Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижад донъяһына сәйәхәт
Ижад донъяһына сәйәхәт Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә ойошторолған “Автограф көнө”ндә яңы сыҡҡан китаптарҙың исем туйы булды. Уҡыусылар ҙа, әҙиптәр ҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килде сараға.

Нәшриәт директоры Илһам Йән­дәүләтов байрамды асып, автор­ҙар­ҙы өр-яңы китаптары менән тәб­рикләне, ә баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаева, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр көтә­беҙ, тигән теләк бел­дерҙе. Георгий Кацерик рус те­лен­дәге “Вчерашнее лицо” тигән ки­та­бынан шиғырҙар уҡы­ны. Яҙыу­сының һүҙе йөрәккә үтеп инерлек үткер, тос булды. Автор башҡа­ры­уында йыр ҙа һәммәбеҙгә оҡшаны. Уның китабында шулай уҡ поэмалар, Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев, Кәбир Аҡбашев кеүек баш­ҡорт әҙиптәренең тәржемәләре, шу­лай уҡ авторҙың бала сағы, үҫмер йылдары тураһындағы шиғри циклдары урын алған
Салауат Юлаев исемендәге дәү­ләт премияһы лауреаты Рәшит На­заровтың “Ер һәм Йыһан йыры” исемле китабы хаҡында иһә тө­ҙөү­се­һе Риф Мифтахов һөйләне. Йы­йын­тыҡҡа 1962 – 1968 йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәр менән бер рәттән, бығаса баҫылмаған “Гөл­би­кә”, “Һал­дат бәхете” поэмалары ла ингән. Риф ағай тамашасыны өр-яңы көл­көлө шиғырҙары менән дә ҡыуандырҙы.
Өсөнсө ҡунағыбыҙ Мансур Һи­ҙиә­тов тәүге ижад емешен –─ “Ҡыу ҡарағас” тигән йыйынтығын алып ҡыуанған. Унда авторҙың матбуғатта баҫылып, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡан “Ҡыу ҡарағас» повесы һәм хикәйәләре тупланған. Повеста шәх­си яҙмышы, йөрәге аша үткән ваҡи­ға­лар сағылыш тапҡан. “Был кита­бым артабанғы ижадыма илһам сығанағы булып тора”, – тип бил­дә­ләне автор. Ижади осрашыуға кү­ренекле прозаик Сабир Шәрипов та килгәйне. Ул ижадташ дуҫына килә­сәктә яңы әҫәрҙәр һәм уңыштар теләне.
Ошо көндәрҙә Фәрит Әхмәҙиевтең “99 робағи” тигән тәүге поэтик йыйынтығы донъя күрҙе. Ете циклға бүленгән дүрт юллыҡтарҙан торған баҫма заманса ҡарашлы авторҙың әҙәби традицияларға тоғролоғо, рух һәм тормош тураһында фекер тәрән­леге уҡыусыларҙа ҙур ҡы­ҙыҡ­һыныу уятты. Автор фекеренсә, бөгөн бындай баҫмаларға ихтыяж ҙур, ләкин китап сығарыуы еңел түгел. “Айырыу­са республикаға килгән ҡунаҡтарҙа сувенир баҫмалар ҡыҙыҡһыныу уята­саҡ”, – тип роба­ғиҙарҙан “ауыҙ ит­тер­ҙе” Ф. Әхмәҙиев. Йәш шағир Алмас Шаммасов роба­ғиҙарҙың тәрән фәл­сә­фәүи йөк­мәт­келе булыуын билдәләне.
Әйткәндәй, Әҙәбиәт йылы уңайы­нан “Китап” нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш ҡалаларында һәм райондарында китап һатыу, күргәҙмә ойошторҙо. Март аҙағында нәшриәт­селәр Рәсәй Китап сығарыусылар ассоциацияһы саҡырыуы буйынса Мәскәүҙә “Рәсәй китаптары” милли күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнаша­саҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780