Редакция машинаһы алға елдерә. Республикала Әҙәбиәт йылы марафонын башлап ебәргән ҡырмыҫҡалылар был юлы яҡташтары, талантлы яҙыусы, публицист Рәлис Ураҙғоловты әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуға саҡырған. Шунда китеп барыуыбыҙ. Уның әле буяу еҫе лә кибеп бөтмәгән “Эй ғүмер юлдары” тигән китабын бер тынала уҡып сыҡтым да әле һаман тәьҫораттарҙан арына алмайым. Тетрәндерҙе, һиҫкәндерҙе, уйға һалды ундағы әҫәрҙәр. Рәлистең һәр образы, гүйә, әле генә арабыҙҙа йөрөгән дә уның хикәйәләренә килеп ингән. Бөтәһе лә тормоштан алынып, уға ғына хас һутлы, бай тел менән яҙылған. Бер уҡый башлаһаң, ярай, аҙағыраҡ бөтөрмөн, тип һалып ҡуйыу мөмкин түгел – һәр әҫәр шунда уҡ үҙенә арбап ала ла һуңғы һөйләменә ҡәҙәр ысҡындырмай. Мәҫәлән, “Ҡарғыш” тигән хикәйәһе. “Исмаһам, дөмөкмәй ҙә бит. Үлгәнен күрер көнөм булырмы икән, Хоҙайым. Мәйетен өйҙән алып киткәс тә, әхирәткәйем, үҙеңә күлдәклек бирер инем. – Мәстүрә өҫтәлгә табан боролдо. – Яһа әле шул сәйеңде. Уф, тамағыма арҡыры ултырған һымаҡ шул йүнһеҙең. Берәйһе һуғып ҡына үлтерһә ярар ине, Раббым. Тамам үтте үҙәгемә...” – тип башлана ул.
Әйләнгән һайын ирен яманлап, ҡәһәрләп йөрөгән ҡатындың, ысынлап та, ҡарғышы юҡҡа булмай – ире һыуға батып үлә. “Йәшләй генә килеш яңғыҙ ҡартаймам инде” тигән ниәттән ул ҡайҙандыр ҡыҙҙары табып биргән бөтөнләй ят ирҙе йортона индерә. Хәҙер улар икәүләшеп эсә башлай, өйҙә йыш ҡына ыҙғыш ҡуба. Ауыҙынан йүнле һүҙ сыҡмаған Мәстүрәнең дә ғүмере аяныслы тамамлана. Көндәрҙең береһендә өйҙәше уның үҙен дә үлтереп ҡуя. Ҡатынды ерләүгә хатта ҡыҙҙары ла ҡайтмай...
Китаптағы һәр әҫәр, һәр образ, уларҙың ҡылығы һабаҡ бирә, уйға һала, уҡыусыны улай эшләргә ярамай тип яҙыҡ аҙымдан, хатта уйламай алама һүҙ ысҡындырыуҙан иҫкәртә. Яҙыусының халыҡтың урындағы телмәрен, һынамыштарҙы, юрауҙарҙы оҫта ҡулланыуы, һөйләмдәрҙең ҡыҫҡалығы әҫәрҙәрҙе тағы ла уҡымлы итә. Был китапты бүтәндәргә ихлас тәҡдим итергә була.
Кисә башланырға апаруҡ ҡына ваҡыт булһа ла, райондың төрлө ауылдарынан уҡытыусылар, китапханасылар, әҙәбиәт һөйөүселәр килеп тә еткәйне. Авторҙың һәр әҫәрен ҡыҙыҡһынып уҡыуҙары күренеп тора – күңелдәрендәге һорауҙар менән яҙыусыны күмеп ташланылар.
– “Аслыҡ”ты күҙ йәштәренә быуылып уҡыным. Ундағы ваҡиғалар тормоштан алынғанмы?
– Әлбиттә! Һамар өлкәһе башҡорттарының йәшәйешенән алып яҙылды.
– Романдың дауамы буласаҡ, тиҙәр. Ҡасан яҙаһығыҙ?
– Был хаҡта үҙем дә уйлайым. Үкенескә ҡаршы, беҙ тәбиғи аслыҡты еңеп сыға алһаҡ та, рухи аслыҡ әле лә халҡыбыҙҙы ныҡ миктәтә. Бәлки, әҫәрҙең дауамы ошо юҫыҡтараҡ булыр.
