Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡөҙрәтле һүҙ” нуры
“Ҡөҙрәтле һүҙ” нуры Халҡыбыҙҙың рухи хазиналарының береһе “Урал батыр” эпосы яҙып алынған, башҡорт әҙәбиәтенең матур өлгөләре “Ырғыҙ”, “Дуҫ булайыҡ”, “Ғәлиәбаныу” ижад ителгән, донъяла тик ошонда ғына ике халыҡтың уртаҡ улы, күренекле драматург Мирхәйҙәр Фәйзигә һәйкәл ҡуйылған, бихисап яҙыусы бүләк иткән бәрәкәтле Баймаҡ ерендә Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы һәр саҡтағыса сағыу һәм юғары кимәлдә үтте.

Кисәлә ошо төбәктә тыуып үҫкән, ижадтарында шул ерлектән һут һәм илһам алған яҙыусылар Таңсулпан Ғарипова, Әхмәр Үтәбаев, Лилиә Ҡәйепова, Нияз Алсынбаев менән бер рәттән Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, билдәле дәүләт эшмәкәре Зекериә Аҡназаров тураһындағы китапты төҙөүселәр Марсель Ҡотлоғәлләмов менән Ғәлиә Ғәлимованың ҡатнашыуы тантанаға мәртәбә өҫтәне.
Шағир һүҙе, яҙыусы фекере танһыҡ бөгөн халыҡҡа. Шуғалыр ҙа сәхнәнән балалар башҡарыуында халыҡ шағир­ҙары Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Абдулхаҡ Игебаев, шулай уҡ Рәйес Түләковтың шиғырҙары яңғырағанда, тамашасылар тып-тын ҡалып, йотлоғоп тыңланы. Бөгөн китап уҡыусылар аҙая тип борсолһаҡ та, халҡыбыҙ барыбер рухи ҡиммәттәрҙе өҫтөн күрә, яҙыу­сылар менән осрашыуҙарға эркелеп килә.
“Ҡөҙрәтле һүҙ” нурыРайон хакимиәте башлығы урын­ба­ҫары Радмир Иҫәнбаев үҙ сығышында бәләкәйҙән китап уҡып, әҙип тәрбиә­һендә үҫкән кешенең күңеле матур һәм изге булыуын, әҙәбиәттең быуындарҙы бәйләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Әгәр сабый теле әсәһенең бишек йыры, өләсәһенең әкиәттәре менән асыла икән, уның артабан да шағир һүҙенә, яҙыусы фекеренә ҡолаҡ һалып үҫәсәгенә иманым камил, — тине ул.
Артабан үҙ ижадына күк Ирәндек, йәмле Һаҡмар илһам биргән яҙыусы­лар һүҙ алып, шиғри күстәнәстәрен бүләк итте. Баймаҡ халҡының күре­нек­ле улы Зекериә Аҡназаров хаҡындағы китапты төҙөүсе авторҙар уның баҫмаға нисек әҙерләнеүе хаҡында һөйләне, китапты тулыландырыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн баймаҡтарға рәхмәт белдерҙе.
Кисәнең иң тулҡынландырғыс мәле Әҙәбиәт йылы уңайынан районда иғлан ителгән “Ҡөҙрәтле һүҙ” фестиваленә старт бирелеү булғандыр. “Әҙәбиәт йылы. Ҡөҙрәтле һүҙ” тип сигеп яҙылған ике символик һөлгө Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының ике лауреатын үҫтергән Күсей һәм Ишбирҙе ауыл биләмәләренә тапшырылды. Артабан саралар райондың һәр ауылында үтәсәк.
Шулай уҡ был көндә әҙәбиәт һөйөү­селәр өсөн фойела китап күргәҙмәһе һәм сауҙаһы эшләне, һәр кемгә күңеленә оҡшаған, зауығына тап килгән баҫманы һатып алырға мөмкинлек булды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780