Һиндә тыуып, һыуың эскәндәр.
Үрләй-үрләй ижад тауҙарына,
Арҙаҡлы зат булып үҫкәндәр.

Ҡаһармандар иле ирек өсөн
Яуҙар-алыштарҙа баш һалған.
Ҡәнзәфәрҙәр һыны ташҡа күскән,
Мираҫ булып изге эш ҡалған.

Батырҙарҙың вариҫтары иҫән,
Һынатмайҙар бөгөн хеҙмәттә.
Саҡмағоштоң данын арттырғанға
Лайыҡ улар оло хөрмәткә.

Ғорурланам, ошо ерҙә мин дә
Бәхет табып йәшәй алғанға,
Башҡортостанымдың һин,
Саҡмағош,
Сатҡы саҡматашы булғанға.

Рәмзиә ИСЛАМҒӘЛИЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779