Башҡорт әҙәбиәтенә иң күп яҙыусыларҙы биргән бәрәкәтле район ул Ҡырмыҫҡалы. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ғайса Хөсәйенов, Шәриф Бикҡол, Фәнил Әсәнов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Ирек Кинйәбулатов, Роберт Байымов, Дилә Булгакова – тап ошо төбәктә тыуып-үҫкән ғалимдар, ҡәләм оҫталары. Бөгөн иһә алтын юбилейын билдәләгән Рәлис Ураҙғолов уларҙың юлын лайыҡлы дауам итә. Бығаса әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә “Ҡырсынташ” йыйынтығындағы тәүге хикәйәләре, “Бормалы юлдарҙа”, “Аслыҡ” китабы менән үтеп ингәйне.
Яҡташтары матур, бай йөкмәткеле тамаша әҙерләгәйне. Рәлис Ураҙғоловтың профессиональ яҙыусы булып танылғанға тиклемге тормош юлын йәнә бер тапҡыр хәтергә төшөрҙөләр. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, тракторҙа баҫыу киңлектәрен айҡай йәш егет. Уҡымышлы, ғәҙел Рәлискә профком рәйесе вазифаһын да йөкмәтәләр. Тап ошо йылдарҙа уның райондың “Хеҙмәт даны” гәзитендә йәтеш кенә һүрәтләмәләре, хикәйәләре баҫыла башлай. Артабан – “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәре…
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльмира Ғәлиәхмәтова Фәнзил Сыңғыҙовтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе, фәһемле хәтирәләре менән уртаҡлашты.
– Рәлис Ришат улы мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй башлағас, ауылда тормош йәнләнеп китте, төрлө саралар уҙғарыла, халыҡ эркелеп килә торғайны. “Романтика” исемле клуб, тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороп, йәштәрҙе йәлеп итте. Үҙе харап оҫта бейеүсе булараҡ та хәтерҙә ҡалған, – тине ул.
Әҙиптең уҡытыусыһы, БДУ профессоры, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов Рәлис Ураҙғоловтың уға диплом эшен яҙған ваҡытты иҫенә төшөрҙө.
– Ғәҙәттә, студенттар консультацияға йөрөй, ә бына Рәлис бер генә тапҡыр килеп күренде лә ғәйеп булды. Был әллә быйыл уҡыуын осламаҫҡа уйлаймы икән, тип аптырай башланым. Көндәрҙең береһендә ул һәлмәк кенә диплом эшен килтереп һалмаһынмы. Уҡый башланым, үҙем эстән генә, бәй, был минән дә уҙҙырып ебәрергә тырышҡан түгелме, тип уйлайым. Мин 180 бит яҙғайным, ә уныҡы – 178. Рәлистең яҙмаһы менән танышҡас, хайран ҡалдым. Фекер, һүҙ байлығы, ғилми эшенә ижади ҡарашы менән һоҡландырҙы. Беҙ уның дипломын һуңынан журналистика бүлеге студенттары өсөн махсус китап итеп сығарҙыҡ. Бөгөн уны йәштәр яратып уҡый, өйрәнә. Тәүҙә яҡташыма, һиңә фән юлынан китергә кәрәк, тип әйтергә уҡталғайным да, уйымдан кире ҡайттым. Ул сағында талантлы яҙыусыны юғалтасағымды аңланым. Ундай миҫалдар аҙ түгел.
Ирек Кинйәбулатов иһә яҙыусыға бағышланған шиғырын уҡыны.
– “Аслыҡ” романы аша автор егерменсе быуат башындағы фажиғәне тулы килеш асып бирә алды. Бығаса башҡорт әҙәбиәтендә бындай күләмле әҫәр юҡ ине. Рәлис Ришат улына артабан да уңыштар теләйем, – тине.
Йырлы-моңло әҙәби кисә бер тынала үтте лә китте. Ҡотланылар, уңыштар теләнеләр.
– Хөрмәтле яҡташыбыҙ! Үткер ҡәләмеңдән урғылған уй-фекерҙәрең, хис-тойғоларың артабан да китап һөйөүселәрҙе битараф ҡалдырмаһын. Юлһыҙ ерҙә юл күрһәтер маяҡҡа тиң ижадыңа яңы үрҙәр, уңыштар юлдаш булһын. Һинән заман һулышын, заман заңын сағылдырған тағы ла матурыраҡ, сағыуыраҡ әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ, – тине яҡташтары әҙипкә.
– Һау булығыҙ, һеҙҙең менән күңелдәр йылынып ҡалды, – тип оҙатты улар беҙҙе.