Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер ҡарағай тарихы
Бер ҡарағай тарихы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың исем­һеҙ ошо шиғырын күп­тәр­ҙең әҫәрләнеп уҡығаны барҙыр:
Ғүмер бөтөп, тупраҡ ситкә яҙып,
Әгәр мине үлем ауҙарһа,
Мин һандуғас кеүек үлһәм ине
Һәм күмелһәм ине тауҙарға,
Тыуған Ҡаратауға!.. Ә эргәмдә
Ағып ятһын ине Йүрүҙән.
Бәлки, кире тороп йырлар инем,
Тыуған тауҙарымды күреүҙән.
Күмһен ине дуҫтар, яҡташтарым
Мин ут яҡҡан үркәс башына.
“Был донъяға ғашиҡ шағир” тиеп,
Яҙыу яҙһын ине ташына.
Тупрағыма тубырсыҡтар яуһа,
Мин донъяға тағы ҡайтырмын,
Мәңге йәшел бейек ҡарағайҙың
Тамырҙарын тотоп ятырмын.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдар башын­да шағирҙың ижады ғына түгел, исеме таш­ҡын кеүек тормошобоҙға килеп ин­гән­дә, һәр шиғырының аһәңе менән һуға­рыл­мау мөмкин түгел ине. “Йәшлек” гә­зитендә баҫылған “Рәми көндәлектәре” беҙҙең өсөн шағирҙың тотош күңел донъяһын асты! Тап ошо йылдарҙа беҙ Башҡорт дәүләт университеты студенттары булып киттек. Башҡортостандың ғына түгел, башҡорттар йәшәгән ҡайһы төбәктә генә тыуып үҫһәк тә һәр бере­беҙҙең телендә бер һүҙ – Рәми Ғарипов шиғриәте. Әлбиттә, “Журналистика” бүле­гендә белем алғас, беҙгә әҙәбиәт буйын­са курс эше яҙыу тыйыла ине. Әммә бик ты­рышһаң, унда ла табып була икән са­ра­һын: көндәлектәрендә “Баш­ҡорт­ос­тан” гәзитендә, “Башҡортос­тан ҡыҙы” журналында эшләүе хаҡында яҙа бит Рәми ағай, мо­ғайын, мәҡәләләре лә булғандыр тип, китапханаға юлландым. Ысынлап та, бик күп мәҡәләләр яҙған булған икән шағир! Ошо рәүешле әҙиптең ҡатыны Надежда Васильевна менән танышып киттек, ул шәхси архивта һаҡ­лан­ған яҙмалар менән таныштырҙы. Ниндәй һутлы, образлы тел менән яҙған ул очерктарын, әңгәмәләрен! “Йәшлек” гәзитенә “Шағир журналистикаһы” тигән мәҡәлә лә яҙғай­ным. Йылдар үткәс, улар барыһы ла “Халыҡ шағиры – Рәми” китабында баҫы­лып та сыҡты, әммә һүҙем ул хаҡта ғына түгел.
Үрҙә әйтеп кителгән Рәми ағайҙың шиғырын уҡығандан һуң әллә йәшлегем, әллә әҫәрләнеүсән булыуым менән тәрән тойғолар кисереп йөрөнөм. Ниңә Ҡара­тауға алып ҡайтманылар икән, тип уйлан­ғаным да хәтеремдә. Әммә ҡарағай ул­тыртып була ла инде, тигән изге те­лә­гем яҡты нурҙай балҡып китте күҙ алдым­да. Дәүләкән районының Мәкәш ауы­лы билә­мәһендә питомник бар. Унда шыр­шы, ҡарағай һәм башҡа ағас үҫен­теләре баш төртә. Оҙаҡ уйлап тормайынса, шу­нан ете төп ҡарағай алып килдем. Дөрөҫ хәтерләһәм, беҙ II курсты тамамлап килә­беҙ, 1994 йылдың яҙы. Өсәү­ләп – Гөлдәр, Айтуған менән үҫен­те­ләрҙе алдыҡ та, Рәми ағайҙың ҡәберенә юл­ландыҡ. Әллә берегеп китә, әллә юҡ тип, етеһен дә ултыртып ҡайттыҡ. Үҙ ҡул­да­рыбыҙ менән ултыртҡас, бик ҡәҙерле ине беҙгә был ағастар: нисек үҫәләр, биреш­мәйҙәрме, тип күҙ-ҡолаҡ булып торҙоҡ.
Әлбиттә, ағастарҙың барыһы ла үҫеп китмәүе ғәжәп түгел, ҙурайғас, улар утал­ды ла, ҡайһы бере үҙе ҡороно. Әммә бөгөн Рәми ағайҙың ҡәберендә, уның шиғырындағыса, ҡарағай үҫә.
Яңыраҡ, Әҙәбиәт йылы уңайынан унда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары ла булып китте. Улар хатта шағирҙың ҡәбер ташын яңыртыу идеяһы менән янып ҡайт­ҡан. “Бәйләнештә” социаль селтәрен­дә йәшерәк быуын шағирәләренән Айгөл Ғәбитова: “Был донъяға ғашиҡ шағир”, – тип яҙып ҡуйырға ине ул Рәми Ғариповтың ҡәбер ташына, ә “Яҙыусы” тип түгел, ти­гән фекер ҙә әйтте. Бына бит, заман баш­ҡа, заң башҡа, тиһәләр ҙә, ысын ижад­сы­лар­ға, шағирҙарға мөхәббәт һис һүрелмәй, күрәһең. Милләте менән бергә йәшәйәсәк Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижады.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Дамир
    Дамир от 25.03.2015, 04:42
    Ларисаның һәр яҙғаны бер фәһем!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779