Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бындай тамашалар мәңге барһын “Башҡортостан” тигән ҙур залда!
Бындай тамашалар мәңге барһын  “Башҡортостан” тигән ҙур залда! Элекке “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының заманса реконструкцияланыуы,“Башҡортостан” дәүләт концерт залы тип аталыуы тотош республика халҡында хуплау тапты һәм ҡәнәғәтлек, ғорурлыҡ хистәрен тыуҙырҙы. Асылғандан бирле унда бер-бер артлы мәҙәни-музыкаль саралар уҙыуы, залдың халыҡ менән шығырым тулы булыуы тап шул хаҡта һөйләй. Йәнә ҡыуаныслы күренеш: тиҫтәләрсә йыл хыялланып барлыҡҡа килгән Милли симфоник оркестрыбыҙҙың 23-сө йыл инде үҙ залы һәм рәхәтләнеп эшләрлек шарты юҡ ине. Ниһайәт, республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың хәстәрлеге менән уларҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашты – “Башҡортостан” дәүләт концерт залының өсөнсө ҡаты тотошлайы менән ошо коллективҡа бирелде. Әле ҡыуанып, шунда күсенеп ятҡан саҡтары. Хәҙер классик музыкаға һыуһаған меңләгән юғары зауыҡлы халыҡтың да шатлығының сиге юҡ. Уларҙың бында уҙған һәр кисәгә ашҡынып ағылыуы ошо хаҡта һөйләй.

