Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәхнә оҫтаһы юлынан
Сәхнә оҫтаһы юлынан Белмәйем, ҡасан тәүге тапҡыр күргәнмендер башҡорт театрында халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевте, әммә шунан алып уның образдары, сәхнәләге асыштары иғтибарымдан ситтә ҡалғаны юҡ. Уның менән бергә театр сәнғәтенә мөнәсәбәтем үҫә, ижад донъяһының тәрәнлек һәм киңлек даирәләрен айҡайым. Бәлки, был танышыу Ә. Мирзаһитовтың “Утлы өйөрмә”һендәге Айтуған аша булғандыр, әллә М. Буранғоловтың “Башҡорт туйы”ндағы Юлдыбайҙың сәме арбанымы икән? М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” әҫәрендәге Аҡъегет ғәжәпләндермәнеме ни? Ә?! “Салауат. Өн аралаш төш” хыялыйҙар яһай яҙҙы бит...
Батырҙың да бар бит икеләнгән, йөрәк усағы һүнер сиккә еткән мәлдәре. Ул да бит кеше: бөтәбеҙгә лә хас булған тетрәнеү-һиҫкәнеүҙәр уны ла урап үтмәй, әммә шәхестең кисерештәре халыҡтыҡы менән ауаздаш, шуға ла һәр тын алышы, йөрәк тибеше милләттеке кеүек ҡабул ите­лә. Ф. Бог­дановтың “Төнгө ҡунаҡ” спек­таклендәге Малик образы ир-егет ҡомары хаҡында уйландырҙымы? Ф. Бү­ләковтың “Шайморатов генерал”ын күреп, ата-бабаларыбыҙ рухына берсә доға ҡылдым, берсә тәрән һыҙланыуҙан, ир балаларҙы ниндәй һынауҙар өсөн тәрбиәләйбеҙ һуң, тип үҙ-үҙемә һорауҙар бирҙем. “Сың­ғыҙ­хандың һуңғы төйәге”н Темуджин менән бергә эҙләнем, ә Т. Миңнул­линдың “Диләфрүзгә дүрт кейәү” әҫәрендәге Йәмил ир-ат асылының бер типик персонажын һынландырҙы түгелме? Ф. Бүләковтың “Бибинур, аһ, Бибинур!” спектаклендәге Степка Разин ҡалай дәрт-дарманлы! Хәйер, һәр образ артында – тотош ҙур ижад мәктәбе.
Тағы ла бер образ хаҡында телгә алырға онотоп торам. Быныһы минең яратҡан ихтилалсым – Мак Мерфи. Эйе, К. Кизиҙың “Кәкүк ояһы” әҫәре буйынса ҡуйылған был спектакль театр донъяһында бер күренеш булды ул! Бигерәк тә бөгөнгө заманда ошондай сәхнә әҫәрҙәре кәрәк. Уйланһын халыҡ, бер аҙ аңына килһен зыялылар! “Бөгөн йәшәнек тә, иген сәсеп урҙыҡ та, вариҫтарыбыҙ үҙҙәре ни теләй, шуны йүнләр әле” булмай шул! Ана Мак Мерфи талпынып ҡараны бит, беҙҙе лә ошондай һынауҙар көтә тип ҡурҡабыҙмы әллә? Был бит – ҡурҡаҡлыҡ ҡына түгел, ә халҡың, милләтең, кешелек алдында енәйәт! Образды бар тәрәнлегендә, иҫ киткес тетрәндергес моңһоулығында асты Хөрмәтулла Ғаззали улы!
“Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың” проекты хаҡында бик күп яҙҙым. Әммә йәнә лә бер нисә һөйләм әйтергә уйым бар. Мәҙәниәт йылында уҡ һүҙ сән­ғәтенә иғтибарын бүлеп, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры халыҡҡа заман шиғриәтен еткерҙе. Әҙәбиәт йылында был эш дауам итте. Ошо кисәләр ваҡытында үҙем өсөн бер асыш эшләнем: баҡтиһәң, Хөрмәтулла Ғаззали улы минең дә остазым булып киткән икән дә. Нисек тиһегеҙме? Ул мине яҙған шиғырымды уҡырға өйрәтте. Халыҡ араһында шундай фекер ҙә ишеткәнем бар: шағирҙар әҫәрҙәрен уҡый белмәй! Был ысынлап та шулай бит ул. Мәҫәлән, шәхсән сәхнәлә тиҙерәк шиғырымды уҡып бөтөү теләге менән баҫып торам икән. Хөрмәт ағай халыҡҡа әйтергә теләгәнеңде еренә еткереп уҡырға кәрәклеге хаҡында аңлатты. Бер ҡараһаң, ябай ғына кәңәш кеүек, әммә һәр һүҙеңде айырым-асыҡ әйтеү зарурлығы ни тиклем мөһим! “Һәр шиғыр – үҙе бәләкәй генә спектакль, ниндәй кисереш менән яҙҙығыҙ, ниндәй фекер һалдығыҙ – шуны еткереү бурыс!” Был да уның һүҙҙәре! Рәхмәт сәхнә һәм шиғыр уҡыу оҫталығы дәрестәре өсөн, Хөрмәт ағай!
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ар­нап Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев режиссерлы­ғында “Һин иҫеңдә тот” шиғри йыр-моң кисәһе сәхнәгә әҙерләнә академтеатрҙа. Уны апрелдә сәхнәгә сығармаҡсылар. Был да бит Әҙәбиәт йылында яугир-яҙыусылар ижадына, шиғриәткә иғтибар бүлеү, ихтирам күрһәтеү!
Ошо көндәрҙә Жан Батист Мольер­ҙың “Һаран” әҫәре буйынса Гарпагон ролендә сәхнәгә сыҡмаҡсы артист. Әйткәндәй, быға тиклем дә пьеса­ларҙы руссанан башҡортсаға ауҙар­ған Х. Үтәшев был юлы ла ижади асылына тоғро ҡалды. Яңы сәхнә әҫәрендә артистар Айһылыу ­Йомағолова, Эмиль Әмиров, Милена Сираева, Руслан Хайсаров, Лилиә Ғәлина, Ирада Фазлаева, Башҡорт­остандың халыҡ артисы Илдар Сәйетов ҡатнаша. Ҡуйыусы режиссер – Искәндәр Саҡаев. Комедия жанрында уйнағанын күргән бар Хөр­мәтулла Ғаззали улының, әммә әҙәбиәт буйынса күптәребеҙгә таныш образды нисек асыр икән ул был юлы?
Әйткәндәй, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ләйлә Аралбаева төрлө кисерештәргә бай сәхнә әҫәрен тапшырыу мәлендә ҡарап ҡайтҡан һәм хис-тойғо сағыулығына баҫым яһай. Беҙ ҙә шаһиты булайыҡ был тамашаның. Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында осрашҡанға тиклем! Ниңә Гарпагон:
Аҡса-аҡсаҡайҙарым,
Бахыр туғанҡайҙарым.
Алтын-алтынҡайҙарым,
Иң ҡәҙерле дуҫтарым! –
тип ҡысҡырына икән ул? Беҙҙең заман, беҙҙең хаҡта түгелме икән был юлдар?! Нисек кенә булмаһын, яңылыҡ көтәм был ролендә лә Хөрмәтулла Ғаззали улының. Ул уйнай алмаҫ, асылына асҡыс таба алмаҫ образ юҡтыр ул. Театрҙы яратҡан, тоғро тамашасыһының, моғайын, өмөтөн аҡлар оҫта!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780