Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Рәмиҙең дуҫыХәйбулла тарафтарында йөрөгәндә, кемдер Уфимка ауылында йәшәүсе Рифғәт Алғушаевтың ваҡытында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов менән дуҫ булғанын әйткәйне. Шунда уҡ уның менән танышыу теләге тыуҙы. Һөйләйәсәк һүҙем дә уларҙың дуҫлығы тураһында.
Рифғәт Алғушаев 1930 йылда Йылайыр районының Матрай ауылында тыуған. Әсәһе Файза Абдулла ҡыҙы — колхоз эшсеһе, ә атаһы Ғилман Мөслим улы уҡытыусы була.
1947 йылда Өфөгә килеп, республиканың 1-се мәктәп-интернатында уҡый башлай. Тап ошо йылдарҙа үҙенең ғүмерлек дуҫы Рәмиҙе осрата ла инде. Уның менән бер партала ултырып уҡый. Был хаҡта халыҡ шағиры үҙе Рифғәт Ғилман улы менән бергә уҡыған саҡтарын ентекләп яҙған. Рәми Йәғәфәр улы уның менән ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем бәйләнеште өҙмәй. Рифғәт ағай Рәмиҙең ижад юлындағы бөтә боролоштарҙы яҡшы белә.
Рәми менән аралашҡас, үҙе лә шиғыр яҙғандыр, тип һораусылар барҙыр. Эйе, ваҡытында Рифғәт дуҫына күп өмөт бағлай олуғ шағирыбыҙ, әммә тормош беҙ теләгәнсә генә бармай.
Рифғәт Алғушаев Рәми Ғарипов менән бергә 1950 йылда Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға ебәрелә, ләкин, йәше етмәү сәбәпле, үтә алмай. Артабан Харьков ҡалаһындағы хәрби училищела бәхетен һынарға була, һаулығы насарайғанлыҡтан, унда ла юлы уңмай. Ахыр сиктә, Өфөгә ҡайтып, Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында буласаҡ шағир, ижади йәштәр менән аралашып, институт тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Бар ергә өлгөргән, сос егетте курс факультетының комсомол комитеты секретары итеп һайлап ҡуялар. Тәүге шиғырҙары үҙҙәре үк ойошторған әҙәби журнал, гәзиттәрҙә даими баҫыла башлай. Беренсе курста уҡыған сағында уҡ шағир Ҡадир Даян ойошторған иң яҡшы шиғыр бәйгеһендә бер айлыҡ стипендия күләмендә премия менән бүләкләнә. Шулай итеп, Рифғәт Алғушаев студент йылдарында уҡ яҙыусылар араһында билдәлелек яулай.
Күп тә үтмәй, ул “Һаҡмар иртәһе” исемле йыйынтығын нәшриәткә әҙерләп тапшыра. Ул 1957 йылда баҫылырға тейешле китаптар иҫәбенә индерелгән дә була, әммә йыйынтыҡ донъя күрә алмай.
Рифғәт Ғилман улы, институтты тамамлап, Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең дәреслектәр редакцияһында мөхәррир вазифаһында хеҙмәт юлын башлай. Нәшриәттә эшләгән йылдарында байтаҡ шиғыр ижад итеп, матбуғатта баҫтырып сығара, күренекле шағирҙар менән аралашып, уларҙың фәһемле кәңәштәрен ала. Ул бигерәк тә Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Муса Ғәли, Шәриф Бикҡол, Хәким Ғиләжев кеүек шағирҙарҙың кәңәштәренә, ярҙам ҡулы һуҙыуҙарына ғүмерлек рәхмәтен белдерә. Ҡалала үткән йылдар йәш егеттең үҙәгенә шул тиклем үтеп инә, тыуған яҡтарына ҡайтып, бер аҙ эшләп килеү теләге уны сиҙәм ерҙәргә алып килә. Хәйбулла районының “Матрай” совхозына эшкә ҡайта. Һуңынан оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡыта. Уҡытыусы булып эшкә килгән Маһинурға өйләнә. Бер-бер артлы балалары тыуа. Ауыл еренең бөтмәҫ мәшәҡәттәре, донъя йөгөн тартыу бер ни ваҡытҡа ижадтан ситкә алып китә. Күңеле ижадҡа тартылған егет үҙенең ҡулъяҙмалары өсөн борсола башлай. Барып ҡайтырға мөмкинлек булмай, ул саҡта элемтә лә насар эшләй. Йөрәге толҡа тапмай йөрөгән саҡтарында Рәми Ғариповтан хат килеп төшә.
“Рифғәт дуҫҡай! — тип яҙа Рәми ағай. — Һине юғалттыҡ бит. Нишләп тауыш-тының сыҡмай? Һин ҡулъяҙмаларыңды, яңынан иптәштәр менән ентекләп ҡараштырып сығырға кәрәк тип, алып ҡайтып киткәнһең икән. Баш мөхәррир Ғәли Ишбулатов ағай, әгәр Алғушаев октябрь айына тиклем ҡулъяҙмаларын алып килмәһә, 1957 йылда баҫыласаҡ китаптар исемлегенән төшөп ҡаласаҡ, тип ҡаты иҫкәртеп ҡуйҙы.
Мин һине аңлай алмайым. Башҡа авторҙар, сейле-бешле әйберҙәрен баҫтырырға тип йылдар буйы нәшриәт тупһаларын тапай. Ә һин ауыҙыңа ҡаптырған ҡалъяны ла йота алмайһың. Йоҡлап ятма! Үкенескә ҡалмаһын! Мин һинең шиғырҙарыңды үҙем редакторлармын тип дәртләнеп йөрөй инем. Һине яңы эшмәкәрлегең — мөғәллим булып изге эшкә тотоноуың менән ҡайнар ҡотлайым. Уңыштар һиңә, дуҫҡай!
Һинең Рәми. 20 август. 1955 йыл”
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур өмөттәр бағлаған шағирҙың ҡулъяҙмалары донъя күрә алмайынса, авторҙың архивында туҙан йотоп ятып ҡала. Шулай итеп, 80 йәшлек юбилейын ҡаршылар алдынан үҙнәшер юлы менән Рифғәт Алғушаев “Көҙгө күкрәү” исемле шиғырҙар йыйынтығын сығара. Бынан илле йыл элек баҫылырға тейешле китапты ҡулға алыу Рифғәт ағай өсөн донъялағы иң оло бүләктәрҙең береһенә тиң.
Бөгөн иһә, Рифғәт Алғушаев дәртләнеп үҙенең дуҫы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһындағы хәтирәләрен яҙа. Рәмиҙең ижадын яратыусылар, уның хаҡындағы иҫтәлектәре менән тиҙ арала танышыр, тип ышанып ҡалабыҙ.
Кәримә УСМАНОВА.
Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779