Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ырғыҙ буйҡайҙары, һай, йәмле шул,
Ырғыҙ һыуҡайҙары, һай, түлле,
1905-тә яҙғы һыуҙан
Бәпес ҡайта, наҙға күмелеп.
Бүләк кенә инде зат-ырыуға,
Бигерәктәр нурлы ҡыҙ ғына,
Әсәкәйе, төрөп аҡ биләүгә,
Һөйөп-наҙлап ала ҡулына.
Ҡаш ҡынаһы айҙай ҡыйғас ҡына,
Күҙ теймәһен бер үк күҙенә.
Бүләк инде, бүләк – Һәҙиәкәй,
Исемкәйе таман үҙенә.
Күрәсәген һиҙеп, һынсыл инәй
Һиҙҙермәйсә һөртә йәштәрен:
Бик даланлы булыр, бик бәхетһеҙ,
Ауыр булыр тормош хәстәре.
Исеменә күрә – есеме тип,
Һөйөнөшә туған-тыумаса,
... Яңы елдәр илгә бәреп кереп,
Яҙмышына ҡыҙҙың юл аса.
Мөғәллимә! Ун биш йәштән генә
Апай тиҙәр уға ололар,
Ололоҡ бит йәштә түгел – эштә,
Алдан бара уның юлы ла.
***
– Ғөбәйҙулла, Мәскәүҙәрҙә уҡып,
Донъя күрҙең, күпте беләһең,
Ни маҡсаттар менән йәшәйһең һин,
Сер булмаһа, әйтсе теләгең?!
– Һәҙиәкәй, беҙҙең алдыбыҙҙа
Тора шундай изге бурыстар:
Беҙгә кәрәк хәҙер асыҡ зиһен
Һәм ихтыяр көсө ҡоростай.
Мәктәп асып, белем биреү кәрәк,
Ағартырға ҡара халыҡты,
Һуғыштарҙан, аслыҡ-мохтажлыҡтан
Халҡыбыҙ бик шундай талыҡты!
Беҙгә кәрәк хәҙер врач, инженер,
Һәр бер фәндә кәрәк ғалимдар,
Йәштәребеҙ, ҡыйыуыраҡ булып,
Сит илдә лә белем алһындар.
Яҡшы яҡҡа үҙгәрер ул тормош,
Булып тормаҫ һаман гел яман.
Икәүләшеп китап яҙайыҡ беҙ,
Тарихтарҙа ҡалһын был заман.
Урал өсөн күпме башын һалған,
Башҡорт йәне һаман ҡанһырай.
Беҙ лайыҡлы нурлы гөл-тормошҡа,
Алдағыбыҙ булһын данлыраҡ!
***
Был ни ғиллә! Дошман тип танылған
Зыялылар китә күбәйеп!
Милләтсе тип мөһөр тағылырын
Көтмәгәндер инде Ғөбәйе.
Тимерғаҙыҡ булыр ир-егеттәр
Йөҙәр-йөҙәр тотоп атылыр.
Һәҙиәгә хәҙер бер ҡушамат:
Ҡайҙа барһа – “дошман ҡатыны”.
Төрмә...
Һалҡын төрмә,
Һалҡын ҡараш үткер бырауҙай,
Тик төрмәме һалып ҡуя ала
Талантына уның бығауҙар!
Ҡулың бәйле икән, уйың – бәйһеҙ,
Зиндандарҙа – милләт ҡаймағы,
Аң-белемле күпме зат ултырған
Күренеклеләрҙең аймағы.
Бындағылар – шәхес. Үҙе башҡа.
Сәйәсиҙәр. Күпте аңлайҙар.
Тар маңлайҙар хөкөм һөргән ерҙә
Ҡоршаулана яҫы маңлайҙар.
Ғөбәйенең әйткәндәре һәр саҡ
Сыңлап торған кеүек ҡолаҡта:
– Мин ғәйепһеҙ.
Күпме ғәйепһеҙҙәр
Ғүмерҙәрен һалды ГУЛагта.
***
Хөкөм ҡарарҙарын үтәп бөтөп,
Ҡайтҡанына инде күп аҙна.
Ҡаҡса ғына ҡатын. Сирле үҙе.
Ә ҡулында – ҡалын ҡулъяҙма.
Нисә тупһа аша уҙҙы икән,
Нисә ишек ҡалды асылмай?
Гәзит-журнал уның өсөн ябыҡ...
Әҫәрҙәре ята баҫылмай.
Тура ҡарап, уға ант итәләр:
– Апай, тиҙ үк, тиҙ үк күренер.
...Әллә күпме тоҙһоҙ нәмә сыға,
Тик “Ырғыҙ”ға етмәй урын-ер.
Хатта әүәл дуҫ тип йөрөгәндәр
Танымамыш уны булғандар.
Зат-зәүрәткә түгел, милләтенә
Бүләк булыр өсөн тыуған да...
Ә һин һаман ҡорос ихтыярлы,
Ә һин һаман китап яҙаһың,
Йөҙөң күреп, ҡалтырашып төшкән
Түрәләрҙең боҙоп маҙаһын.
Һәҙиәкәй, һинең әҫәреңдең
Юлын быуған “ҡара исемлек”,
Ғәҙелһеҙлек тигән был даръяла
Һинең өсөн, һылыу, кисеү юҡ!
Белдең микән, бындай исемлектәр
Тик заманы өсөн ҡөҙрәтле.
Һәҙиә тип алтын хәреф менән
Бер яҙырҙар – етер мөҙҙәте.
***
Туҫтағынан бөткәнсә һемергән
Яҙмышының әсе өлөшөн.
...Урлап баҫһалар ҙа – донъя күргән
Һәҙиәнең аҡыл емеше.
Көтөп ала алмай киткән әрнеп,
Милләтенең сабыр ир-ҡыҙы.
Өс йыл, бары өс йыл етмәй ҡалған
Баҫып сығарырға “Ырғыҙ”ын.
Һинең исем хәҙер – китаптарҙа,
Һинең исем хәҙер – әләмле,
Һинең исемең менән бүләк алып,
Ғорурлана күпме ҡәләмле!
Һәҙиә тип, йәғни бүләк тиеп,
Атаң - әсәң биргән исемең,
Һынмаҫ рухың һинең – үҙе фәһем,
Исемеңә торош есемең.
Нескә күңелеңдә – ниндәй ныҡлыҡ,
Ҡаһарманлыҡ – һынау килгәндә,
Талантыңа торош рух ҡеүәтең –
Бүләк, тиҙәр, аңлай белгәндәр.
Һөргөндә лә һынмай ғорур ҡалған
Салауатҡа тиң ул – Һәҙиә.
Рух көмбәҙен беҙҙең яҡтыртыусы
Яҡты йондоҙ һин ул – Һәҙиә!



















Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780