Яңыраҡ Башҡортостан Милли симфоник оркестрының “STEINWAY @ SONS” (“Стейнвей һәм Улдары”) рояленең исем туйы рәүешендә Башҡортостандың атҡаҙанған сән­ғәт эшмәкәре, профессор Наилә Хәми­ҙуллинаға 75 йәш тулыуға арнап уҙғарылған концертына тамаша­сыларҙың зал тулы килеүе лә шуны күрһәтте.
Бында, әлбиттә, халыҡты ныҡ ҡыҙыҡһын­дыр­ған икенсе сәбәп тә бар — концерттың беренсе бүлегендә П. Чайковскийҙың “Оркестр менән фортепиано өсөн концерт”ын республиканың мәҙә­ниәт министры Әминә Шафиҡова үҙе Германияға барып, һайлап алып ҡайтҡан роялдә уйнаны.
Тамашасылар араһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова, Дәүләт Йыйылы­шы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясо­ва, Башҡортостан Хөкүмәте Премь­ер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа рәсми кешеләр ҙә бар ине.
Алғараҡ китеп, шуны ла әйтергә кәрәк: концерт­тың беренсе бүлеге тамамланғас, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың донъя шедеврына әйләнгән әҫәрҙе виртуоз башҡарыуын тамашасылар аяғүрә баҫып бик оҙаҡ алҡышланы һәм сәскә гөлләмәләренә күмде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та, сәнғәт әһелен ихлас ҡотлап, сәскә бүләк итте.
Концерттың икенсе бүлегенә барып етер алдынан әлеге ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған легендар рояль хаҡында һөйләмәү мөмкин түгел.
Донъяла киң билдәле “Стейнвей һәм Улдары” фортепиано фирмаһы 1853 йылдан хә­ҙерге көнгәсә уңышлы эшләп килә икән. Ҡыҙыл ағас эшкәртеүсе Генрих Энгельгарт Стейнвей Герма­нияның Брауншвейге ҡалаһында инструментты өйөндәге кухняла үҙ ҡулы менән яһай. Ошо шарттарҙа 482 фортепиано етештергән. Һуңынан Генрих АҠШ-ҡа эмиграцияланған.
Америкала “Стейнвей” фирмаһының тәүге 483-сө фортепианоһы 500 долларға һатылған, һәм ул әле булһа Нью-Йорктың Сәнғәт музейында ҡәҙерләп һаҡлана икән. Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: Генрих Стейнвейҙың биш улы булһа, барыһы ла аталарының эшен уңышлы дауам итә. 1867 йыл­да фирма ҙур Алтын миҙал менән бүләк­ләнгән. Хәҙер йылына 5 мең инструмент етеш­терә. АҠШ банкында 300 рояль һаҡлана һәм данлыҡлы пианино оҫталарына концерттар өсөн ҡуртымға бирелә икән.
Германияла меңләгән деталдән йөҙләгән белгес ҡорған “Стейнвей һәм Улдары” рояле, һис шикһеҙ, “Башҡортостан” дәүләт концерт залының ҙур биҙәге буласаҡ. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың П. Чайковскийҙың үлемһеҙ әҫәрен башҡарыуы ла барлыҡ тамашасылар күңелендә, рухи тормошобоҙҙа ҙур ваҡиға булып ҡаласаҡ.
Әминә Шафиҡова – Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, пианис­тар­ҙың Франция, Болгария һәм Италияла уҙған халыҡ-ара конкурстары дипломанты.
Концерттың икенсе бүлегендә Роберт Шуман­дың “Виолончель өсөн оркестр менән концерт”ы, Виктор Соболевтың “Һыу инәһе” балетынан көй­ҙәрҙе виолончелдә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Рөстәм Хәмиҙуллин тамашасыларҙың йөрәгенә барып етерлек итеп башҡарҙы.
Роберт Шумандың виолончель өсөн был концерты тарихы төрлө серҙәр менән дә ярайһы уҡ ныҡ билдәле. Композитор тормошоноң һәм ижа­дының һуңғы осоронда, үҙенә ҡул һалырға йы­йынғанда, ошо партитураны Дюссельдорфтағы өйөндә ҡат-ҡат эшкәртә, төрлө төҙәтмәләр ин­дерә. Ул Рейн аша һалынған күперҙән һыуға ташланғанда, өҫтәлендә әҙер виолончель концер­ты ятып ҡала. Хәҙер ул концерт бар ерҙә симфоник кисәнең биҙәге итеп башҡарыла. Та­ма­шасыға шул да ныҡ оҡшаны: концерттың ике солисы ла – Әминә Шафиҡова менән Рөстәм Хә­ми­ҙуллин – үҙҙәренә бирелгән тәүге сәскә гөлләмә­лә­рен профессор Наилә Хәмиҙуллинаға бүләк итте.
Ошо ҙур тамашаның дирижеры Санкт-Петербург ҡунағы Виктор Соболев “Һыу инәһе” балетын донъяға билдәле әкиәтсе Ганс Андерсендың шул исемдәге әкиәте мотивында 2000 йылда уҡ ижад иткән. Автор кисәлә балеттан сюита тәҡдим итте. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Руслан Вәлиев кларнетта соло башҡарып, Өфөлә премьера яһаны.
Милли симфоник оркестрҙың ғәжәйеп концертын оркестрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Эльмира Ижболдина, һәр ваҡыттағыса, тамашасы күңеле­нә хуш килерлек итеп алып барҙы.
Тамаша башланыр алдынан миңә оркестр директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күренекле скрипкасы Алексей Воронинды осратып, кәйефтәрен һорашырға форсат тейҙе.
Түбәһе күккә тейеп йөрөгән директор:
– Кәйефте һөйләп тораһы ла юҡ. Тотош оркестр коллективының күңеле күтәренке. Яңы залда яңыса эшләү хыялдары менән йәшәйбеҙ. ШОС һәм БРИКС саммиттарына яңы программа әҙерләйбеҙ. Башҡортостандың атҡаҙанған артис­тары Айгөл Моратова (альт), Ирина Таболдина (габой), Татьяна Кривоногова (виолончель), Владимир Семин (флейта), халыҡ-ара конкурстар лауреаты, оркестр етәксеһе, скрипкасы Илшат Мөслимов — ғөмүмән, тотош оркестр коллективы ҡанатлы бөгөн, — тип ҡыуанысын уртаҡлашты.
Мин иһә онотолмаҫ концертта тыуған шатлы­ғымды, тәьҫораттарымды шиғыр юлдарына һал­дым да уны уҡыусыларға тәҡдим итмәксемен. Был милли симфоник оркестр коллективына рәхмәт белдереп, уларға яңы уңыштар теләп, барлыҡ хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын, тим.
Мәҙәниәт беҙҙә — халыҡ рухы,
Министры, гүйә, батшаһы.
Алда һәр саҡ мәҙәниәт булһа,
Еңел еңеп булыр башҡаһын.

Ә Әминә Ивний ҡыҙы бөгөн
Мең кешегә ҡорғас тамаша,
Һоҡландырҙы залды. Үҙенән дә,
Уйнауынан күҙҙәр ҡамаша.

Талпынғанда рояль эргәһендә
Бөрйән ҡыҙы Бөрйән ҡортолай,
Оло күстәй эркелгәндә халыҡ,
Сәхнә булды тыуған йортолай.

Ҡанатланып сәхнәбеҙгә сыҡҡас,
Башҡарыусы булып Әминә,
Халыҡ күңеленә генә түгел,
Тотош донъябыҙға йәм инә.

Чайковский тағы яҡынайҙы
Йәш министр оҫта уйнауҙан.
Сәнғәт рухы тағы күтәрелде
Яҡты хистәр, яҡты уйҙарҙан.

Яңы залда, иҫке залда булһын —
Йыш уйнаһа милли оркестр,
Тиҙ табырҙар бөтә ерҙә юлды
Халыҡ йөрәгенә асҡысты.

Йыһан һымаҡ халҡым хыялдары,
Беҙҙең маҡсатыбыҙ ҙур алда.
Бындай тамашалар мәңге барһын
“Башҡортостан” тигән ҙур залда,
“Башҡортостан” тигән ҙур залда!

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779