Архангел районында ижад итеүселәр ниндәй уйҙар, хыялдар ҡороп йәшәй? Ошондай һорауҙар менән юлландыҡ ”Әҙәби нағыш” республика марафоны уңайынан ойошторолған сараға.
Һәр төбәктең алдынғы шәхестәре етерлек. Башҡортостандың халыҡ артистары Олег Ханов, Наилә Ғәләүетдинова, Мәғәфүр Усманов, атҡаҙанған артистар Юнир Ноғоманов, Илсур Хәбиров, журналист Лира Ғүмәрова, китап авторы, “Башҡортостан” гәзитендә эшләп киткән прозаик Ринат Сөләймәнов – ошо төбәктә тыуған шәхестәр. Хәйер, һәр береһен һанап сығыу мотлаҡ та түгелдер, әммә һүҙ сәнғәте өлкәһендә ең һыҙғанып эшләгән билдәле кешеләр байтаҡ бында. Шуға күрә Инйәр йылғаһы һуғарып аҡҡан был районға сәмләнеп аяҡ баҫабыҙ. Моғайын, яңы исемдәр, яңы шиғырҙар көтәлер беҙҙе.
Ә хәҙер ҡайһы бер башлап яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән ауыҙ итәйек
Регина Искәндәрова Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем алған. Бөгөн Ҡыҙылъяр ауылында йәшәй, Абҙан урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
Йомшаҡмын
Эскерһеҙлек һәм йомшаҡлыҡ
Баҫып алған күңелде.
Ғәҙелһеҙлек тойоп бер көн
Күҙ йәштәрем түгелде.
Кисерештәр һырып алған,
Арынып булмаҫ кеүек.
Балаларҙың зарын тойһам,
Йөрәк әрней ут кеүек.
Йомшаҡмын мин сабыйҙарса,
Булһам да һүҙгә һаран.
Миһырбанлыҡ ҡыла-ҡыла,
Ҡартлыҡҡа китеп барам.
Изгелектәр ҡылһам әгәр,
Тимәк, тере, мин иҫән!
Йомшаҡлығым еңһен, әйҙә,
Булһам-булайым иҫәр.
Ете ҡат күккә менгәндәй,
Шул ҡылыҡҡа шатланам.
Алтын тәхет ситтә торһон,
Мин бәхеткә атланам.
Йырағая
йәшлек таңдары
Ғүмер башым илап башланһа ла,
Килер шатлыҡ торҙо саҡырып.
Алтын тауҙар вәғәҙә итә-итә,
Тормош бирҙе һәр саҡ баҡырын.
Йылдар үткән һайын, юлдар оҙон,
Йырағая йәшлек таңдары.
Ғүмер көҙҙәрендә йәйләүҙәмен,
Хафалана шуға аңдарым.
Йылдар һәйкәленә башым эйәм,
Парлы йылдар наҙын мең тойоп.
Һары көҙҙәр инде етәкләгән,
Ҡулдарымда сәскә-томбойоҡ.
Маңлай сәстәремде һыйпап, елдәр
Ҡыңғырауҙар булып өндәшә.
Ғүмер дәүерендә алынмаған
Бәхет орлоҡтарын өләшә.
* * *
Зилә Төлкөбаева Айытмәмбәт ауылында тыуған. Ҡырмыҫҡалыла һатыусы һөнәрен үҙләштерә лә Оҙондарҙа эш башлай. Ошонда ғаилә ҡора. Дүрт бала тәрбиәләгәндәр. Әлеге мәлдә Приуралье ауылында йәшәйҙәр. Бала саҡтан шиғырҙар яҙа.
Бала сағым
Тыуған ауылым,
Һине һағындым,
Төшөмдә күрәм
Кескәй сағымды...
Ҡаҙ бәпкәләрен
Һыуға ҡыуғанды,
Атай-әсәйем
Ҡарап торғанды.
Күҙҙәрен төбәп
Миңә иркәләп,
Ҙур үҫкән, тиеп,
Беҙҙең бәпкә лә.
Гелән иҫемдә
Бала саҡтарым.
Йүгереп үҫкән
Тыуған яҡтарым.
Елдәй тиҙ үтте
Ғүмер йылдарым.
Күңелдә урғый
Һағыныу йырҙарым.
Күршеләрем
Илүзә исемле күршем—
Шундай ҙа уңған ҡатын.
Өйөндә гелән бөхтәлек,
Ҡулдары уның алтын.
Аш-һыуға ла оҫта үҙе,
Һырлай матур.
Моңланып йырлап ебәрһә,
Өҙөлә шул үҙәктәр.
Һул яҡта ла йәшәй күршем,
Исеме уның Ғәлиә.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,
Һағынам әллә ниңә.
Урамына барып инһәң,
Йәм бирә төрлө сәскә.
Үҙе көлә, үҙе һөйләй,
Әйтерһең дә, нур сәсә.
Иҫәнлектә, татыулыҡта
Йәшәйек беҙ ғүмергә.
Йома көндәрҙә серләшеп
Сәй эсә-эсә бергә.
* * *
Кифая Фәхретдинова Аҙау ауылында донъяға килгән. Магазинда һатыусы булып эшләй, буш ваҡытында шиғырҙар яҙа.
Көҙгө уйҙар
Юлдарыма ятҡан һары япраҡ,
Һиҫкәнеп тә киттем көҙ, тиеп.
Мәшәҡәтле, бәрәкәтле йәйем,
Үтте микән шулай тиҙ, тиеп.
Һарыҡай ҙа алтын көҙөм етһә,
Һағынам мин шаулы яҙымды.
