Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” – Иглинда!
Был төбәктә ете Советтар Союзы Геройы тыуған, Рәсәйҙекен дә өҫтәһәк, батырҙар һаны тағы ла арта. Социалистик Хеҙмәт Геройы, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе Миҙхәт Ғәлимов та – ошо яҡ алдынғыһы. Мәшһүр йырсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың, Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзаһы, юридик фәндәр докторы, яҙыусы Рафаил Зиннуровтың, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, философия фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллинаның кендек ҡаны тамған ергә юллана “Әҙәби нағыш” республика марафоны.
Әлегә төбәк ижадсыларынан бәләкәй генә шиғри күстәнәс.


Сыйырсыҡ

Иртә менән тышҡа сыҡһам,
Донъя шатлыҡҡа тулған.
Өй алдындағы ҡайынға
Сыйырсыҡ килеп ҡунған.

Эй өҙҙөрөп һайрай ҡошсоҡ,
Яҙ еткәнгә кинәнеп,
Сит ерҙәрҙән ҡайтҡанына
Үҙ еренә әйләнеп.

Кинәнә ул барыһына –
Сағыу ҡояш нурына,
Яҙ еҫтәре аңҡып торған
Һәр бер атҡан таңына.

Яҙҙар еткән һайын ҡайта
Шул ҡошсоҡтоң ҡошсоғо —
Ватан хисен һаҡлай белә
Кескәй йырсы остоғо.

Гармунсы

Беҙ үҫкәндә элек ауылдарҙа
Гармунсылар ине почетта.
Иң беренсе итеп саҡыралар
Гармунсыны һәр саҡ ҡунаҡҡа.

Бер туй үтмәй ине
Йыр-моңдарһыҙ,
Тыуған көндәр, мәжлес,
байрамдар…
Әллә ҡайҙан ишетелә ине —
Ҡайҙа ҡунаҡ, ҡайһы урамда.

Оҫта гармунсының ҡулында
Гармун үҙе, гүйә, йәнләнә,
Дәртләндереп йә бейетә ине,
Йә йырлата ауыл көйөнә.

Ә кистәрен йылға буйҙарына
Йәштәр килә киске уйынға,
Арығансы бейей, йә йырлаша,
Күңелдәрҙә — тулы моң ғына.

Аһ, ул сихри кистәр, гармун
йыры —
Ғүмерлеккә йөрәк түрендә.
Тауыштарын әле ишетһәм,
Йәшлегемә йәнем үрелә.

Һаҙлыҡ

Ни булды һуң был донъяға?
Шулмы заман ахыры?
Эскелектең һаҙлығына
Бата әҙәм бахыры.

Араҡы — иң яуыз дошман,
Күптәр шуны аңламай.
Эскән һайын батҡандарын
Улар һис тә уйламай.

Бөгөн — байрам, иртәгә — туй,
Көндәр шулай ялғана.
Әзмәүерҙәй ирҙәребеҙ
Йөҙ г(ы)рамға алдана.

Эсәм тигән бәндәләргә
Сәбәбе сығып тора.
Календарҙа тулы байрам,
Халыҡ тамаша ҡора.

Күңелле инде йәшәүе
Араҡы шауҡымында.
Баҡтиһәң, күптән ятаһың —
Замана упҡынында.
Закир САДИҠОВ.
Иглин ауылы.

Йылҡы йылы

Яңы йыл килә, Яңы йыл,
Ялтырап ята юлы.
Аҡ юл һалып, Аҡбуҙатлы,
Түрҙән уҙ, Йылҡы йылы.

Ир ҡанаты — толпарҙарҙа,
Ҡыш бабай сыҡҡан юлға —
Яңы йылын ҡаршы алып,
Иҫкеһен оҙатырға.

Ҡара юрғаһын уйнатып,
Ҡарһылыу ҙа юл ала.
Ул атлап үткән ерҙәрҙә
Донъя сафланып ҡала.

Изге теләк, аҡ уй менән
Атланып арғымаҡтар,
Бәхет юрап Йылҡы йылын
Ҡаршы алайыҡ, дуҫтар!

Рәшит ХАЖИЕВ.
Түбәнге Ләмәҙ ауылы.

Беҙҙең әсәй

Беҙҙең әсәй йөҙгә еткән,
Ә шулай ҙа шәп әле.
Уның һәр бер яҡты көнгә
Доғалар ҡылған мәле.

Тормошо еңел булмаған,
Һигеҙ бала үҫтергән.
Һигеҙенә һигеҙ һандыҡ,
Һигеҙ мәһәр еткергән.

Һигеҙебеҙ һигеҙ яҡта
Донъя көтәбеҙ хәҙер.
Бөгөн бары тик бишебеҙ
Күрһәтә ала ҡәҙер…

Бала юғалтыу ҡайғыһы
Төштө шул иңдәренә:
Уға ҡарап өйрәнәбеҙ
Беҙ йәшәү серҙәренә!

Ни эшләһә, эше уңды,
Килешле уның ҡулы.
Минең өсөн дә ҙур бәхет —
Әсәйгә оҡшаш булыу.

Балаларың балаһы —
Инде хәҙер егерме!
Ә уның көсө, ҡеүәте
Барыбыҙға етерлек!

Биш быуын булып йәшәйбеҙ
Бер әсә балалары.
Затыбыҙ менән тулған бит
Илебеҙ ҡалалары!

Мәсҡүҙә ШАФИҠОВА.
Түбәнге Ләмәз ауылы.

***
Йылдар үткән һайын
байрамдарҙы
Ҡаршылауы никтер серлерәк.
Сәғәт ун икене һуҡҡан мәлдә,
Ҙур мөғжизә көтә һәр йөрәк.

Юлиә МӘЖИТОВА.
Иглин ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780