Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” – Ауырғазыла!
Ауырғазы районы — Башҡортостан әҙәбиәтенә Рәшит Назаров, Ғәлимйән Ибраһимов, Роберт Паль, Әлфиә Әсәҙуллина, Флүзә Мырҙабаева, Салауат Әсфәтуллин һәм башҡа бик күп ҡәләм әһелдәрен биргән төбәк.


Әҙәбиәт йылы уңайынан ойошторолған “Әҙәби нағыш” ижади марафонына ауырғазылар ҙа сәм­ләнеп, дәртләнеп ҡушылды.
Ҡәләм тирбәтеүселәр ара­һын­да йәштәрҙең байтаҡ булыуы һө­йөндөрә. Улар башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә ижад итә. Тәүге мө­ҡәддәс хистәр, яҡындарына рәхмәт тойғоһо, йәшәүгә дәрт, мөхәббәт йәш ижадсыларҙы ҡулына ҡәләм алырға илһамландыра
Башланғыс класс уҡыу­сылары башлыса әкиәт ижад итә. Әлегә улар яратҡан әҫәрҙәренә оҡшатып яҙырға тырыша.
Жанрҙарға килгәндә, шиғырға өҫтөнлөк бирелә. Әммә оҫталыҡ тигән йүгәнһеҙ тайҙы ауыҙлыҡлау өсөн, ай-һай, күп тырышлыҡ та, ныҡыш­маллыҡ та талап ителә әле.
Ғәлиә Мөхәмәтйәнованы “Әҙә­би нағыш”тың табышы тип бил­дә­ләһәк, Иншар Вәлитовтың ҡә­ләме өмөтлө булыуы һөйөндөрә. Ижад­ты йыуанысы ла, ҡыуанысы ла иткән Дамир Заһитовҡа “афарин!” тимәү мөмкин түгел. Ә инде мәктәп уҡыусыларының шиғыр техникаһын, аһәңен үҙләш­те­рер­гә ынтылышы ҡыуандыра. Ошо башланғыстарҙы үҫтереп, кү­ңел­дә­рендә ижадҡа дәрт һәм яуаплылыҡ уята алһаҡ, марафон, һис шикһеҙ, үҙ маҡсатына иреште тигән һүҙ.


Мораҙым ауылы ҡыҙы мин. Инде бик күп йылдар ситтә, таш ҡа­лала йәшәһәм дә, күңелем һаман ауылса йомшаҡ, йөрәгем һаман Мораҙымса хисле әле. Бала са­ғым, йәшлегем офоҡтары йы­раҡ­лашҡан һайын, тыуған ерем­де нығыраҡ һағынам, ялан-ҡырҙа­ры­ның сәскә-мә­трүш­кә­һен, туғай­ҙа­рының хуш еҫле бесәнен, уйнап үҫкән Баҡыш тауының күк әремен йышыраҡ иҫемә төшөрәм.
Өршәгемдең иркә тулҡын­дарын­да тирбәтеп, күңелемде Билле­ғы­лыс әрәмәлеге һанду­ғас­тарының моңо менән һуғарып, Һама­йым­дың татлы һыуҙары менән һыу­һынымды ҡандырып, хәсрәтле ва­ҡыттарымда йыуатып-ҡурса­лап, барыр юлдарыма хәйер-фа­тихаңды биреп оҙатып ебәргән бер балаңдың һағыныу сәләм­дә­рен ҡабул итеп алсы, ғәзиздәрҙән-ғәзиз тыуған ерем, мәрхәмәтле изге тупрағым!..

БИЛЛЕҒЫЛЫС ТИРӘКТӘРЕ

Елдәр менән ебәрһәм, тим,
Сәләмемде йөрәктәге,
Һөйөнөшөп шаулармы икән
Биллеғылыс тирәктәре?

Биллеғылыс тирәктәре –
Бала сағым серҙәштәре.
Япраҡтарҙа ысыҡ кибә,
Әллә инде күҙ йәштәре?