Мәңге ҡабатланмаҫ — кире ҡайтмаҫ,
Бер хәсрәтһеҙ йәшлек сағымды.
Йөрәгемдә хистәр тулышҡанда,
Серҙәш ҡайынҡайға киләмен.
Йылдар уҙа тора, мин һаман да
Һине уйлап янам, һөйәмен.
Әйтеләһе һүҙҙәр әйтелмәгән,
Үтеләһе юлдар үтмәгән.
Хәтһеҙ генә ғүмер үтһә-үткән,
Күҙ йәштәрем һаман кипмәгән.
Артылғанда ғүмер үрҙәренә
Әкренәйә кеүек аҙымдар.
Йөрәк түрҙәрендә урын алған
Һөйөү йырын йырлар яҙым бар.
Үкенергә юҡтыр саралары,
Тормош еле һуҡты бар яҡлап.
Шатлыҡтарым, өмөттәрем менән
Илтте улар барыр һуҡмаҡҡа.
Ҡартлыҡтарҙы уйлар ваҡытым юҡ,
Алтмышыма табан уҙамын,
Һикәлтәле тормош юлдарының
Туҙҙырып та саңын-буранын.
Кәкүк
Саҡырмасы, кәкүк, моңһоуланып,
Ҡунып ҡына нескә талдарға.
Бына хәҙер нисә йылдар инде
Тырышамын һине аңларға.
Еңелдәрҙән-еңел тормош эҙләп,
Ҡанаттарың
ни хәл талмайҙыр?
Әсенепме әллә был яҙмышҡа,
Йылдар теҙгендәрен барлайһың?
Ташлап киткән һәр бер ҡошсоғоңа
Өҙөлмәйме һинең үҙәгең?
Аяуһыҙлыҡ упҡынына ташлап,
Хоҙай биргән изге бүләгең...
Бар әле ул беҙҙең араларҙа
Кәкүк кеүек ғәмһеҙ әсәләр.
Бер ғәйепһеҙ меҫкен балаларын
Урамдарға ташлап ҡасалар.
Ә бит тормош — һынау. Ғүмер уҙа.
Үҫеп буйға етер сабыйың.
Ниҙәр генә тиеп яуап биреп,
Күҙҙәренә уның бағырһың?
Саҡырмасы, кәкүк, зарланмасы,
Ҡунып та ғына нескә талдарға.
Ғүмеркәйең үтә, ай, заяға.
Тырышмасы мине алдарға.
Теләмәйем һине аңларға.
* * *
Раушан Хажиәхмәтов Ҡыҫынды ауылында тыуған. Башланғыс белемде ауылда ала, унан Ҡыҙыл Еҙем, Зәйет мәктәптәрендә уҡый. Әрме сафында һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, һөнәрселек училищеһын тамамлай. Ижад донъяһына клубта мөдир булып эшләй башлағанда килеп инә. Төрлө сценарийҙар яҙғанда, шиғырҙар эҙләп ултырғансы тип, ҡулына ҡәләм ала.
Әсәйгә
Ҡыйыр-ҡыймай эш ҡушаһың,
Ялға ҡайтҡан тип балаң.
Йоҡолары бөттөмө, тип
Борсолоп, әсәй, ҡалаң.
Ҡаршы ала асыҡ йөҙөң,
Һыуынмаған мейесең.
Бала саҡҡа алып ҡайта
Бешкән тәмле күмәсең.
Самауырың ҡайнап тора,
Ихлас, әсәй, күңелең.
Балам, тиеп, янып-көйөп
Уҙҙы инде ғүмерең...
Ҡайтып киләм
Төнгө юлдан ҡайтып киләм
Ашҡынып ауылыма.
Ай нурҙары йондоҙ булып,
Һибелгәндәр юлыма.
Аҡ нурҙарға ҡойонғандар
Һыу буйы ҡамыштары.
Һаумы, тип зифа ҡайындар
Серле эйгән баштарын.
Сут-сут килә һандуғастар,
Юл буйында тирәктәр.
Ауылыма ҡайтҡан һайын,
Йыр ярала йөрәктә!
Алға табан әйҙәп мине
Йондоҙ ямғыры яуа.
Тыуған ергә тоғро улдар
Фәҡәт ауылда тыуа.
* * *
Альбина Әбсәләмова Убалар ауылында донъяға килә. Шиғриәткә бала саҡтан ғашиҡ, ижад емештәре “Йәншишмә” гәзите, “Аманат” журналы биттәрендә баҫылған. Әлеге көндә Өфөлә юрист булып эшләй.
Һинең эҙең...
Һин киттең, ҡалды эҙҙәрең
Һырынты ҡар өҫтөндә.
Ҡарҙа түгел, һаҡланалар
Эҙҙәре йөрәк түрендә.
Буран булып, дауылланым,
Ҡапларға ла тырыштым.
Яҙ ҡояшылай йылмайып,
Иретергә маташтым...
Бына тағы һинең эҙҙәр—
Юйғы килмәй ҡабаттан.
Йыһанда дауыл сыҡһа ла,
Йөрәгемдән юғалтмам.
Яҙ һулышы
Бар ғаләмде наҙға, моңға күмеп,
Яҙ ҡояшы балҡый күгемдә.
Ярата ул, һөйә тәбиғәтте
Илаһи бер донъя йәнендә.
Тик иркәләп кенә уятҡандай,
Йөҙҙәремде наҙлай елдәре.
Күңелемде сихри моңға сорнап,
Сәскә ата яҙҙың гөлдәре.