Йүгерек елдәр шаулатамы
Биллеғылыс тирәктәрен?
Һандуғастар таратамы
Тирәктәрҙең йөрәк серен?

Күңелемдә шаулай һаман
Тыуған яғым тирәктәре.
Тирәктәрҙән инде әллә
Был ярһыуҙар күкрәктәге?

Биллеғылыс тирәктәре
Иҫләйме икән әле мине?
Тирәктәрҙә уралып ҡалған
Ғүмерҙең бер матур мәле.
Бик йыш инә төштәремә
Тау буйҙары – күкһел әрем,
Әллә мине һағынамы икән
Тирәктәрем, тирәктәрем...

ИКМӘК

Тротуарҙа, тәгәрәп, икмәк ята,
Теҙләнеп тә уны күтәрәм,
Оло шелтә булып, рәнйеп ята,
Бер телеме йәшәүҙәргә торош,
Изгеләрҙән-изге түтәрәм.
Мин күтәрәм, гүйә, икмәк түгел,
Өләсәйемдең әсе йәштәрен,
Бер яңғыҙы тормош йөгөн тартып,
Өс сабыйым астан үлмәһен, тип
Яныуҙарын, уйын-хәстәрен.
Мин күтәреп алам икмәк түгел,
Ас-яланғас сабый хаҡтарын,
Тик бер телем әпәкәйгә зарығып,
Серек картуф, башаҡ йыйып үткән
Әсәйемдең бала саҡтарын.
Теҙләнеп тә мин күтәреп алам
Икмәк түгел, илдәр хәтерен.
Һәм күргәндәй булам мин шул саҡта
Икмәк өсөн яуҙа башын һалған
Олатайымдың йыраҡ ҡәберен...
...Тротуарҙа, тәгәрәп, икмәк ята,
Аша атлап уны үтә алмам.
Икмәк ҡәҙерҙәрен юғалттырмаҫ
Хәтер бирсе беҙгә, эй Аллам!
Бирсе хәтер, бирсе йөрәк ғәме,
Күңелдәргә уйҙар уйырлыҡ,
Исраф булып ятҡан әпәкәйҙе,
Үткәндәрҙе күтәргәндәй итеп,
Күтәреп тә алып ҡуйырлыҡ...

Ғәлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА.

***
Наил Язданов Кәлсер-Буран ауылында тыуған. Талбазы урта мәктәбен тамамлағас, БДУ-ның математика факультетына уҡырға инә. Аҙаҡ юллама буйынса Благовар районына эшкә ебәрелә. Бер нисә йылдан үҙенең туған мәктәбенә уҡытырға ҡайта. Шиғырҙарҙы бала саҡтан яҙа. Ҡайһы берәүҙәре көйгә һалынған.

ЯҢҒЫҘ ҠАЙЫН

Ғорур тауҙың хәтфә итәгендә,
Елберләтеп нәфис япрағын,
Һағышлана яңғыҙ үҫкән ҡайын,
Тирбәлдереп йәшел ҡалпағын.

Ҡайын булған ҡасандыр һылыу ҡыҙ,
Һөйгән йәре киткән һуғышҡа.
Ҡайта алмай ҡалған егет яуҙан,
Башын һалған тиңһеҙ алышта.

Йүгергән ҡыҙ ҡайғыһынан тауға
Һәм әйләнгән зифа ҡайынға.
Йәмле яҙҙар еткәс, үкһеп илап,
Моңһоуланып ҡарай ауылға.

Тойола миңә айлы төндәрҙә,
Зәңгәр томандарға һарылып.
Егет йәне килә йыраҡтарҙан,
Һөйгәненә янып, һағынып.

Серләшәләр кеүек улар оҙаҡ,
Йондоҙ һүнеп, Сулпан ҡалҡҡансы.
Иркәләнеп, наҙлы һүҙҙәр әйтеп,
Хушлашалар таңдар атҡансы.

Мөхәббәттең тере һәйкәлеләй,
Йәшел яулығына төрөнөп,
Моңға күмеп ҡайын тирә-яҡты
Йыраҡтарҙан тора күренеп.

Наил Язданов.

***
“Артылыш. Преодоление. Омтылыш” йыйынтығын төҙөгән Фатима Ғәлиева һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ижад­сы­ларҙың хикәйә, шиғырҙарын туп­лаған. Унда Дамир Заһитов­тың да шиғырҙары ингән. Һә­үәҫ­кәр композитор йөрәгенән сыҡ­ҡан көй-моңдо синтезаторында уй­нап, компьютерға яҙҙыра бара. Әлеге көндә махсус китап буйын­са үҙ алдына инглиз телен өйрәнә башлаған. Дамир һу­ҡырҙар өсөн башҡорт телендә компьютер программаларының булмауына үртәнә, сөнки уға күпме мөмкин­лек асылыр ине.
Үҙенсәлекле шиғырҙар, яңы йыр­ҙар ижад итеүен дауам итеп, мораҙына ирешергә, теләктәрен ысынбарлыҡҡа ашырырға яҙһын Дамир Камил улына!

ТӨПТӘН УЙЛАП ҺӨЙЛӘ ҺҮҘЕҢДЕ

Төптән уйлап һөйлә һүҙҙәреңде,
Киҫелмәһен күңел ҡанатым.
Үҙем уйлап тапҡан әкиәттән
Боҫ урғылһын, дәртем ҡайнаһын.

Төптән уйлап һөйлә һүҙҙәреңде,
Ҡыҫылмаһын яттар араға.
Ғәйбәт ташып, борос һипмәһендәр
Һин ҡалдырған тәрән яраға.

Төптән уйлап һөйлә һүҙҙәреңде,
Аҙғынлығың менән маҡтанма.
Һылтау һалып ауыр тормошоңа,
Боҙоҡлоҡҡа тарып аҡланма.

Төптән уйлап һөйлә һүҙҙәреңде,
Нәфрәттәргә мине этәрмә.
Яҙмыштарҙы ватып, ҡабат-ҡабат
Иңдәреңә гонаһ күтәрмә —
Килер бер саҡ хаҡын түләргә.

ЯРАН ГӨЛӨМ

Әле генә моңло һандуғастар
Яҙғы дәртле йырҙы отҡайны,
Тәҙрә төбөмдәге яран гөлөм
Хуш еҫ һибеп сәскә атҡайны.

Иркәләнә ине һәр үҫемлек,
Һәр бер йәнлек ҡояш нурында.
Һайрай ине һабантурғайҙары
Таң алдынан һөйөү турында.

Ошо мәлдә беҙҙең йәшлегебеҙ
Мәңге китмәҫ төҫлө тойолдо.
Тик бик тиҙҙән, һандуғастар тынғас,
Күңелдәргә һағыш уйылды.

Ә хәҙергә иркен туғайҙарҙа
Ҡышҡы һалҡын елдәр иҫәләр.
Тәҙрәләрҙә яран гөлдәр түгел,
Боҙло гөл-сәскәләр үҫәләр.

Дамир Заһитов­.

ИРКӘЛӘСЕ МИНЕ, ИРКӘЛӘ

Күҙҙәреңдә һинең ҡояш көлә,
Йөҙҙәреңдән нурҙар бөркөлә,
Тауышыңда һандуғастар моңо,
Иркәләсе мине, иркәлә!

Иренеңдә һинең сейә тәме,
Алһыу йөҙөң – алһыу сәскәләй.
Һоро күҙҙәр наҙлап ҡараш ташлай,
Иркәләсе мине, иркәлә.

Ер йөҙөндә үҫкән сәскәләрҙе
Йыйып алдым бөгөн иртәлә.
Һөйөү менән сәскәләрҙе илтәм,
Иркәмә ул, минең иркәмә!

Иншар ВӘЛИТОВ.

***
Әлмира Хәбибуллина Мораҙым ауылында тыуған. VIII класҡа тиклем ауыл мәктәбендә, аҙаҡ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында уҡый. БДУ-ның математика һәм мәғлүмәти технологиялар факультетын тамамлап, әлеге көндә Рәсәй Һаҡлыҡ банкында менеджер булып эшләй. Ижад менән университетта уҡығанда мауыға башлай.

ҺАНАМА!

Һанама һин көндәреңде, һалдат,
Ғүмер бит былай ҙа тиҙ үтә.
Тыуған ил алдында бурысын үтәй
ысын ир-ат.
Ныҡлы баҫып атла,
Аҙымдарың ышаныслы булһын,
Сөнки һинең менән ғорурлана
атай, инәй, апай
...Һәм дә Салауат!
Ул да, булам, ти, ағайым кеүек
һалдат!

Әлмира Хәбибуллина.

***

Дилара Дилмөхәмәтова Мораҙым мәктәбенең ХI класында уҡый. Ул яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Аш-һыу әҙерләргә ярата. Билбау көрәше буйынса спорт мастерлығына кандидат, шиғырҙар яҙа. Мораҙым китапханаһында ойошторолған “Илһам шишмәләре” түңәрәгенең әүҙем ағзаһы.

ЕҢЕҮ ШАТЛЫҒЫ

Сәскә атты яҙын баҡсаларҙа
Хуш еҫтәрен муйыл таратып.
45-се йылдың майында ла
Йәйгән бит ул ап-аҡ ҡанатын.
Бөйөк Еңеү килгән еребеҙгә,
Олатайҙар уны яулаған.
Тыныс булһын өсөн илебеҙ,
Түккән ҡанын, йәнен аямаған.
70-се тапҡыр ҡаршылайбыҙ
Бөйөк Еңеүебеҙ байрамын.
Сал сәслеләр, һеҙҙең батырлыҡҡа,
Һеҙҙең өлгөгөҙгә хайранмын!

Рәхмәт һеҙгә Бөйөк Еңеү өсөн,
Илдә һеҙ яулаған бәрәкәт.
Тыныс илдә тик изгелек күреп
Йәшәһәгеҙ ине һеҙ рәхәт.

Дилара Дилмөхәмәтова.
***

Илүсә Зәйдуллина – ХI класс уҡыусыһы. Мораҙым ауылында йәшәй. Һәйбәт уҡый. Саңғы, йүгереү буйынса ярыштарҙа призлы урындар ала. Ул да шиғырҙар яҙа, ауыл китапханаһындағы “Илһам шишмәләре” түңәрәгенә йөрөй.


МЕҢ РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ!

Атай, әсәй –
Донъя ҡото.
Уларһыҙ юҡ йәшәү йәме,
Юҡ ерҙә йәшәү, тереклек,
Ашаған икмәктең тәме.
Улар беҙ тип йән аталар,
Ағайым да ихлас беҙгә.
Ҙур бәхет йылмайҙы шулай
Ҡустым менән икебеҙгә.
Балалар йортонда ҡустым
Илай ине, толҡа тапмай.
Беҙҙе бәхетле иттегеҙ,
Рәхмәт һеҙгә,
Әсәй, атай!

Илүсә Зәйдуллина.
***

ӘСӘЙЕМДЕ ЯРАТАМ

Әсәйемде бик яратам,
Берәү ул ер йөҙөндә.
Уны бер ҙә борсомаҫҡа
Тырышам мин үҙем дә.
Мин шатланһам, ул ҡыуана,
Нур сәсә көләс йөҙө.
Дуҫтарым да көнләшәлер,
Бигерәк матур ҙа үҙе.
Эшендә лә, уңған, тиеп,
Гел дә маҡтайҙар үҙен.
Һәр ваҡыт та шулай бул,
Тейә күрмәһен күҙем!
Гөлназ ФӘХРЕТДИНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779